Сир дауаһы

Сир дауаһы

Сир дауаһы

(Булған хәл)

 

Тыныс ҡына йәшәп ятҡан Гөлзада ауырып китте: кинәт кенә хәле бөтә, башы әйләнә, тын алыуы ауырая, хатта һөйләшә алмай. Өйҙә бөтә тәҙрәләрҙе асып бөтә, һауа етмәй, әйтерһең дә, бына-бына тын алыуы туҡтар кеүек.

 

Башта һүҙҙәрҙе һуҙып әйтһә, тора бара бөтөнләй өн-ауаздар ғына сығара, бер нимә аңлата алмай, ә үҙе бөтә белә, аңлай. Йөрәк тибеше ныҡ әкренәйә, ә ҡан баҫымы нормаға ярашлы 120/80 көйө тора. Шулай бер нисә тапҡыр ҡабатланғас, «Тиҙ ярҙам» саҡырырға булды. Өсөнсө тапҡыр килгәндә, фельдшер ҡатынды дауаханаға алып китте.

Табип-невролог Гөлзаданың һөйләшә алмай ултырғанын күреп, һелкеп-һелкеп ҡараны, уны шаярып ултыра, тип уйланы, ахыры. «Инсульттың бөтә билдәләре, тик ҡан баҫымы нормала!» – тип аптырап, ҡатынды дауаханаға һалып ҡуйҙылар. Төрлө тикшереүҙәр үтеп, укол, дарыу, системалар ала башланы. Тик барыбер шул уҡ хәл ҡабатланып торҙо: кинәт кенә күҙ алдары ҡараңғылана, башы әйләнә, һауа етмәй, тын алыуы ауырлаша, һөйләшә алмай. Тағы ниндәй дарыу яҙырға, тикшереү үткәрергә икән тип, табип та аптырай, сөнки әле үткән тикшереүҙәр, анализдар буйынса уның организмында бер ниндәй ҙә тайпылыштар табылманы, бөтә күрһәткестәр ҙә нормаға ярашлы ине.

Шулай бер көндө дауаханаға хәл белешергә тип, Гөлзаданың апаһы килде. Күстәнәстәрен тапшырғанда әсәләре биргән өшкөртөлгән тоҙҙо ла ҡалдырҙы. Әсәһе, төшөнә кергән, кемдеңдер «Сихыр! Сихыр!» тип әйткән һүҙҙәрен иҫендә ҡалдырған. Шуға ул аптырап, ҡасандыр ул яҡтарҙа йәшәгән билдәле мулланан өшкөртөлгән тоҙҙо биреп ебәргән икән. Гөлзада белгән доғаларын уҡып, шул тоҙҙо ашҡа һалып ашай башланы. Һәм нисектер уянып киткәндәй булды: был дауаханала ятып, ул бит намаҙ уҡырға онотҡан, бөтөнләй башынан сыҡҡан! Шунан барып табиптан рөхсәт һораны ла, өйгә ҡайтып килергә булды. Өйөндә тиҙ генә гөсөл ҡойоноп, өҫ кейемдәрен алыштырып, намаҙ уҡырға булды. Өйлә намаҙы булды, шикелле. Ул намаҙ уҡый, күҙҙәренән йәштәр аға, «Сихыр! Сихыр!» тигән һүҙҙәр мейеһен телгеләй. Намаҙ уҡып бөткәс тә, оҙаҡ уйланып ултырҙы. Ниндәй сихыр? Кем эшләгән? Ни өсөн? Бөтөнләй сихыр менән булашҡаны юҡ, уға ышанмай ҙа хатта. Ул тағы ла дауаханаға китте, инде үҙе менән намаҙлыҡ алды.

Палатала ятҡан ике башҡорт һәм ике рус ҡатынына биш ваҡыт намаҙ уҡыуы тураһында әйтте. Төрлө диндә булһалар ҙа, улар Гөлзаданы аңлап, тыныс ҡына ҡабул иттеләр. Ул намаҙ уҡығанда, һәр береһе эстән генә үҙҙәренең теләктәрен әйтеп, белгән доғаларын уҡып ултырыр булды. Шулай укол-системаға намаҙ, доғалар ҡушып, бергә барҙы уларҙың дауаланыуы.

