Хаж ҡылған кешенең күңеле үҙгәрә

Хаж ҡылған кешенең күңеле үҙгәрә

Ишембай районының Этҡол ауылы китапханаһында “Күңелем доғалары” тип исемләнгән бик матур осрашыу үтте. Ауылдың ап-аҡ яулыҡлы иманлы ҡатын-ҡыҙҙары йыйылған был сараға төрлө тарафтарҙан ҡунаҡтар саҡырылғайны. Баш ҡалабыҙ Өфөнән “Әс-сәләм” гәзите хеҙмәткәрҙәре Зөлфиә Ханнанова һәм Әлфиә Батталова, Салауат ҡалаһынан дини мәҡәләләләр яҙыусы Зәйтүнә Көҫәпова, Сибайҙан мөғәллимә, дини китаптар авторы Айһылыу Сәләхова, Мәләүездән Минзилә Исмәғилева. Әйтергә кәрәк, саҡырылған ҡунаҡтарҙың барыһы ла хажиә булып сыҡты. Шуға ла һөйләшеүҙең башлыса изге хаж ғәмәле хаҡында барыуы тәбиғи булғандыр. Киң билдәле Мәхмүт ишандың һуңғы төйәге булған Этҡол ауылы үҙенең матурлығы, төҙөклөгө менән генә түгел халҡының ихласлығы, күркәм иманлы булыуы менән дә әсир итте. Ошо осрашыуҙы ойоштороуға күп көс һалған Ләлә Мәхмүтова, Рәсүл Ғарифуллин һәм Гөлдәр Йәрмөхәмәтоваға ҙур рәхмәттәребеҙҙе белдереп, уҡыусылар иғтибарына хөрмәтле дин ҡәрҙәшебеҙ Зәйтүнә Көҫәпованың сығышын тәҡдим итәбеҙ:

Хаждың тарихы бик борондан килә. Атабыҙ Әҙәм (беҙҙең эраға тиклем 5500-4500) һәм әсәбеҙ Һауа ожмахтан ҡыуылып, икеһе ике ергә айырым-айырым төшөрөлә. Әҙәм ғәләйһиссәләм Цейлон утрауына, ә Һауа – хәҙерге Джидда ҡалаһы урынына. Джидданың тәржемәһе – әбей, өләсәй.

Был ҡала Ҡыҙыл диңгеҙ буйында урынлашҡан. Хажиҙар самолет менән бында килеп төшә. Унан Мәккәгә 100 саҡрым автобус менән юлын дауам итә.

Әҙәм менән Һауа 200 йылдан һуң ғына (ҡайһы берәүҙәр 100-150 йыл, ти) Ғәрәфә тауы янындағы Мөздәлифә (тоташыу тип тәржемәләнә) тигән ерҙә осраша. Ошо ерҙәрҙә хажиҙар һынау үтә лә инде. Улар көнө буйы Ғәрәфә тауында тора, ә төнөн Мөздәлифәлә асыҡ ерҙә йоҡлай. Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ, төрлө милләттән йыйылған 2-5 млн. аҡтан кейенгән хажиҙар тауҙы ҡаплап баҫып торалар. Ошо күренеш хажиҙарҙа иң көслө тәьҫир ҡалдыра. Был күренеш ҡиәмәт көнөндә мәйеттәрҙең ерҙән ҡубарылып сыҡҡанын хәтерләтә. Бында барыһы ла бер – байы ла, фәҡире лә, батшаһы ла, көтөүсеһе лә.

