Хаж сәфәре

Хаж сәфәре

Хаж сәфәре

Һайланғандар иҫәбендә

Әммә Хажға барыр өсөн һәр кемгә юл асылмай шул. Ул үҙенең һөйөклө бәндәләренә генә, һайлап алғандарына ғына аса шул юлын. Миңә юл асылған икән, юҡҡа түгел минең был донъяларҙа йәшәүем...

Тормош шулай ҡоролған: һәр кемгә генә түгел, һәр тоҡомға үҙенең теләге менәнме, әллә үҙе лә белмәйенсә, йәшәү дәүерендә тәбиғәт ҡушҡан ҡанундарҙы боҙорға, йәмғиәт тәртибенә буйһоноп, йә булмаһа, үҙ теләге менән гонаһлы ғәмәлдәр ҡылырға тура килә. Шул мәлдә ул дөрөҫ юлдамы, әллә яңылышамы икәнен белмәҫкә лә мөмкин. Әммә һәр ҡылған ғәмәлең һинең киләсәкке тормошоңа йоғонто яһамай ҡалмай. Теләйһеңме-юҡмы, яуап тоторға һәм уның өсөн нимә менәндер түләргә тура киләсәк. Хатта быны һиңә бер кем дә аңлатып та, һинән һорап та тормаясаҡ.

Ҡайһы ваҡытта бәғзе берәү артыҡ ҙур гонаһтар ҙа ҡылмаған булырға мөмкин, әммә үҙенән алда ғүмер кисергән ата-бабаларының ҡылған ғәмәле өсөн яуап тотоу ихтималы бар. Сөнки һәр кеше үҙе өсөн генә түгел, ата-олаталары быуыны өсөн дә яуаплы.

Шундай тоҡомдар бар: уларҙың ата-бабалары ғилем эйәләре, имамдар һәм муллалар. Йәмғиәт нимә генә талап итмәһен, улар быуындан-быуынға күңеле төпкөлөндәге иманын юғалтмай, киләсәк быуынына тапшыра килә. Йыйылып килгән барлыҡ гонаһтарҙы тоҡомдан алып ташлау, ваҡыт-ваҡыт таҙартып тороу, гендарҙы буталыуҙан аралау – Аллаһу Тәғәләнең һайлап алғандарына ғына биреләлер.

Беҙҙең тоҡомобоҙҙо ла быуын-быуын берәү Хаж ғәмәлдәре үтәү аша таҙартып, сафландырып торалыр, тип, уйларға нигеҙ бар.

Революциянан алда беҙҙең атайыбыҙҙың әсәһе, Ғилмияза ҡәртәсәйебеҙҙең бер туған ағаһы 1865 йылда тыуған Мөхәммәтситдыҡ олатайыбыҙ Хажға йәйәү барған. Ул унда бер йылға яҡын йөрөгән. Уға Хаж ғәмәлдәрен башҡарып, имен-аман әйләнеп ҡайтырға насип булған. Заманына күрә бик уҡымышлы кеше була ул. Яҡын-тирәлә булған уҡыу йорттарында ғилем ала. Зәйнулла ишан, Мөжәүир хәҙрәттәр менән яҡындан аралашып йәшәй.

Миңә Мәккәлә йөрөп әйләнеп ҡайтыу менән, Йылым ауылында йәшәүсе уның ейәне Дамулла ағай һәм уның ғаиләһе менән күрешеп, танышырға насип булды. Шунда ул беҙгә олатайыбыҙ Мөхәммәтситдыҡ тураһында үҙенең белгәндәрен һөйләне:

– Бала сағымдан беҙҙең өйҙә дин йолалары һаҡланды. Беҙҙә ҡартатайым да, әсәйем дә һәр саҡ намаҙ уҡынылар, ураҙа тоттолар. Улай ғына ла түгел, беҙ, балалары ла, ураҙа тота инек. Үҙебеҙҙең ауыл мәктәбендә 6-сы синыфта уҡып йөрөгән сағым. Ураҙа осоро ине. Минең ураҙала йөрөүем тураһында белгән синыф етәксем миңә һыу килтереп тотторҙо ла: ”Мә, эс!” – ти. Ул нисек кенә көсләмәһен, мин эсмәнем, үҙ һүҙемдә торҙом. Эсһәм, ураҙам боҙола бит инде... Башҡаларға һабаҡ булһын, типтер инде, шуның арҡаһында, мине мәктәптән ҡыуып сығарҙылар. Әммә мин, нисек кенә булһа ла, ураҙамды бер ҙә ҡалдырманым.

