“Аятел-Көрси – ҙур аят...”

“Аятел-Көрси – ҙур аят...”

“Бисмиллаһ”

Иртән торам “бисмиллаһ” тим.
Кис ятһам да “бисмиллаһ”.
“Бисмиллаһ” менән башлаһам,
Башлаған эш уң килә.
“Бисмиллаһ” тип ҡулды йыуам,
“Бисмиллаһ” тип ашайым.
“Бисмиллаһ” тип юлға сығам,
“Бисмиллаһ” тип йәшәйем.
“Бисмиллаһ”ты бик күп әйтеп,
Минең күңел ҡабатлай.
Изге тормошҡа юл аса,
Шайтан вәсвәсенән һаҡлай.

Ғүмер үтә икән

Аһ, был ғүмер үтә икән
Һис бер ғәмәл ҡылмайынса,
Ураҙа, намаҙ, зәкәттең
Ни икәнен белмәйенсә...
Биш ваҡыт намаҙҙың да
Ни икәнен күрмәйенсә,
Намаҙ – ҡәбер эсендәге 
Нур икәнен белмәйенсә.
Зекер, тәсбихтәребеҙ ҙә
Мизанда ауырға килер,
Күберәк әйтһәк салауатты, 
Беҙгә рәхмәттәр яуыр.
Ас-яланғас бәндәләрҙе
Туйҙырып шат ҡылмайбыҙ,
Аллаһ ﷻ биргән ниғмәттәргә
Шөкөранә ҡылмайбыҙ.
Йомарттарҙың йорто Йәннәт
Буласағын белмәйбеҙ.
Саҙаҡабыҙ гүрҙә юлдаш
Буласағын белмәйбеҙ.
Саҙаҡа күләгәһендә
Торорбоҙ ҡиәмәттә.
Хоҙай ҡушҡанды үтәйек – 
Йөрөмәйек ғәфләттә.

Аятел-Көрси

Берәү Аятел-Көрси уҡыһа,
Әрүәхтар ҙа шат булыр,
Ҡәберенә нур индереп,
Ятҡан гүрен киң ҡылыр.
Бер фәрештә яратылыр
Уҡыған хәреф һайын.
Ҡиәмәт көнөнә тиклем 
Уҡып торор көн һайын.
Йоҡларға ятыр алдынан
Аятел-Көрси уҡы –
Уны уҡыған бәндәне
Яндырмаҫ тамуҡ уты.
Сәфәргә сыҡһаң, был аят
Донъяңды һаҡлап торор.
Ризыҡ өҫтөнә уҡыһаң,
Бәрәкәт артып торор.
Аятел-Көрси уҡыһаң,
Асыуың да баҫылыр,
Тамуҡ ишеге ябылыр,
Һигеҙ йәннәт асылыр.
Аятел-Көрси – ҙур аят,
Уны һәр кем уҡыһын,
Шайтан яҡын килә алмаҫ,
Әгәр йортта уҡыһаң.
Был аяттың сауаптарын
Иҫәпләп бөтөп булмаҫ,
Шул аяттың хөрмәтенә
Ҡәбер ғазабы булмаҫ.
Аҙашҡанда, һаташҡанда
Беҙгә тура юл булыр,
Аятел-Көрси уҡыһаҡ,
Рәсүлуллаһ ﷺ шат булыр.
Аятел-Көрсиҙең сере,
Шифалары күп уның,
Аллаһ беҙҙе ғәфү итер,
Ҡөҙрәттәре киң уның.

Дилә буранғолова, Ырымбур өлкәһе

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Даниялдың үлеме тураһында

Ғүмәр ибне Хаттаб хәлифлек иткән осорҙа Әбү Муса әл-Әшғәриҙең ғәскәре Сус ҡалаһын ала. Батша һарайының бикле торған бер бүлмәһен асҡас, улар унда таш саркофагты (табутты) һәм уның эсендә алтын еп менән нағышланған кәфенгә төрөлгән ғәләмәт оҙон кәүҙәле мәйет ятҡанын күрәләр....


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт…»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөковтың васыятнамәһе   Һәр ҡайһығыҙға ғилем өйрәтә алмаһам да, ошо мин әйткәндәрҙе ғәмәлдә ҡулланһағыҙ, ин шәә Аллаһ, Аллаһу Тәғәлә ярлыҡар, тип өмөт итеп булыр. Туғандарым, мин һеҙгә донъя көтөү тәртибен өйрәтмәйем, сөнки уны үҙегеҙ миңә ҡарағанда ла яҡшы белергә...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...