Атабыҙ Әҙәм менән әсәбеҙ Һауа тынысланып йәшәй башлағас, Әҙәм Аллаһу Тәғәләгә мөрәжәғәт итә. Ғәфү итеүен үтенә һәм Үҙенең мәрхәмәте менән охмажтағы кеүек ғибәҙәтхана биреүен һорай. Уның теләген Аллаһу Тәғәлә ҡабул итә һәм Мәккәләге хәҙерге Ҡәғбә урынында күктән төшкән нурлы болоттар бағанаһы барлыҡҡа килә. Әҙәм ғәләйһиссәләм, ожмахтағы фәрештәләр ҡылған ғәмәлгә оҡшатып, нур бағанаһы тирәләй көн дә 7 ҡат урап, Аллаһҡа маҡтау әйтеп йөрөгән була. Хәҙер ҙә Ҡәғбәтулла тирәһендә хажиҙар 7 ҡат әйләнеп сыға, был тәүәф тип атала. Әҙәм ғәләйһиссәләм вафат булғас, теге бағана юҡҡа сыға, йәки ҡабат күккә алына. Әҙәм ғәләйһиссәләмдең улы Шис (Сиф) ошо урынға элекке формаһына оҡшатып, таштан һәм балсыҡтан ғибәҙәтхана Ҡәғбәне (Куб тип тәржемә ителә) төҙөй. Туфан ваҡытында был төҙөлөш емерелә, юйыла.

Күп йылдар үткәс, Ибраһим (Абраам) пәйғәмбәр (яңы эраға саҡлы 2000-се йылдарҙа йәшәгән) был эште дауам итә. Ул, үрҙә яҙылғандарҙы белмәһә, үҙе йәшәгән урыны Фәлестандан икенсе ҡатыны Хәжәр менән бәләкәй Исмәғилде ҡоро, ташлы, һыуһыҙ Мәккәгә алып барып ташламаҫ ине (Ырыу инәһе Сара, Мысыр батшаһы Ибраһимға бүләк иткән ҡол ҡатын Хәжәрҙе, бергә һыйыша алмағас, ҡыуырға ҡуша). Ибраһим пәйғәмбәр Мәккәгә ризыҡтар килтереп торған, ләкин Хәжәр менән Исмәғилде һыу ҡытлығы аптырата.

Бер ваҡыт Хәжәр, Сафа һәм Мәрүә тауҙары араһында улын ҡалдырып китеп, һыу эҙләй. 7 тапҡыр урап сыға, һыу тапмай. Улы янына килһә, шишмә булып һыу сығып ята – фәрештә ярҙамында инеш барлыҡҡа килә – ул һыу “Зәм-зәм” тип атала.

“Әгәр һин был һыуҙы эсеп берәр ауырыуҙан терелдең икән, бел, һине Аллаһ үҙе терелтте. Әгәр тамағың туйһын өсөн эскән булһаң – Аллаһ һине туйындырасаҡ, һыуһыныңды баҫыр өсөн эскән булһаң – Аллаһ һыуһыныңды баҫыр. Ул Аллаһтың Исмәғил ғәләйһиссәләмгә Ябраил фәрештә тарафынан ерҙән сығарылған оло бүләге. Әгәр ул һыуҙы, Аллаһунан үҙеңде яҡлауҙы һорап эсһәң, Раббығыҙ яҡлар һине”, – тиелә хәҙистә.

Ибраһим пәйғәмбәргә Аллаһтан Исмәғил улын (12 йәштәрҙә була) Ҡорбан итергә әмер килә (Ул ваҡыттарҙа балаларҙы ҡорбанға салыу ғәҙәти хәл һаналған). Улына һөйләгәс, улы атаһына ҡаршы килмәй. Мина тигән ерҙә Ҡорбан сала торған урын була. Мина – ҡойоу, түгеү тигәнде аңлата. Ҡорбандың ҡандары аҡҡанға шулай тип аталғандыр, тиҙәр.

Минаға китеп барғанда Исмәғил янына өс мәртәбә шайтан килеп, вәсвәсә һала. “Һин ҡайт, атайыңа әмер килмәгән, ул һине үлтерергә уйлай”, - ти. Исмәғил шайтанға таш бәреп ҡыуа. Был хәл Ибраһимға һынау өсөн генә бирелә. Бысаҡ үтмәй, һикереп тик тора. Унан һуң, Аллаһу Тәғәлә һарыҡ бирә. Ибраһим , эштең асылын аңлап, уны ҡорбан итә. Шунан һуң ул халҡына балаларҙы ҡорбан итеүҙе ҡәтғи тыя.

