Хаж сәфәре

Король бүләге.
Мәҙинәлә саҡта көн һайын кискеһен, йәстү намаҙынан һуң, хәҙрәт беҙҙең өсөн дәрес үткәрҙе. Ул үҙебеҙ йәшәгән ҡунаҡхананың мәсетендә үтте. Унда ул беҙгә ”Фатиха”доғаһының мәғәнәһен аңлатты, дөрөҫ итеп уҡырға өйрәтте. Беҙҙе бар яҡлап та хаж ғәмәлен нисек дөрөҫ итеп үтәргә әҙерләне. Шулай итеп, Мәҙинәлә үткән биш көн беҙҙең өсөн бик фәһемле булды, һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Беҙ үҙебеҙҙең ниндәй әһәмиәтле һәм мөһим миссия үтергә әҙерләнгәнебеҙҙе ошонда ғына аңлағанбыҙҙыр, тип уйлайым.
Бишенсе көндә беҙгә Сәғүд Ғәрәбстаны короленең бүләген тапшырҙылар: был, ғәрәп ҡатын-ҡыҙҙары кейә торған ҡара төҫтәге, бик ҡиммәтле тауарҙан зауыҡ менән тегелгән күлдәк һәм ҡара яулыҡ ине: һис тә уйламағанда, бик ҡәҙерле бүләк алдыҡ беҙ. Уны беҙгә Ғәрәбстан короленең илсеһе булған принц тапшырҙы.
Аҙаҡтан Мәккәлә, Ҡәғбәлә намаҙ уҡыған ерҙә беҙҙең кеүек Хаж ғәмәле үтәр өсөн килеүсе ҡаҙаҡтарҙы осраттыҡ. Ысынында, улар беҙҙе яҡын күреп, туғандарын осратҡандай, ихлас күңелдән ҡыуандылар. Улар үҙҙәренең “Әл-Хәрәм” мәсете эргәһендәге Нурсолтан Наҙарбаев ҡунаҡханаһында урынлашҡандарын ҙур ғорурлыҡ менән һөйләнеләр. Нурсолтан Наҙарбаев шул отелдең ике ҡатын һатып алған икән. Хажға килеүсе барлыҡ милләттәштәре шунда урынлаша. Әле ғөмрәгә дүрт кеше: ҡәйнә-ҡайны, ул-килен – бергәләшеп килгәндәр. Бергәләшеп намаҙ уҡығандан һуң, ҡаҙаҡтар үҙҙәре менән термоста алып йөрөгән ҡайнар сәйҙәрен тәҡдим иттеләр. Телдәребеҙ яҡын булғас, аралашып киттек. Улар үҙҙәре менән таныштырҙы. Шул саҡ ҡәйнә булғаны беҙҙән:
– Беҙҙә бит мосолмандар ҡаранан кейенмәй, һеҙ нимәгә улай ғәрәптәр кеүек кейенеп алғанһығыҙ? – тип һораны. “Әл-Хәрәм” мәсетенә Әлфиә менән икәүләшеп, теге бүләк күлдәктәрҙе кейеп килгән инек. Беҙ уларға был күлдәктәрҙең Ғәрәбстан короленән бүләк икәнен аңлаттыҡ. Улар күлдәкте тотоп-тотоп ҡаранылар, аптырашып, баш сайҡанылар:
− Уй-бай, ҡалай шәп! Беҙгә нишләп бирмәнеләр икән?
– Беҙ бит Рәсәйҙән килгәнбеҙ, бәлки, шуғалыр? – тинек беҙ.
Бынан шул билдәле булды: бындай бүләк бөтәһенә лә эләкмәгән икән...
Мәккәгә – юл.
Аҙан тауышы иртәнге намаҙға саҡыра. Шундай моңло, үҙе бер тыңлап туймаҫ йыр кеүек. Күҙҙәремде асмай ғына, ошо мәлде оҙаҡҡараҡ һуҙырға теләп, тормай ятам. Абыстайыбыҙ Әлфиә беҙгә хәйерле иртә теләп, Мәҙинә мәсетендә үтәсәк һуңғы иртәнге намаҙҙарыбыҙҙан һуң, ғөмрә үтергә әҙерләнәсәгебеҙҙе әйтте.
Яуаплы мәл яҡынлашҡанын тойоу тойғоларыбыҙҙы эстә тоторға, үҙебеҙҙең әйткән һүҙебеҙгә, тәртибебеҙгә, хатта һәр эшләгән хәрәкәтебеҙгә ниндәйҙер тыйнаҡлыҡ, сикләнгәнлек өҫтәне. Хатта һәр саҡ ҡысҡырып һөйләргә, кәрәкһә лә, кәрәкмәһә лә һәр нәмәгә ҡыҫылырға яратҡан Әлфиә лә уйсан, өндәшмәҫ булып китте. Ә Ҡафия ханым бөтөнләй өндәшмәҫкә әйләнде. Барыһы ла шым ғына, эстән генә, үҙен яуаплы ғәмәлгә әҙерләй ине.
Һәр кем күңеленән мәсет менән хушлашты. Беҙҙең бындағы һәр мәлебеҙ бәйле булған Мәҙинә мәсете минең ғүмерем юлының бер киҫәгенә әйләнер инде... Бындағы иҫ киткес матурлыҡ, баш әйләндергес хуш еҫ, күтәренке, асыҡ күңелле мең төрлө милләт кешеләре үҙе ни тора бит... Барыһы бер теләктә, изге ниәттә...
