Алмағаслы бала саҡ
Яҙ көнө ауылға ҡайтһаң, беҙҙең алмағас, ап-аҡ туй күлдәге кейгән ҡыҙҙай, ебәккә төрөнөп, күпереп, хуш еҫтәрен тирә-йүнгә таратып ултыра. Ошо сихри еҫ үҙенә генә йәлеп итә. Гөж килеп, бал ҡорттары һырып алған сәскәләрен. Сәскәләрҙең татлы еҫтәре мине хисләндереп ебәрҙе лә, ҡапыл бала сағыма барып сыҡтым.
Өйҙә балалар тауышы ишетелгәндәй тойолдо.
Эйе, шау-гөр килеп, балалар уйнай. Атайымдың ял көнө. Иртә менән атын егеп, ҡайҙалыр юл тотто. Төшкә ҡарай атайым ҡайтты, ә йөҙө бик шат ине өйгә ингәндә.
– Балаларға тип алмағас үҫентеләре алып ҡайттым әле, – тине.
Сәй эскәндә үҫентеләрҙе ҡайҙа ултыртырға икән, тип һөйләштеләр.
– Кинйәбулат ағайҙар яғындағы баҡсаға ултыртайыҡ, – тине әсәйем.
Атайым оҙаҡ өндәшмәй генә сәй эсте лә:
– Юҡ, күршеләр менән яманлашмайым. Урамға ҡарап торған ике тәҙрә тәңгәленә ултыртабыҙ, – тип өҙөп кенә әйтте.
Үҫентеләргә Һаҡмарҙан көйәнтәләп һыу ташып ҡойоу беҙҙең өҫкә төштө. Көн аша кискә табан биш-алты көйәнтә һыу ҡойҙоҡ. Ике алмағас ҡышҡы сатнама һыуығына ла, ел-дауылына ла, яҙҙың ҡаты ҡырауына ла, йәйҙең селләһенә лә, көҙҙөң борсаҡлы ямғырына ла бирешмәй, был урынды үҙ ерһенеп, үҫеп киттеләр.
Яҙ башланһа, атайым, алма-ғастарҙың сәскәһенә ҡырау теймәһен тип, тасҡа тиҙәк һалып төнгөлөккә ут яға, тиҙәк яйлап, быҫҡып таңға тиклем яна ине.
– Башланды инде Мичуриндың эштәре, ти ине күршеләр.
– Таңға тиклем тиҙәк еҫкәйбеҙ, саф һауаны ла һулап булмай, тине ҡайһы берҙәре. Атайым ошо ысулдар менән алмағастарҙы ҡырауҙан һаҡлап алып ҡала ине. Алмалары йомарлана йәки түңәрәкләнә башлаһа, ниндәйҙер ағыу һибә лә, ике-өс көн баҡсаға инмәгеҙ, ағыуҙан күҙегеҙгә зыян булыр, тип әйтә ине.
Алмағастар сәскә атмаһа, беҙгә:
– Алмағастар йыл аша ял итә, шул ваҡытта сәскә атмайҙар, – тип аңлата ине.
Ә ҡышлыҡҡа, тамырҙары туңмаһын өсөн, ҡар яуыу менән алмағастар төптәренә ярты метр тирәһе ҡар өйөп һала ине.
Бер көндө әсәйем:
– Балалар мәктәп йәшенә еттеләр, ә ауылда тик башланғыс мәктәп кенә. Урта белем мәктәбе булған ауылға күсәйек, – тип тәҡдим итте. – Икебеҙгә лә эш урыны һәм оло юл булған ауылға. Матрай интернат-мәктәбенә бер аҙнаға китһәләр, өйҙәге кескәй һеңлеләрен һағынып, илап бөтөрҙәр ул, сөнки ҡыҙҙар бер-береһен ярты көн күрмәй торһалар, һағынып зар интегәләр. Шуға күрә, бергә булһалар, яҡшы булыр ул.
Ошо һөйләшеүҙәренән һуң күпме ваҡыт үткәндер, атайыбыҙ ҡайҙалыр юлланды. Тик эңер төшкәс кенә ҡайтты.
– Яманһаҙҙа ике өй һатыла, – тип йылмайып әйтте.
– Береһе кесерәк өй, ә икенсеһе ҙур ғына, верандаһы өйҙөң буйынан буйы тик күсереп алырға ғына кәрәк.
Әсәйем күрмәһә лә, кесерәгенә риза булды.
– Икебеҙгә лә эш тә бар, хатта үткенсе автобус та йөрөй.
