«Тура юлға күндер, эй Раббым!..»

«Тура юлға күндер, эй Раббым!..»

Яҙҙың иң матур бер ҡояшлы көнөндә Башҡортостаныбыҙҙың үҙәгендә урынлашҡан Сәйетбаба ауылына юлға сыҡтыҡ. Юлдаштарым менән һүҙебеҙ берегеп, көндөң, тәбиғәттең матурлығына һоҡланып, ауылға барып еткәнде һиҙмәй ҙә ҡалғанбыҙ.

 

Ауылға кергәс тә һул яҡта урынлашҡан Әбйәлил ишан Ҡанһөйәр улының ҡәбере, ауыл эшҡыуарҙары хәстәре менән, матур итеп ҡойма менән уратып алынған. Был боронғо зыяратта башҡа бер ҡәберлек тә ҡалмаған, әммә ошо әүлиәнең ерләнгән урыны ауыл халҡы һәм бында килеп киткән кешеләр өсөн ҙур иҫтәлек, хәтер төйәге һымаҡ.

 Ҡөрьән аяттары бағышлап, ҡәберлек эргәһенән ҡуҙғалғас, күҙебеҙ мыжғып торған ҙур бер иләүгә төштө. Иң көсһөҙ, ләкин иң тырыш зат булған ҡырмыҫҡалар күсе иләүҙе һырып, йәнле тормош алып бара. Берҙәмлектең иң сағыу һынланышы булған ҡырмыҫҡа иләүенә аптырау ҡатыш һоҡланып ҡарап торҙоҡ. Гүйә, бөгөнгө көн ауырлыҡтарына бирешмәй, берҙәм, ныҡ булырға саҡырыусы ишара ине был күренеш.

Юлдың уң яғында урынлашҡан зыяратҡа индек. Ҡәберлектәр, хәҙерге менән үткәнде тоташтырған һымаҡ, өнһөҙ тынлыҡта ҡалған. Ләкин был мәғәнәле тынлыҡ. Уйлай китһәң, күпме яҙмыш, күпме ғүмер!?

Иң бейек һәм мөһабәт ағас үҫкән ҡәберлектә әүлиә заттарҙың береһе Сабир хәҙрәт Халиков ерләнгән. Баҡыйлыҡҡа күсеүҙәренә күпме генә ваҡыт үтмәһен, уларҙың тормош юлы бөгөн дә йәшәйешебеҙгә йән өргән һымаҡ.

Әүлиәләр ҡәбере янында доғалар ҡабул. Быға иманыбыҙ камил. Шуны иҫбатларға тырышҡандай, эргәлә генә бер ҡош, Ҡөрьән аяттары уҡып, доға ҡылып бөткәнсе, һайрауҙан туҡтаманы. Бындағы хозурлыҡтан күңел йомшарып, күҙ йәштәре үҙенән-үҙе аға.

Эй Раббым, әүлиә заттарыңды булдырып, хәҡиҡәт юлын таба алмай аҙашып йөрөгәндәргә тура юл, нәсихәткә мохтаждарға көс һәм илһам бирәһең! Ҡайһылай ғына итеп шөкөр ҡылһаҡ та, телебеҙ зәғиф!

Төш етте. Әтәстәр кемуҙарҙан намаҙ ваҡыты яҡынлауын белгертте. Фәрештәләр төшә торған иң нурлы, һоҡланғыс мәл...

Ауыл өҫтөндә аҙан тауышы ишетелеү менән, беҙ ҙә мәсеткә юлландыҡ.

Иман Йортондағы мөьминдәрҙең мөләйем ҡараштары, ихлас йылмайыуҙары, күңел көҙгөһөндә сағылып, иң аҫыл төҫтәр булып балҡыны. Йөрәк менән йөрәк араһында күҙгә күренмәгән күпер булыр, тип яҙыла китаптарҙа. Шуға күрә, һине яратҡан кешеләрҙең йөрәк йылыһын эске һиҙемләү менән тойоп була. Ул тойғо башҡа йылылыҡҡа оҡшамаған. Үҙенән-үҙе күңелдә доға хасил була: «Ауылдаштарымдың күңелендәге эскерһеҙ ябайлыҡты, ихлас алсаҡлыҡты бер үк кәметмә, Раббым, киләсәк быуындарын иманлы ҡыл, төрлө афаттарҙан һаҡла!»

Үҙебеҙ ҡайтыр юлда булһаҡ та, күңелебеҙ Сәйетбабала ине. Аңлатып булмаҫлыҡ йылы хис-тойғолар менән ҡанатланып, кемуҙарҙан тәьҫораттар менән бүлешеп, дәртләнеп килгәндә, юлдың ситендә генә ике торнаны күреп хайран ҡалдыҡ! Улар тик кенә баҫып тормай, әкиәт ҡоштары һымаҡ, зауыҡлы бейеү башҡара ине.

Мөғжизә бының менән генә бөтмәне әле, тигәндәй, бер аҙҙан ҡаршыбыҙҙа матур йәйғор хасил булды. Ундайҙы күрергә күнеккән юлдаштарым миңә ҡарап тын ғына йылмая ине...

 

Гөлнур Сәфәрғолова,

Өфө ҡалаһы

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әгәр ҙә мин, әйтәйек, йәмәғәт менән уҡылған төнгө (йәстү) намаҙының дүртенсе рәҡәғәтендә генә килеп ҡушылһам, ғибәҙәтем ҡабул булһын өсөн, тағы ла нисә рәҡәғәт уҡып сығырға тейешмен мин? Һәм нисә тапҡыр тәшәһһүд (Әт-Тәхиәтте) уҡырға кәрәк? Мәсбүк – йәмәғәт намаҙына бер йәки бер нисә...


Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ хәҙистәре

  Аллаһу Тәғәлә, бәндәһенә изгелек теләһә, уға кешеләрҙең ихтыяжын йүнәлтә. Маҡтаусыларҙың йөҙөнә тупраҡ һибегеҙ. Бер насарлыҡ эшләнең иһә, артынан уҡ яҡшылыҡ эшлә. Яманлығың һыҙып ташланыр. Мәрхәмәтлеләргә Аллаһу Тәғәлә мәрхәмәтле булыр. Һеҙ ерҙәгеләргә мәрхәмәтле булһағыҙ –...


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...


Даниялдың үлеме тураһында

Ғүмәр ибне Хаттаб хәлифлек иткән осорҙа Әбү Муса әл-Әшғәриҙең ғәскәре Сус ҡалаһын ала. Батша һарайының бикле торған бер бүлмәһен асҡас, улар унда таш саркофагты (табутты) һәм уның эсендә алтын еп менән нағышланған кәфенгә төрөлгән ғәләмәт оҙон кәүҙәле мәйет ятҡанын күрәләр....