Бер ваҡыт бала сағымда мин ныҡ ауырып киттем. Шул саҡта, әсәйем ат егеп алып, мине Манһыр ауылына Мөжәүир олатайға алып барҙы. Уларҙың ишеге алдында кеше күп ине. Олатай, минең әсәйемде күреү менән, тиҙ генә саҡырып алды. Мине иғтибар менән ҡараны, оҙаҡ ҡына өшкөрөп, муйыныма, бетеү таҡты. Шунда:

– Кем булаһығыҙ? – тип һораны. Әсәйем үҙенең Йылым ауылынан Ситдыҡтың ҡыҙы булыуы тураһында әйткәйне, олатай:

– Ниңә улай тип әйтәһең, Мөхәммәтситдыҡ ишандың ҡыҙымын, тиген. Уның дәрәжәһе миңә ҡарағанда ла юғары! – тип әсәйемә әйткәнен мин һис тә онотмайым.

Зәйнулла ишан, Мөжәүир хәҙрәт, яҡын-тирәләге үҙе кеүек арҙаҡлы кешеләр менән бергәләшеп, йыш ҡына беҙгә ҡунаҡҡа килерҙәр ине. Шулай өлкән быуын кешеләре йыйылышып, үҙ-ара аралашып, ҡурай моңо тыңлап, ҡымыҙ эсеп ятырҙар ине.

Әсәйемдең атаһы Мөхә-ммәтситдыҡ олатайым, бик хисле, моңло кеше ине. Йәш сағында уның бер туған ағаһы үлеп ҡала һәм бик һылыу, уңған еңгәһе тол ҡала. Ошо еңгәһе Миңлекәйгә ғашиҡ була ул. Эсенә һыймаған хистәре уның күңеленән йыр булып атылып сыға. Хәҙерге башҡорт халыҡ йыры “Бөйрәкәй” йыры бына шулай донъяға тыуа.

Бер килгәнендә Мөжәүир хәҙрәт беҙҙә бер аҙна ҡунаҡ булды. Шунда ул Мөхәммәтситдыҡ олатайымдарҙа үҙенең таянып йөрөгән таяғын иҫтәлек итеп, ҡалдырып киткәйне. Уның үҙ ҡулдары менән яҙған ғәрәпсә яҙыуы әле лә таяҡтан юйылмаған. Бына ул! – тип, беҙгә уның таяғын сығарып күрһәтте. Ысынлап та был таяҡта ғәрәпсә яҙыу эҙҙәре әле лә һаҡланып ҡалған ине. Кешеләр килеп, был таяҡ менән үҙҙәрен өшкөрәләр. Бер йылы хатта Ырымбурҙан Карауанһарайҙың имамы ошо турала ишетеп ҡалып, абыстай менән икәүләшеп, ошо таяҡ менән үҙҙәрен өшкөргән инеләр. “Әле лә уның көсө бар!”– тигән инеләр! – тип һүҙен тамамланы Дәмулла ағай.

Ағайыбыҙҙың оло булыуына ҡарамаҫтан, зиһене асыҡ, хәтере һәйбәт. Бик күпте белә, матур итеп һөйләй. Үҙенең 14 быуынын белә. Ауыл тарихы, ер-һыу атамалары менән ҡыҙыҡһына, балаларына һөйләй. Беҙгә лә бик күп фәһемле нәмәләр һөйләне. Үҙенең балалары ла, ейән-ейәнсәрҙәре лә диндәләр. Һәр ҡайһыһынан тыйнаҡлыҡ, тәрбиәлелек һирпелеп тора, олоно – оло, кесене кесе итә беләләр. Балалары төрлө тарафтарҙа матур итеп донъя көтөп йәшәп яталар. Уны тыңлап, беҙ туғандарыбыҙ менән яҡындан танышып, үҙебеҙҙең ныҡ тамырҙан икәнебеҙгә инанып, үҙебеҙгә көс һәм дәрттәр алып, ҡайтыу яғына юлландыҡ.

Ошо Мөхәммәтситдыҡ олатайҙан һуң, Хаж ғәмәлдәрен үтәү миңә насип булғанын аңлау миндә ҙур кинәнес һәм ғорурлыҡ тойғоһо тыуҙырҙы.

Анау тиклем ауырлыҡтар һәм һынауҙар аша үтеүем бушҡа ғына түгел. Күрәһең, Аллаһу Тәғәләм булған барлыҡ ата-олаталарымдың һәм үҙемдең гонаһтарымдан шулай арындырғандыр мине. Мең шөкөрҙәр ҡылам һинең рәхмәтеңдә булғаныма, Аллаһу Тәғәләм!

Ә уның шулай булғанына мин, ғөмрәгә килмәһәм, ышанмаҫ та инем. Ышаныр өсөн кемдәндер ишетеү кәрәкмәй, ә үҙең аша барыһын да үткәрергә кәрәк. Был донъяға килгәнеңә мең шөкөрҙәр ҡылып, һәр атҡан таңыңа, һулаған һауаңа, эскән һыуыңа, ырыуыңа, балаларың, ирең, туғандарың булыуына ҡыуанып, уларға иҫәнлек-һаулыҡ, бәхеттәр теләп, йәшәргә лә йәшәргә генә ҡала...

