Дини юлым тураһында бала саҡ хәтирәләре

Дини юлым тураһында бала саҡ хәтирәләре

Мин, ата-әсәйҙең, Алла бирһә, тип әйткәндәрен ишетеп, ололарҙың ураҙа тотҡанын белә-күрә йөрөһәм дә, шунан башҡаһын белмәй үҫкән быуындарҙың береһемен. Яҙмыш ҡушыуылыр инде. Үҫмерлек осоронан (14-15 йәштәрҙә) Ғәтиә әбейемдең дини һабаҡтары арҡаһында, Хаҡ Тәғәләнең барлығын, берлеген танып, Уның ярҙамын тойоп йәшәргә өйрәндем.

1966 йыл. Июнь айы. Шул айҙың һуңғы аҙнаһында беҙ әсәйҙе мәңгелеккә юғалттыҡ. Кис етте. Туғандарым йоҡлай. Ә мин туҡтауһыҙ илайым. Ул кисте футбол уйыны барған тауыш радио аша ишетелә ине. Кинәт радио шатор-шотор итте лә, дикторҙың рус телендә яғымлы тауышы ишетелде: “Не плачь, девочка моя, не плачь, вот увидишь, у тебя все будет хорошо, надо только стараться…” Тауыш юғалды. Был күңел йыуатҡыс һүҙҙәр нәҡ миңә төбәп әйтелгән кеүек булды. Күрше әбейем өйрәткә берҙән-бер белгәнемде − “ләә иләһә илләллаһ” тип, ҡабатлай-ҡабатлай, йоҡлап киткәнмен.

Инандым Аллаһу Тәғәләгә, Уның Китаптарына, Фәрештәләренә

Ул саҡта ғаиләбеҙ Хаҡ Тәғәлә тарафынан бирелгән һынау-һынылыш осорон кисерә ине. Үлемесле сиргә тарып, оҙаҡ ҡына түшәктә ятҡандан һуң, әсәйебеҙҙең йәне фани донъяны ҡалдырҙы. Көҙөнә ағайҙы армияға ла оҙатҡас, бығаса үҙ ағышы менән барған тормош арбаһы йүнәлешен үҙгәртеп, көнитмешебеҙ алдына бихисап һорауҙар ҡуйҙы. Бына шундай ҡатмарлы шарттарҙа күңел торошобоҙҙо тойомлап, беҙгә ҡул-ҡамыт итешкән, хәҙер инде йәндәре баҡыйлыҡҡа күскән Хәтифә, Тәслимә, Миңзада, Хөснә әбейҙәрҙең, Әнүзә еңгәнең күрһәткән изгелектәре онотолғоһоҙ. Бөгөнгө көндә ил инәләре ҡорона ингән Таһирова Ғәнидә, Ваһапова Хәдижә, Садыкова Сайма еңгәләрҙең, Мөһилилә апайҙың ғаиләбеҙгә күрһәткән тел-ҡул ярҙамы йылдар арауығынан сауап булып, үҙҙәренә әйләнеп ҡайтты. Ә бына Ғәтиә әбей тураһында айырым һөйләмәйенсә булмай. Бәпкәһен ҡурсаларға теләгән инә ҡаҙ кеүек, көн дә, йә көн аша иртән беҙгә хәл белергә килә торғайны. Үҙе ишектән ингән ыңғайға гелән бер үк һүҙҙәрҙе ҡабатлар: «Әҙәм балаһына энәһеҙ генә ҡыйын, ә инәйһеҙ йәшәргә тора-бара күнегерһегеҙ».

