Апайым

Апайым

Минән ике йәшкә өлкән апайым менән серҙәребеҙ уртаҡ, ҡайҙа барһаҡ та, ул мине ҡурсалап, етәкләп алып йөрөй. Мин әле бәләкәй − ете генә йәш, апайыма − туғыҙ.

 

Беҙгә йыраҡ ҡына туғандарыбыҙ ҡунаҡҡа килде, араларында беҙҙән өлкәнерәк һылыу йөҙлө, ҡара ҡашлы, зәңгәр күҙле, яғымлы ғына малай ҙа бар. Урамда өйөлөп ятҡан бүрәнәләр өҫтөнә ултырып алғанбыҙ ҙа, туғаныбыҙ ҡыҙыҡлы итеп нимәлер һөйләй, беҙ көләбеҙ. Күберәк ул ағай менән апайым һөйләшә, көлөшәләр. Шул саҡ әсәйем сәйгә саҡырҙы, апайым мине кәртә яғына саҡырып, серен систе:

– Айһылыу, ошо ағай бигерәк матур, эйеме, ҡаштары ҡап-ҡара, күҙҙәре зәп-зәңгәр, керфектәре оҙон, ҡуйы, һин күрҙеңме? – ти.

"Малайҙар матур була микән?" – тип уйлайым.

– Әйҙә беҙ уны Таналыҡ йылғаһына саҡырайыҡ, йөҙә белә микән? – ти апайым. Мин риза булдым. Ағай сәй эсеп сыҡҡас, апайым:

– Әйҙә, ағай, һиңә йылғаны күрһәтәбеҙ, унда балыҡтар күп, ялтырашып йөҙөп йөрөйҙәр, – ти. Бергәләп һыу буйына барҙыҡ, көн эҫе, ағайыбыҙ сисенеп һыуға төшөп китте, йылғаны арҡырыһына ла, буйына ла йөҙөп, ҡаршы ярға тиклем дә сығып, кире әйләнде.

– Апай, эҫе бит, әйҙә беҙ ҙә һыуға төшәйек, – тием.

– Кит әле, ошонда, ағай бар ерҙә сисенеп тормайбыҙ инде, әйҙә теге яҡҡараҡ барайыҡ, – тип, арыраҡ алып китте.– Мин дә хәҙер уның һымаҡ ҡаршы ярға тиклем йөҙөп ҡарайым, – ти.

– Апай, һин нисек йөҙәһең, алыҫ бит теге яр!

– Ағайым йөҙә алғас, мин дә үҙебеҙҙең йылғала йөҙә алырға тейешмен!

Апайым мине етәкләп, бәләкәйерәк тау аша төшөп, йылға эргәһенә килдек. Ул сисенеп һыуға төшөп китте, мин йөҙә белмәгәс, ситтә генә һыу эсендә ятам, үҙем апайымдан күҙемде алмайым. Ул тәүҙә шәп итеп йөҙөп барҙы, яйлап аяҡтары менән һыуҙы сәпелдәтеүенән хәле бөтә башлағанын һиҙеп торам. "Апайым батып ҡына үлә инде!" – тигән уй мейемдә ҡайнай.

– Ағай, ағай!!! – тип, әллә ҡайҙа ҡалған ағайымды саҡырам, тауыш-тын юҡ. Башҡа ерҙән ярҙам көтөп булмағас, үҙем апайыма ҡаршы барам. Бына һыу тубыҡтарыма етте, апайым ах та ух килеп, саҡ-саҡ йөҙөп килә.

‒ Апай, әҙ генә ҡалды, әйҙә, әйҙә, апаҡайым, бирешмә!!! ‒ үҙем тағы ла һыуға тәрәнгәрәк инәм, һыу күкрәк тәңгәленә етте, үҙем һаман апайыма ҡысҡырам. Тыным менән тартып алырҙай булып, ҡулдарымды алға һонам:

– Апаҡайым, әйҙә, әйҙә, саҡ ҡына ҡалды!!!