Хажиҙар Минала, шайтанға таш бәргән кеүек, өс бағанаға етешәр таш ата. Был ғәмәл өс көн эшләнә. Минала хажиҙар көплө сатырҙарҙа (палатка) йәшәй. Ундай сатырҙар бик күп. Улар ҙур, уттан янмай торған итеп эшләнгән. Унда кондиционерҙар эшләй. 20-25 кешене бергә урынлаштыралар, бер кешегә 1 метр киңлегендәй урын бирелә, иҙәнгә балаҫ йәйелгән. Бында ҡорбан салалар, тик хажиҙар был эште үҙҙәре күрмәй. Алдан 100 доллар аҡса йыйып ҡуялар ҙа, Мәккәгә ҡайтҡас, иттең өлөшөн килтереп бирәләр.

Исмәғил үҫә төшкәс, Ибраһим ғәләйһиссәләм уның менән Ҡәғбәтулланы тергеҙергә була. Изге Ҡәғбәнең диуарҙарын төҙөгәндә Ибраһимға ғәҙәттән тыш бер таш ярҙамсы булған. Ул ташҡа баҫып тора, ә таш кәрәк саҡта уны күтәрә, кәрәк саҡта төшөрә. Шул ташта уның аяҡ эҙҙәре ҡалған. Әле улар үтә күренмәле көмбәҙ аҫтына урынлаштырылған. Ул Ибраһим мәҡәме тип атала. Уның янында хажиҙар, тәүәф ҡылып бөткәс, ике рәҡәғәт намаҙ уҡый.

Ибраһим менән Исмәғил изге Йортто төҙөү менән мәшғүл булған арала ерҙә ап-аҡ таш пәйҙә була. Ябраил фәрештә ҡанатында килтергән был бүләкте Йорттоң тышҡы стенаһына нығытып беркетеп ҡуялар. Әле лә таш шул урында тора. Ләкин ваҡыт үтеү менән таш ҡарайған. Шуға күрә Ҡара таш тип йөрөтәләр. Ошо күренештәр менән бәйләп Ҡәғбәне (хәҙер инде ҙур мәсет) Аллаһ Йорто тип атайҙар. Ожмах та күктә шул тапҡырҙа, ти.

Ҡәғбәне тәүәф ҡылып бөткәс, шул Ҡара ташты хажи үбеп китә, барып етә алмаһа, ҡулы менән ишара яһай. Унан Ибраһим мәҡәме янында намаҙ уҡый, һуңынан зәм-зәм һыуы эсә лә, сағый ҡылырға китә. Сағый – ул Мәрүә һәм Сафа тауҙары араһында, Хәжәр кеүек, ете ҡат йүгереү (араһы 395 м). Ҡәғбәтулла тирәһендәге был йолала яҡынса 12-18 км юл үтелә. Ни өсөн ҙур айырма – сөнки тәүәфте, бик ҡыҫылып булһа ла, Ҡәғбәгә яҡын йөрөргә була, иркенләп йөрөйөм тиһәң, ситтән урарға була.

Был хаж йолаларын нисек үтәргә икәнен Ибраһим , Ябраил фәрештә кәңәше буйынса, үҙ халҡына өйрәтеп ҡалдырған.

Хаж ике төрлө була: хаж һәм ғөмрә хаж (умра), беҙ уларҙы оло хаж, кесе хаж тип тә йөрөтәбеҙ.

Оло хаж фарыз, мотлаҡ. Бында бар йолалар ҙа үтәлә. Тәүәф, сағый, Мина (таш бәреү) Ғәрәфәлә, Мөздәлифәлә тороу. Ул Зөлхизә айында була, Ҡорбан байрамы алданыраҡ самалап юлға сығалар, 20-25 көн ваҡыт кәрәк.

Кесе хаж – пәйғәмбәребеҙҙең сөннәте, барһаң − сауаплы, бармаһаң − гонаһы юҡ. Был хажда Мәккәнән сыҡмайҙар, тәүәф, сағый ғына ҡылалар. Быларҙы бер үтәү − ғөмрә була. Һәр көн ғөмрә үтәргә була. Үҙең өсөн, әсәйең, атайың өсөн, тағын кемгә теләйһең. Кесе хажда 10 көн булалар. Ғөмрә хажға ниндәй айҙа барһаң да ярай.

