Еңеүселәр билдәләнде!

Еңеүселәр билдәләнде!

Алдағы һандарҙа Ҡөрьән уҡыу буйынса «Бәхет» онлайн-мәктәбе (етәксеһе Ләйсән Бәхтиева) үткәргән ғәрәп каллиграфияһы буйынса уҙғарылған конкурс тураһында хәбәр иткәйнек инде. Ошо көндәрҙә бәйгегә йомғаҡ яһалды һәм конкурста еңеүселәр билдәләнде.

 

Ойоштороусылар әйтеүенсә, Ҡөрьәнгә һәм Исламға һөйөү тәрбиәләү маҡсатында уҙарыл-ған был бәйгегә өлкәндәр но-минацияһына – 21, балалар номинацияһына 6 эш тәҡдим ителгән. Ҡатнашыусылар геогра-фияһы ғәйәт киң: Башҡортостан матур яҙыу оҫталарынан тыш, Мәскәү өлкәһе, Ҡабарҙы-Балҡар, Татарстан республикалары, Кисловодск, Волгоград ҡалалары, Ханты-Манси автономия өлкәһендәге Мегион ҡалаһынан ҡатнашҡандар. «Конкурсҡа тәҡдим ителгән һәр эш Аллаһу Тәғәләне, Пәйғәмбәребеҙҙе ﷺ, гүзәл динебеҙҙе иҫкә төшөрөүе менән әһәмиәтле», – ти мөғәллимә Сафия Ғәзетдинова.

Ғәрәп каллиграфияһы конкурсы еңеүселәре:

Өлкәндәр номинацияһында

1-се урын – Алһыу Яҡупова (Татарстан)

2-се урын – Нурзидә Ишалина (Ишембай ҡалаһы), Земфира Абдуллина (Әбйәлил районы)

3-сө урын – Жанета Канамготова (Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһы), Рената Әмерханова (Мәскәү өлкәһе)

Балалар номинацияһында:

1-се урын – Гөлшат Нәбиева (Өфө)

2-се урын – Ләйсән Нәбиева (Өфө), Әнүәр Яҡупов (Татарстан)

3-сө урын – Лилиә Нәбиева (Өфө)

           «Әс-Сәләм» гәзитенең махсус призына Ғафури районынан Зилә Аҡбашева лайыҡ булды.

Конкурста ҡатнашҡан эштәрҙе гәзитебеҙҙең 2-се, 5-се, 10-сы, биттәрендә күрергә мөмкин.

 

Зөлфиә Ханнанова

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Күгәрсен төбәгендәге Әүлиә тауы

Халҡым борондан тәбиғәтте һаҡлаған. Тау, һыу, ағас, йәнлек, ҡош-ҡортһоҙ тормошто күҙ алдына ла килтерә алмаған. Изгеләштергән дә. Ислам дине инә башлағас та, был ғәҙәт дауам итеп, ата-бабаларыбыҙҙың ҡайһы бер йолалары әле лә йәшәп килә. Мәҫәлән, тау культы. Ҙурмы, бәләкәйме, иң мөһиме, ғәҙәттә,...


Кетерҙәк тәмлекәс

200 гр. көнбағыш майы (һалҡын булһын) 200 гр. һалҡын һыу. 2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо 1 сәй ҡалағы тоҙ   Ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, эслекте әҙерләгәнсе, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Эслеккә төрлө нәмәләр һалырға була (мәҫәлән, туралған алма, фарш менән картуф) Иң тәмлеһе тоҙло кәбеҫтә....


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...


Ғаилә – көрәш майҙаны түгел!

Хөрмәтле редакция! Мин Өфө ҡыҙы, Мәскәү ҡалаһындағы юғары уҡыу йортонда белем алам. Һеҙгә ошондай һорауым бар ине: Изге Ҡөрьәндең «Ән-Ниса» сүрәһендә ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙан өҫтөнлөгө тураһында әйтелә. Эйе, тәү ҡарашҡа, ир-егеттәр – лидер. Улар көслө, ҡыйыу. Әммә ошо...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...