Хаж сәфәре
Хаж сәфәре

Яҡындарым һәм мәрхүмдәр өсөн ҡылынған изге ғәмәл
Хәҙрәт беҙгә Мәккәлә тағы ла дүрт көн торасағыбыҙ тураһында әйткән ине. Кемдәр үҙҙәренең мәрхүм туғандарын гонаһтарынан арындырып, улар өсөн Хаж ғәмәлен үтәргә теләй, ошо көндәр эсендә уларға был мөмкинлектең бирелгәнлеген аңлатты:
– Ете быуын ата-олатайҙарығыҙ өсөн хаж ғәмәлдәрен үтәп, булған барлыҡ гонаһтарынан таҙартырға мөмкинлек бирелә! – тине хәҙрәт.
Мин иртәнге намаҙ ваҡытында мәрхүмә әсәйем һәм уның яғынан ҡан туғандарым өсөн тауаф ҡылырға ниәтләнем.
Иртәнге аш ваҡытында Әлфиәгә шул турала әйткән инем, ул ҡыуанып китте: ”Әйҙә, бергә йөрөйөк, бергәләшеп үтәрбеҙ. Минең дә ирем ярты йыл элек вафат булып ҡалды, уның өсөн үтәрмен”, – ти.
Уның да аяҡтары ауырта икән, шунлыҡтан тәүге көндә иптәш ҡатындарынан аҙашып китеп, бер нисә тапҡыр юғалып ҡала яҙған. Үҙенең төркөмөндә иң өлкәне ул.
Бөгөн тәүгә үҙебеҙ генә Әл-Хәрәм мәсетенә барабыҙ. Ашап алғандан һуң, отелдән сыҡһаҡ – ҡойоп ямғыр яуа. Бындай ямғыр беҙҙә бик һирәк яуа: һыулы биҙрәне бер туҡтауһыҙ өҫтөңә түңкәреп торалармы ни... Бер ни ҙә күренмәй. Ярай автобусҡа ваҡытында сыҡҡанбыҙ, көтөп торорға тура килмәне. Мәсеткә ун биш минутлыҡ юл. Әммә туҡталышта төшкәндән һуң, тағы шулай атларға кәрәк. Ямғыр ҡоя ғына. Аяҡ аҫтында һыу шаулап аға, йылға кисеп атларға тура килде. Юл буйы тулы кибеттәр, магазиндар, шунда инергә лә була, әммә ямғырҙы белеп булмай, бәлки көн буйы яуыр, беҙҙең бит ваҡыт самалы, алда күпме ниәт...
Ҡойоп яуған ямғырҙың туҡтарға иҫәбе юҡ, бер ни күрер әмәл дә юҡ. Алдыбыҙҙан атлағандарға эйәреп кенә барабыҙ. Бер-беребеҙҙе юғалтмаҫ өсөн, етәкләшеп алғанбыҙ.
Мин беләм: ошондай ҡойоп яуған ямғырҙа теләгән теләктәр ҡабул була. Беҙҙең ниәттәребеҙ юлда уҡ үтәлә башланы инде, әлхәмдулилләһи шөкөр. Шул турала Әлфиәгә әйткәйнем, ул китте ҡыуанып...
Мәсеткә барып ингәндә, өҫтөбөҙ ныҡ еүешләнгәйне. Ә бит Ҡара Таш асыҡ һауала. Унда ла ямғыр ҡойоп яуа. Белекле кешеләр ҡулсатыр тотҡан. Ә беҙгә ҡайҙа инде уны белергә...
Беҙ унда төшкәнсе, ямғыр әҙерәк кәмене. Тирә-йүнде күрерлек ине. Ниәт намаҙын үтәгәнсе тағы ла баҫыла төштө. Әлфиә менән икәүләшеп, төшөп киттек тауаф ҡылырға...
Шулай итеп, ҡалған көндәрҙә икәү бергәләшеп, үҙебеҙҙең мәрхүмдәребеҙ өсөн фарыз хаж ғәмәлдәрен үтәнек.
Икенсе көнөнә дүрт йыл элек, төнгө юл фажиғәһенә осрап, өс балаһын етем итеп, 36 йәшендә генә вафат булып ҡалған улым һәм атаһы яғынан мәрхүм туғандарыбыҙ өсөн үтәнем.
