Әсәйем

Әсәйем

 

Әсәйем 1926 йылдың 6 декабрендә донъяға килгән.

 

– 6 декабрҙә тыуҙым, шул көндә китәсәкмен, – тигән һүҙен дөрөҫләп, 64 йәше тулған көндө донъя ҡуйҙы.

Әсәйем иркә генә ҡыҙ булып үҫкән, сөнки ғаиләлә уға тиклемге балалар гел үлеп торған. Оҙон ғүмерле булыуын теләп, Кәримә тип исем ҡушҡандар. Олатайым әсәйемде бик яратҡан, баҙарҙан төрлө төҫтәге туҡымалар алып ҡайтып, ҡыҙына йәпрейле (балитәкле) күлдәктәр тектереп кейҙергән. Ҡара ҡашлы, һылыу аҡ йөҙлө, һәр ваҡыт ҡара сәстәрен таҫмалар менән үреп, йәйғор төҫтәрендәге матур күлдәктәрен алмаш-тилмәш кейгән ҡыҙҙы һоратыусылар ҙа күп булған. Ләкин атаһы сит ауылдағы уҡытыусыға биргән. Мөхәббәтһеҙ йәшәп булмаясағын аңлаған әсәйем бер нисә айҙан айырылып ҡайтып киткән. Ун һигеҙ йәше тулыр тулмаҫтан үҙе теләп һуғышҡа алынып, биш йыл хеҙмәт итеп ҡайтҡан атайым, әсәйемде бер күреүҙә оҡшатҡан. Оҙон буйлы сибәр егет әсәйемдең дә күңеленә ятҡан. Өйләнешеп, матур ғына йәшәп, һигеҙ балаға ғүмер бирҙеләр.

Әсәйемдең тауышы матур ине, моңло итеп йырлай торғайны. Шул арҡала бер хәл дә булып алды. Элек ниндәйҙер эш тамам булһа, бөтә ауыл менән саҡырышып ҡунаҡ булып ала торғайнылар. Бер ҡунаҡта әсәйемдең йырлауын һорайҙар, ул инәлтмәй генә йырлап ебәрә. Бөтә кеше һоҡланып тыңлай уны, маҡтау һүҙҙәрен дә яуҙыралар. Тик атайыма был оҡшап етмәй, көнләшеүҙән үҙ-үҙен тота алмай, ҡайтып килгәндә әсәйемдең муйынына йәбешә. Был ваҡытта беҙ, балалар, йоҡлай инек. Мин ҡапыл, әсәйемдең тауышын ишеткәндәй булып, уянып киттем. Бер кемгә лә өндәшмәнем, кейенеп тә тормай, соҡорҙар аша:

– Әсәәәй, әсәәәй!!! – тип ҡысҡырып йүгерҙем дә йүгерҙем. Минең тауышты ишетеп, атайым ҡулын ысҡындырған. Мин барып еткәндә әсәйем муйынын тотоп, уҡшып ултыра ине.

– Ҡайҙан килеп сыҡты был бала? – тип аптыраштылар.

– Әсәй, һинең ҡысҡырған тауышыңды ишеттем, – тинем.

– Мин ҡысҡырып та өлгөрмәнем, ҡыҙым, муйын ҡыҫылғас тауыш та сығара алманым, ҡысҡырған хәлдә лә һин ишетерлек йыраҡлыҡта түгел инек бит, – тине әсәйем аҙаҡ. Ауыл кешеләре араһында сер һаҡлап булмай, әсәйем был хәлгә аптырап, әхирәттәренә һөйләгән:

– Айһылыу мине ҡотҡарып ҡалды.

Шул хәлдән һуң әсәйем мине “хикмәтле балам” тип йөрөтә башланы. Атайым эштән һуңлаһа, йә ямғыр яумаһа, йә берәй хәл килеп тыуһа, әсәйем минән ярҙам һорай:

– Ҡыҙым, һин теләһәң, теләгең ҡабул була, ямғыр һора, йә, атайың имен генә ҡайтып етһен инде, – ти.

Иртәнсәк, әсәйемде йәлләп, ул һыйыр һауғанда уҡ йоҡонан тороп, малдарҙы көтөүгә ҡыуырға ярҙам итәм. Оло инәйҙәрҙең һыйырҙарын да үҙемдекеләргә ҡушып алып китәм.

Шулай бер көн төш күрҙем дә, уянып, әсәйем эргәһенә барҙым. Уның һыйыр һауып бөткәнен көтөп, ҡаршыһына сыҡтым:

– Әсәй, әсәй, мин төшөмдә бер олатайҙы күрҙем, – тинем.

– Ниндәй олатайҙы?

– Ап-аҡ кейемле, өҫтөндә тубыҡҡа тиклем төшөп торған аҡ күлдәк, аҡ салбар, башында аҡ түбәтәй.

Ул миңә ике аҡ күгәрсен тотторҙо.

– Йөҙө ниндәйерәк?

– Әҙерәк һаҡалы, мыйығы бар, улары ла аҡ, – шулай итеп төштәге бабайҙы һүрәтләп бирәм.

