Шәйех эҙҙәре буйлап. Мөхәммәтзакир Чистауи

Шәйех эҙҙәре буйлап. Мөхәммәтзакир Чистауи

Башҡорт халҡының бөйөк улы, Нәҡшбәндиә тәриҡәте шәйехе Зәйнулла Рәсүлевтың замандашы, күренекле шәйех Мөхәммәтзакир Чистауиға зыярат ҡылырға саҡырылғас, бер төркөм дин ҡәрҙәштәрем менән йәйҙең матур бер көнөндә күрше Татарстан Республикаһының Чистай ҡалаһына (Чистополь) шатланып сәфәргә сыҡтыҡ.

Киң билдәле дин әһеле Мөхәммәтзакир Чистауи − Иҙел-Урал төбәгендәге Нәҡшбәндиә тәриҡәтенең олуғ шәйехе. Рәсәй империяһының төрлө тарафтарында меңәрләгән мөриттәр тәрбиәләгән, үҙ иҫәбенә мәсеттәр, мәҙрәсәләр төҙөттөрөп, бихисап шәкерттәргә белем биргән. Мәғрифәтсе-ғалим, оҙаҡ йылдар баш ҡалабыҙ Өфөлә Рәсәй Үҙәк диниә назараты мөфтөйө вазифаһын үтәгән Ризаитдин Фәхретдинов та, Ҡазан ҡалаһындағы “Мөхәмәҙиә” мәҙрәсәһе ректоры, Зәйнулла Рәсүлевтың мөрите булған Ғәлимйән Баруди ҙа – уның уҡыусылары.

Гүзәл тәбиғәтле Башҡортостан сиген үтеп, Татарстан еренә аяҡ баҫабыҙ. Еңел машиналарҙа хәтһеҙ генә юл үткәс, Кисеүсат ауылы тигән күрһәткесте уҙып китәбеҙ. Был – үрҙә телгә алған күренекле башҡорт мәғрифәтсеһе, яҙыусы, шәрҡиәтсе Ризаитдин Фәхретдиновтың тыуған ауылы. Был ауыл элек Һамар губернаһының Бөгөлмә өйәҙенә ҡараған. Арҙаҡлы ғалимдың Иҙел – Урал регионының күренекле дин әһелдәре тураһында ентекле мәғлүмәт туплаған “Аҫар” исемле күп томлы тарихи-библиографик хеҙмәте айырыуса оло әһәмиәткә эйә.

“Камалия” мәҙрәсәһе

Бер аҙҙан бөйөк шәйехтең эҙҙәрен һаҡлаған Чистай ҡалаһына килеп етәбеҙ. Йәшеллеккә күмелгән был ҡала Кама йылғаһы буйында урынлашҡан. Сауҙа эше өсөн уңайлы урында урынлашҡан Чистое поле ауылы 1781 йылда Чистополь ҡалаһына әйләндерелгән. Сауҙагәрҙәр ҡалаһы татар телендә Чистай атамаһы менән йөрөтөлә. Ҡала эсендәге Әбей батша заманында төҙөлгән ике ҡатлы шәхси йорттар, матур архитектура ҡомартҡыһы булараҡ, иғтибарҙы йәлеп итә.

Беҙҙе Чистай мөхтәсибәтенең Ислам үҙәгендә йылы ҡаршы алдылар. Был боронғо бинала матур конференц-зал, бәләкәй генә музей, зауыҡ менән биҙәлгән ашхана, ҡунаҡ һәм эш бүлмәләре урынлашҡан. Стеналарҙа мөхтәсибәттең эшмәкәрлеген сағылдырған фотоһүрәттәр. Ҡала меценаттары менән берлектә күп файҙалы эштәр башҡарыла бында. Йәштәр ҙә әүҙем. Бай тарихлы театр түңәрәге ағзалары тәрбиәүи тамашалар менән сығыш яһай.

Мөхәммәт хәҙрәт әйтеүенсә, Мөхәммәтзакир Чистауиҙың ғилми мираҫыентекле өйрәнелә. Ҡалала һәр даим Нәҡшбәндиә – Хәлидийә тәриҡәтенең күренекле шәйехе Мөхәммәтзакир хәҙрәт Камалов исемендәге уҡыуҙар ойошторолоп тора. Тәриҡәт әһелдәре өсөн бик һәйбәт ҡулланма булып торған “Тәбсират әл муршидин” исемле китабы ҡайтанан баҫтырылған. Әлеге көндә Татарстан фәндәр академияһы һәм Булғар ислам академияһы менән берлектә 600 битлек хеҙмәт әҙерләнә.