Көҙ етте. Беҙ мәктәпкә барҙыҡ. Ә нишләптер күсмәйбеҙ.
Ул көҙ баҡсала алма ныҡ уңған ине.
Беҙ әсәйҙән:
– Ә беҙ нишләп Яманһаҙға күсмәйбеҙ? – тип һорап ҡуйҙыҡ. Бер аҙ тын ғына торҙо ла:
– Атайығыҙ алма ағастарын йәлләй. Бөтә ауылға йәм өҫтәп ултыра алмағастарым. Бер кемдә лә урамға ҡарап үҫкән алмағасы юҡ. Кемдең генә ҡулына ҡалдырам алмағастарымды, – ти атайығыҙ.
Киләһе яҙға Яманһаҙҙан өйҙө ауылға күсерә башланылар, ә көҙгә өйҙө төҙөп бөтөп, күсеп тә сыҡтыҡ.
Өйөбөҙ ҡотло булды, ике ҡустыбыҙ, бер һеңлебеҙ донъяға килде. Беҙ ғаиләлә алты ҡыҙ, ике малай булып үҫтек.
Олоғайған һайын әсәйебеҙ алма ашарға яратты һәм алмағастарҙы үҙе тәрбиәләй башланы.
Яҙ көнө артыҡ ботаҡтарын ҡырҡып, ниндәйҙер май йәки буяҡ менән буяп ҡуя, төптәрен йомшарта ла ап-аҡ итеп аҡлай ине. Алма бик уңған ваҡыттарҙа, алмаға таяуҙар ҡуйҙы.
Алмаларҙы кемдәр генә ашаманы инде.
Йәштәр дискотекаға сыҡһалар, баҡсаға төшөп, кеҫәләренә тултырып, клубҡа барып, ашай торғайнылар. Ҡайһы саҡ өҫтә бешкәндәрен алабыҙ тип, ботаҡтарын һындырып, ҡаса торғайнылар.
Әсәкәйем, һорап алһалар бер ни түгел, ботаҡтарын һындырып ҡасҡандары оҡшамай, ти, торғайны.
Алма бешкән мәлдә:
– Әсәй, нимә сәйнәйһең? – тип һораһаң, – Алма инде, брәмә йөрәккә ятып тора, әскелтем генә, – ти торғайны.
Биҙрә-биҙрә ҡайнатма ҡайната, епкә теҙеп тә, йәйеп һалып та киптерә ине.
Ә ҡайнатмалары йыл әйләнәһенә тиклем етә, ҡышын тәмле итеп бәлеш бешерә, компот ҡайната торғайны.
Көҙ, алма бешкәндә, ниндәй кейем кейһә лә, кеҫәһендә һәр саҡ алма, ҡайһы саҡта турап та ашай, ҡырҡып имеп тә йөрөр булды.
Бал ҡорттары гөж килгәнгә уянып, төш булған кеүек булды был хәтирәләр.
Алмағас сәскәләрендә бал ҡорттары ваҡытлыса ғына гөжләйҙәр. Сәскәләре ҡойола башлаһа, улар нектар йыйырға урман-аҡланға, ҡыр-яланға, болондарға осалар.
Бал ҡорттары алмағас сәскәләренән айырылған кеүек был йортағы балалар ҙа үҫеп, эйәле-башлы булдылар. Һәр яҡҡа осоп киттеләр. Һәр кемдең үҙ донъяһы. Тик яҙ етеү менән, бал ҡорттары кеүек гөрләшеп, ошо йортта үҫкән балалар, уларҙың балалары кире ауылға ҡайталар: алмағас еҫтәренә күмелеп, тәмле сәй эсергә, сәйҙән көс-дәрт, күңел, йән тыныслығы алырға.
Әй-әй, өлкәнәйгәнсә, ҡаҡ ҡойорға белмәнем. Йәшерәк ваҡытта алманан ҡаҡ ҡоя белгән булһам, әсәкәйемә эшләп, ашатыр инем. Әсәйем ҡаҡты кинәнеп, шатланып ашар ине. Хәҙер йөрәгемдең иң түрендә тик үкенес кенә булып ҡалды.
Алмағастың тамыры – үткәндәр, ул атайыбыҙ, әсәйебеҙ. Олоно – бөгөнгөһө, ул – беҙҙең ғаилә балалары. Ә ботаҡтары – киләсәгебеҙ.
Быйыл атайыбыҙға егерме йыл, ә әсәйебеҙгә биш йыл баҡыйлыҡҡа күскәндәренә. Уларҙың йәндәре Фирҙәүес түрендә булһын, Амин!!!