МӘРТ ЭҘЕМТӘЛӘРЕ

МӘРТ ЭҘЕМТӘЛӘРЕ

Балаға йәш тулып үткәс, Айһылыу эшкә төштө. Мария Васильевна – экономист, Айһылыу – диспетчер, икәүләп бер бүлмәлә ултырып эшләйҙәр. Мәрйә апай башҡортса һөйләшә, ҡулдарында көсө бар, ауырыуҙарҙы имләй. Бер ваҡыт һүҙҙән һүҙ сығып, Айһылыу үҙенең ҡырҡ көн мәрттә булыу тураһында әйтеп һалды.

 

– Ооо, һин бик үҙенсәлекле кеше икәнһең! Кешене бушҡа ғына йоҡлатып һалып ҡуймайҙар, берәй нәмә өйрәтмәнеләрме һиңә?

– Миңә: «Уң ҡулыңды һалып, кешеләрҙе дауалай, уларҙың уйҙарын белә алырһың, тик ошо доғаны уҡырға кәрәк», – тип, доға ла өйрәткәйнеләр. Тик мин ундай эш менән булышманым. Уң ҡулымдың усы гел янып тора, мин уны һыуыҡ һыуға тығып һыуытып алам.

– Айһылыу, һин улайтырға те-йеш түгелһең! – апайҙың ҡулдарына сабыртып ҡыҙыл таптар сығып йонсота ине, – бына минең ҡулдарымды дауалап ҡара әле!

Айһылыу, өйрәткән доғаны уҡый-уҡый, апайҙың ҡулдарын һыйпаны. Бер нисә көн шулай ҡабатлай торғас, апайҙың ҡулдары тап-таҙа булып, ҡыҙыл таптар юҡҡа сыҡты. Айһылыуҙың ҡулдарында шифалы энергия булыуы тураһындағы хәбәр тиҙ арала ойошма эсендә таралып китте. Заманы шундай ине, төрлө алымдар менән дауалаусылар күбәйеп китте. Джунала уҡып ҡайтҡан Сибай ҡатыны Әминә ханым үҙенә уҡыусылар йыя, тигәнде ишетеп, Айһылыуға ла шунда барырға кәңәш иттеләр. Үҙенең төп эшенән һуң Сибайға йөрөп, Әминә ханымда белемен камиллаштырҙы, экзамендар тапшырып, кешеләрҙе дауалауға танытма алды Айһылыу.

Хәҙер инде эштә берәйһенең башы ауыртһа, йә ҡан баҫымы күтәрелһә: «Ярҙам ит!» – тиҙәр ҙә, уға йүгереп киләләр. «Ҡулдарың шифалы, ҡулдарыңдан рәхәт, ҡулдарыңдан эҫе бөркә”, – тип маҡтай-маҡтай дауаланалар. Ҡайсаҡ етәксеһе лә бүлмәһенә саҡырып, Айһылыу ҡулдарының шифаһы менән файҙалана. Хәҙер ҡыҙ төп эшенә әллә ни әһәмиәт бирмәй, күберәк кеше дауалау менән булыша, йә коллегаларын, йә уларҙың балаларын ауырыуҙарҙан ҡурсалай.

Айһылыуҙың яңы асылған һәләте тураһындағы хәбәр тирә-яҡҡа таралды. Ул төп эшендә ялға сыҡты, ләкин кешеләр өйгә килә башланылар. Мәрт йоҡоһо ваҡытында Айһылыуға әйткәндәр ине: «Ике ҡатлы йортта йәшәрһең, һине күрергә килгән кешеләр баҫҡыс буйлап теҙелеп торорҙар.» Һәм, ысынлап та, ул хәҙер ике ҡатлы йорттоң икенсе ҡатында йәшәй һәм, баҫҡыс буйлап теҙелешеп, уның ҡулдарының шифаһына һуңғы өмөт бағлап килеүселәр тора. Айһылыу был хеҙмәте өсөн хаҡ ҡуйманы, ихлас күңелдән ауыл күстәнәсе тотоп килһәләр генә алып ҡала, йә банкаға тинлектәр һалдыра.

