Шөкөр донъя

Шөкөр донъя

Шөкөр донъя

Ҡәҙер кисәһен күрҙек

Рамаҙан айының бер изге төнөндә бәхетлеләргә күк ҡабағы асылыр, ти. Ҡайһы берәүҙәргә күренеүе мөмкин. Әхирәтем Мәрфүғә менән серле мөғжизәнең тере шаһитыбыҙ. 1971 йыл. Беҙ, ике әхирәт, ике студентка, йәйге каникулға ҡайтҡанбыҙ. Һағындырылған. Икәүләп кенә һил урам буйлап атлайбыҙ. Сәғәт төнгө ун ике самаһы булғандыр. Сөнки, мин өйгә ҡайтып ингәндә, төнгө беренсе ярты ине. Үҙ-ара серләшеп туйғас, ҡайтыу яғына ыңғайланыҡ. Төн иҫ китмәле йылы, һауаһы һулап туймаҫлыҡ тәмле. Хатта еле лә йомшаҡ (Бындай билдәләрҙең Ҡәҙер кисәһенә хас икәнен мин йылдар үткәс кенә беләсәкмен). Ҡапыл тирә-яҡты сағыу яҡтылыҡ сорнап алды. Ни булды икән, тип күккә күҙ һалһаҡ!.. Сағыу нур күк йөҙөн иңләп һуҙылған. Ҡараш үҙенән-үҙе ергә күсә. Ә ерҙә!.. Һәр бер ваҡ таш, һәр бер һалам бөртөгөнә ҡәҙәр асыҡ күренә. Шуныһы йәл: “Ләә иләәһә иллаллаһ” тип күңелдән әйтеп өлгөрҙөм, башҡа теләктәрҙе әйтеп өлгөрмәнем. Унан һуң был серле күренеш нисәлер секунд араһында ғына булып алды. Ҡараңғылыҡ япмаһында ҡалғас ҡына, беҙ иҫебеҙгә килдек. Тура Мәрфүғәнең өйөнә йүгерҙек. Уның әсәһе Хәдижә еңгә, күпте кисергән ағинәй булараҡ, күргәндәребеҙҙе энәһенән-ебенә тиклем һөйләтеп алды. Шунан үҙ алдына һөйләнгәндәй итеп, һығымта яһаны: “Ҡайһы берәүҙәр төндәр буйы көтөп ултырһалар ҙа, Ҡәҙер кисен күрә алмай. Күмәк кеше ултырһа ла, береһе күргәндә, икенсеһе күрмәй. Аллаһтың хикмәте: һеҙ икегеҙ бергә күргәнһегеҙ, бәхет-сәғәҙәткә юлығырһығыҙ…” Уның әйткәне фәрештәләрҙең, амин, тигән мәленә тура килгәндер. Ҡайһы бер тиңдәштәребеҙ күңел асыу юлын һайлағанда, беҙ икебеҙ ҙә тырышып-тырмашып белем эстәнек. Педучилищены тамамлағас, мин юғары белем алыуға өлгәштем. Икенсе өлкәлә эшләргә мөмкинлек булғанда ла, ике әхирәт һайлаған һөнәребеҙгә тоғро ҡалдыҡ. Таныш ҡыҙҙар, туғандар араһынан ҡыҙҙарҙың бәғзеләре оҙон аҡса, бай йәмәғәт эҙләп, сит яҡтарға юлланды. Ара-тирә генә тыуып-үҫкән яҡтарына ҡайтып әйләнделәр. Береһенең, һәр кис ҡайны кешенең аяҡтарын йыуам, тип һөйләгәндәрен ишеткәнем булды. Ә беҙ иһә, тыуған еребеҙҙә, үҙ милләтебеҙҙең егеттәре менән ғаилә ҡороу, балалар үҫтереү бәхетенә кинәндек. Ҡыҫҡаһы, төшкән еребеҙгә таштай баттыҡ. Олоғайған көндәребеҙҙә йәмәғәттәребеҙ менән бергәләшеп, олатай, өләсәйҙәр ролендә балдан, шәкәрҙән татлы ейән-ейәнсәрҙәребеҙҙе тәрбиәләшәбеҙ. Ҡалған ғүмеребеҙҙә лә балаларҙан йылы мөғәләмә, иғтибар күрергә насип итһен.

Намаҙға баҫыр алдынан һалҡын һыу менән ҡойондом

Үҙем килен булып төшкән Сораман ауылында 1973 йылдан бирле ғүмер кисерәбеҙ. Егерме йыл самаһы ғәҙәттәге тормош менән, ағым ыңғайына йәшәлде…

