Хаж сәфәре

Пәйғәмбәребеҙ рухы шәрифтәренә сәләм биреү.
Беҙ туҡтаған ҡунаҡхана Мәҙинә мәсетенән алыҫ түгел. Йәйәү атлағанда, 10-15 минут бараһың. Ҡунаҡханаға урынлашҡас та, ресторанға инеп, ашап-эсеп алдыҡ та, мәсеткә йүнәлдек. Хәҙрәт беҙҙе таныштырып барҙы: юлда кибет-магазиндар теҙелеп киткән. Күберәк ялтырап торған алтын-көмөш һәм башҡа шундай ҡиммәтле нәмәләр тултырылған, күҙҙең яуын алып тора. ”Бында алтын күп һәм беҙҙәгенә ҡарағанда арзаныраҡ, сөнки сифаты түбән,” – тине хәҙрәт.
Мәсет алдындағы ҙур майҙанға ап-аҡ мәрмәр таш түшәлгән. Ә өҫтән, ҡояшты күләгәләп, ҙур, ап-аҡ сатырҙар ҡуйылған. Шуларға тоташтырылған һыу һиптергестәрҙән көнө буйы һыу тамсылары һиптерелеп тора, һауа шуға бында ҡоро түгел, эҫелек артыҡ һиҙелмәй. Ул сатырҙар эҫелә күләгәләп, асыҡ тора, ә һалҡын ваҡытта ябыҡ тора, тинеләр.
Беҙҙең маҡсат: иң тәүҙә Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт салләллаһу ғәләйһи үә сәлләмдең мәсетенә барып, уның ҡәберен күреү һәм Рәсүлуллаһҡа сәләм биреү. Мәҙинә мәсетен урап үтеп, арғы яғына барып туҡтаныҡ. Унда, мәсет тышындағы таш майҙанда, төркөм-төркөм булып, кешеләр намаҙҙа ултыралар. Беҙ ҙә шунда туҡтап ҡалдыҡ.
Хәҙрәт алға баҫты ла беҙҙе таныштыра башланы:
− Беҙ үҙебеҙҙең Хаж ғәмәлебеҙҙе пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәдтең рухы шәрифтәренә сәләм биреүҙән башларға тейешбеҙ. Беҙҙең алда − Пәйғәмбәребеҙҙең мәсете. Ул хәҙер − ирҙәр өсөн мәсет. Элек ошо урында уның Ғәйшә менән бергә йәшәгән өйө булған. Пәйғәмбәр вафат булғас, уны ерләр өсөн Ғәйшә өйөнөң бер яғын бүлеп биргән. Уның сәхәбәләре, ислам дине яҡлы кешеләр был ергә ағылып килгән, унан бер ҡасан да кеше өҙөлмәгән. Шунлыҡтан, Ғәйшә өйөн мәсеткә әйләндергән, − тип, тыйыла алмайынса, илай-илай, һөйләне Абдулла хәҙрәт.
Уның һөйләгәнен тыңлағанда, беҙҙең күҙҙәрҙән дә субырлап йәш аҡты. Һөйләп бөткәндән һуң ул: − Хәҙер мин Пәйғәмбәребеҙ рухы шәрифтәренә сәләм бирәм, һеҙ минең арттан ҡабатлағыҙ, − тине. Беҙ шым ғына тантаналы тауыш менән уның артынан ҡабатлайбыҙ. Күҙ йәштәре ағыуҙан туҡтамай. Унан һуң күмәкләшеп, шунда уҡ имамыбыҙ артына теҙелешеп, сәләмләү намаҙына ултырҙыҡ. Намаҙ тамам булғас, хәҙрәт беҙҙе бер аҙ арыраҡ ятҡан сәхәбәләр зыяратына алып китте.
− Ул ислам дине өсөн һуғышта шәһит киткән сәхәбәләрен ошо ерҙә ерләй торған булған. Ысын мосолман нисек ерләнергә тейеш, мин һеҙгә шуны күрһәтергә теләйем, − тип, һүҙен дауам итте хәҙрәт. Беҙҙе бейек ҡойма аръяғында урынлашҡан ҡәберлектәр янына алып барҙы. Күҙ күреме ерҙәге сүллектә иҫәпһеҙ-һанһыҙ ҡәберлектәр теҙелеп киткән.
Ҡәберҙәрҙең ике яғына: баш һәм аяҡ остарына ус аяһындай ғына таш ҡуйылған... башҡа бер ни ҙә юҡ.
