ХИКМӘТЛЕ ОСРАШЫУ

ХИКМӘТЛЕ ОСРАШЫУ

ХИКМӘТЛЕ ОСРАШЫУ

Айһылыу, һаулығын нығытыу ниәте менән, Стәрлетамаҡ ҡалаһына санаторийға килде. Ике кешелек бүлмәгә урынлаштырҙылар уны.

 

Килтергән әйберҙәрен, кейем-һалымдарын шкафтарға урынлаштырып, матур яулыҡтарын яҙып элде. Уларҙы өҫ кейеменә төҫө менән тура килтереп ябынырға ярата ул. Әле һылыулығын ташламаған, 50-не үткән ханым бик нәзәкәтле, кешеләр менән дә яғымлы итеп һөйләшә, риза булмаһа, өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күрә, кешеләрҙең күңелен ҡыйырлыҡ һүҙ әйтеүҙән тартына ул. Бүлмәлә бөтә уңайлыҡтар бар, көнөнә биш тапҡыр намаҙ уҡыған кешегә был йәһәттән бигерәк һәйбәт икән, тип уйлап алды ла, тәһәрәтен яңыртып, духә намаҙын уҡып алырға булды.

Ун биш көн бергә йәшәйәсәк күршеһе кем булыр икән, намаҙ уҡыған башҡорт ҡатыны булһа ине, тип уйланды Айһылыу. Бергәләшеп иртән тороп намаҙ уҡырҙар, Ҡөрьән тоторҙар, Аллаһҡа зекерҙәр, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафаға ﷺ салауаттар әйтерҙәр, барлыҡ эштәрен Аллаһ ризалығы өсөн башҡарырҙар, әхирәттәр булып, аҙаҡ та аралашып йәшәрҙәр. Шулай тип хыялланды барлыҡ кешеләрҙе лә үҙе кеүек ябай һәм эскерһеҙ итеп күргән апай.

Ике көн яңғыҙы йәшәгәндән һуң, бүлмәгә бейек үксәле туфлиҙа, сәсен күпертеп бөҙрәләткән, ирендәре, ҡул һәм аяҡ тырнаҡтары ҡып-ҡыҙылға буялған, алтындар таҡҡан, бай икәне әллә ҡайҙан күренеп торған ханым килеп инде. Тәслимә, тип таныштырҙы үҙен. Ул Айһылыуҙан ике йәшкә олораҡ булып сыҡты. Уҡытыусы булып эшләй икән, бик бәхетле йәшәгәне төҫөнә сыҡҡан.

Матур-матур кейемдәрен, биҙәнгестәрен шкафтарға урынлаштыра, үҙен бик һауалы ғына тота. Айһылыу намаҙ уҡырға булғас, ҡырын-мырын ғына ҡарап, ризаһыҙлыҡ белдереп, төҫө боҙолоп китте.

"Мин бында ял итергә килдем, бынауы бүлмәләш ҡатын көн дә таң һарыһынан тороп, тауышланып, тәһәрәт алып, намаҙ уҡып, миңә йоҡо бирмәй, ҡамасаулар инде", – тип уйлап, администраторға китте.

– Мине икенсе бүлмәгә яңғыҙымды урынлаштырығыҙ, йоҡо туйҙырып, ял итергә килдем мин санаторийға, – тине ул дорфа ғына.

– Ғәфү итегеҙ, ял көндәре үтеп киткәс кенә күсергә мөмкин буласаҡ, кәрәкле хеҙмәткәрҙәр ялға китте, – тип яуап бирҙеләр уға.

Ярай, нисек тә ике көнгә сыҙармын, шулай ҙа әйберҙәремде йыя торайым, тип, Тәслимә элгестәрҙә торған кейемдәрен кире сумкаһына йыя башланы.

– Ҡайҙа бараһың, Тәслимә? – тип һорай ҡуйҙы Айһылыу.

– Мин икенсе бүлмәгә күсәм.

– Ниңә?

– Миңә һинең намаҙ уҡыуың оҡшамай.

– Шулаймы ни? Ҡал, Тәслимә, күсмә, мин һиңә ҡамасауламаҫҡа тырышырмын, иртәнсәк намаҙҙы коридорға сығып уҡырмын, – тине мөслимә бик түбәнселекле тауыш менән.

Шулай итеп, ике көн буйы иртәнге намаҙҙарын ҡайҙа буш урын таба, шунда уҡып йөрөнө ул.

Көндөҙҙәрен Айһылыуҙың пакланып, матур яулыҡтарын ябынып, намаҙлығын түшәп, бар ихласлығы менән намаҙ уҡыуын ҡарап ултыра Тәслимә.

– Айһылыу, һин бит заманса ҡатын, әле йәшһең, матурһың, үҙең өсөн йәшәй торған ваҡытың. Әйт әле миңә, аңлат, нимә өсөн намаҙ уҡыйһың һин, тәсбих тартаһың, доғалар ҡылаһың? – тине ул бер көн.

