Ғәрәп каллиграфияһы – боронғо сәнғәт төрө

Ғәрәп каллиграфияһы – боронғо сәнғәт төрө

Ҡөрьән уҡыу буйынса «Бәхет» онлайн-мәктәбе (етәксеһе Ләйсән Бәхтиева) икенсе йыл рәттән ғәрәп каллиграфияһы буйынса конкурс уҙғара. Быйыл ул 1 ноябрҙән 25 декабргә тиклем дауам итте.

 

Конкурс ике номинацияла: балалар һәм өлкәндәр араһында үткәрелде. Бәйгегә 2026 йылдың 1 февралендә йомғаҡ яһаласаҡ һәм конкурста еңеүселәр билдәләнәсәк. «Конкурстың географияһы бик киң, Башҡортостандан ғына түгел, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән эштәр ҡабул ителде. Был сараның маҡсаты: ғәрәп хәрефтәрен дөрөҫ һәм матур итеп яҙырға өйрәнгән балаларҙың ижади һәләтен, зауығын үҫтереү, уҡыусыларыбыҙҙа ғәрәп каллиграфияһын өйрәнеүгә мотивация булдырыу һәм шулар арҡыры Ҡөрьәнгә һәм Исламға һөйөү тәрбиәләү», – тине Ләйсән Илдар ҡыҙы.

 Тап шул маҡсатта конкурсҡа килгән ҡайһы бер эштәрҙе «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә лә күрһәтергә булдыҡ.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Сафия Ғәзетдинова

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...


Ҡыҙым йәнһүрәттәргә ныҡ мыуығып китте

Һуңғы ваҡытта балам сит ил йәнһүрәттәрен һәм сериалдарын даими рәүештә ҡарай. Геройҙарына телмәрендә, кейем стилендә, ҡыҙыҡһыныуҙарында оҡшарға тырыша. Ә ундағы өҫтөнлөктәр беҙҙең ғаиләлә һәм йәмғиәттә ҡабул ителгәндәрҙән айырыла. Ҡыҙымдың әле үҫмер генә булыуы мине борсой. Нимә...


Ғаилә – көрәш майҙаны түгел!

Хөрмәтле редакция! Мин Өфө ҡыҙы, Мәскәү ҡалаһындағы юғары уҡыу йортонда белем алам. Һеҙгә ошондай һорауым бар ине: Изге Ҡөрьәндең «Ән-Ниса» сүрәһендә ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙан өҫтөнлөгө тураһында әйтелә. Эйе, тәү ҡарашҡа, ир-егеттәр – лидер. Улар көслө, ҡыйыу. Әммә ошо...


Шайтан яҙмалары

Мәсеткә мин дә йөрөйөм   Әллә һеҙ мине мәсеткә йөрөмәй, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, киреһенсә, мин мәсеткә бик йыш йөрөйөм. Шул тиклем шәп тә инде мин! Һа-һа-һа! Бөгөн һеҙгә һөйләйәсәк ваҡиға ла мәсеттә булған хәл.   Бөгөн көндөҙ мин мәсеткә кергәндә, Дауыт хажи минең арттан килеп инде. Ул...


Күгәрсен төбәгендәге Әүлиә тауы

Халҡым борондан тәбиғәтте һаҡлаған. Тау, һыу, ағас, йәнлек, ҡош-ҡортһоҙ тормошто күҙ алдына ла килтерә алмаған. Изгеләштергән дә. Ислам дине инә башлағас та, был ғәҙәт дауам итеп, ата-бабаларыбыҙҙың ҡайһы бер йолалары әле лә йәшәп килә. Мәҫәлән, тау культы. Ҙурмы, бәләкәйме, иң мөһиме, ғәҙәттә,...