Ике секунд...

Ике секунд...

Ике секунд...

− Йә бөттө, улым! Асҡыстың ҡайҙа ятҡанын беләһең! Тамаҡ ҡалдырҙым, ашты микротулҡынлы мейестә йылытырһың, йәме? Аллаһ аманат! — тип, Сания Ниязын ҡосағына алып хушлашты, ҡапҡаға табан ыңғайлаған еренән артына йәнә бер боролоп, мәктәпкә кереп барған улын бер талай күҙәтеп торҙо ла, туҡталышҡа йүгерҙе. Ныҡ ҡабаланһа ла, кеҫәһенән телефонын алып, автобусҡа тиклемге ваҡытты самалап ҡараны. Эстән генә һөйөндө: бөгөн улы менән артыҡ мыштырламанылар, ахырыһы, ваҡыт бар әле, кисәге һымаҡ автобусҡа һуңламаҫ.

Туҡталышҡа тиклем апаруҡ ҡына атларға кәрәк. Шығыр-шығыр, тип аяҡ аҫтында ҡар шығырҙаған тауышҡа Сания үҙен ғәмһеҙ һәм бәхетле бала сағына ҡайтҡандай хис итә башланы. Хәҙерге болонья салбар урынына ул саҡта бер ҡат гамаш ҡына ине, әхирәттәре менән тышта сәғәттәр буйына уйнап, һыуыҡҡа нисек бирешмәнеләр икән! Санияның бөгөнгө хис-тойғолары тап шул саҡтағы кеүек! Үпкәләрҙе һыуығы менән өтөп, яндырып барған һауа ла хас бала сағындағылай!

Таң шәфәғе офоҡтоң көнсығыш яғына ҡыҙғылт таҫма булып йәйелгән сихри мәл. «Йә Аллаһ, ҡайһылай матур урында йәшәйем, тормошом етеш, бөтөн, минән дә бәхетлерәк кеше юҡтыр был донъяла», − тип кинәнде Санияның күңеле бер саҡ. Хозур күренешкә оҙаҡ итеп һоҡланып булмай, өшөтә башланы. «Йылдың иң ҡыҫҡа көнө бик һыуыҡ булмаҡсы», − тип уйланы ҡатын һәм аҙымдарын ҡыҙыулатты. Шул саҡ Салауат Юлаев менән Тыныс урамдар сатында ҡулын күкрәгенә терәп ҡарға тубыҡланған бер ирҙең һыны күренде. Ҡап-ҡаранан кейенгән үҙе, арҡаһы көмрәйгән, башын түбән эйгән, уф, был байғош бит хәҙер йығыла! «Йә Аллаһ! Йөрәге һыҙлап баҫҡан ерендә ауып бара түгелме? Тиҙерәк, йәһәтерәк янына барып етергә! Кисекмәҫтән ярҙам итергә, ҡоларға ирек бирмәҫкә кәрәк! Ашығыс ярҙам саҡырырға тура килһә, телефонымдың зарядкаһы бармы икән?! Хәҙер-хәҙер барып етәм, әҙ генә сабыр ит, дуҫҡайым!» − тип бейек үксәле итеге менән таҡыр итеп таҙартылған юлдың тайғаҡ боҙлауығына ауа-түнә тәнтерәкләп, әллә нисәмә тапҡыр йығыла яҙып, Сания сәйер һын янына йүгерҙе. Ошо ҡыҫҡа арауыҡ эсендә ҡайһы бер таныштарының урамда ошондай уҡ ауыр хәлгә тарығандарын иҫкә төшөрөп өлгөрҙө. Ваҡыт күп тә үтмәне, ярҙамға талпыныш ни бары ике секунд дауам иткәндер. Һәм Сания ҡапыл туҡтаны...

Яҡынайғас, кеше тип күренгән был һындың сүп-сар өсөн файҙаланылған махсус уҫлаптай ҙур тоҡ икәнен күреп ҡалды. Кәкрәйә биреберәк ултырғанға күрә лә ҡара моҡсайҙы кешегә оҡшатҡан! Етмәһә, әле һаман ҡараңғы! Төн тиһәң дә була! «Ай, Аллаһ! Ауылыбыҙҙа ҡый-ҡыпыр йыя торған көн бит бөгөн − шаршамбы!» − тип Сания аҙымдарын әкренәйтеп, аптыраған еренән маңлайына һуғып ебәрҙе, ҡысҡырып көлдө һәм автобусын иҫенә төшөрөп, туҡталышҡа табан юлын дауам итте.