– Матурым, ҡара әле минең күҙҙәремә, дөрөҫөн генә әйт, һинең тоҡомоңда дин юлында булған кешеләр бармы? – тип һорауға һорау менән яуапланы Айһылыу.

– Эйе, әсәйем яғынан намаҙ уҡыусылар бар, ул да намаҙҙа, хатта Ҡөрьән дә уҡый. Атайым мәрхүм дә намаҙҙа булды.

– Тәслимә, һин шундай бәхетлеһең...

– Эйе, минең ике этажлы йортом, етеш донъям, аҡсалы эшем, ҡыҫҡаһы, бөтә нәмәм бар. Ике ҡыҙым да уңышлы кейәүгә сыҡты. Береһе сит илдә, икенсеһе Питерҙа йәшәй, квартира, балалар, уларҙың да барыһы ла бар. Ә һинең тормошоң нисек?

Айһылыу үҙенең бигүк маҡта-нырлыҡ булмаған хәлдәрен бер аҙ бәйән иткәс, күршеһе:

– Бына һинең хәлдәрең шулай булғас, уҡы намаҙыңды. Мин тормошом менән ҡәнәғәтмен, намаҙ уҡымаһам да, бөтә нәмәм етеш. Һин мине ышандыра алманың намаҙ уҡыуҙың кәрәклегенә, – тине эре генә.

Был һүҙҙәр Айһылыуҙы шаҡ ҡатырҙы, нимә тип әйтергә лә белмәне, уйға батты. Ә Тәслимә, бер ни булмағандай, күлдәктәрен алмаштырып, тырнаҡтарын буяп, кеше араһына сығырға әҙерләнә башланы.

– Ирең юҡмы әллә һинең, кем өсөн шулай биҙәнәһең, – тигәс:

– Бар минең ирем, ул мине бында килтерҙе бит. Көн дә шулай, үҙемде ҡарап, биҙәнергә күнеккәнмен, шунһыҙ миңә ҡыйын, – тип яуап бирҙе.

Иртәгә Тәслимәһе икенсе бүлмәгә күсергә тейеш. Айһылыу ҡаты уйға ҡалды, бик мөһим һүҙҙәр әйтелергә тейешлеге уның күңеленә тынғылыҡ бирмәй, йөрәген ярһытты.

Киске аш алдынан күршеһен ҡаршыһына ултыртып алды ла, ипләп кенә һүҙ башланы:

– Матурым, Тәслимә, һин ни өсөн шулай бәхетле икәнеңде аңлайһыңмы? – тине.

– Минең яҙмышым шулай бәхетле тимәк.

– Әәә, яҙмыш, тиһеңме? Һин бәхетле, сөнки һинең әсәйең, атайың намаҙ, Ҡөрьән уҡып доға ҡылғандар. Уларҙың фәтихаһы, доғалары, сауаптары менән һинең донъяң түңәрәк, тормошоң бәхетле. Ата-әсәйеңдең фәтихаһы һинең балаларыңа ла етешкән, шуға улар ҙа бәхетле. Ҡарт ҡына әсәйең әхирәткә күсер, шунан Аллаһ менән бәйләүсе еп өҙөлөр, кем ейәндәреңә, әле тыумаған тоҡомоңа доға ҡылыр, бәхет һорар Аллаһтан?

Тәслимәнең ҡурҡышынан йөҙө ағарып, нимә эшләргә белмәй, урынынан тороп китте. Бер аҙҙан иҫенә килгәндәй булып:

– Сәғәт нисә? – тип һораны.

– Хәҙер киске ашҡа барабыҙ.

– Мин унда барып тормайым, бер ергә барып киләм, – тип, тиҙ генә йыйынып сығып китте. Айһылыу үҙе генә киске ашҡа барып ҡайтты. Бер ваҡыт ишектә Тәслимә күренде, йөҙө ҡояштай балҡый. Үҙенә лә, күршеһенә лә бүләккә йомшаҡ ҡына бәрхәт намаҙлыҡтар, тәсбихтәр, яулыҡтар, ислам дине тураһындағы һәм намаҙ уҡырға өйрәтеүсе китаптар һатып алған. Шуларҙы күрһәтеп, илап ебәрҙе.

– Нишләп илайһың, Тәслимә?

– Айһылыу, һинең һүҙҙәрең минең йөрәгемә үтеп инде. Һинең балаларыңа, ейәндәреңә, тоҡомоңа кем доға ҡылыр, тигән һүҙҙәрең минең быға тиклемге донъяға ҡарашымды селпәрәмә килтерҙе, минең тәкәбберлегемде юҡҡа сығарҙы. Әйҙә, өйрәт мине намаҙға! Нимә ҡушаһың, барыһын да эшләрмен!

Иң тәүҙә Айһылыу күршеһен бик ентекләп тәһәрәт алырға өйрәтте, ике сәғәт ваҡыт китте бының өсөн.

– Башлап намаҙ уҡыр өсөн Фәтиха һәм Ихлас сүрәләрен белһәң етә. Ҫәнә һәм әттәхиәтте белергә кәрәк.

