Пәйғәмбәрҙәр тарихы менән танышыу
Иман юлы, егеүле аттың дилбегәһенә бушанырға юл ҡуймаған көслө ҡуллы күсер шикелле, уңға-һулға тайпылырға ирек бирмәй, алға әйҙәй бирә. Ҡайҙа барһам да дини календарҙар, әҙәбиәт эҙләү ғәҙәтемә әүерелде. Уларҙы уҡыған һайын үҙем өсөн өр-яңы мәғлүмәттәр донъяһын асамын...
Дини йөкмәткеле әҙәбиәтте ныҡлап өйрәнергә тотонғас, яңынан-яңы белем донъяһына юлыҡтым. Уны әллә нисәмә дәфтәр конспект төҙөп уҡып сыҡтым. Шуны ла танымау мөмкин түгел: ҡасандыр ололарҙан ишеткән пәйғәмбәрҙәр хаҡындағы хикәйәт-тәрҙе әкиәткә тартым итеп ҡабул иткәнгә, уларҙың асылын аңлауҙан элек йыраҡ торғанмын. «Пәйғәмбәрҙәр тарихы» китабында яҙылғандарҙы уҡығас, иҫәпһеҙ-хисапһыҙ һынауҙар аша үтеп тә, Аллаһу Тәғәләгә тоғро ҡалған илселәр яҙмышы тураһында яҙылғандарҙы икенсе күҙлектән ҡабул иттем.
Тәүге Атабыҙ Әҙәм , ҡатыны Һауа ҡушыуы буйынса, емеште йота алмай ыҙалана. Шул сәбәпле, ирҙәр боғаҙында төйөр ҡалған, ти. Емеш ағасын һындырғастар ул бик ныҡ илай, хатта ҡан һымаҡ нәмә аҡҡан, тип яҙылған. Был ҡатын-ҡыҙҙың күременә сәбәпсе булған, ти. Ағасҡа ун аҙым яһағаны, ҡулы менән уны һындырғаны өсөн, хәйез көнө өс көндән ун көнгә һуҙылыр, ти. Гонаһ ҡылыу арҡаһында, ирле-ҡатынлы икәү, Ожмахтан ҡыуылып, бер-беренән айырыла, әҙәм малына шайтан ҡатыша, ауырыу-сырхау менән һынала. Тормоштарының да мәшәҡәтле булыуы – барыһы ла Әҙәм ғәләйһиссәләмгә бирелгән бәлә, тиелә. Тарихтан Нух пәйғәмбәрҙең – туфан, Ибраһим пәйғәмбәрҙең – утта яндырылыу, Исмәғил пәйғәмбәрҙең – үҙен ҡорбан итергә әҙерлеге, Яҡуп пәйғәмбәрҙең – һөйгән улы Йософтан айырылыуы, Әйүп пәйғәмбәрҙең – тәнен ҡорт ашау менән һыналғанлығы хаҡында хәбәр бар.
Ҡөрьән тәфсирен уҡый башлағас, әбейем яттан көйләгән «Ән-Нур» сүрәһендә яҙылғандар иҫкә төшә (мәғәнәһе): «Аллаһ – күктәрҙең һәм ерҙең нуры. Уның нуры, нәҡ мейес уйымындағы кеүек, ундағы яҡтыртҡыс шәм быялала. Ул быяла – тап ынйы йондоҙо кеүек... Үҙ нурына теләгән кешене алып бара...”
Хаҡ Тәғәләне күрергә теләүен белдергәс, Күк ҡабағы асылып, Муса пәйғәмбәр ғәреште һәм фәрештәләрҙең теҙелеп торғанын күрә. Хаҡ Тәғәләнең нуры ҡунғанлыҡтан, уның йөҙөнә ҡарарға берәүҙең дә көс-ҡеүәте етмәй. Хатта ки ул йөҙөнә пәрҙә ҡаплап йөрөргә мәжбүр булған. Тағы бер риүәйәттә үҙе бәлиғ булғансы уҡ пәйғәмбәрлек ебәрелгән Ибраһим пәйғәмбәр яҙмышы ла фәһемле.
Аллаһу Тәғәләнән Уға оло-кеселәрҙе, бай-ярлыларҙы иманға өндәргә әмер бирелә. Нәмрүд батша Ибраһим ғәләйһиссәләмде утта яндырырға бойора. Иблис өйрәткән тағанға Ибраһим ғәләйһиссәләмде ҡуйғас, ер-күк фәрештәләре илаштылар. Һандуғас теләктәшлек йөҙөнән, хатта, үҙен утҡа атырға теләй. Бал ҡорто ауыҙына һыу алып, уны утҡа һипмәксе. Аллаһ әмеренә ризамын, тип, Ибраһим береһенең дә ярҙамын ҡабул итмәй. Ут өйөндә Ибраһим ҡырҡ көн, ҡайһы бер риүәйәттәр буйынса ете йыл тора. Ахырҙа, Бөйөк Көстөң хикмәте менән Утҡа үҙ тәбиғәтенән сығырға ҡушыла. Ябраил ҡанаты менән утты һыйпағас, ул гөл-сәскәгә әүерелә. Изге ниәте өсөн Аллаһу Тәғәләнең 1001 исеме менән бүләкләнгән Һандуғас шунан бирле гөл-сәскәләр янында өҙҙөрөп һайрау менән мәшғүл, ти. Шулай уҡ, Бал ҡортоноң да ауыҙында бал яратылып, кешеләр өсөн шифалы булыуға сәбәпсе булған, ти. Быларҙан мәғлүм булғанса, һәр кем Мәрхәмәтле Зат ризалығы өсөн ғәмәл ҡылһа, Уның хозурында урыны тар булмаҫ, тиелә.