Бер ваҡыт төшөндә мәрт йоҡоһондағы фәрештәләр килеп:

– Доға уҡы, доға уҡы!!! – тип өйрәтеп киттеләр. Айһылыу, ризаһыҙлыҡ белдереп: «Былар нимәгә һаман миңә бәйләнәләр әле, мин доғаһыҙ ҙа дауалай алам, ҡулдарымдың шифалары тейеп тора бит кешеләргә», – тип уйланы. Ә фәрештәләре уны дингә саҡырып, Ҡөрьән уҡырға ҡушҡандарҙыр, быны ул һуңлап ҡына аңланы. Ҡөрьән тотоп, доғалар уҡып ултыра торған замандар етмәгән ине шул, бар халыҡ дини яҡтан зәғиф ине.

Айһылыу эшкә осоп бара, осоп ҡайта, аяҡтары ергә тейә, әллә юҡ, үҙенең кешеләргә ярҙам итә алыуына күңеле шулай уны һауаға, юғарыға күтәрә кеүек. Эш урынында кешеләрҙе дауалай, уларға ҡулдарының шифаларын бүләк итә.

Бер ваҡыт дауаланырға ауылдан оло ғына апай килде. Айһылыу уның башына ҡулын ҡуйҙы ла:

– Апай, һеҙ аҡса тураһында түгел, ауырыуығыҙ тураһында уйлағыҙ. Ҡурҡмағыҙ, мин һеҙҙән аҡса алмайым, сөнки һеҙҙең биш һумығыҙ ғына бар, – тине.

Апай аптырап китте:

– Һеҙ кешенең уйҙарын да уҡый беләһегеҙ икән. Эйе, бына биш һум, ал инде, балаҡайым, был ҡалала ҡыҙым йәшәй, юлға аҡсаны унан алырмын әле.

– Юҡ, юҡ, мин һеҙҙе былай ғына дауалайым, – тип, аҡсаларын кире кеҫәһенә тығып, тынысландырып сығарҙы был апайҙы.

Айһылыуҙың даны сит өлкәләргә лә таралды. Бер ваҡыт еңел сит ил машинаһына ултырып Ырымбур өлкәһенән ҡаҙаҡ ғаиләһе килде. Өс йәшлек балаларын алып килгәндәр, һөйләшмәй икән. Малай йүгереп йөрөй, ишетә, аңлай, ләкин һөйләшмәй. Айһылыу уны саҡырып алды, иғтибар менән ҡарағас:

– Бала нимәнәндер ныҡ итеп ҡурҡҡан бит, – тине. Үҙе уны ике ҡуллап тотоп, алдына тубыҡланып ултырҙы. Күҙҙәренә текләп ҡарап:

– Йә, атай, тип әйт әле, – тине. Бер береһенә текләп ҡарап, күҙҙән– күҙҙе лә алмай ҡарашып, оҙаҡ торҙо был икәү. Баланың күҙҙәре Айһылыуҙың күҙҙәренә ингән кеүек тойолдо. Яйлап ҡына малай өндәр сығара башланы. Айһылыу, ҡулдары менән һыйпап, үҙе белгән доғаны уҡып, тағы шул һүҙҙе ҡабатларға ҡуша. Малай бер ҡайҙа китергә лә маташмай, Айһылыу алдында ҡыбырламай тик тора. Ә атаһы быларҙан күҙен алмай, һәр хәрәкәтте күҙәтеп ултыра. Шул саҡ Айһылыу:

– Әйҙә, ҡысҡырып тороп: «Атай!» – тип әйт әле! – тигәйне, малай ҙа:

– Атай!!! – тип ҡысҡырып ебәрҙе. Атай кеше ултырған урынынан һикереп тороп балаһын ҡосаҡлап, ҡыуанысынан илап ебәрҙе.

– Бына, – тине ул, тышта тәҙрә тапҡырында ултырған матур машинаға күрһәтеп, – был – һеҙгә бүләк булыр!

– Юҡ, юҡ, беҙгә машина кәрәкмәй, уны йөрөтөргә танытмабыҙ ҙа юҡ, – тип, Айһылыу машинанан баш тартты. «Нимә бирһәк тә алмаҫ был», – тип уйлағандарҙыр, үҙҙәре ҡайтып киткәс, ҙур дебет шәлде йәшереп киткән ерҙәренән табып алдылар. Редакцияға барып, Айһылыу тураһында һөйләгәндәр, һуңғараҡ «Тылсымлы ҡуллы Айһылыу» исемле мәҡәлә донъя күрҙе.