Апайым һыу йота, бите күгәргән, хәле бөттө, аҡтыҡ көсөнә йөҙөп килгәнен бөтә йөрәгем менән тойоп торам.

Тырыша торғас, аяҡтары ташҡа тейҙе, шунда ятып хәл алып, йотҡан һыуҙарын сығарып, төкөрөп, мин ярҙам итешеп, икәүләп ярға сыҡтыҡ.

– Нишләп ағайҙы саҡырманың? – ти был.

– Мин ҡысҡырҙым, ул ишетмәне!

Хәл алып, кейенеп, өйгә ҡайтһаҡ, ағайыбыҙ рәхәтләнеп сәй эсеп ултыра.

Был хәл тураһында беҙ бер кемгә лә һөйләмәнек.

Бик күп йылдар үткәс, минең тыуған көнөмдә ошо апайым:

– Айһылыу һеңлем, мин һиңә бик ныҡ рәхмәтлемен, һин мине үлемдән ҡотҡарҙың, – ти.

– Нисек ҡотҡарҙым? – әллә ҡасанғы был хәл минең иҫемдән дә сыҡҡан ине.

‒ Һин шунда йылға буйында миңә ҡаршы килеп, "Әйҙә, әйҙә, апаҡайым!" – тимәһәң, мин батып үлер инем, сөнки минең шул тиклем хәлем бөткән ине. "Хәҙер мин батып үлһәм, Айһылыуым ҡайта белмәй, аҙашып урман эсенә инеп китер", ‒ тип, мин дә һине уйланым. Бына шул көс мине ярға сығарҙы, һин – минең ҡотҡарыусым! – ошо һүҙҙәрҙе әйтеп, апайымдың күҙҙәре йәшләнде һәм рәхмәт әйтеп, бүләген бирҙе.

 

Айһылыу Сәләхова, Сибай ҡалаһы

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Пәйғәмбәрҙең ﷺ күккә ашыуы

Пәйғәмбәрлектең ун икенсе йылы. Рәжәб айының 22-се төнөндә Ябраил фәрештә, Бураҡ тигән Ожмах атын алып, Пәйғәмбәр ﷺ артынан килә. Мөхәммәд ﷺ, Бураҡҡа атланып, Ябраил оҙатыуында, күҙ асып йомғансы Иерусалимда була. Улар, Мөхәммәд Пәйғәмбәргә ﷺ тиклем үк табыныу урыны булған Әл-Аҡса мәсете янына...


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...


Бәйт әл-Мөҡәддәстең яҙмышы

Бәйт әл-Мөҡәддәсте төҙөп бөткәс, донъяла тиңе булмаған байрам ойошторола. Бик күп ҡорбан салына. Сөләймән, Аллаһу Тәғәләнән бөтә кешеләр өсөн бәрәкәт һорай: «Кем, ошо мәсеткә инеп, Һинең ризалығың өсөн ике рәҡәғәт намаҙ уҡый, ул, яңы тыуған сабыйҙай, гонаһтарҙан пак булып ҡалһын». Ул...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Үҫмер сағымдан тартты мине үҙенә был ил. Тарихи фильмдары, балалар өсөн тылсымлы әкиәттәре менән арбағандыр тәүҙә. 10-11 йәштәрҙә Александр Неверовтың «Ташкент – икмәк ҡалаһы» әҫәрен уҡып сыҡҡас, ҡыҙыҡһыныу тағы ла артты. Тимәк, был илдә муллыҡ, йомартлыҡ бар, тигән һығымтаға...


Шайтан яҙмалары

Аллаһ исеме менән... Һеҙҙең арала Әтиә менән дуҫ булғандар бармы ул? Булһа, әйтегеҙ уға, шул тиклем итеп теңкәмде ҡоротмаһын әле. Бөгөн миңә уның тәртибе һис кенә лә оҡшаманы. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын: «Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ исеме менән башлайым», – ти ҙә торасы. Ул...