«Кескәй генә ваҡыт эсендә мейебеҙҙә йәшен тиҙлегендәй күпме уйҙар сыуала икән, − тип йәнә аптыраны ҡатын. − Ғәжәп, ҡыҫҡа ғына мәл эсендә иҫемә ниҙәр генә төшмәне, күҙ алдымдан тотош ғүмерем үтте, тиергә лә мөмкин. Миңә ошо аҙаҡҡы секундтарым өсөн генә оят түгел. Ҡойроғомдо һыртҡа һалып, күрмәмеш булып уҙыу тураһында уйламай, ярҙамға ашыҡтым! Һуңғы ваҡытта кисергән иң ыңғай тойғоларым ошо булғандыр, ахырыһы! Башҡа көндәрҙә һуң? Һуңғы арауыҡта зиһенеңде һәм йөрәгеңде нурландырған уй-ынтылыштарың булдымы, Сания? Ете ҡат йоҙаҡ аҫтында бикле ятҡан, ваҡыты-ваҡыты менән гаджетҡа әүрәгән балаңа, ғаиләңә ризаһыҙлығыңды белдереп ярһыған, эренләгән күңелеңде үҙгәртеүгә ҡарағанда тыштан аҡ һәм йомшаҡ булып күренеү ап-анһат ул. Уй-ниәтте сафландырған ошо декабрь иртәһен иҫтә ҡалдырып, йөрәктә тоҡанған изге ынтылышты онотмаҫҡа ине!»

Һис ҡасан булмағанса, эшенә ашыҡҡан Санияның уйҙары бөгөн саф һәм яҡты ине. Их, уларҙы сайпылтмаҫҡа көс һәм егәрлелек бир, Раббым! Беҙҙе гонаһлы, шомло уйҙарҙан һаҡла, йөрәгебеҙҙе шәфҡәтле яҡтылығың, шифалы йомартлығың менән дауала!

Светлана Әбсәләмова

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ хәҙистәре

  Аллаһу Тәғәлә, бәндәһенә изгелек теләһә, уға кешеләрҙең ихтыяжын йүнәлтә. Маҡтаусыларҙың йөҙөнә тупраҡ һибегеҙ. Бер насарлыҡ эшләнең иһә, артынан уҡ яҡшылыҡ эшлә. Яманлығың һыҙып ташланыр. Мәрхәмәтлеләргә Аллаһу Тәғәлә мәрхәмәтле булыр. Һеҙ ерҙәгеләргә мәрхәмәтле булһағыҙ –...


Кетерҙәк тәмлекәс

200 гр. көнбағыш майы (һалҡын булһын) 200 гр. һалҡын һыу. 2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо 1 сәй ҡалағы тоҙ   Ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, эслекте әҙерләгәнсе, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Эслеккә төрлө нәмәләр һалырға була (мәҫәлән, туралған алма, фарш менән картуф) Иң тәмлеһе тоҙло кәбеҫтә....


Йәсрибтә Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ тәүге вәкиле

Хаж мәле тамамланғас, барыһы ла үҙ ҡәбиләләренә тарала. Шул иҫәптән, ун ике хажи Йәсрибкә ҡайтып китә. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, Йәсрибтә ислам тураһында һөйләһен, иман килтергәндәрҙе Ҡөрьән уҡырға өйрәтһен өсөн, хажиҙар менән бергә Мусғәб ибне Ғүмәйрҙе ебәрә.   Бер ваҡыт Мусғәб тәүге мосолмандар...


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...


Шайтан яҙмалары

Мәсеткә мин дә йөрөйөм   Әллә һеҙ мине мәсеткә йөрөмәй, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, киреһенсә, мин мәсеткә бик йыш йөрөйөм. Шул тиклем шәп тә инде мин! Һа-һа-һа! Бөгөн һеҙгә һөйләйәсәк ваҡиға ла мәсеттә булған хәл.   Бөгөн көндөҙ мин мәсеткә кергәндә, Дауыт хажи минең арттан килеп инде. Ул...