Мәккәләге Аллаһ йорто “Әл-Харам” мәсете тип атала. Харам – тимәк, уға тейергә ярамай, изге ер. Уны емерһәләр, ахырызаман була, ти. Ул мәсеттең ҙурлығына иҫ китерлек. Ҡәғбә шул мәсеттең уртаһында, асыҡ ерҙә ултыра.

Хажиҙарҙы хаждан алда йәки һуңынан Мәҙинә ҡалаһына ла алып баралар (Мәккәнән 500 км йыраҡлыҡта). Ундағы Пәйғәмбәр мәсетендә бер намаҙ уҡыу башҡа ерҙә уҡыған намаҙға ҡарағанда, мең тапҡырға хәйерлерәк. Ә “Әл-Харам” мәсетендә уҡыған намаҙ был мәсеттә уҡығанға ҡарағанда, йөҙ мәртәбә хәйерлерәк, тип Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйтеп ҡалдырған. Мәҙинәгә барыу хаж ғәмәленә инмәй.

Сәйәхәттәрҙә шулай уҡ Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ менән бәйле урындар: Рәхмәт, Нур, Тур, Өхөд тауҙарына алып баралар.

Хаж ҡылған кешенең күңеле үҙгәреп ҡайта, дине нығына. Юҡҡа ғына исламдың бағанаһының бишенсеһе хаж тимәгән бит.

Хаж ҡылырға теләктәре булған барса мосолмандарға ла Аллаһу Тәғәлә ниәттәрен тормошҡа ашырып, юлдарын асһын ине!

Зәйтүнә Көҫәпова

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


Мандарин бәлеше

  Ҡамыр өсөн: 1 йомортҡа 50 г шәкәр 60 мл көнбағыш майы 100 мл һөт 1 балғалаҡ ванилин 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс 160 г он 4-5 мандарин 1 аш ҡалағы аҡ май 1-2 аш ҡалағы шәкәр   Әҙерләү: Мандариндарҙы, ҡабығынан әрсеп, урталай киҫегеҙ. Бешерәсәк табаға (20 см диаметрында) май...


Башҡорт халҡында бала тыуғас башҡарылған йолалар

«Башҡорттарҙа матур йолалар бар», – тигән башҡорт халҡының йолалары менән ҡыҙыҡһынған венгр ғалимы Йозеф Торма. Башҡа халыҡтарҙағы кеүек үк, башҡорттар араһында ла, ғаиләлә баланың донъяға килеүе ҙур шатлыҡ һаналған. Баланың донъяға килеүен ҡаршылауға әҙерләнеү, әсә ауырға ҡалғас...


Рамаҙан килде

Хатта ҡояш та йылмайҙы, Күңелгә шатлыҡ тулды. Һөйөнәйек, эй ҡәрҙәштәр, Рамаҙан айы килде!   Дуҫтар, беҙ сәхәр торайыҡ, Ҡөрьән хәтем ҡылайыҡ, Шайтандарҙы беҙ ҡыуайыҡ, Рамаҙан айы килде!   Ғәфләт ваҡыты түгел ул, Нәфрәт айы түгел ул. Аллаһ рәхмәтен яуҙырған Рамаҙан айы...


Эфиопия илселәре

Эфиопияла йәшәгән мосолмандарҙан Мәккәлә һуңғы Пәйғәмбәр ﷺ пәйҙә булыуын ишеткәс, уның менән осрашырға 20 христиан эфиоп Мәккәгә илсе булып килә. Улар Аллаһ Рәсүленә ﷺ бик күп һорауҙар бирә һәм бөтәһенә лә тулы яуап ала. Пәйғәмбәр ﷺ уларға Ҡөрьәндән аяттар уҡый һәм исламдың асылын аңлата....


Тәбүтте ҡайтарыу

Тәбүттең (һандыҡ, табут) тарихын ҡыҫҡаса һөйләп үтәйек.   Әҙәм ғәләйһиссәләм Ожмахтан ергә күсерелгәс, Ғаләмдәр Раббыһы уға тәбүт бирә. Уның оҙонлоғо − өс, киңлеге ике беләк үлсәме була, тип әйтелә «Ас-Сауи» һәм «Ғәраис» китаптарында. Һандыҡ Ожмахтағы шәмшәз...