Был фани донъяла берәй эш сәбәпһеҙ-ниһеҙ ғәмәлгә ашырыламы икән. Студент саҡтан баш ауырыуы менән яфаландым. Олоғая төшкәс, ул көсәйә генә барҙы. Бәҫтән таймаҫ борон, һаулыҡты нығытыу зарурлығы килеп тыуҙы. Кире осраҡта эштәр хөрт. Ныҡлы ҡарарға килеп, иртә-кисен һалҡын һыу менән ҡойоноуҙан башлап ебәрҙем сынығыу процедураһын. Биҙрәләргә һыу тултырғанда, тәнемә сихәт, йәнемә дауа бир, тип теләһәм дә, әйткәненде һыуҙың үҙенә һеңдереү тураһында мәғлүмәтте бөтөнләй белмәй инем. Әлегә октябрь айында өйҙә башлаған ҡойоноуҙы тышҡа күсерҙем. Көн һайын, иртәнге сәғәт 6-ла ялан аяҡ ҡар өҫтөнә баҫып ҡойоноуҙы ғәҙәт итеп алдым. Өйгә кергәс, физик күнекмәләр яһарға ихтыяж килеп тыуҙы. Шулай итеп, көн һайын иртәнсәк ҡойоноу, аҙнаһына бер тапҡыр ураҙа тотоу, физик күнекмәләр минең төп ярҙамсыларыма әүерелде. Ләкин эсемде бошорған нәмә лә күҙәтелде: тәнемдең асыҡ өлөштәренә ҡысыу һымаҡ нәмәләр ҡалҡып сыҡты. Шик-шөбһәгә бирелмәйенсә, эшемде дауам иттем. Әлхәмдүлилләһи шөкөр, кәйефтәр күтәренке, һаулығым да яҡшы яҡҡа үҙгәргәндәй. Осоп тигәндәй йөрөйөм. Ошо урында нөктә ҡуйырға мөмкин ине лә бит. Хәл-ваҡиғалар кинәт икенсе йүнәлеш алды.

Әҙәм балаһының ғүмер миҙгелендәге күңелкәйе сәхрәләге яңғыҙ ағасҡа эләгеп, көслө ел ыңғайына әйләнгеләгән ҡаурый төҫлө, һәр ваҡыт үҙгәреп тороусан. Ҡышҡы иртәләрҙең береһендә (мин ул ваҡытта һалҡын һыу ярҙамында сынығыу өҫтөндә эшләй инем), ҡулдарымды күтәреп теләктәр теләгәндә, уларҙы ғәрәпсә әйтергә тигән уй башҡа килде. Артабан намаҙ уҡығанда уҡыла торған сүрәләрҙе өйрәнеү ихтыяжы килеп тыуҙы. Нәҡ шул ваҡытта оло ғына йәштәрҙәге бер ҡатын Силәбе өлкәһенән беҙгә ҡунаҡҡа килгәйне. Белемлегә һанапмы, әллә һынапмы тигән кеүек, минән намаҙ уҡыу тәртиптәрен яҙып биреүҙе һораны. Китаптан ҡарап, ҡунаҡтың үтенесен ҡәнәғәтләндерҙем. Тик шул тиклем уның алдында уңайһыҙлыҡ кисерҙем. Сөнки, намаҙҙың тәртибен тейешле кимәлдә белеп еткермәйем. Етмәһә, өс йыл инде, ваҡыт бүлә алмай ҡаңғырам. Бирәм тигән ҡолона – сығарып ҡуйыр юлына, тип, юҡҡа әйтелмәй икән.

Дауаханала ятамын. Ни күрәмен: өлкән йәштәге бер ҡатын ихласлап намаҙға эйелә. Уның менән танышҡас, үҙ-ара ихласлап аралаша башланыҡ. Ахун ауылынан Хөбәйбә исемле әбей ине. Ике арала һүҙҙәр тиҙ беректе. Төндә ул минең һорауҙарыма сабыр ғына яуап бирә: “Дөрөҫ итеп тәһәрәтләнгәс, Аллаһу Тәғәләнең ризалығы өсөн намаҙға эйеләләр. Һинең һымаҡ эш кешеһенең һәр минуты иҫәпле. Үҙ мәлендә намаҙға өлгөрмәһәң, һуңынан ҡаза ҡылырға, йәғни, аҙаҡ уҡырға мөмкин. Юлға сығырға тура килһә, фарыздарын ҡыҫҡартып уҡыйһың. Шуны аңларға тырыш: намаҙ мәлендә әҙәм балаһы Шәфҡәтле Заттың илаһи нурына ҡойона. Эштәрең дә еңел атҡарылыр. Хөбәйбә әбейҙең һүҙҙәре миңә ҡанат ҡуйҙымы ни! Тырышып-тырмашып белем эстәйем. Күрше палатала ятҡан элекке уҡытыусыға ярҙамлашам. Апай туҡтауһыҙ уфтана: “Ҡартайғансы мәктәп эшенә әүрәп йөрөнөм дә ҡуйҙым. Ғүмер шулай үтеп бара. Һинең һымаҡ йәшләй дингә ылыҡһам, хәҙер былай ыҙа сикмәҫ инем”. “Ҡолаҡтарығыҙ ишетә бит әле, магнитофон, дини кассета алдырығыҙ”, – тип кәңәш итәм. Уға ярҙам йөҙөнән балалары менән кәңәшләшеп, магнитофон, дини кассета алдырҙыҡ. Сүрәләрҙең илаһи моңо аҫтында тәүге тапҡыр иҙрәп йоҡоға талдым, тип ҡыуанды. Балалар йортонан килгән сирле малайҙы ла үҙ ҡарамағыбыҙға алдыҡ. Сүрәләрҙе өйрәнеүгә, уларҙы ятлауға бар ваҡытын арнаны. Аллаһу Тәғәлә ризалығы өсөн, ислам диненең аҫыл бағанаһының икенсеһе – намаҙға 1993 йылдың 15 мартында тәүәккәллек ҡылдым. Әйтеүе генә анһат: ҡояш сығырҙан алда тороу, ваҡытты дөрөҫ бүлә белеү тәүҙә шаҡтай ауырлыҡтар тыуҙырҙы.