II гильдия сауҙагәре Мөхәмәт-закир Чистауи 1874 йылда үҙ иҫәбенә төҙөткән “Камалия” мәҙрәсәһендә бөгөнгө көндә шул уҡ исемдәге ял һәм һәләт үҫтереү үҙәге урынлашҡан. Был боронғо бинала балалар өсөн төрлө мауыҡтырғыс түңәрәктәр эшләй. Бик матур тамаша залы бар, балалар һәм ата-әсәләр өсөн реабилитация бүлмәләре булдырылған. Әммә беҙҙең өсөн иң ҡыҙыҡлыһы Мөхәммәтзакир Чистауиға бәйле материалдар урынлашҡан музей бүлмәһе булғандыр. Ундағы экспонаттар беҙгә ошоларҙы һөйләне.

Мөхәммәтзакир Ғәбделваһап улы Ғәбделваһапов (Камалов-Чистауи) Ҡазан эргәһендә урынлашҡан Сәснә ауылында (хәҙерге Балтасы районы) 1818 йылда сауҙагәр ғаиләһендә донъяға килгән. Дини белемде Ҡазан өйәҙе мәҙрәсәләрендә һәм Бохарала эстәй.

1846 йылдан алып Чистай ҡалаһында үҙ иҫәбенә һалдырған “Нур” мәсетендә 46 йыл дауамында имам-хатип булып торған.

Мөхәммәтзакир ишандың ғаилә хәле лә иғтибарға лайыҡ. Дүрт балаһы булған шәйех 65 йәшендә икенсе тапҡыр ғаилә ҡора һәм тағы ла 14 балаға атай була.

Шәриғәт ҡушҡандарҙан тайпылмай, имамлыҡ ҡылған Мөхәммәтзакир хажи диндәштәре һәм милләттәштәре, мөриттәре һәм шәкерттәре тарафынан бик хөрмәт ителә, үҙ ғәмәлдәрендә улар уға оҡшарға тырыша, уның хозурына тартыла.

Ғәбделхәлил әл-Ғата әл-Бәкриҙың хәтирәләрендә Мөхәммәтзакир әл-Чистауиҙың Мәхмүд-әфәнде әд-Дағстани әл-Алмалыны (ҡуддисә сирруһу) үҙенең мөршиде итеп һайлап алыуы тураһында ошондай мәғлүмәттәр бирелгән: “Миңә беҙҙең ғалим туғаныбыҙ Хәбибулла әл-Ҡаһи шулай тип әйткән ине: “Мөхәммәтзакир шәйех уҡымышлы, мөлкәтле, таҙа кәүҙәле кеше булған; ул Мәхмүд әфәнде шәйехте шәйех итеп танымаған булған. Бер ваҡыт төндә, йоҡлаған ваҡытта, уға Мәхмүд әфәнде килеп, таяғы менән һуҡҡан. Ул йоҡоһонан уянған, унан һуң тағы йоҡлап киткән. Ете тапҡыр шулай ҡабатланған. Шунан һуң инде шәйех бер һүҙ ҙә әйтмәй, уның янына килеп баҫҡан. Мәхмүд әфәнде уға был төндә төш булып кергән әлеге ваҡиғаларҙы аңлатҡан. Шунан һуң ул уның тәриҡәтен ҡабул итеп алған һәм камил шәйех булып киткән”.

Сәйфулла ән-Ницубкри иҫтәлектәрендә былай тиелә: “Мин Мәхмүд әфәнде шәйехтең үҙ ҡулдары менән Мөхәммәтзакир шәйехкә яҙған хаттарын күрҙем... Унда уға бағышлап шундай юлдар яҙылғайны: “Һин дәрәжәләр буйынса беҙҙе уҙып киттең. Хат бөттө”. Аллаһ уларҙың икеһенән, беҙҙән һәм бар мосолмандарҙан разый булһын”.

Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән йыйылған мөриттәре араһында тәүҙә Мөхәммәтзакир Чистауиның һуңынан Зәйнулла Рәсүлевтың мөрите булған киң билдәле шәйех, дағстанлы Сәйфулла Башларов үҙенең иҫтәлектәрендә түбәндәгеләрҙе яҙа: “Ул (Мөхәммәтзакир Чистауи) күп маҡтаулы сифаттарға эйә булған бөйөк шәйех ине. Мин бер тапҡыр ҙа уның кем менәндер донъяуи хәлдәр тураһында һөйләшкәнен ишетмәнем. Бер тапҡыр янына килгән саҡта ул мураҡаба (суфыйҙар практикаһында үҙ-үҙеңде контролдә тотоу,уй-тойғоларыңды күҙәтеү һәм улар менән идара итеү) эшләй ине. Уның менән осрашҡас, минең килеүемә бик ҡыуанып китте. Беҙҙең осрашыу ваҡытында уның янында тағы мең ярым тирәһе мөрите бар ине. Мөхәммәтзакир мине үҙе эргәһенә ултыртты һәм мин уның янында булған арауыҡта уның бер генә мөрите лә ултырып торманы. Ул миңә 40 көн дауамында солтан әз-зекер (Нәҡшбәндиә тәриҡәтендә иң юғары дәрәжәләге зекер) үтәргә ҡушты.