Ҡулындағы иләген тотторған арала ла миңә дини һабаҡ биреүен дауам итә: “Аш-һыу әҙерләргә тотонор алдынан ҡулыңды йыуғас та, «Әғүүҙү-билләһи-минәш-шәйтаанир-раджим бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим”, – тип әйтергә ғәҙәтләнһәң, эшең уң булыр, – ти. Уҡлау уйнатып арыған ярҙамсыл йән, урынынан тормай ғына бармаҡтары менән төрткөләп, йәймәнең тигеҙһеҙ урындарын йоҡартыбыраҡ йәйергә ишаралай. Улары бер аҙ һурыҡҡансы, ҡара-ҡаршы ултырып, бер аҙ һөйләшеп алырға форсат тыуа. Әле генә ҡырҡыу яңғыраған тауыш ҡапыл йомшара. Белеп торам: әбейемдең бар уйы Аллаһу Тәғәләгә иман килтереү тураһындағы биргән һабағының һөҙөмтәһен тикшереү. Уның тишерҙәй итеп баҡҡан һынамсыл ҡараштарынан фекерҙәремде туплай алмай, бер аҙға йөҙәп алғанды күргәс, үҙе ярҙамға ашыға: “Ләә-иләәһә-илләллаһу Мөхәммәде рәсүлүллаһ” (уның Кәлимәи таййибә тип аталасағын үҫә төшкәс кенә беләсәкмен). Башҡортсаһын икәүләшеп бер тынала әйтеп бөтөрөп ҡуябыҙ: “Аллаһтан башҡа илаһ юҡ, Мөхәммәд – Уның илсеһе”. “Һинең әзәйең дә (өләсәйең), Әбделваһап ҡыҙы Фатима, Ҡөръән уҡый белгән. − Шул мәлдә тышы беше тауар менән көпләнгән ҡалын китап күҙ алдыма килә. − Донъяның һөйөнөстәренән бигерәк көйөнөстәре күберәк, ҡыҙым. Ҡыуаныс тулҡынына юлыҡҡаныңда, Аллаһу Тәғәләгә шөкөр итһәң, ауыр саҡтарҙа ла мин өйрәткәндәрҙе телеңдән төшөрмәй, йәнә Аллаһу Тәғәләгә һығынһаң, ярҙамын тоймай ҡалмаҫһың. Хатта, кескәй туғандарың ҡайһы мәлдәрҙә баш бирмәй маташҡандарында, таяҡтың ауыр башы күберәк үҙ иңенә төшкәндә лә, –ти ул, миңә мәғәнәле ҡараш ташлап. Көн дә ҡабатланған екһеткес донъя мәшәҡәттәренән, кескәй туғандарҙы ҡарауҙан нәғеҙ арып, йөҙөнә хәсрәт күләгәһе ятҡан, әйләнә-тирәгә “маңлай күҙе − ботаҡ тишеге” менән бағыу сигенә еткән үҫмер ҡыҙҙың хәленә керә алған аҫыл затҡа рәхмәт тулы ҡараштарым менән бер һирпелеп ҡарау ҙа етә. Әммә сер биреү ҡайҙа! − Бәғзе ваҡытта күҙҙәрҙе ҡамаштырырҙай итеп ялтлаған йәшендән ҡурҡып, бөгөлөп төшкән кеүек, әҙәм балаһының ҡайһы берәүҙәре ҡайғы-хәсрәттән бөгөлөп төшөр, ти. Емтек яғың сыҡмаһын; аслан башыңа бер-бер яман уй килеүҙән һаҡлан. Ауырлыҡтарға мөжөрәп төшмәй, уларҙың ҡасан да булһа үтәсәгенә өмөт бағлап, сабырлыҡ һаҡлаһаң, киләсәктә алдыңа бәхет нуры сәселер. Дөрөҫлөктә, ти ул, күҙҙәремә һағайыусан бағып, асыу – утлы күмерҙе ҡулға тотҡан кеүек. Берәү уны тотһа, ултырып торһон. Иреш-талаш сығарыу өсөн күп кәрәкмәй, шул саҡта тотанаҡлыҡ һаҡлау, яҡындарыңды ғәфү итә белеү − аҡыллылыҡ дәрәжәһендә”. Кемдең аҡыллы булғыһы килмәй һуң?! Уның әүрәткес һүҙҙәренән илһамланып китеп, туҡмасты тағы ла ҡыҙыуыраҡ ҡырҡырға тотонам. Ә үҙемдең башымда хисапһыҙ уйҙар… Бығаса күршемде ауылдың абруйлы ағинәйе, сабый тыуасаҡ өйҙәрҙә көтөп алынған танһыҡ ҡунаҡ − кендек әбейе сифатында белһәм, әле килеп, уның бар эске донъяһының илаһи балҡышына хайран ҡаламын. Ирекһеҙҙән, был аҫыл зат менән яҡындан танышҡан мәлдәр иҫкә төшә:

