Боронғо зыяраттар

Боронғо зыяраттар

Боронғо зыяраттар

Ауылдарҙың ситтәрендә генә

Бик боронғо зыяратҡайҙар ҙа бар.

Яҙҙарында тәүге гөлдәр үҫә,

Ҡышын ҡаплап китә ап-аҡ ҡарҙар...

 

Онотолған ҡәберлектәр етем,

Ауылдары бынан күптән күскән.

Нигеҙҙәрен кемдәр эҙләп табыр –

Сүп үләндәр, кесерткәндәр үҫкән.

 

Әруахтарҙың донъяһында йөрөйөм –

Ҡәбер өҫтө тигеҙләнгән күптән.

Танымаҫлыҡ ғәрәп хәрефтәре,

Таштары ла мүкләнептәр бөткән.

 

Ергә сүккән аҡ таштары менән –

Түмгәк-түмгәк боронғо ҡәберҙәр...

Изге йәндәр ятҡан ҡәберҙәрҙе

Иҫләр һуң кемдәр, кемдәр ҡәҙерләр?

 

Заманында изге бабаларым

Мәсеттәрен бергә ҡорғандарҙыр.

Аҙандары киңлектәрҙе үлсәп,

Йыһан шауы менән сорналғандыр...

 

Яҙмыштары – үткән дәүерҙәрҙә,

Йылдар һүтеп-һүтеп аҡҡан ваҡыт.

Таштарынан эҙләйем йылылыҡтар,

Һулыштарын тыңлайым ергә ятып.

 

Йәшәп киткән йылдар миҙгелендә

Күпме серҙәр тороп ҡалалар бит.

Онотолған зыярат өҫтәрендә

Хәҙер килеп өйҙәр һалалар бит.

 

Тигеҙләнгән ҡәбер өҫкәйҙәрен

Ер еләге тотош ҡаплап киткән.

Күбәләктәр оса сәскәләрҙә –

Әллә инде улар йәне микән?

 

...Юл тоттом мин тыуған ауылыма.

Иҫкеһе вә унда яңы зыярат.

Ир-аттары йәшен эскә йота,

Ҡатын-ҡыҙҙар йөрөй – күрәм – илап...

 

Атай-әсәй яңы зыяратҡайҙа,

Ҡәберҙәрен килеп ҡәҙерләйбеҙ.

Килер йылдар беҙгә ни килтерер –

Алдағыһын ғына һис белмәйбеҙ...

 

Рухтарына арнап, һәр йыл һайын

Йәсин уҡый яҡын дин әһелем.

Ни кисерә унда изге йәндәр,

Белеп-аңлап булмаҫ улар хәлен...

 

Яңы зыярат уратылған күптән,

Мал-тыуарҙар унда кермәҫ өсөн.

Минең бында ғәзиздәрем ята,

Һинең дә бар унда ғәзиз кешең...

 

Йолаларҙы боҙмай, йыназалап,

Ерләгәндәр доғаларҙы уҡып.

Гүрҙә ятҡандарҙы иҫкә алып,

Ҡөрьән Кәрим сүрәләрен уҡыт.

 

Ярҙам итһәң етем, фәҡирҙәргә,

Аман булыр ерҙә ырыҫ һәм ҡот.

Үлгәндәргә бары доға кәрәк,

Ятыр улар беҙгә рәхмәт уҡып.

 

Дилә Булгакова

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...


Ҡыҙым йәнһүрәттәргә ныҡ мыуығып китте

Һуңғы ваҡытта балам сит ил йәнһүрәттәрен һәм сериалдарын даими рәүештә ҡарай. Геройҙарына телмәрендә, кейем стилендә, ҡыҙыҡһыныуҙарында оҡшарға тырыша. Ә ундағы өҫтөнлөктәр беҙҙең ғаиләлә һәм йәмғиәттә ҡабул ителгәндәрҙән айырыла. Ҡыҙымдың әле үҫмер генә булыуы мине борсой. Нимә...


Күгәрсен төбәгендәге Әүлиә тауы

Халҡым борондан тәбиғәтте һаҡлаған. Тау, һыу, ағас, йәнлек, ҡош-ҡортһоҙ тормошто күҙ алдына ла килтерә алмаған. Изгеләштергән дә. Ислам дине инә башлағас та, был ғәҙәт дауам итеп, ата-бабаларыбыҙҙың ҡайһы бер йолалары әле лә йәшәп килә. Мәҫәлән, тау культы. Ҙурмы, бәләкәйме, иң мөһиме, ғәҙәттә,...