Кинәйәле хикәйә

Кинәйәле хикәйә

Кинәйәле хикәйә

Кискеһен ятыр алдынан ҡыҙымдан: «Кем тураһында әкиәт уҡыйым?. Кемде үҙең менән төштәреңә алып китәһең?» − тип һораным. «Принцесса тураһында уҡы», − тине бәләкәсем. Мин, тиҙ генә браузерға инеп: «Принцесса тураһында», − тип яҙҙым. Тәүге сыҡҡан хикәйәт күңелгә оҡшаны, уның менән һеҙҙе лә, үҙ һүҙҙәрем менән һөйләп, таныштырғым килә.

 

«Бер батшалыҡта бик һылыу принцесса йәшәгән. Уның атаһы, король, ҡыҙыма кейәүгә сығырға ваҡыт етте, тип уйлаған. Һәм, ҡыҙҙы һоратып, тирә-яҡтан, илдең бөтә төбәктәренән яусылар килә башлай, бөтәһе лә ҡиммәтле бүләктәр алып килә. Принцесса былай ҙа бай була, шуға күрә уның ҡиммәтле бүләктәргә иҫе китмәй. Ләкин кейәүлеккә дәғүә итеүселәр араһында принцессаға бары тик үҙенең мөхәббәтен генә тәҡдим итә алған ярлы, әммә ҡыйыу бер егет була. Ул король ҡыҙы янына килә лә әйтә:

− Эй һылыуҙарҙан-һылыу принцесса! Мин һине күрҙем дә − ғашиҡ булдым! Бар тыныслығымды юғалттым! Һин донъяла иң матур ҡыҙ. Ләкин миндә, үҙемдең мөхәббәтемдән башҡа, һинең аяҡ аҫтыңа килтереп һалырлыҡ бүләктәрем юҡ. Шуға күрә, һөйөүемде иҫбатлар өсөн, һиңә башҡа төрлө бүләк тәҡдим итәм: мин, яныңа нисек килгәнмен, шул кейемдә, ашамай-эсмәй, һинең миңә кейәүгә сығырға ризалыҡ биреүеңә өмөт итеп, 100 көн һәм 100 төн балконыңдың аҫтында ултырасаҡмын.

Егеттең һүҙҙәре принцессаның күңеленә ята һәм ул, әгәр егет вәғәҙәһен үтәһә, уға кейәүгә сығырға һүҙ бирә.

Яйлап ҡына көн артынан көн үтә. Егет көнөн дә, төнөн дә, эҫе ҡояш нурҙары аҫтында ла, ҡойоп яуған ямғырҙа ла, үҙәккә үтер һыуыҡ төндәрҙә лә һөйгәненең тәҙрәһе аҫтында ултыра. Әммә тәҙрәнән һөйгәненең сағылышын күреп ҡалһа ла, уға был ҡыйынлыҡтарҙы үткәреүе еңел булған. Ә принцесса элеккесә, бер ҡайғыһыҙ, күңелле тормошта йәшәүен дауам иткән. Һирәк-һаяҡ, егеттең урынындамы икәнлеген белер өсөн, балҡонға сығып, уның яғына күҙ һалған һәм шунда уҡ бүлмәһенә инеп киткән.

Һынауҙың 99-сы көнө еткән. Ошо ваҡыт эсендә короллектең егет өсөн көйгән, уны йәлләгән кешеләре, иң ҡыйын сәғәттәрҙә уға рухи яҡтан көс биреү өсөн байрам ойоштора. Ләкин мөҙҙәт тамамланырға бер сәғәт ҡалғас, егет яйлап ҡына урынынан тора ла китеп бара. Халыҡ ни әйтергә белмәй, шаҡ ҡата.

− Ниңә китәһең? Һиңә маҡсатыңа етергә бер генә сәғәт ҡалды бит. Китмә! − ти кешеләр.

