Мәрт мөғжизәләре

Төрлө кисерештәр
– Хәҙер беҙ һиңә Йәһәннәм менән Йәннәтте күрһәтәсәкбеҙ, – тинеләр фәрештәләр.
Айһылыуҙы осортоп алып киттеләр ҙә, ҡояш та, һис бер яҡтылыҡ та булмаған томанлы ҡараңғы урынға алып барып, баштүбән, ҡулдарынан бәйләнгән һымаҡ итеп аҫып ҡуйҙылар. Бөтә тәне, ҡулдары ауыртыуға сыҙай алмай Айһылыу ҡысҡыра башланы:
– Ысҡындырығыҙ! Нишләп мине былай аҫып ҡуйҙығыҙ?!
– Гонаһтарың өсөн эшләйбеҙ быны. Һин балаңды өйөңә алып ҡайтҡас, ризыҡ ашай торған өҫтәлгә һалдың, ул ярау итеп ятты, ә өҫтәлдең дүрт яғында дүрт фәрештә бар ине. Ҡиблаға ҡаратып бала таптың.
– Унда минең ни ғәйебем бар, табиптар шулай һалдылар бит мине!
Айһылыу бала тыуғанда бирелә торған аҡсаға матур лаклы өҫтәл һатып алғайны, сәңгелдәк булмау сәбәпле, баланы бер аҙна шул өҫтәлдә ятҡырып торҙо. Унда үҙеңдең ғәйебеңде башҡаларға япһарып булмай икән, тигән һығымтаға килде ул.
Айһылыу һаман аҫылынған килеш тора, ҡояш та, ут та юҡ, әммә ныҡ эҫе, бөтә тәнде ҡыҙҙыра. Ҙур ҡаҙан күренә, уның аҫтына ике шайтан сытыр-мытыр килтереп өҫтәй. Ялҡыны юҡ, ҡап-ҡара төтөн сыға. Шайтандарҙың ҡолаҡтары ҙур, йөнлө, күҙҙәре аҡайып, банка кеүек сығып тора, улар ал яҡты ғына түгел, артты ла күрәләр, сөнки күҙҙәре елкә яғына ла сығып әйләнеп йөрөй. Ҡойроҡтары өҫкә күтәрелгән, тырнаҡтары оҙон, бысраҡ. Үҙҙәре шарҡылдашып көлә-көлә ҡаҙан аҫтына утын ташлайҙар.
Шайтандар ер өҫтөндә бик күп, улар кешеләрҙең араһында йөрөйҙәр, бисмилләһеҙ тыуған балаларҙы үҙҙәренекенә алмаштырып алалар. Шайтандарға кемдер команда биреп тора, тегеләр тиҙ генә оса торған балаҫ кеүек нәмәгә ултыралар ҙа шәп тиҙлектә эскән йә талашҡан кешеләр эргәһенә барып та етәләр.
Айһылыуҙың күҙ алдында тағы ошондай күренеш пәйҙә булды. Асфальт тигеҙләй торған тәгәрмәскә оҡшаған бик ҙур ер әйләнеп тора, ә себен кеүек бәләкәй генә кешеләр, магнитҡа тартылған кеүек шунда барып йәбешәләр ҙә аҡыра-ҡысҡыра ҙур бер соҡорға төшөп китәләр.
– Ни өсөн улар соҡорға төшөп китәләр? – тип һорай Айһылыу.
– Революциянан һуң кешеләр Аллаһты оноттолар, намаҙ уҡыманылар.
Был кешеләрҙе йәлләүҙән Айһылыуҙың йөрәге һыҙлап киткәне һиҙелде.
Эҫелеккә, үҙәк өҙгөс ауыр-тыныуға сыҙай алмай, Айһылыу һаман ҡысҡыра:
– Ысҡындырығыҙ мине! Үлте-регеҙ мине!
– Һин былай ҙа үлгәнһең!
– Үлгәс, нишләп бөтә тәнем ауырта икән һуң? – тип уйлай Айһылыу. Ошо хәлдә йылдар буйы торған кеүек тойолдо уға, ваҡыт унда бик яй үтә икән. Тағы бик оҙаҡ ыҙа сиккәндән һуң, Айһылыуҙы ысҡындырып төшөрҙөләр, арттан кемдер туҙған сәстәрен йыйып үреп ҡуйҙы. Иҫке генә ҡара зәңгәр оҙон күлдәк кейҙерҙеләр ҙә тағы теге ултырғысҡа килтереп ултырттылар. Ике фәрештәһе лә килеп баҫты, үҙ-ара нимәлер һөйләштеләр ҙә Айһылыуҙы яурындарынан тотоп диңгеҙгә алып киттеләр. Ә ул бахыр ғына, йолҡош әҙәмгә әйләнгән, өҫтөндәге күлдәге лә кәүҙәһендә саҡ эләгеп тора. Диңгеҙгә барып еткәс, үҙҙәре һыу өҫтөнән тигеҙ генә атлап баралар, ә Айһылыу һыу йота, сәсәй, тонсоғоп, бата-сума бара. Батып барһа ике яҡтан алмаш-тилмәш өҫкәрәк күтәрәләр. Икһеҙ-сикһеҙ диңгеҙ уртаһына еткәс, фәрештәләре Айһылыуҙы ташлап киттеләр.