Гөлзада бер көн иртәнге намаҙға иртәрәк уянды. Әле ваҡыт бар, шуға ла ул карауатта, стена яғына боролоп, ятып алырға булды. Шул саҡ стена «асылып» китте, әйтерһең дә, унда ҙур экранлы телевизор барлыҡҡа килде. Һәм башланды бик хикмәтле «тамаша»: тырнаҡтарына маникюр эшләнгән, урта йәштәге ҡатын-ҡыҙҙың матур ғына ап-аҡ ҡулы әле генә күмелгән ҡәберҙән өс семтем ер ала. Ҡәбергә ағастан ҙур тәре ҡуйылған. Һәм уның йыраҡта булғанын аңлап ята Гөлзада. Шунан теге ҡатын ҡәберҙән алған өс семтем ерҙе үлсәп һатылған (развесной) кофеға һала. Ике төрлө ҡағыҙ һауыттағы ҡәһүәнең береһенә генә һала ул ҡәбер тупрағын һәм матур ғына итеп, төрөп ҡуя. Ә «күренеш» бының менән генә бөтмәй, тағы ла дауам итә. Быныһында иһә, өлкән йәштәге ҡатындың ҡулын күрә. Ул Гөлзаданың сәстәрен алған да, «Иҫәр уҡытыусы! Иҫәр уҡытыусы!» тип, бармаҡтарына урай ҙа урай. Әйтерһең дә, сәсен урамай, ә уның башын шулай зыу килтереп әйләндерә... «Тамаша» нисек барлыҡҡа килһә, шулай юғалды. Күпмелер ваҡыт шаңҡып ятҡандан һуң, ул тороп намаҙ уҡырға булды.

Бик оҙаҡ тынғы бирмәне Гөлзадаға был хикмәтле күренеш. Ә бит ауырып китер алдынан ул тап ошондай ҡағыҙ һауыттағы кофены эсте бит. Ике ҡағыҙ тоҡсайға һалынған, матур итеп төрөлөп ябылған ҡәһүәне күстәнәскә килтергәйнеләр. Ире кофе эсмәй. Өйҙә ул ғына иртән ҡәһүә эсә. Көслө «тәбиғи биоҡушылма» һалынған күстәнәс булған икән! Икенсе ҡулды ла таныны. Ул инде Гөлзаданың уҡытыусы булып уңышлы эшләгәненә асыуы килеп, иҫәр кеше итеп, аҡылдан яҙғанын (Тәүбә!) күрергә теләгән икән. Байтаҡ йылдар үткәс, бер аят ашында был ҡулды ул тағы ла күрҙе – шул уҡ ап-аҡ ҡына, ҡабарып торған ҡулдар; ысынлап та, оло йәштәге ҡатын ине. «Минең иҫәрләнгәнемде теләргә, һиңә нимә эшләнем, ниндәй зыян килтерҙем?» – тип ҡысҡырып һорарға теләһә лә, саҡ тыйылып ҡалды ул саҡта Гөлзада...

Дауаханала бик дауа алмаһа ла (сөнки шул уҡ хәл ҡабатланып торҙо), уны сығарҙылар. Йома көн ине, шуға лә мәсеткә йома намаҙына барырға булды. Хәҙрәт аҙан әйтеп, доға-зекерҙәр уҡый башлағас, Гөлзадаға тағы ла ауыр була башланы. Һауа етмәй, тын алыуы ауыр, һәм шул уҡ ваҡытта кемдер уны мәсеттән сығырға тартҡыслай кеүек тойолдо. Түҙмәй сығып та китер ине, тик алғы рәткә барып ултырған, шуға ла башҡаларҙы мәшәҡәтләмәҫкә булды, йома намаҙын аҙағына тиклем уҡып бөттө. Мәсеттән сыҡҡанда уға хәл кереп, еңеләйеп киткәндәй булды.

Шунан икенсе көндө үк мулла бабайға китте ҡатын. Уға бөтә хәлен һөйләп бирҙе, тик сихыр тураһында өндәшмәне. Бабай өшкөрә башланы. Аят-доғалар уҡый, өрөп тә ебәрә. Гөлзада ауыҙында ҡан тәме тоя башланы, тамағына ниндәйҙер ҡан төйөрө килеп тығылған кеүек, ныҡ итеп ҡоҫаһы килә, саҡ түҙеп ултыра. Күҙ алдында бар донъя әйләнә, хәле бөтә башланы. Бабай ҙа хәлен аңланы, шикелле, «Бөгөнгә етеп торор!» – тип, өшкөрөүҙе тамамланы. Шунан ишектән сығып барғанда ғына, уны туҡтатып: «Сихыр эшләгәндәр! Бик ҡаты сихыр! Һиңә килтереп ашатҡандар! Ай-һай, бик насар эшләгәндәр! Улар ике донъяла ла яуап бирәсәктәр! Һин уларға бер ниндәй зыян, яманлыҡ эшләмәгәнһең. Уҡыған намаҙың ғына әжәлдән алып ҡалған! Шул намаҙҙарың ғына кәртә булған!» – тип ҡулы менән кәртә эшләп күрһәтте һәм намаҙҙы ҡалдырмаҫҡа, уҡырға ҡушты. Ул тағы ла ике-өс тапҡыр барҙы муллаға, барған һайын бабай сихыр эшләнгән тип өшкөрҙө, тоҙ, һыу өшкөрөп биреп ҡайтарҙы. Шулай әкренләп һауыҡты бит! Аллаһҡа шөкөр, бына инде нисә йыл улай ауырығаны юҡ.