Изге Рамазан айының бер кисендә әсәй еңгәһен ифтар ашына алған ине. Ауыҙ асыуҙың ни икәнен күреү теләге менән, ҡунаҡтан күҙемде алмай, табын тирәһендә уранғылағас, миңә лә әбейем ширҙек ситенән урын күрһәтә. Ололар менән бер рәттән, бисмиллаһир-рахмәнир-рахимды әйтеп, бер семтем тоҙҙо тел осона оҙатҡан ҡыҙыйҙың, уларға эйәреп, әппәр иткәнен ҡунаҡтың да хуплағанын күҙ ҡырыйы менән шәйләмәй ҡаламмы һуң... Шуның менән бергә күҙ алдында ғаиләбеҙҙең тотош ҡыуанысҡа төрөнөп йәшәлгән йылдары, ғәзиз кеше – әсәйебеҙҙең өлтөрәп йөрөп аш-һыу хәстәрләгән һыны төҫмөрләнә. Йөрәкте һулҡылдатып, сикәм буйлап аҡҡан күҙ йәштәренән танауҙы мыш-мыш тартҡылай башлауға, арҡама ҡағылған ҡулдарҙың им-шифаһынан тәнем буйлап йүгергән иҙерәткес тулҡын рәхәтлеге хәтерләүҙәр донъяһынан арындыра төшә... Һиҙгер йәнле күршем ныҡышып-ныҡышып мине әңгәмәгә ылыҡтырмаҡсы: “Ҡарап-күҙәтеп йөрөүемсә, ҡаш өҫтөндәге ҡазаларҙан, аяҡ аҫтындағы бәләләрҙән һине һаҡсы фәрештәләрең ҡурсалай. Юғиһә, бәләкәй сағыңда аңғармаҫтан ҡаршыңа сабып сыҡҡан егеүле аттың тәгәрмәстәре араһынан имгәнмәйенсә, иҫән ҡалыр инеңме!? Йәнә шуға иҫем китә: дүртенсе класта уҡый инең шикелле, Учалынан ҡайтҡанында, ни йөрәге менән ағайың яңғыҙыңды ят машинаға ултыртып ебәрҙе икән?”.. Ағайға һүҙ тейҙерге килмәй: «Юлда осраған йәш балалы ҡатынды кабинаға ултыртҡас, миңә урын ҡалманы...”, − тим. Эйе, ул саҡта төнгө ҡараңғылыҡта, урыҫ ағай мине машинанаһынан күтәреп төшөргәс, артабан ауылға ҡайһы яҡҡа китергә белмәүҙән, унан бигерәк, ҡараңғыла япа-яңғыҙ тороп ҡалыуҙан ҡотом осоп, “не знаю” тип яр һалам. Шофёрҙың эйәге менән уң яҡҡа иҙәгәне хәтерҙә. Көсөк кеүек, шыңшый-шыңшый, туҡтауһыҙ алға йүгерә торғас, берәүҙәрҙең көңгөр-ҡаңғыр һөйләшкәндәре ҡолаҡҡа салынды. Ауылдаш ағайҙар булып сыҡты. Улар ауыл яғына күрһәтеп, мине тынысландырып, үҙ юлдарын дауам итте…Өлкән тәрбиәсем үҙ эсенә йомолмаһын типтер инде, һорауҙарын өҙмәй. Атайым менән Белоретҡа дауаханаға барғанда, аймылышып, ҡала урамында аҙашып йөрөүемде лә иҫкә төшөрә. Аҙаҡ үҙ алдына һөйләнгәндәй генә һығымта яһап ҡуя. − Тимәк, Шәфҡәт Эйәһе Аллаһ, һиңә һаҡсы фәрештәләрен ебәреп, сит тарафтарҙа аҙашып ҡалыуыңа юл ҡуймаған, киләсәк тормошоңда ла ул фәрештәләр һине ҡурсалаясаҡ”.

Әбейемдең әйткәне һәр саҡ юш булды. Сибай ҡалаһындағы уҡыу йортона имтихандар тапшырырға барғанда булған хәл онотолмай. Ул саҡта, таныш-тоноштар булмағанлыҡтан, төндө үткәреү өсөн ҡала вокзалына туҡтаныҡ. Күп тә үтмәне, геүләшеп-йырлашып, бер төркөм эскән йәш-елкенсәк килеп инде. Беҙ, йөрәккенәһен ус төбөндә тотоп, бер мөйөшкә һырыҡҡан ҡыҙ балаҡайҙар, уларҙың аҡырып-баҡырып йырлашҡандарына ҡарап, керпек ҡаҡмай, таң атҡансы эскәмйә һаҡланыҡ. Минең бар ышанысым − телемдән төшмәгән “ләә илләәһә илләллаһ” тигән күркәм һүҙҙәр, әбейем әйткән изге фәрештәләр беҙгә ярҙамға килгәндер − ул төндө беҙ ҡала егеттәре ҡулынан иҫән-аман ҡотолдоҡ.