Дошмандары Мөхәммәд са-лләллаһу ғәләйһи үә сәлләмде сихырсылыҡта ғәйепләйҙәр, йөрө-гән юлдарына таштар һалалар, үҙен дә юҡ итеү менән янап, уның күҙ алдында фекерҙәштәрен язалап үлтергәндәр.
Күп йылдар халыҡты дини ҡараңғылыҡтан яҡты юлға өндәүгә ҡарамаҫтан, һөҙөмтәлә, Мөхәммәд ﷺ әллә дөрөҫ эшләмәйемме тип, хафалана, шик-шөбһәгә бирелә. Аллаһу Тәғәлә уны үҙ хозуры янына күтәрә. Күктәр араһын биш йөҙ йыл дауамында үтерлек ара. Мөхәммәд Мостафаﷺ ете ҡат күктең һәр бер ҡатында оло пәйғәмбәрҙәрҙе, ғәмәл ҡылып тороусы фәрештәләрҙе күрә.
Фәрештәләр тураһында
Дини йөкмәткеле китаптарҙа, фәрештәләр нурҙан яралған, тип әйтелә. Улар көнө-төнө Аллаһҡа табына, Уны маҡтай. Уларҙың теүәл һанын һәм ниндәй төркөмдә булыуы тик Аллаһу Тәғәләгә генә билдәле.
Күк ҡапҡаһына Хаҡ Тәғәлә тарафынан билдәләнгән фәрештәләргә ошондай вазифалар йөкмәтелгән:
Беренсе ҡат фәрештәһенең бурысы – ғәйбәт һөйләүсене үткәр-мәү.
Икенсе ҡаттағы фәрештәнең бурысы: кешеләр күрһен өсөн генә ҡылынған ғәмәлдәре булғандарҙы артабан ебәрмәү.
Өсөнсөләге фәрештә тәкәббер-ҙәрҙе үткәрмәҫ.
Дүртенсе ҡаттағыһы – үҙенә үҙе иҫе киткәндәрҙе.
Бишенселә – хөсөт ҡылғандарҙы.
Алтынсыла – мәрхәмәтһеҙҙәрҙе.
Етенселә – данға ирешергә телә-гәндәрҙе.
Фәрештәләр Аллаһу Тәғәләнең ҡушҡанын үтәй.
Ябраил ғәләйһиссәләм – пәй-ғәмбәрҙәргә Аллаһ һүҙен еткереүсе.
Исрафил фәрештә – ахыр за-мандың еткәнен белдереүсе. Микаил – тәбиғәт шарттарына яуаплы. Яуым-төшөм, уңышты хәл итә. Баланың әсә ҡарынында үҫешен, уның яҡты донъяға тыуыуын тәьмин итә. Ғазраил – үлем фәрештәһе. Ғүмере бөткәндәрҙең йәнен ала. Әбү Һүрәйрә Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ һүҙҙәрен бына нисек еткерә: көндөҙгө һәм төнгө фәрештәләр бер-береһен алыштыра. Боронғоларҙың, таңда тороп, Аллаһу Тәғәләнән ярлыҡау һорағыҙ, тип әйткәндәренең сәбәбе шунда икән. Сөнки улар Аллаһу Тәғәләгә әҙәм балаларының эшмәкәрлеге тураһында хәбәр килтереп тора. Хаҡ Тәғәләгә Рәхмәт һүҙен еткереүсе фәрештәләр ҙә була икән Ниндәйҙер ауырлыҡтарға юлыҡһа ла, әҙәм балаһы барыбер рәхмәт әйтә белергә тейеш. Ни өсөн, тип уйлайһығыҙ? Аллаһ ﷻ уны ошо бәлә, ҡаршылыҡ менән һынаған өсөн. Бәхет фәрештәһе күңел төшөнкөлөгөнә бирелгәнде айырыуса өнәмәй, ти. Мәҫәлән, кеше, арыным, тип берҙе әйтте, ти. Фәрештә кире һүҙҙән ваз кисергә сәбәп күрһәтә. Икенсе мәртәбә ҡабатлаһа, йәнә үҙ һүҙенән дүндерергә сәбәп бирә. Өсөнсө тапҡыр әйткән кешенән Бәхет фәрештәһе тамам хәлһеҙләнеп, уны ташлап китә. Аллаһу Тәғәләгә шул хаҡта еткергәс, Ул әлеге зарланыусыны арып, хәлдән тайырға мәжбүр итә. Ошоға оҡшаш йәнә риүәйәт бар. Ауырыйым, тип йыш ҡабатлау сирҙе саҡырыуға бәрәбәр. Шуға күрә, мин үҙем дә, ундай саҡтарҙа, Аллаһу Тәғәләгә рәхмәтлемен, сирем үтеүсән булһын, тип доға ҡыламын.
Ике иңебеҙҙәге ике фәрештә тураһында ла әйтеү кәрәк. Улар көн-төн дауамында әҙәм балаһының һәр ҡылығын теркәп барыусылар. Изге һүҙҙәр ҡулланһаң, улар һаны бермә-бер артыр. Көфөр һүҙ әйтһәң, улар кешенән биҙер, ти. Һәр бер кешенең һиҙемләү ҡеүәһе бар.
Ысынында иһә, ул һаҡсы фәрештәләрҙең барлығын күрһә-теүсе билдә.
Ҡөрьән сүрәләренең дә фәреш-тәләре бар. Йорт фәрештәләре лә була Көн һайын йорт эсенә етмеш мең фәрештә тула.
Сәйәхәт итеүсе фәрештәләр Аллаһу Тәғәләне иҫкә алыусыға тап булһалар, бер-берен саҡыралар, тиелә дини китаптарҙа.
(Башы гәзиттең үткән һан-дарында)