Мәрт мөғжизәләре

Мәрт мөғжизәләре

Уяныу

...Тирә-яҡта бөтә нәмә, әле генә Айһылыу күргән донъя менән сағыштырғанда, төҫһөҙ, уңған кеүек ине. Аяҡ-ҡулында системалар, өҫтөндә аҡ япма. Тороп ултырҙы ла, үҙендәге энәләрҙе һыпырып алып ташланы, уларҙан бөтөнләй ҡан да сыҡманы. Реанимация бүлмәһендәге күршеһе:

– Эй, нимә эшләйһең һин, теймә, теймә, ят, ят! – тип, ҡыҙҙы тынысландырырға тырышты, үҙе кнопкаға баҫып, шәфҡәт туташтарын саҡырҙы. Улары йүгерешеп килеп инделәр, табип та килеп етте. Барыһы ла ҡырҡ көн буйы ни тере, ни үле булмаған ҡыҙҙың ҡапыл уянып тороп ултырыуын мөғжизә итеп ҡабул итте.

Табип шунда уҡ, Айһылыуҙың үҙ аҡылындамы икәнлеген тикшереү маҡсатында, төрлө һорауҙар яуҙыра башланы:

– Фамилияң нисек?

– Балаңдың ауырлығы күпме?

– Ирең ҡайҙа?

– Ҡайҙа йәшәйһең?

Айһылыу бөтә һорауҙарға ла теүәл итеп яуап бирҙе. Унан:

– Миңә Ҡөрьән кәрәк! – тип барыһын да аптырашта ҡалдырҙы.

– Ниндәй Ҡөрьән?

– Тиҙерәк миңә Ҡөрьән бирегеҙ, ер өҫтө тулы шайтан, фәрештәләр беҙҙе күреп торалар, – Айһылыу әле генә үҙе булған донъя тураһында һөйләй башланы. Бүлмәләгеләр, Айһылыуҙың үҙ аҡылында булыуына шикләнеп, бер-береһенә ҡарашып ҡуйҙы.

– Ауырыуҙы кейендерегеҙ ҙә, минең кабинетҡа килтерегеҙ... Һин үҙең атлай алаһыңмы һуң? – китергә уҡталған табип Айһылыуға һорау бирҙе.

– Әлбиттә!

Айһылыу, үҙен оҙатып килеүселәрҙең ҡыҙыҡһыныусан да, аптыраулы ла ҡараштарынан ҡотолорға теләп, табип менән икәүһен генә ҡалдырыуҙарын үтенде.

Ҡыҙға иғтибарлы ҡарап, табип:

– Йә, нимә булды? Нимәләр күрҙең? – тип һораны.

– Төҫлө нәфис фильм күрҙем. Фәрештәләр менән осраштым, ен-шайтандарҙы күрҙем, Ҡөрьән уҡыным. Ағай, миңә Ҡөрьән килтерегеҙ әле. Ошо яҡта мәсет булырға тейеш, шунда шкафта туҙан эсендә Ҡөрьән китабы ята, тинеләр миңә. Мәсеттең ишеге бикләнмәгән, – тип мәсет яғын күрһәтте Айһылыу...

Табип бер ҡашын йыйыра, бер ҡыҙға аптырап текләй ҙә... баяғы һорауҙарын ҡабатлай:

– Йә, балаңдың ауырлығы күпме? Ҡайҙа уҡының? Ҡайҙа, кем булып эшләйһең?

Айһылыу бөтә һорауҙарға ла дөрөҫ яуап бирә. Ахыры, шикләнерлек нәмә тапмағас:

– Йә, ҡыҙым, һөйлә әле, нимәләр күрҙең?

Айһылыу бөтә күргәндәрен һөйләй башланы. Ике сәғәт буйы, ҡулдары менән башын ҡыҫып, аптырап та, ғәжәпләнеп тә тыңланы табип уны.

– Эй, балаҡай, миңә етмеш йәш, бынан егерме йыл элек тә бер ҡатын мәрттә булып, һин күргәндәрҙе күрҙем, тип һөйләгәйне. Һин быларҙы бер кемгә лә һөйләмә, барыбер аңламаҫтар. Башы эшләмәй бының, тип әйтерҙәр. Ә Ҡөрьәнде мин һиңә алып килә алмайым, белеп ҡалһалар, мине эштән ҡыуасаҡтар, – тине.

– Ике-өс көн беҙҙә ятып тор ҙа, өйөңә шылтырат, һине килеп алһындар, – тип ҡыуандырҙы табип Айһылыуҙы. Ҡыҙ апайына шылтыратты. Һеңлеһенең тауышын ишетеп, шатланып китте уныһы, ике көндән килеп етергә вәғәҙә бирҙе.

– Апай, барыһы ла һәйбәт, тик һин миңә Ҡөрьән алып кил! – тип аптыратты Айһылыу апайын да.

– Ниндәй Ҡөрьән?! – тип ҡаты ғына һорап ҡуйҙы апайы.

– Апай мин Ҡөрьән уҡый беләм, фәрештәләрҙе, ен-шайтандарҙы күрҙем! – Ҡыуанысы менән уртаҡлашырға ашыҡты ҡыҙ.

...Ике көндән Өфөгә килеп етте апайы, әммә Айһылыуҙың һаман Ҡөрьән таптырыуын тыңлап та тормайынса, табипҡа инеп китте. Сыҡҡас:

– Юҡ, һеңлем, һин әле шәбәйеп бөтмәгәнһең, дауалана бир, бына һиңә күстәнәстәр... – Айһылыуҙың ҡулына нимәлер тотторҙо ла, ҡалдырып ҡайтты ла китте.