Етмәһә, тап шундай саҡтарҙа кеше килеп инә. Дөрөҫ итеп тәһәрәтләнеп, Аллаһ ризалығы өсөн көндәлеккә биш тапҡыр ҡылынған ғибәҙәт оло ҡәнәғәтләнеү тойғоһо бирә. Ғалимдар билдәләүенсә, намаҙ уҡығанда, кеше реаль тормоштан ситләшә һәм йоҡа донъя менән бәйләнешкә инә. Уның баш мейеһе яңы тыуған сабыйҙыҡы һымаҡ була. Был ваҡытта нейрондар араһында ыңғай бәйләнеш тыуа һәм ауырыу тыуҙырыусы сәбәптәр юҡҡа сыға, тиелә. Минең өсөн иң мөһимен дә әйтеп үтәйем: өҫтөмдәге ҡара япма, көндән-көн кесерәйеп, бер мәл ул бөтөнләй юғалды.

Мәрхүмә Ғәтиә әбейҙең ҡасандыр һөйләгәне буйынса, иман ҡалҡаны булыу менән бергә, намаҙҙың, ысынлап та, йән-тән өсөн дә сихәте бар. Һөҙөмтәлә, уның сырхау-фәләнгә артыҡ бирешмәй, хатта, 96 йәшендә ауылындағы Пәйғәмбәр тауына күтәрелеп, уның түбәһе өҫтөнә ерләнгән әүлиә ҡәберенә зыярат та ҡыла алыуының сәбәбе хәҙер аңлашыла.

(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)

Зөбәйҙә Ҡәләмова

2026-06-01 (Зөлхизә, 1447 йыл.) №6.


Яулыҡ ябыныу − күркәм ғәҙәт

Беҙ бәләкәйҙән ишетеп үҫкән «Ағас күрке – япраҡ, кеше күрке − сепрәк» тигән мәҡәл кейемде нисек һайларға кәрәк икәнлеген өйрәтә. Кейем-һалым ҡиәфәтеңә килешле лә, уңайлы ла, өҫ-башыңды ҡапларға ла тейеш. Ә инде мосолман ҡатын-ҡыҙы матур кейенеп кенә ҡалмай, башын да ҡапларға тейеш икәнлеген һәр кем...


Хәсән Басри тураһында ҡиссалар

Шәкерткә ярҙам итеүҙең файҙаһы Көндәрҙән бер көндә Хәсән Басри болонға сыҡты. Бер оло һыу ситендә туҡталып ҡарап тора ине, күрҙе: бер баҡа, бер күгәүенде арҡаһына мендереп, ҡайҙалыр китеп бара. Хәсән Басри ҡарап торҙо ла: «Был күгәүен ҡайҙа барыр икән?» – тип, артынан китте. Күгәүен бер ағас...


«Хажда үҙеңде Аллаһ ҡаршыһында итеп тояһың...»

Изге ерҙәрҙә оло хаж ғибәҙәтен имен-аман үтәгән мосолмандар төркөм-төркөм булып тыуған яғына ҡайта башланы. Бөгөн телевидение һәм радио журналисы, йәмәғәт эшмәкәре, ике тапҡыр изге ерҙәрҙә булып хаж һәм ғөмрә ғәмәлдәрен үтәп ҡайтҡан Морат Нәжип улы Лоҡманов менән ошо оло яуаплылыҡ талап иткән...


Ирем өйҙә ҡунмай

Тормош иптәшем һуңғы ваҡытта әсәһе менән өләсәһенә күп иғтибарын бүлә. Шуға күрә мин үҙемде икенсе планда һымаҡ тоям. Ул шундай мөнәсәбәтте улар алдындағы яуаплылыҡ менән аңлата: атаһы вафат булғас, әсәһе яңғыҙ ҡалды, улар ярҙамға мохтаж, ти. Хәҙер ирем төнөн өйҙә ҡунмай, өй, балалар – барыһы...


Тәһәжжүд намаҙы доғаһы

Ибне Ғәббәстең әйтеүенсә (шаһитлығынса), төндә тәһәжжүд намаҙына торғанда, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ ошо доғаны уҡыған: «Аллааһүммә ләкәл-хәмдү әнтә ҡаййимүс-сәмәәүәәти үәл-арды үә мән фииһиннә үә ләкәл-хәмдү әнтә нуурус сәмәәүәәти үәл-арды үә мән фииһиннә үә ләкәл-хәмдү әнтә...