Ураҙа – ҙур ҡыуаныс

Ураҙа – ҙур ҡыуаныс

Күңелемде нурландыра

Ураҙа тотоуҙарым.

Ауыҙ асҡанда кинәнес –

Тәмләп һыу йотоуҙарым.

Сәхәргә торған мәлдәрҙә

Иҫкә төшә баласаҡ.

Өләсәйемдең йөҙөнә

Шатланып ҡараған саҡ.

“Өләсәй асыҡмайһыңмы

Көн буйы ашамағас?” –

Шулай һорай торған инем,

Бер ни ҙә аңламағас.

Ул яй ғына әйтә ине:

“Һәр ризыҡ – оло ниғмәт.

Асыҡҡанда, балаҡайым,

Ҡатҡан икмәк тә ҡиммәт.

Ауыҙ асҡанда беленә,

Ҡыҙым, ризыҡ ҡәҙере,

Аслыҡтың һәм һыуһыҙлыҡтың

Ҙур ғазап икәнлеге”,

Олоғайғас мин аңланым:

Ураҙа – ул сабырлыҡ.

Асыу тотмау, ғәфү итеү –

Ошо икән батырлыҡ.

Ураҙа – ас тороу түгел,

Ураҙа – ул ғибәҙәт,

Ниәт әйтеп, ғәмәл ҡылыу –

Ҙур илаһи тәғлимәт.

Ураҙа тотоп теләйем:

Күңелдә иман булһын.

Хоҙайым, һинән һорайым:

Донъялар имен торһон!

 

 

Гөлирә Фәйрүзова, Архангел районы

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ хәҙистәре

  Аллаһу Тәғәлә, бәндәһенә изгелек теләһә, уға кешеләрҙең ихтыяжын йүнәлтә. Маҡтаусыларҙың йөҙөнә тупраҡ һибегеҙ. Бер насарлыҡ эшләнең иһә, артынан уҡ яҡшылыҡ эшлә. Яманлығың һыҙып ташланыр. Мәрхәмәтлеләргә Аллаһу Тәғәлә мәрхәмәтле булыр. Һеҙ ерҙәгеләргә мәрхәмәтле булһағыҙ –...


Кетерҙәк тәмлекәс

200 гр. көнбағыш майы (һалҡын булһын) 200 гр. һалҡын һыу. 2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо 1 сәй ҡалағы тоҙ   Ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, эслекте әҙерләгәнсе, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Эслеккә төрлө нәмәләр һалырға була (мәҫәлән, туралған алма, фарш менән картуф) Иң тәмлеһе тоҙло кәбеҫтә....


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...


Ғаилә – көрәш майҙаны түгел!

Хөрмәтле редакция! Мин Өфө ҡыҙы, Мәскәү ҡалаһындағы юғары уҡыу йортонда белем алам. Һеҙгә ошондай һорауым бар ине: Изге Ҡөрьәндең «Ән-Ниса» сүрәһендә ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙан өҫтөнлөгө тураһында әйтелә. Эйе, тәү ҡарашҡа, ир-егеттәр – лидер. Улар көслө, ҡыйыу. Әммә ошо...