Осрашыуҙар

Осрашыуҙар

Осрашыуҙар

Шулай күтәрелә торғас, Айһылыуҙы оҙон ҡараңғы коридор буйлап алып киттеләр. Кәүҙәһенә көсө етмәй, бик ауыр атлап бара, ә көмөш төҫөндә төрлө оҙонлоҡтағы алты саталы йондоҙ: «Айһылыыыу... Айһылыыыу!!!» – тип саҡыра-саҡыра алдан осоп бара. Айһылыу уның артынан ҡыуып етергә тырыша, шуны тотоп күкрәгенә ҡыҫһа, хәле еңеләйер кеүек...

Бара торғас, йондоҙ юҡҡа сыҡты, Айһылыу коридор буйлап уң яҡҡа боролдо. Ҡаршыһына йәшел япраҡлы ваҡ ҡына еләк сәскәләре төшөрөлгән аҡ күлдәктә һәм аҡ яулыҡта ҡартәсәһе килеп сыҡты.

– Эййй, ҡыҙым, нимә эшләп йөрөйһөң бында, әле һиңә бит бында килергә иртәрәк, әйҙә, мин һиңә кире ҡайтырға юл өйрәтәйем, – ошо һүҙҙәр менән ул Айһылыуҙы етәкләп алды. Бара биргәс, ул да юҡҡа сыҡты.

Ҡаршыһына, Айһылыу бер ваҡытта ла күрмәгән, иренә дүрт кенә йәш сағында вафат булған ҡайныһы килеп сыҡты.

– Һаумы, киленем! Һин уңғанһың, егәрлеһең, рәхмәт һиңә. Ҡәйнәң биргән тотонолған юрған, түшәк, мендәрҙәрҙе йыуып, яңыртып алдың бит. Мин тере булһам, һеҙҙән дә бай кеше булмаҫ ине, иртәрәк китеп барҙым шул. Ҡәйнәңде лә үҙемдең эргәмә алырмын, тик әле түгел, – тине. Ул ҡара костюм, аҡ күлдәк кейгән ине.

Ҡайныһынан һуң Айһылыу өләсәһен осратты. Өләсәһе тере сағында күрше ауылда йәшәй ине. Йәй һайын Айһылыуҙы үҙенә алып ҡайта, бергәләп ҡаҙ себештәрен көтәләр, еҙ самауырҙы ҡайнатып сәй эсәләр. Уның еҙ батмусы, ҡоштабаҡтары, ижауҙары була торғайны. Бына әле лә ҡоштабағын шул ижауы менән ҡырып:

– Эй, балаҡайым, асыҡҡанһыңдыр инде, һиңә аш һалайым тиһәм, табағым буш бит әле, – тип ҡайғырып ултыра.

Мәрттән ҡайтып, был турала әсәһенә һөйләгәс, ул илап ебәрҙе:

– Тормош мәшәҡәттәренә әүрәп, әсәйемә хәйер ҙә бирмәй йөрөйөм икән, хәйер өмөт итеп ята инде, бахырҡайым...

Ошонан һуң әсәһе кесе йома һайын хәйер таратыр, йә ололарҙы йома сәйенә алыр булып китте.

Һорау алыу

Ҡапыл Айһылыуҙы ҡаты ғына итеп артлы ултырғысҡа килтереп ултырттылар. Ике яғына баштан аяҡ күҙ ҡамаштырғыс ап-аҡ, сафлыҡ, паклыҡ бөркөп, нур сәсеп торған кейемдәр кейгән, бәһлеүән кәүҙәле, һылыу йөҙлө ике кеше килеп баҫты. Ҡулдарында семәрле аҡ төҫтәге таяҡтар. Улар Айһылыуға түгел, алға, тура ғына ҡарап һөйләшәләр:

– Исем-шәрифең нисек? – тип һорайҙар.

– Исемем Айһылыу... атайым Әмир.

– Ҡайҙа, кем булып эшләйһең?

Ҡыҙ бөтә һорауҙарға ла яуап бирә.

– Аллаһың кем?

– Владимир Ильич Ленин

ӘстәғфируЛлаһ, Айһылыу бә-ләкәйҙән: «Ленин – юлбашсы!», «Ленин йәшәне, Ленин йәшәй һәм Ленин йәшәйәсәк!» – тигән яҙыуҙарҙы күреп үҫкәйне бит… Ул башын бороп эргәһендәгеләргә ҡарай, ә фәрештәләр, хәҙер ҡыҙ аҡ кейемлеләрҙе шулай тип атаны, һаман шулай һорау биреүҙәрен дауам итәләр.

– Ниндәй доғалар беләһең?