Өйгә ҡайтып ҡәҙерле балаһы менән осрашырға тип хыялланған Айһылыу, апайынан тороп ҡалғас, иланы ла иланы. Уның хәлен аңлаған табип был хәлдән сығыу юлын үҙе тәҡдим итте:

– Һинең ҡағыҙҙарыңда ауырыуың тапҡырында һыҙыҡ торор, бер кем дә шикләнмәҫ һинең һау-сәләмәт булыуыңда. Ә ауылыңа үҙең ҡайтырһың. Юл хаҡы күпме тора?

– Плацкарт вагонда бер урын ете һум илле тин...

– Мин һиңә ун ике һум аҡса бирәм. Ҡайтарырға уйлаһаң, бына адрес, – тине.

Шулай итеп, дүртенсе көн тигәндә Айһылыу поезд менән ауылға ҡайтып төштө. Өйгә инде, сәңгелдәктә бала тирбәлә, үҙенең карауатына ҡарап ебәрһә, унда "Һәфтиәк" исемле китап ята. Шул саҡ Айһылыуҙың иҫенә Ҡөрьән уҡытҡан кешенең һүҙҙәре килеп төштө:

– Өйөңә ҡайтҡас, һинең карауатыңда "Һәфтиәк" китабы ятыр. Һин шуны уҡырһың...

Айһылыу ашығып китапты ҡулына алды, асып уҡырға маташты, тик бушҡа ғына, хәрефтәрҙе бөтөнләй таныманы. Уҡый алманы ул был ҡәҙерле китапты.

– Әсәй, мин бит тегендә Ҡөрьән уҡығайным, өс көн эсендә апа-йым алып килһә, онотмаған булыр инем, бына хәҙер мин уны уҡый алмайым, – тип күҙҙәренә йәш алды ҡыҙ.

Әсәһе лә, өйҙәге башҡалар ҙа, ҡыҙҙы йәлләнеләр, оҙаҡ ауырыуҙан башына зәғифлек килгәндер, тип уйланылар. Уларға Айһылыу теге донъянан ҡайтып, һаташып йөрөгән кеше кеүек тойолдо. Һәм ҡыҙ, ҡайтыр алдынан табиптың, бер кемгә лә был турала һөйләмә, юғиһә һине иҫәрҙәр йортона ябырҙар, тигән һүҙҙәрен иҫкә төшөрөп, үҙ эсенә бикләнде.

Тағы балаһы менән айырылыуҙан ҡурҡып, башҡаса бер кемгә лә һөйләмәне.

Бары илдә дингә ҡараш үҙгәреп, үҙе лә дин юлына баҫҡас ҡына, күп йылдар күңелендә һаҡлап йөрөткән серҙәрен яйлап ҡына кешеләргә аса башланы...

 

 

Айһылыу Сәләхова, Сибай ҡалаһы

2026-03-01 (Рамаҙан, 1447 йыл.) №3.


Талут батша һәм Дауыт

Бер ваҡыт Талут ҡунаҡ йыя һәм кейәүе Дауытты ла саҡыра. Ҡунаҡтар таралышҡас, Дауытҡа йоҡлар урынын күрһәтә. Дауыт Талутҡа ышанмай һәм йәйелгән урынға буҙалы ҙур турһыҡты һала ла өҫтөнә юрған ҡаплай, ә үҙе ситкәрәк китеп күҙәтеп тора.   Төн уртаһында Талут килә, Дауытты үлтерергә теләп,...


Нимә ул оялсанлыҡ?

Исламдағы «хая» (оялсанлыҡ) тигән төшөнсә бер ҡасан да кешене насарлыҡҡа этәрмәҫ. Дин ғалимдары әйтеүенсә, хая – ул Аллаһу Тәғәлә алдында йәки кешеләр алдында ғәйеп эш ҡылып ҡуйыуҙан ҡурҡыу сәбәпле, күңелдә тыуған баҫалҡылыҡ, тыйнаҡлыҡ. Был күркәм, юғары әхлаҡи сифат кешенең күңел...


Мәзин олатай

Беҙ бала саҡта ауылыбыҙ менән уны, Мәзин олатайыбыҙ, тип кенә йөрөттөк. Ғәлимйән Абдулла улы 1881 йылда Йылайыр районының Аралбай ауылында мулла ғаиләһендә тыуған. Атаһы Абдулла Аблаевтың өс улы: Ғәлимйән, Ахунйән, Хәкимйән һәм Кинйәбикә исемле ҡыҙы була. Уландары ла, аталарына оҡшап, дин юлын яҡын...


Иремде юғалттым

Ауыр хәлгә дусар булдым – ҡапыл ғына ҡәҙерле иремде юғалттым. Беҙ 30 йылдан ашыу бергә йәшәнек, бер-беребеҙҙе аңлап, пландар төҙөнөк. Барлыҡ хыялдар бер мәлдә өҙөлдө. Артабан нисек йәшәргә икәнен аңламайым.   Р., Колпино ҡалаһы   Дин белгесе яуабы Был донъяға килгән һәр кеше Аллаһу Тәғәлә...


Люля-кебаб

650 г фарш  2 һуған  тоҙ, борос  тәмләткестәр  ләүәш (теләк буйынса)  6-8 ағас таяҡса   Маринадланған һуған:  1 һуған  1 балғалаҡ аш һеркәһе (9 %)   Әҙерләү: Фаршҡа ваҡ итеп туралған һуғанды, тәмләткестәрҙе ҡушып тасҡағыҙ, бер аҙ һуҡҡылап алығыҙ. Һуңынан ярты сәғәткә һыуытҡысҡа...