− Хаҡ мосолмандар бына ошолай ерләнергә тейеш. Ҡәбер өҫтөнә төрлө нәмәләр ҡуйып, ауырлыҡ килтерергә ярамай, − тине хәҙрәт беҙгә, ошо ҡәберҙәргә күрһәтеп. Кеше бында байтаҡ ҡына ине. Беҙ, эстән генә доғаларыбыҙҙы уҡып, сәхәбәләр рухына сәләм бирҙек. Бер ни тиклем торғас, өнһөҙ генә кире әйләндек. Күҙ алдында ошо күренеш уйылып ҡалды... Хәҙер беҙ Мәҙинә мәсетенең артҡы яғында. Был яҡта ла төркөмтөркөм халыҡ күп: кемдәр генә юҡ ине бында. Ер шарының бар тарафынан да халыҡ ошонда ағыла. Һәр кем Пәйғәмбәребеҙ рухы шәрифтәренә сәләм бирергә, тип килгән. Хәҙрәт:
− Хәҙер сәләм бирер өсөн апаларҙы эскә индерәбеҙ. Был мәсеткә ҡатын-ҡыҙҙарҙы, ирҙәр юҡта ғына, иртәнсәк һәм кискеһен сәғәт 7-нән 9-ға тиклем индерәләр. Әле − киске сәғәт 7. Кеше әҙ булһа, бәлки, инә алырһығыҙ. Һеҙҙе Әлфиә абыстай үткәрер, − тип, абыстайға эйәртеп, беҙҙе мәсеткә индереп ебәрҙе. Әммә унда кеше шул ҡәҙәре күп ине, беҙ, хатта, эстә урынлашҡан Пәйғәмбәребеҙ мәсетенең ҡапҡаһына ла яҡынлай алманыҡ.
Иртәгә иртә менән килергә ниәтләп, унан кире сығып, артҡы ишектән Мәҙинә мәсетенә индек. Ишек төбөндә ҡап-ҡара кейенгән ике полицай ҡатын сумкаларҙы астырып тикшереп, үҙебеҙҙе ҡапшап үткәрә. Башта ошолай тикшереүҙәре ҡыйын кеүек ине, аҙаҡтан өйрәнеп киттек. Аяҡ кейемдәрен ҡалдырыр өсөн ишек төбөнә бейек итеп эшләнгән шкафтар ҡуйылған. Күбеһе аяҡ кейемен ҡалдыра ла, эскә ялан аяҡ, йә ойоҡсан үтә.
Беҙ ҙә, икенсе аяҡ кейемен кейеп, намаҙ уҡыған ергә йүнәлдек. Юл буйына теҙеп, һауыттар менән һыу ҡуйылған. Халыҡ иҫ китмәле күп. Кемдәр генә юҡ: имсәк балаһынан башлап, саҡ атлап йөрөгән ҡарт-ҡороға тиклем. Намаҙ өсөн иҙәндәргә балаҫтар түшәлгән, бар ерҙә − таҙалыҡ. Күмәк кеше араһынан йырып инеп, буш урын табып, балаҫ өҫтөнә теҙләндек. Меңәрләгән кеше менән бергәләшеп, ахшам намаҙын уҡыныҡ.
11.Мәҙинә мәсете.
Абыстай беҙгә: − Мәҙинә мәсетендә уҡылған бер рәҡәғәт намаҙ, башҡа ерҙә уҡылған мең намаҙға тиң, – тине. Мәҙинә мәсете − эс яҡтан да, тыштан да ифрат бай, матур. Мәсеттең эсе бик үҙенсәлекле итеп, төрлө орнаменттар менән биҙәлгән. “Түбәгә тоташтырылған колонналар ҙа, намаҙ урындарын бүлер өсөн ҡулланылған ҡапҡалар ҙа саф алтындан эшләнгән”, − тинеләр. Барыһын да әллә күпме миллиард долларға Американан алдырғандар, ти.
Бындағы халыҡтың ҡайҙан килгәнен кейемдәренән һәм һәр кемдең муйындарына тағып алған бейджиктар аша белергә була. Ул ике телдә яҙылған, береһе халыҡ-ара тел иҫәпләнгән инглиз телендә. Байтаҡ ваҡыт үткәс, төрлө телдәрҙәге халыҡ менән аралашырға өйрәнеп алдыҡ.
Ымдар, хәрәкәттәр, тел аша үҙ-ара аңлашабыҙ, ярым-ярты, әлбиттә. Күмәк кеше араһында аҙашмаҫ өсөн, бер-беребеҙҙе ҡарап ҡына, эйәреп йөрөйбөҙ. Беҙҙекеләрҙе әлеге лә баяғы ялҡын төҫөндәге аҫылмалы моҡсайҙан танып була. Башҡаларҙа ул төҫ юҡ. Һуңынан ғына иғтибар иттем: һәр илдең үҙ төҫөндәге тап шундай моҡсайҙар икән.