– Ҡотҡарығыыыҙ мине, ҡот-ҡарығыыыҙ! – тип ҡысҡыра, үлемем ошо икән, тип уйлай.
Шул саҡ алыҫтан осло башлы матур ғына кәмә йөҙөп килгәне күренде. Унда аҡ күлдәкле, сәстәре уртаға ярылып, яурындарына төшкән һылыу йөҙлө ир кеше ултыра. Килеп еткәс, Айһылыуҙы уң яҡтан кәмәгә тартып алды ла, үҙе алда, ҡыҙҙы артҡа ултыртып, ярға алып сыҡты...
***
Айһылыуҙы осортоп ҡына бөтә ерҙә йәшеллек булған урынға килтереп баҫтырҙылар. Йомшаҡ ҡына бейек бәрхәт кеүек үлән аяҡтарҙы иркәләй. Ҡолағына ниндәйҙер яғымлы симфония ишетелгәндәй... Ҡыҙ тирә-яғына күҙ һалды һәм аптырап ҡалды... бында бөтә тереклек уның телендә һөйләшә, ә ул бөтәһен дә аңлай! Ҡоштар, күбәләктәр, бөжәктәр, сәскәләр, ағастар үҙ-ара башҡортса һөйләшәләр! Хатта шунда соҡорораҡ ерҙә ултырған өҫтәл менән ултырғыстар ҙа һөйләшәләр! Баяғы аҡ кейемлеләр ҙә саф башҡортса һорау алдылар. Ергә ҡайтҡас, һәр кем үҙенең телен яҡшы белергә тейеш, тигән һығымта яһаны Айһылыу.
***
Шулай аптырап та, ҡыуанып та торған сағында Айһылыу янына бысраҡ иҙән йыуғысы илаулап килеп сыҡты:
– Ул минең менән иҙән йыуҙы ла аҙағынан йыуып та элмәне, аяҡ аҫтына һалып ҡуйҙы, – тип ошаҡлашты. Унан бесәй килеп:
– Ул минең башыма һуҡты, – тип зарланды. Ә эт, алғы аяҡтарын һуҙып, бер һүҙ ҙә өндәшмәй риза булып ҡына ята.
Ысынлап та, таҙалыҡты яратыусы Айһылыу иҙән йыуғандан һуң, аяҡ һөртөп инергә тип, йыуғысты бөкләп тупһа алдына һала ине. Бесәйҙе яратмай, шулай ҙа ашата ине, ә бына этте ашатҡаны булманы, ире ашата торғайны.
***
Айһылыуға тағы ошоларҙы күрһәттеләр: бер урында бөтә кеше йорт һала, баштарында тик йорт төҙөү, байлыҡ туплау тураһындағы уйҙар. Көндөҙ ҙә, хатта төндә лә яҡтыртҡыстар ҡуйып, нимәлер ташыйҙар, төҙөйҙәр.
***
Икенсе урында, ҡояш нурҙары бөтөнләй булмаған, ҡараңғы томан араһында, кешеләр нимә менәндер шөғөлләнәләр, нимәлер үҫтерергә, ризыҡ етештерергә тырышалар. Бик мохтажлыҡта йәшәгәндәре күренеп тора. Үҙҙәре ас, кейемдәре лә алам-һалам ғына.
***
Көнбайыштан ҡып-ҡыҙыл түңәрәк ҡояш ҡалҡып килә, унан болан мөгөҙҙәре кеүек йыуан, тармаҡлы-тармаҡлы ҡыҙыл нурҙар таралған, ләкин уларҙың йылыһы ла, яҡтыһы ла юҡ.
***
Айһылыуҙың күҙ алдындағы күренештәр тағы алмашына. Хәҙер инде ер аҫтынан бер хайуан килеп сыҡты, әкиәттәрҙәге дейеүгә лә оҡшаған кеүек. Башы һәм күҙҙәре ҙур, кәүҙәһе йыландыҡы кеүек, аяҡтары күренмәй. Ҡайҙа теләй, шунда бик ҙур тиҙлектә осоп барып етә ала. Бына ул ерҙәге кешеләрҙе йота башланы, бейек, күккә ашҡан йорттарға ла менеп етеп, ундағыларҙы ла тиҙ генә йотоп ҡуя. Кешеләр ҡысҡырышалар, аҡырышалар. Бәләкәй генә ти-шектәрҙән дә нәҙегәйеп үтеп сыға. Тәүҙә бер башлы был хайуан йөрөй торғас ике, өс башлыға әйләнде. Ә ҙур-ҙур йорттар бушап, кешеһеҙ ҡалды...