Шул саҡ ҡартәсәһенең, уға тәсбих эшләп биреп: «Ләә иләәһә илләЛлааһ Мөхәммәдәр-расүүлуЛлааһ», – тип әйтергә өйрәткәне, гел шуны ҡабатлап йөрөргә ҡушҡаны иҫенә төштө.

– Кем өйрәтте был һүҙҙәрҙе?

– Ҡартәсәйем өйрәтте. Ул намаҙ уҡый ине...

Айһылыуҙың күҙ алдына иркәләтеп кенә үҫтергән ҡартәсәһе килеп баҫты. Олоғайғас, уның ике күҙе лә күрмәй, ейәнсәре етәкләп тышҡа алып сыға, өйгә индерә, тәһәрәт алырға һыу әҙерләп бирә, намаҙлыҡтарын йәйеп, уның менән бергә намаҙ уҡый. Ҡартәсәһе ураҙа тотһа, таң менән тороп, бергәләп тәмлекәстәр менән сәй эсә, бигерәк тә шәрбәт ҡушып иретелгән май тәмле. Кис етһә, ҡартәсәһенең йомшаҡ юрғаны аҫтына инеп, һыйынып ҡына, һис ҡабатланмай торған әкиәттәрен тыңлай.

Бик күп йылдар үткәс, остаздарынан дини ғилем алғанда, ҡартәсәһе һөйләгән әкиәттәрҙең пәйғәмбәрҙәр тарихы булыуын төшөнә.

Фәрештәләр тағы нимәлер һоранылар, Айһылыу яуапты онотҡан инеме, әллә алдашырға маташтымы, уны шул ваҡиға булған ваҡытҡа ҡайтарҙылар, хатта себендең осҡаны ла ишетелә, бөтә нәмә әлеге мәлдә булып торғандай тойолдо. Аҙаҡ Айһылыу һығымта яһаны, һинең менән булған бер нәмә лә юҡҡа сыҡмай, ғүмерҙең һәр миҙгеле яҙылып бара икән…

(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)

Айһылыу Сәләхова, Сибай ҡалаһы

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


Ике донъя араһында йәшәү...

Сафия өләсәйем Йылайыр районының Һаҡтау ауылында доньяға килә. Буй етер-етмәҫтән 16 йәшен дә тултырмаған ҡыҙҙы, урман аша алыҫ түгел Аралбай ауылындағы ҡатыны вафат булған тол иргә димләп, кейәүгә бирәләр.   Ауылдың бик күренекле муллаһы Абдулла Ыласыновтар араһына килен булып төшә. Балалары...


Ни өсөн Мөхәммәд Пәйғәмбәрҙе ﷺ яратырға кәрәк?

14 августа Рәбиғел айы башлана. Уны Мәүлит айы тип тә йөрөтәләр, йәғни, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ ошо айҙың 12-се көнөндә, дүшәмбелә, сәхәр ваҡытында донъяға килә. Күркәм ай алдынан һәр беребеҙҙең йөрәгендә йәшәгән оло мөхәббәт тураһында һөйләшеп алайыҡ.   Пәйғәмбәребеҙҙе ﷺ яратыуы-быҙҙың...


Оҙаҡ йәшәү серҙәре

Окинава Япон утрауында йәшәүселәрҙең уртаса ғүмер оҙонлоғо ҡатын-ҡыҙҙар араһында 92, ир-егеттәр араһында 88 йәш. Бының сере куркума (һинд зәғферәне) нигеҙендә әҙерләнгән эсемлектәр ҡулланыуҙа, тигән фекерҙә ғалимдар. Эсемлекте даими ҡулланыу онкология сирҙәрен кәметә, инсульт, инфаркт осраҡтарын...


Ни ҡылаһың – шул ҡайта

Мәктәптә барыбыҙ ҙа математика дәрестәрен уҡыныҡ. Унда, иҫәпләп, һанарға ғына өйрәнмәнек, төрлө математик закондарҙы ла үҙләштерҙек. Миңә иң ныҡ иҫтә ҡалған закон – пропорционаллек, йәиһә ике дәүмәл араһында математик бәйлелек. Бында бер дәүмәлдең артыуы икенсеһенең артыуына килтерә. Тимәк,...


Шайтан яҙмалары

Йоҡлай бир   Роя иртәгә математиканан им-тихан бирергә бара. Шуға ла ул бөгөн баш күтәрмәй әҙерләнергә тейеш ине, ә мин уға ҡамасауланым. Һа-һа-һа! Бөгөн иртән әсәһе телефондан шылтыратҡанда ла, уға торорға ирек бирмәнем. Ҡолағына: «Роя! Әле үк уҡып ыҙаланма! Кискә тиклем ваҡыт күп бит...