...Алтынсы көн иртә таңдан юлға сыҡтыҡ. Был төн беребеҙ ҙә йоҡламаны, хатта күҙгә йоҡо инмәне лә. Әл-Хәрәм мәсетендә Ҡәғбәлә булдыҡ. Барлыҡ теләктәребеҙҙе ҡат-ҡат теләп, намаҙҙар уҡып, шифалы зәм-зәм һыуын туйғансы эсеп (туйып буламы икән?!), Ҡара таш тирәләй бер туҡтауһыҙ әйләнгән халыҡҡа ҡарап, таң ҡалып, таңға ҡарай ғына ҡунаҡханабыҙға әйләнеп ҡайттыҡ. Һис тә айырылаһы килмәй ине, һәр ҡайһыбыҙ менән дә шул хәл икәне күренеп тора.

– Әл-Хәрәм мәсетендә уҡылған бер намаҙ беҙҙең башҡа урында уҡылған бер намаҙыбыҙ менән сағыштырғанда, йөҙ мең намаҙға торош, тине хәҙрәтебеҙ. – Хатта ошонан бөтөнләй ҡунырға ла ҡайтмай, намаҙ уҡып ултырыусылар бихисап. Бында уҡылған намаҙҙар кешенең ғүмерен күпкә оҙайта, – тине...

Йәнгә шифа, тәнгә дауа зәм-зәм һыуын күпме теләйһең, шул тиклем үҙең менән алырға була. Беҙ икешәр пластик шешәләр менән алып ҡайтып, отелдә эсеп йөрөнөк. Ҡайтҡан саҡта Сәғүд Ғәрәбстанының короле беҙҙең һәр беребеҙгә бишәр литр зәм-зәм һыуы бүләк итте. Уларҙы беҙгә ҡайтыр саҡта Мәккәләге аэропортта таратып бирҙеләр...

...Мәккәлә булып ҡайтыу мәңге онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Күңелемдән булған юшҡындарҙы йыуҙы, тормошома өр-яңы мәғәнә һалды, үҙемде был донъяға яңынан тыуҙырғандай, таҙартып ҡайтарҙы...

Быларҙың барыһы өсөн дә бер Аллаһу Тәғәләмә һәм күңелендә иман нуры балҡыған изгелекле балама рәхмәтем ҙур! Аллаһу Тәғәләмдең рәхмәтендә генә бул, балаҡайым!

19.03.2020.

(Башы гәзиттең үткән һан-дарында)

Таңһылыу Йәнтүрина

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


Башҡорт халҡында бала тыуғас башҡарылған йолалар

«Башҡорттарҙа матур йолалар бар», – тигән башҡорт халҡының йолалары менән ҡыҙыҡһынған венгр ғалимы Йозеф Торма. Башҡа халыҡтарҙағы кеүек үк, башҡорттар араһында ла, ғаиләлә баланың донъяға килеүе ҙур шатлыҡ һаналған. Баланың донъяға килеүен ҡаршылауға әҙерләнеү, әсә ауырға ҡалғас...


Мал тотоу – ҡот тотоу

(йәки әсәйемдең ауылдаш ҡатындың күҙһенгән һыйырын миңә нисек тәрбиәләргә өйрәтергә тырышыуы)   Электән һәр оҫта үҙ һөнәрен өйрәнсеккә ҡалдырған. Нәҫелдән килгән оҫталыҡмы, ҡайҙалыр, йә кемдәндер өйрәнгәнһеңме – мөһим түгел. Эшеңде дауам итеүсе үҙ һөйәгең булһа, тағы ла яҡшылыр...


Сабир хәҙрәт

2005 йылдың яҙ башы. Башҡортостан телевидениеһынан Ғафури районы Сәйетбаба ауылында төшөрөләсәк «Ҡуласа» тапшырыуы тураһында хәбәр килгәс, тыуған ауылыма юлландым. «Ҡуласа» тапшырыуының авторы һәм алып барыусыһы Әлфиә Сәлимйән ҡыҙы Батталова тапшырыуҙың темаһын һәм маҡсатын...


Шайтан яҙмалары

  Һинең унда ни эшең бар? Һа-һа-һа! Һа-һа-һа! Һа-һа-һа! Мин тәүҙә рәхәтләнеп көлөп алайым әле, шунан һуң һеҙгә бер ҡыҙыҡ һөйләрмен. Һа-һа-һа! Мин бәләкәй балаларҙы, үҫмерҙәрҙе һәм йәштәрҙе генә төп башына ултыртмайым бит ул, өлкән кешеләрҙе лә алйотландырам. Кешеләр, мин һеҙҙең...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Ауыҙ асҡанда уҡыла торған доға «Аллаһүммә ләкә сумтү үә бикә әмәнтү үә ғәләйкә тәүәккәлтү үә ғәлә ризҡиҡә әфтартү фәғ-фирли – Йә Ғаффәру, мә ҡаддәмтү үә мә әххартү». Мәғәнәһе: «Эй, Раббым! Һинең Ризалығың өсөн генә ураҙа тоттом. Һиңә генә иман килтерҙем. Эштәремде тик...