–     Сүрәләрҙе китаптан ҡарап уҡырға мөмкинме?

–     Башта, өйрәнгән саҡта, ҡарап алырға була, шулай ҙа тиҙерәк ятлап алырға тырыш.

Шулай итеп, намаҙҙан ҡасып икенсе бүлмәгә күсергә ниәтләнгән Тәслимә ике көн эсендә, үҙен-үҙе аптырашта ҡалдырып, намаҙға баҫты ла ҡуйҙы. Хәҙер ул Айһылыу менән бергә ихласлыҡ менән, таңдан тороп тәһәрәтләнеп, намаҙға баҫа, ишектән ингән-сыҡҡанда, эшен башлағанда, ашарға ултырғанда бисмилләһте ҡалдырмай. Күршеһе нимә эшләй, артынан бер тотам ҡалмай, эйәреп йөрөп ҡабатлай. Буянғыстарын сумка төбөнә йәшереп ҡуйҙы, ирен, тырнаҡтарҙы буямай башланы.

Бүлмәләштәр, шулай итеп, ун биш көн эсендә иң яҡын әхирәттәр булып китте. Ҡайтыр ваҡыт еткәс, бик йылы итеп, донъялағы иң яҡын кешеләр кеүек хушлаштылар, аралашып йәшәргә һүҙ ҡуйыштылар. Һәм был һүҙҙәренә тоғро ҡалып, бына ун йыллап инде, бәйләнештәрен өҙмәйҙәр. Тәслимәнең әсәһе:

– Ҡыҙым, ғүмерем буйы һинең намаҙға баҫыуыңды теләнем. Һине намаҙға баҫтырған ҡатынға, Аллаһтың рәхмәте яуһын, – тип ҡыуана. Әле уға 95 йәш, Тәслимә уны ҡәҙерләп ҡарай, икәүләп барлыҡ туғандары, балалары, тоҡомдары өсөн доға ҡылалар. Хәҙер Тәслимәнең ҡыҙҙары ла дин юлында, ейәндәренә лә доға ҡылырға өйрәтеп, түбәтәйҙәр кейҙереп ҡуйған.

 

Айһылыу Сәләхова, Сибай ҡалаһы

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


Картуф һуты

Ашҡаҙан, эсәк ауырыуҙары осраҡтарында картуф һуты алыштырғыһыҙ дауа. Ул яҡшы антисептик. Шулай уҡ, быуындар һыҙлап, хәрәкәт итеү ҡыйынлашҡанда, тире ауырыуҙары йонсотҡанда, ауыртыуҙы баҫа, күҙәнәктәрҙең яңырыуына булышлыҡ итә.   Табип менән кәңәшләшкәндән һуң, балаларға ла, ауырлы, бала имеҙгән...


«Аллаһ Рәхмәтенә өмөтөбөҙҙө өҙмәйек!..»

Ғилем һәм тәрбиә, сабырлыҡ, изгелектәрҙе күп ҡыла торған Рамаҙан айы яҡынлаша. 19 февраль – нурлы айҙың тәүге көнө. Йәғни, 18 февралдә, ҡояш байыу менән, ураҙаға инәбеҙ. Бөгөнгө һөйләшеүебеҙ − шул уңайҙан, ураҙа хаҡында. Һорауҙарыбыҙға Көйөргәҙе районы Ермолаево ауылының «Рамаҙан» мәсете мөғәллиме...


Рамаҙан килде

Хатта ҡояш та йылмайҙы, Күңелгә шатлыҡ тулды. Һөйөнәйек, эй ҡәрҙәштәр, Рамаҙан айы килде!   Дуҫтар, беҙ сәхәр торайыҡ, Ҡөрьән хәтем ҡылайыҡ, Шайтандарҙы беҙ ҡыуайыҡ, Рамаҙан айы килде!   Ғәфләт ваҡыты түгел ул, Нәфрәт айы түгел ул. Аллаһ рәхмәтен яуҙырған Рамаҙан айы...


Китә алмайым...

  Пакистандан бер ғалим нурлы Мәҙинә ҡалаһына Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ мәсетенә, уның ҡәберенә зыярат ҡылырға килә.   Бер көн ул ҡунаҡхана алдындағы майҙансыҡҡа, ҡоштарҙы ашатырға тип, икмәк валсыҡтары алып сыға. Күпмелер ваҡыттан ул ҡоштарға тип һалынған валсыҡтарҙы йыйып алып ашаған бәләкәй...


Шәғбән айының биҙәге – Бәраәт кисәһе

Шәғбән – Пәйғәмбәребеҙ ﷺ айы, шуның өсөн күп тапҡырҙар салауат әйтеү, истиғфар ҡылыу, «Әл-Ихлас» сүрәһен уҡыу тәҡдим ителә. Шәғбән айының 14-се кисенән 15-се көнөнә ҡаршы кисе Бәраәт кисе тип атала.   Быйыл ул 2-3 февралгә тура килә. Был көндә ғәмәл дәфәтеребеҙ алмашына. Шуға ла Бәраәт кисәһендә...