Хушлашҡанда: “Мин һеҙгә тағы киләсәкмен әле!” – тинем, ә ул йылмайҙы ла: “Юҡ, һин мине бүтән күрмәйәсәкһең”, – тип яуап ҡайтарҙы...”

Мөхәммәтзакир Чистауи 1893 йылда әхирәткә күсә. Уның мәҡәме Чистай ҡалаһының мосолман зыяратында боронғо ҡәберлектәр араһында урын алған. 2013 йылдың авгусында бөйөк шәйехтең ҡәберенә иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған.

Мөхәммәтзакир Чистауиҙың ҡәбер ташы

Йәнгә тыныслыҡ биреүсе был урындан кеше өҙөлмәй. Барлыҡ кешеләргә оло һөйөү менән ҡараған олуғ шәйех Мөхәммәдзакир Чистауи әле булһа бар халыҡтарҙы ла изгелеккә, игелеккә өндәп, күңелдәрҙе сафлыҡҡа, яҡтылыҡҡа әйҙәп, күркәм иманға өндәүен дауам итә кеүек.

Зөлфиә Ханнанова

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


Рамаҙан килде

Хатта ҡояш та йылмайҙы, Күңелгә шатлыҡ тулды. Һөйөнәйек, эй ҡәрҙәштәр, Рамаҙан айы килде!   Дуҫтар, беҙ сәхәр торайыҡ, Ҡөрьән хәтем ҡылайыҡ, Шайтандарҙы беҙ ҡыуайыҡ, Рамаҙан айы килде!   Ғәфләт ваҡыты түгел ул, Нәфрәт айы түгел ул. Аллаһ рәхмәтен яуҙырған Рамаҙан айы...


Ике бөйөк шәхес дуҫлығы

Аҡмулла, ҡайҙарҙа ғына йөрөһә лә, тыуған яҡтарын һағына.   1872 йылдың көҙөндә Мифтахетдиндың тыуған ауылына ҡайтыуын яҡташтары, быуындан-быуынға күсереп, әле лә һөйләйҙәр. Тыуған ауылы эргәһендәге шишмә янында йөрәген ярып сыҡҡан тәрән һүҙле шиғырҙарын ҡағыҙға төшөрә.   Аңлауыбыҙса,...


Эфиопия илселәре

Эфиопияла йәшәгән мосолмандарҙан Мәккәлә һуңғы Пәйғәмбәр ﷺ пәйҙә булыуын ишеткәс, уның менән осрашырға 20 христиан эфиоп Мәккәгә илсе булып килә. Улар Аллаһ Рәсүленә ﷺ бик күп һорауҙар бирә һәм бөтәһенә лә тулы яуап ала. Пәйғәмбәр ﷺ уларға Ҡөрьәндән аяттар уҡый һәм исламдың асылын аңлата....


«Аллаһ Рәхмәтенә өмөтөбөҙҙө өҙмәйек!..»

Ғилем һәм тәрбиә, сабырлыҡ, изгелектәрҙе күп ҡыла торған Рамаҙан айы яҡынлаша. 19 февраль – нурлы айҙың тәүге көнө. Йәғни, 18 февралдә, ҡояш байыу менән, ураҙаға инәбеҙ. Бөгөнгө һөйләшеүебеҙ − шул уңайҙан, ураҙа хаҡында. Һорауҙарыбыҙға Көйөргәҙе районы Ермолаево ауылының «Рамаҙан» мәсете мөғәллиме...


Китә алмайым...

  Пакистандан бер ғалим нурлы Мәҙинә ҡалаһына Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ мәсетенә, уның ҡәберенә зыярат ҡылырға килә.   Бер көн ул ҡунаҡхана алдындағы майҙансыҡҡа, ҡоштарҙы ашатырға тип, икмәк валсыҡтары алып сыға. Күпмелер ваҡыттан ул ҡоштарға тип һалынған валсыҡтарҙы йыйып алып ашаған бәләкәй...