Өсөнсө көндә бынан 48 йыл элек һуғыш яраларынан яфаланып үлеп киткән атайым һәм ете быуын ата-олатайҙарым өсөн фарыз ғәмәлдәрҙе үтәнем. Атайым, Рәхимғолов Зиннәтулла Әбелхәйер улы, 1917 йылда Түңгәүер олоҫоноң Бөрйән-Йылға ауылында ошо ауыл муллаһы Әбелхәйер ғаиләһендә бишенсе бала булып донъяға килгән. 1937 йылда 20 йәшендә Ҡыҙыл Армия сафтарына алына. Бөйөк Ватан һуғышы осороноң бөтә ауырлығын үҙ елкәһендә татый. Бар һаулығын бөтөрөп, тик 9 йылдан һуң, 1946 йылда ғына, тыуған Бөрйәненә әйләнеп ҡайтырға насип була. 54 йәшендә генә яҡты донъяларҙы ташлап, фанилыҡҡа күсте.
Һуңғы көндә Мәккә һәм Ҡәғбә менән хушлашыу тауафын үттек. Ошо һуңғы ғәмәлемде башҡарған сағымда барлыҡ күңелемдән, илемә – тыныслыҡ, туған-ырыуыма, дуҫ-иштәремә – һаулыҡ, йәшәгән ҡалама – саф һауа, ауылыма – именлек, ауылдаштарымды, киләсәк быуыныбыҙҙы эскелек кеүек алама афәттән ҡотҡарыуын ялбарып һораным. Ишетелер, барып етер Аллаһу Тәғәләмә минең изге теләктәрем, Ин шәә Аллаһ!
Көн һайын тейешле ғәмәлдәребеҙҙе үтәйбеҙ ҙә, ҡайтып ятып, бер ни белмәй йоҡлап китәбеҙ. Иртә менән тороп, күңелебеҙҙән изге ниәтебеҙҙе ҡабатлап, Ҡәғбәгә йүгерәбеҙ. Көн артынан көндәрҙең үткәне беленмәй ҙә ҡалды.
Изге теләктәргә – юлдар асыҡ
Шул өс көндә лә, ғәжәп шикелле, беҙгә Ҡәғбәлә Ҡара Таштың асыҡ еренә тотоноп, теләктәр теләүгә юлдар асылды. Хәҙрәтебеҙ беҙгә ул изге таш тураһында түбәндәгеләрҙе һөйләне:
– Аллаһу Тәғәлә Һауа менән Әҙәмде, гонаһ ҡылыуҙары сәбәпле, Ожмахтан икеһен дә сығара, һәм икеһен ике тарафҡа ҡыуып ебәрә: Һауа – Мәккәлә, Әҙәм Алыҫ Көнсығышта булып сыға. Улар бер-береһен бик күп йылдар үткәс кенә эҙләп табалар һәм Мәккә эргәһендәге Ғәрәфә тауында осрашалар.
Шулай уҡ Ер йөҙөндәге Аллаһу Тәғәләгә табыныр өсөн иң беренсе төҙөлгән урын да Мәккәләге Ибраһим һәм уның улы Исмәғил төҙөгән өй була. Аллаһу Тәғәлә ошондай уҡ урынды Күктә лә төҙөй. Һәр төн етмеш мең фәрештә Уға ғибәҙәт ҡылыр һәм доғалар уҡыр өсөн шул урынға йыйыла. Тағы килергә ниәт ҡылып, таң атыуға таралалар.
Ибраһим менән улы Исмәғил был ғибәҙәт йортон оҙаҡ төҙөй. Ниһайәт, эште тамамлар өсөн, йорттоң бер яҡ мөйөшөндә бер кирбес ҡуйырлыҡ ҡына урын тороп ҡала. Ибраһим унда ҡуйыр өсөн, ябай түгел, хикмәтле таш эҙләргә улын сығарып ебәрә. Уның ниәтен белгән Аллаһу Тәғәлә ул таш ерҙәге ябай таш булырға тейеш түгел, тип, ожмахтың йөрәгенән алған ташты Ябраил фәрештә аша ебәрә. Ҡабул итеп алғас, Ибраһим ул ташты үҙенең ғибәҙәтханаһының тейешле мөйөшөнә урынлаштыра. Хәҙер инде барыһы ла, ошо өйҙөң мөйөшөндәге ташҡа килеп, үҙҙәренең гонаһтарын кисереүҙе, йәки ауырыуҙан һауыҡтырыуҙы, йә иһә һәр төрлө башҡа үтенестәрен ҡәнәғәтләндереүҙе һорап, Аллаһу Тәғәләгә ялбара торған булалар.