Теге ике ҡатынды ла яҡшы белә, ниндәй уй-ниәттән сығып сихыр эшләгәндәрен дә аңланы Гөлзада. Береһенә ла барып, әрләшеп йөрөмәне, бер ниндәй насар уйҙар, теләктәр теләмәне, яман һүҙҙәр әйтмәне. Бабай әйтте бит: «Улар ике донъяла ла яуап бирәсәк!» – тип. Ысынлап та, шулайҙыр, сөнки был донъяла яуап бирә башлағандарын Хоҙай үҙе күрһәтте: тәүгеһе бик ҡаты ауырып, шешенеп ятты, донор ҡанын алып, саҡ арыу булды, ә икенсеһе Альцгеймер ауырыуына тест биреп йөрөй, тип ишетте. Был донъяла яуап биреүҙәре шуның менән генә бөтһә, ярай ҙа ул!

Сихыр бар икән. Быны үҙендә татып белде Гөлзада. Һаҡланырға, гел изге доға-теләктә булырға кәрәк! Һәм сихыр менән булашыусылар ҙа тәүбәгә килһендәр, уның өсөн ҡаты итеп яуап биреүҙе лә онотмаһындар ине! Аллаһ ярҙамынан ташлмаһын, тура юлдан яҙҙырмаһын, хаҡ диндән айырмаһын! Гел шулай теләне ҡатын һәм теләйәсәк әле, Аллаһ бирһә!

 

Айһылыу Ғүмәрова,

Дыуан районы

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


«Аллаһ Рәхмәтенә өмөтөбөҙҙө өҙмәйек!..»

Ғилем һәм тәрбиә, сабырлыҡ, изгелектәрҙе күп ҡыла торған Рамаҙан айы яҡынлаша. 19 февраль – нурлы айҙың тәүге көнө. Йәғни, 18 февралдә, ҡояш байыу менән, ураҙаға инәбеҙ. Бөгөнгө һөйләшеүебеҙ − шул уңайҙан, ураҙа хаҡында. Һорауҙарыбыҙға Көйөргәҙе районы Ермолаево ауылының «Рамаҙан» мәсете мөғәллиме...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Намаҙҙа «әмин» һүҙен әйтергә яраймы? Намаҙҙа «Әл-Фәтиха» сүрәһенән һуң «әмин» һүҙенең әйтелеше сөннәт. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ һәм уның сәхәбәләре шулай эшләгән. Аллаһ Илсеһе ﷺ әйткән: ««Әл-Фәтиха» сүрәһенән һуң имам «әмин» тигәндә, һеҙ ҙә...


Китә алмайым...

  Пакистандан бер ғалим нурлы Мәҙинә ҡалаһына Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ мәсетенә, уның ҡәберенә зыярат ҡылырға килә.   Бер көн ул ҡунаҡхана алдындағы майҙансыҡҡа, ҡоштарҙы ашатырға тип, икмәк валсыҡтары алып сыға. Күпмелер ваҡыттан ул ҡоштарға тип һалынған валсыҡтарҙы йыйып алып ашаған бәләкәй...


Шайтан яҙмалары

  Һинең унда ни эшең бар? Һа-һа-һа! Һа-һа-һа! Һа-һа-һа! Мин тәүҙә рәхәтләнеп көлөп алайым әле, шунан һуң һеҙгә бер ҡыҙыҡ һөйләрмен. Һа-һа-һа! Мин бәләкәй балаларҙы, үҫмерҙәрҙе һәм йәштәрҙе генә төп башына ултыртмайым бит ул, өлкән кешеләрҙе лә алйотландырам. Кешеләр, мин һеҙҙең...


Яҡты йондоҙ булып балҡыны ла...

«Райондашым, ауылдашым Балаҡатай егете Фәнил Байышевҡа 15 ғинуарҙа 70 йәш тулған булыр ине. Шул тиклем яҡшы кеше, зур өмөттәр бағлаған йәш ғалимдың ғүмере ҡыҫҡа булды, ижадының башында тиерлек өҙөлдө. Әммә ул, күптәр үҙ ғүмерендә тиҫтә йылдар буйы атҡарған эште бер нисә йылда эшләп, үҙенең...