Егет ауыр һулап:

− Был һынау миңә генә түгел, принцесса өсөн дә булды, − ти. − Мин был ҡыҙҙың тышҡы ҡиәфәте матур булған кеүек, күңеле лә изгелекле, яҡты, нурлылыр, тип уйлағайным. Һуңғы сәғәткә тиклем, принцессаның миңә мөхәббәт хисе булмаһа ла, исмаһам, йәлләү тойғоһонан, ғазабымды еңеләйтерен көттөм. Уның миңә ярҙам итергә тырышыуын күреү миңә көс бирер ине, һәм мин, әлбиттә, һуңғы мәлгә тиклем һүҙемде тотор инем! Ләкин ул балконға һирәк кенә сығып, минең ғазапланыуымды ғәмһеҙ генә күҙәтеп инеп китә ине. Шул йәнһеҙ сибәркәйҙең балконы аҫтында үткәргән ошо айҙарҙа мин шуны аңланым: физик матурлыҡҡа ҡарағанда күңел матурлығы ни тиклем мөһим икән! Шулай булғас, миңә ниңә кәрәк йәнһеҙ бисә? Мин йөрәге тере булған ҡатынды эҙләйәсәкмен...»

Хикәйәтте уҡып бөткәс, ипләп кенә:

− Хикәйәт оҡшанымы, ҡыҙым? − тип һораным.

− Нормально. Ә ниңә, принцесса бутерброд яһап бирһә, булмай инеме ни?

Күңелемә, әйтеп бөтөргөһөҙ рәхәтлек биреп, йылы йүгерҙе. Еңел һулап, бәләкәсемде күк-рәгемә ҡыҫтым.

 

 

Ольга Савельева

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ вафатынан һуң унан ниҙер һорарға яраймы? Әгәр юҡ икән, мәүлит ваҡытында нәзмдә: «Йә Рәсүлүллаһ, ишфәнә йәүмә ннүшүр (Эй Аллаһ Илсеһе ﷺ! Ҡиәмәт көнөндә беҙҙең өсөн шәфәғәтсе бул)», – тип уҡыла торған һүҙҙәр нимә аңлата? Пәйғәмбәребеҙҙән ﷺ фанилыҡта ла һорарға...


Ғималетдин мулла

«Беҙҙең Сәйетбаба ауылы тарихы яҙылһа, ул бер китап түгел, томдар булыр ине, – ти ауылыбыҙҙың ихтирамлы ағинәйе 93 йәшлек Фәриҙә апай Ғилманова. –Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Өйәнең биръяғында ғына ирҙәре һуғышта үлеп тол ҡалған ҡатындарҙың һаны ҡырҡҡа яҡын ине. Кешеләр яҙмышы ил...


Пәйғәмбәрҙең ﷺ күккә ашыуы

Аллаһу Тәғәлә һөйөклө Пәйғәмбәренә ﷺ: «Был төндә һин Минең ҡунағым, шуға күрә нимә теләйһең, бөтәһен дә һора», – тигән. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ үҙе өсөн бер нимә лә һорамай. Фәҡәт Аллаһтан үҙенең өммәтенә рәхимлек күрһәтеүен үтенә.   Ул төндә Аллаһу Тәғәлә мосолмандарға көн һайын...


Сөләймән һәм Билҡис

Мөнҙир Сөләймән менән булған хәлдәр тураһында бөтәһен дә һөйләп биргәс, Билҡис Сөләймәндең пәйғәмбәр икәнен һәм уның менән көрәшеүҙән мәғәнә булмаҫын аңлай.   Ул пәйғәмбәргә, уның янына барырға һәм уның дине менән танышырға йыйыныуын белдереп, хат яҙа. Хатты сапҡын менән ебәрә һәм...


Әжәл менән яғалашҡанда

Ғәмәлдә, әсә менән ҡыҙ серҙәш була, тиҙәр. Бәлки, күпселектә шулайҙыр ҙа. Ә бына, һикһән йәшкә еткәнсе, оҙон ғүмер юлы үткән кешегә төрлөһөн осратырға тура килде.   Нуриман районының Яманйылға урман хужалығында эшләп йөрөгәнемдә, дөйөм ятаҡханала урман хужалығы техникумында үҙ аллы уҡып...