Бында мәсет эсе шул тиклем иркен, аҙашып китеү бер ни ҙә тормай. Ишектәр ҙә бихисап, ҡайҙан килеп ингәнеңде белмәҫкә лә мөмкин. Ишектәр һәр тарафта. Иғтибар һәм дә иғтибар талап ителә. Халыҡ иҫ китмәле күп булыуға ҡарамаҫтан, эстә һауа һәйбәт, бөтә ерҙә елләткестәр эшләй. Намаҙыбыҙ тамамланыуға, бер аҙ доғалар уҡып ултырҙыҡ та, тышҡа сыҡтыҡ. Кеше күп, мәсеттән эркелеп сығалар.
Мәсет алдындағы майҙанда ап-аҡ мәрмәр күренмәй ҙә − халыҡ менән тулы: кемдәрҙер килә, кемдәрҙер ҡайта, кемдәрелер шунда уҡ ултырып намаҙ уҡый − барыһы ла доғала. Тышта эҫелек кәмемәгән. Бында аҡ сатырҙар аҫтында еләҫ, күләгә. Ҡунаҡханаға ҡарай атланыҡ. Ҡатын – ҡыҙҙар мәсетенән сығып, бер аҙ үткәс, тәпәшәк кенә итеп бүленеп ҡуйылған ерҙә Кафиәне ғәрәп ирҙәре кеүек ап-аҡтан кейенеп алған ире ҡаршы алды. Беҙ Әлфиә менән шым ғына атланыҡ. Бындағы иҫ китмәле күренештәрҙән һүҙһеҙ ҡалған инек...
Мин тирә-яғымды күҙәтеп, ашыҡмай ғына атлайым. Ҡояш байыһа ла, эҫелек кәмемәй. Шуға иғтибар иттем: күпселек ғәрәптәр ялан аяҡ йөрөй. Шуларҙан күреп, мин дә ойоҡбашты, туфлиемде сисеп, ҡулыма тотоп алдым да, ялан аяҡ атларға булып киттем... Мәсеттән сығып, күләгәнән, сатырҙар аҫтынан үткәнсе килдем дә, ҡояшлы ергә килеп сыҡҡас, таш ергә баҫыу менән, аяғым бешеүҙән, һикереп-һикереп киттем.
Әлфиә:
− Кит, иҫәрләнмә, ғәрәп булып тыуырға кирәк, бындай эҫелә ялан аяҡ йөрөр өсөн! − тип көлә. Бер ғәрәп ире миңә ҡарап, башын сайҡап үтте. Тиҙ генә күләгәгә һикереп сығып, аяҡ кейемен кейеп алырға тура килде. Ғәрәптәр нисек йөрөй икән ялан аяҡ, ҡыҙған таба кеүек ергә баҫып... ғәжәп...
Тағы ла нимә аптыратты: ғәрәп ирҙәре баштан-аяҡ ап-аҡтан, ә ҡатын-ҡыҙҙары − ҡап-ҡара кейемдә. Уларҙың йөҙөн күреү мөмкинлеге булманы. Һәр саҡ баштарын аҫҡа эйеп, күҙҙәрен төшөрөп, түбән ҡарап йөрөйҙәр... Ҡайтып еткәс, йыуынып алдыҡ та киске ашҡа ресторанға күтәрелдек. Бындағы ашамлыҡтарҙың төрлөлөгөн күреп иҫ китте...
Нимә генә юҡ ине: беҙ ғүмерҙә лә күрмәгән емеш-еләк, йәшелсәнән башлап, ит, балыҡтан әҙерләнгән һәр төрлө ризыҡтарға тиклем. Һәр береһенән берәр ҡалаҡ һалып алһаң да, һис ашап бөтә алмаҫһың. Мин тик йәшелсә һәм емеш-еләк кенә һайлап алдым. Һәр ингәндә, бер төрлөһөн тәмләп ҡарарға кәрәк, тип, уйлап ҡуйҙым. Һайланып ҡына киске ашты ашап алғас, киренән йәстү намаҙы уҡыр өсөн, мәсеткә йүнәлдек. Мәҙинәләге тәүге көн шулай һиҙелмәй ҙә үтеп китте.
(Дауамы бар)
ТАҢҺЫЛЫУ ЙӘНТҮРИНА