Ошонан һуң дауаланырға теләп килеүселәр һаны ҡырҡа артып китте. Ә Айһылыуға эшкә лә йөрөргә, өйҙә ире менән балаһын да ҡарарға, кешеләрҙе лә дауаларға, шул уҡ ваҡытта Мәскәүҙә юғары белем алыу өсөн сессияларға әҙерләнергә лә кәрәк. Фәрештәләрҙең ҡушҡанын үтәмәй, Аллаһ һүҙҙәрен ҡулланмай, дауалау алдынан һәм аҙағынан таҙарынып, үҙендә яңы энергия тупланғанын көтмәй, уны ныҡ исрафлап, үҙен сикһеҙ көс эйәһе итеп тоя башлаған Айһылыуға сик ҡуйылды. Уның тамағы кибеп, һыуҙы күп эсә, ябыға башланы. Яратҡан ҡолон тура юлға баҫтырыу өсөн, Аллаһ уны тағы бер һынау алдына килтереп баҫтырҙы. Ауырый башлағас, Айһылыу кешеләрҙе ҡабул итмәй, уларға ярҙам итә алмай, ҡулдарының да көсө кәмене, уйҙарҙы ла уҡый алманы. Хәҙер инде, Аллаһтың үҙенә биргәндәренә риза булып, шөкөр итеп, бер Уға ғына ғибәҙәт ҡылып, юлында осрағандарға үҙенең йылыһын, күңел һәм иман байлығын таратып, һәр көнгә ҡыуанып йәшәй Айһылыу апай.

 

Айһылыу Сәләхова, Сибай ҡалаһы

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


Сәфәргә сыҡҡанда

«Аллааһу әкбәр» (3 ҡабат). Мәғәнәһе: «Аллаһ Бөйөк!» «Сүбхәәнәл-ләҙии сәххара ләнәә һәәҙәә үә мәә күˊннәә ләһүү мүҡриниин. Үә иннәә иләә ра́ббинәә ләмүнҡалибүүн». Мәғәнәһе: «Беҙгә быны буйһондорған Аллаһ кәмселектәрҙән Пак, сөнки беҙҙең быға көсөбөҙ...


Милли кейем

Милли кейем – ул халҡымдың Сағылышы, йөҙө. Оҫта ҡулы, көс-ҡеүәте, Сәсәнлеге, һүҙе. Ҡыҙҙарының гүзәллеге, Ир-атының сәме. Ағинәйҙәр аҡылы ла, Аҡһаҡалдар ғәме. Милли кейем – ул халҡымдың Ҡабатланмаҫ йәме. Бал, ҡорото, сәксәгенең, Ҡымыҙының тәме. Меңдәр янында танытҡан Рух...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ вафатынан һуң унан ниҙер һорарға яраймы? Әгәр юҡ икән, мәүлит ваҡытында нәзмдә: «Йә Рәсүлүллаһ, ишфәнә йәүмә ннүшүр (Эй Аллаһ Илсеһе ﷺ! Ҡиәмәт көнөндә беҙҙең өсөн шәфәғәтсе бул)», – тип уҡыла торған һүҙҙәр нимә аңлата? Пәйғәмбәребеҙҙән ﷺ фанилыҡта ла һорарға...


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт...»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөков тураһында хәбәрсебеҙ Светлана Әбсәләмованың «Әхирәттә кәрәгер ғилемде өйрәнегеҙ!..» исемле мәҡәләһен «Әс-Сәләм» гәзитенең 2024 йылдың август һанында баҫып сығарғайныҡ. Былтыр Йылайыр тарафтарына юл төшкәс, Фазылйән әүлиәнең улдары Ҡаһарман һәм...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Донъялағы иң боронғо ҡалаларҙың береһе – Сәмәрҡәндтең иҫтәлекле урындары менән танышып сыҡҡас, изге сәфәребеҙҙе ойоштороусы диндәштәребеҙ беҙҙе Бохара яғына алып сығып китте. 255 саҡрым юлды дүрт сәғәттә уҙҙыҡ.   Сал тарихлы төйәккә аяҡ баҫҡанда, дөм ҡараңғы төн ине, шуға ҡарамаҫтан,...