– Эййй, балаҡайым, һин бит Мөжәүир хәҙрәтте күргәнһең. Олатайың һиңә ике күгәрсен тоттороп, хикмәтле бала икәнеңде раҫлаған инде, – тип арҡамдан яратты.

Мин, ҡыуанып, йүгерә-атлай, һикерә-һикерә һыйырҙарҙы, һарыҡ-кәзәләрҙе көтөүгә алып киттем.

Әсәйем уҫал кеүек тойолһа ла, күңеле йомшаҡ ине ҡәҙерлемдең. Ете ҡыҙ әсәһе булыу ҙа еңел булмағандыр, ҡыҙ баланы ҡырҡ ерҙән тый, тигән мәҡәлгә таянып, ҡатыраҡ булырға тырышҡандыр.

Балам тыуғас, өйгә ҡайтһам, биленә дебет шәл урап йөрөй.

– Әсәй, әллә ауырыйһыңмы, билең ауыртамы?

– Бигерәк ҡаты ауырының бит, балам, доғалар уҡып, Аллаһтан имен-аман ҡотолоуыңды һорап, һинең менән бергә ауырыған кеүек булдым, – ти, – һәр берегеҙ бала тапҡан һайын, унар көн, үҙем бала тапҡан һымаҡ, һеҙҙең менән бергә ауырыйым.

Ысынлап та, үҙ күҙҙәрем менән күргәнем булды, һеңлеләрем бәпәй алырға дауаханаға ятһа, билен баяғы шәле менән урап ала ла, берәй мөйөшкә ултырып, доғалар уҡып, үҙе бала тапҡандай, эйелеп-бөгөлөп, бала тыуҙырыу хәрәкәттәрен яһай. Шулайтып, бөтә ауыртыныуҙы үҙе аша үткәреп, ҡыҙҙарының хәлен еңеләйтергә тырыша.

Ете ҡыҙҙы кейәүгә биреп, туйҙар үткәреү, уға тиклем бирнәгә үҙе һырыған түшәк-юрғандар, парлап мендәрҙәр әҙерләү – барыһын да еренә еткереп, әсәйлек бурысын теүәл итеп үтәне әсәйем. Көн дә ҡәҙерлемдең рухына Ҡөрьән аяттары бағышлайым, йәнең Ожмах түрендә булһын, Әсәкәйем!!!

 

Айһылыу Сәләхова, Сибай ҡалаһы

2026-04-01 (Шәүүәл, 1447 йыл.) №4.


Халыҡ әйтһә – хаҡ әйтә

Намыҫлы кеше – ырыҫлы кеше. Яҡшы менән юлдаш булһаң – эшең бөтөр, Яман менән юлдаш булһаң – башың бөтөр. Нәфсе шайтан – аҡыл иман Иҫән саҡта йөрөп ҡал, был донъяны күреп ҡал. Аҡсаң булмаһа ла, выжданың булһын. Сәләм бирмәгән бер оятлы, яуап бирмәгән мең оятлы. Күлдең...


Айҙы уртаға ярыу

Бер үк ваҡытта мөшриктәр һаман да Пәйғәмбәрҙән ﷺ мөғжизә (пәйғәмбәрлек билдәһе) күрһәтеүен талап итә: «Һин беҙгә, Аллаһтың бөтә илселәре лә халыҡҡа үҙҙәренең пәйғәмбәрлек билдәһен (мөғжизә) күрһәткән, тип һөйләнең. Муса пәйғәмбәрҙең таяғы булған, Сәлих пәйғәмбәрҙең − дөйәһе, Ғайса...


Хакимдарҙың золомлоғонан ҡурҡҡан кеше әйтә торған доға

«Аллааһүммә раббәс-сәмәәүәәтис-сәбғи үә раббәл-ғәршил-ғәҙыиим, күн лии жәәран мин (ошо ерҙә кемдән ҡурҡһа, шуның исемен атау кәрәк) үә әхзәәбиһии мин халәәьиҡик, ән йәфрута ғәләййә әхәдүн минһүм әү йәтғаа, ғәззә жәәрукә үә жәллә ҫәнәәьүк, үә ләә иләәһә илләә әнт». Мәғәнәһе: «Эй Аллаһ, ете күктең...


Ауылым муллаһы – ҡыҙылдар ҡорбаны

Әбелғата Ишемов (1865 - 13 ғинуар 1917)     Ауылыбыҙҙың инҡилабҡа тиклемге муллаларының береһе, ата- бабаһының төп сығышы ҡотанлы. Указлы мулла исеме Назараттың 2492-се Указы менән 1893 йылдың 12 майында раҫланған.   Төпкөлдә лә әленән-әле аҡтар, ҡыҙылдар, ҡоролтай, иҫкелек...


Рабиға әл-Ғәдәүиә тураһында ҡисса

Аҡыл үә нәфсе кимәле Хорасан шәһәрендә бер егет бар ине. Үҙе бик ғалим ине. Рабиға тигән ҡатындың көндәрҙән бер көн ире вафат булып, ҡатын тол ҡалды. Был ғалим егет үҙе өсөн Рабиғаның өйөнә яусы булып барҙы һәм әйтте: – Йә, Рабиға! Мин һиңә үҙем өсөн яусылыҡҡа килдем, һин мине ҡабул...