Аллаһу Тәғәлә төшөргән саҡта таш ап-аҡ була... Ерҙәге кешеләрҙең гонаһтарынан, аһ-зарҙарынан, күҙ йәштәренән, улар тарафынан ҡылынған бар насарлыҡтарҙан таш ҡап-ҡараға әйләнгән, тиҙәр.
Ваҡыт үтеү менән Мәккә үҫешкән һәм бер Аллаһҡа табынған кешеләре менән дан алған урынға әйләнгән. Тик һуңынан кешеләр тирә-яҡ илдәрҙәге халыҡтан күреп, күп төрлө һындарға табына башлаған. Шунлыҡтан, уларға аңлатыр өсөн һуңғы Пәйғәмбәр Мөхәммәдﷺ Мәккәлә тыуҙырыла, Ҡөрьән дә ошондағы тауҙарҙа төшөрөлә...
...Мин тәүге көндә иртәнге ғибәҙәт ваҡытында шулай тип, ниәт ҡылғайным: “Аллаһ бойорһа, бөгөн Ҡара Ташҡа барып етеп, теләктәремде Аллаһу Тәғәләмә еткерермен,” – тинем.
Иртәнге ашты ашап алдыҡ та, Әлфиә менән Әл-Хәрәм мәсетенә йүнәлдек. Барып ингәс, ниәт намаҙҙарыбыҙҙы уҡыныҡ. Унан тейешле ғәмәлебеҙҙе үтәр өсөн Ҡәғбәне урап киттек. Кеше иҫ китмәле күп, бер ҙә генә кәмемәй. Барыһы ла Ташҡа ынтыла, яҡынлармын, тимә!
Дүрт тапҡыр урап сыҡтыҡ та, бишенсегә урап китеп барғанда Таштың мөйөшөнә еткән генә инек, ҡараһам – юл асыҡ...
– Әлфиә, юл асыҡ! – тип ҡысҡырҙым да, уны ҡулынан тартып, артымдан мөйөшкә һөйрәнем. Күҙ асып йомған арала беҙ ташҡа тотоноп тора инек...
– Эй, Раббым! Миңә һаулыҡ бир! Барлыҡ теләктәремде ҡабул ит! – тинем дә, кире уҡ кеүек атылып, артымдан Әлфиәне һөйрәп, киренән үҙ юлыбыҙға төштөк. Шул тиклем тиҙ эшләнде, хатта уйлап торорға ла ваҡыт булманы.
Икенсе көн дә, өсөнсө көн дә Ҡара Ташҡа етергә, теләктәр теләргә насип булды. Өсөнсөһөндә Әлфиә:
– Таңһылыу апа, һин булмаһаң, мин ҡағыла ла алмаҫ инем. Һинең арҡала ғына шулай булды! Мин бит юлды күрмәйем дә, һин һөйрәмәһәң, күрмәҫ тә инем! – тип, мине ҡосаҡлап, илай-илай рәхмәт әйтте. Бәлки, шулайҙыр!
...Аллаһу Тәғәләм миңә ошо изге юл башында уҡ үҙенең мөғжизәләрен аса башлағайны бит инде. Был турала Әлфиәгә лә һөйләгән инем. Ул мине, тәьҫирләнеп, илай-илай тыңлаған ине.
Мәккәләге халыҡ ҡайҙан ғына килмәгән... Һәр төркөмдөң үҙ кейеме, үҙ төҫө, үҙ билдәһе. Барыһының да күңелдәре күтәренке, йөҙҙәре асыҡ, күҙҙәре шатлыҡтан балҡып тора.
Бына ҡайҙа берҙәмлек, үҙеңдең тормошоң мәғәнәһен аңлау өҫтөнлөк һөрә... Ысын-ысындан ғына миңә бында килеүемдең бушҡа ғына түгел икәнлеге, үҙем өсөн генә йөрөмәгәнлегем, йәшәүемдең төп мәғәнәһе асылды. Шул тиклем аҡлыҡ-паҡлыҡ, сафлыҡ хөкөм һөргән ерҙә үҙенән-үҙе зиһен асылып, тормошоңа өр-яңы күҙлектән ҡарай башлағаныңды үҙең дә һиҙмәй ҡалаһың икән...
Юлға сығыр алдынан бер йыл элек бында булып ҡайтҡан хажиәнең ауыҙынан:
– Хажға барыр алдынан ауырып, үлә яҙып йөрөй инем, унан ҡайтҡас, осоп ҡына йөрөй башланым! – тигәнде ишетеп, аптырағайным. Юҡҡа ғына әйтмәгән икән шул...
(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)