Һаҡсы фәрештәләрҙең ярҙамына ышаныу артабанғы тормош юлымда ла хата аҙымдарҙан, яҙыҡ эштәрҙән һаҡланырға булышлыҡ итте. Йәнә бер хәл. Студент ваҡытта, юлды ҡыҫҡартыу ниәтенән, Межозерныйҙан Иҫтамғол ауылына илтеүсе түтә юлға төшөүгә, ҡаршыма елгән мотоциклдағы ҡыҙмаса ир миңә ярҙамын тәҡдим итте. Төрлөсә юхалауҙарына мин ыҡҡа килмәгәс, янауҙарға күсте. Ахырҙа, кире ҡасаба яғына боролорға мәжбүр булдым. Шулай ҙа, барыһын да күреп, белеп тороусы Аллаһтың ихтыярына тапшырып, яттан белгән берҙән-бер күркәм һүҙ “ләә иләәһәә илаллаһ”ты ҡабатлай-ҡабатлай, төйәгемә илткән түтә юлға ҡабаттан төштөм. Шул саҡ күҙ күреме алыҫлыҡта берсә йөҙөп, берсә осоп барған билдәһеҙ йән эйәһенең һыны төҫмөрләнде. Тоғро юлдашымдай тойҙом уны. Ҡыуып етергә теләп, уның артынан йүгерәм генә. Ә ул күренә бирә лә, юғала, тағы пәйҙә була. Ауыл алдындағы ҡалҡыуға еткәс, ул, һауала ирегәндәй, ҡапыл юҡҡа сыҡты. Әбейемә биргән вәғәҙәм иҫемдән сыҡмағас, юлдағы әҙәм ышанмаҫ серле хәл тураһында берәүгә лә һөйләмәнем.

Хәҙерге аҡылым менән уйлаһам, бала саҡ илендәге Ғәтиә әбейем Ислам диненең биш нигеҙенең тәүгеһе − Аллаһу Тәғәләгә иман килтереүҙе, үҙемде ҡурсалап йөрөткән фәрештәләрҙең барлығын еткерергә теләгән икән.

Зөбәйҙә Ҡәләмова, Учалы районы

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


Тәбүтте ҡайтарыу

Тәбүттең (һандыҡ, табут) тарихын ҡыҫҡаса һөйләп үтәйек.   Әҙәм ғәләйһиссәләм Ожмахтан ергә күсерелгәс, Ғаләмдәр Раббыһы уға тәбүт бирә. Уның оҙонлоғо − өс, киңлеге ике беләк үлсәме була, тип әйтелә «Ас-Сауи» һәм «Ғәраис» китаптарында. Һандыҡ Ожмахтағы шәмшәз...


Китә алмайым...

  Пакистандан бер ғалим нурлы Мәҙинә ҡалаһына Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ мәсетенә, уның ҡәберенә зыярат ҡылырға килә.   Бер көн ул ҡунаҡхана алдындағы майҙансыҡҡа, ҡоштарҙы ашатырға тип, икмәк валсыҡтары алып сыға. Күпмелер ваҡыттан ул ҡоштарға тип һалынған валсыҡтарҙы йыйып алып ашаған бәләкәй...


Мандарин бәлеше

  Ҡамыр өсөн: 1 йомортҡа 50 г шәкәр 60 мл көнбағыш майы 100 мл һөт 1 балғалаҡ ванилин 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс 160 г он 4-5 мандарин 1 аш ҡалағы аҡ май 1-2 аш ҡалағы шәкәр   Әҙерләү: Мандариндарҙы, ҡабығынан әрсеп, урталай киҫегеҙ. Бешерәсәк табаға (20 см диаметрында) май...


Рамаҙан килде

Хатта ҡояш та йылмайҙы, Күңелгә шатлыҡ тулды. Һөйөнәйек, эй ҡәрҙәштәр, Рамаҙан айы килде!   Дуҫтар, беҙ сәхәр торайыҡ, Ҡөрьән хәтем ҡылайыҡ, Шайтандарҙы беҙ ҡыуайыҡ, Рамаҙан айы килде!   Ғәфләт ваҡыты түгел ул, Нәфрәт айы түгел ул. Аллаһ рәхмәтен яуҙырған Рамаҙан айы...


Сафланыу айы Рамаҙан

  Беҙҙе бәләкәйҙән таҙалыҡҡа, бөхтәлеккә өйрәттеләр. Өҫ-башың таҙа, бөхтә булырға тейеш, тип йыш әйтә торғайны өләсәйем. Таҙалыҡ, тәртип – уңыштың нигеҙе. Кейем-һалым бысранһа, уны тиҙ генә йыуып, кейергә була. Ә бына күңел бысранһа, хатта бәләкәй генә тап төшһә лә, уны таҙартыуы ауыр...