Иртәнге һәм ниәт намаҙҙарыбыҙ тамам булып, ҡунаҡханаға әйләнеп ҡайтҡас, һәр кемебеҙ шым ғына әҙерләнә башланы: доғалар уҡый-уҡый, аяҡ-ҡул тырнаҡтары киҫелде, сиратлап, таҙарынып-йыуынып, өҫтәребеҙгә ихрамдарыбыҙҙы кейеп алдыҡ. Ихрам – ул Ҡәғбәлә ғәмәлдәребеҙҙе үтәгән саҡта кейә торған кейемдәр. Ҡатын-ҡыҙҙар − бөтә ғәүрәтен ҡаплап торған оҙон күлдәктәрҙә, ә ир-егеттәрҙең кейеме тәндәрен япҡан ике аҡ туҡыма киҫәктәренән тора.
Бына беҙҙең көткән мәл килеп етте: бөгөн беҙ хаж ғәмәлен үтәсәкбеҙ, Аллаһ бойорһа!
Ресторанға күтәрелеп, иртәнге ашты ашағандан һуң, багаждарыбыҙҙы үҙебеҙ менән алып, ҙур автобусҡа тейәлдек. Хәҙрәттең юл нәсихәтен тыңлағандан һуң, уның фатихаһы менән изге юлға ҡуҙғалдыҡ. Алда − ер шарының кендеге булған Мәккә ҡалаһына алты сәғәтлек юл...
Ниндәй доғалар уҡырға кәрәклеген хәҙрәт беҙгә өйрәткән ине. Бер кем дә артыҡ һөйләшмәй, һәр кемебеҙ үҙ алдына аяттар уҡып, алда ни булырын тоҫмаллап, уйға сумып килә. Ваҡыты-ваҡыты менән, хәҙрәтебеҙ Мөхәммәд Пәйғәмбәр ﷺ тураһында мәғлүмәт бирә. Шундай фәһемле итеп һөйләй, тын да алмай тыңлайбыҙ. Уның эргәһенә, беҙҙе оҙатырға тип, теге, беҙгә бүләктәр тапшырған, ғәрәп илсеһе килде. Күберәк ул һөйләне, хәҙрәт уның һөйләгәндәрен тәржемә итеп барҙы.
...Тәҙрә аша юлды күҙәтеп киләм. Бер йәшеллек заты күренһәсе... Нисек кенә көн күрә икән бындағы йән эйәләре...
Ара-тирә күләүектәй генә һыу ятҡылыҡтары, йә шишмәләрҙәй генә йылғалар осраштыра. Шунда ғына үҫемлек ишараттары осрай. Сүллектә эре-эре ҡамғаҡтар тәгәрәп йөрөгәне күренеп ҡала. Һирәк-мирәк йәшеллек булған ерҙәрҙә тәпәшәк кенә ниндәйҙер тарбағай ағас осраштыра. Ике-өс урында ғына кеше йәшәгән ерҙә, йә заправка кеүек урындарҙа теҙелеп пальмалар үҫкәне күренеп ҡалды. Уларын ултыртҡандарҙыр инде, һуғарып тораларҙыр, юҡһа, нисек үҫһен сүллектә, бындай эҫелә...
Эҫелек беҙгә һиҙелмәй. Автобуста елләткес яҡшы эшләй.
Ярты юлды үткәс, икенде намаҙына туҡталдыҡ. Юл өҫтөнләге мәсет эргәһендә бер нисә ҙур йөк һәм дә еңел машиналар туҡталған. Барыһы ла намаҙға ашыға. Юлсылар туҡланып сыҡһын өсөн, мәсет эргәһендә бәләкәй генә кафе ла урынлашҡан.
Автобусыбыҙға ултырышып, ҡуҙғалып киткәс, ашарға емеш-еләк таратып бирҙеләр. Әлдән-әле бәләкәй шешәләр менән эсер һыу таратып торҙолар. Ҡояш байыуға яҡынлашҡанда, Сәғүд Ғәрәбстанының ғына түгел, бар ислам донъяһының үҙәге булған Мәккә ҡалаһына яҡынлаштыҡ.
Мәккә – ғәжәйеп ҡала.
Мәккә – Ер шарының кендегендә урынлашҡан, бик үҙенсәлекле ҡала. Ул таш тауҙар өҫтөндә төҙөлгән. Бында иҫ китмәле бейек таштар өҫтөнә һалынған өйҙәр өҫтөнлөк итә. Беҙ бында Мәҙинәләге кеүек тарихи урындарға сәйәхәт ҡыла алманыҡ. Бында беҙ үҙебеҙҙең төп маҡсатыбыҙ булып торған Хаж ғәмәлдәрен үтәйәсәкбеҙ. Был ерҙә ҡояш ҡып-ҡыҙыл, үҙе ҙур шар кеүек. Ул ҡалҡҡан саҡта ла, байығанда ла шулай ҙур һәм ҡып-ҡыҙыл. Һәр саҡ яҡында ғына тора. Эңере лә беҙҙәгенә һис тә оҡшамаған.
Ҡала әллә ҡасан уҡ күренһә лә, ҡараңғы төшөүгә генә Мәккәгә килеп инеп, үҙәккә яҡынлаштыҡ. Тәҙрәнән күҙәтеп барыуы бик ҡыҙыҡ ине: артыҡ бейек булмаған өйҙәрҙә һирәк-һаяҡ ҡына ут яна. Алыҫтан, ҡала өҫтөндә яҡтырып, ҙур бер сәғәт эленеп торғаны күренде. Ул күктә аҫылынып торғандай. Хәҙрәт был сәғәттең ҡаланың уртаһында, Ҡәғбә эргәһендә урынлашҡанлығын әйтте. Уны, ҡаланың бар яғынан да күренеп торорлоҡ итеп, 670 метр бейеклектә, отелдең башында урынлаштырғандар. Сәғәт телдәренең бәләкәйе – 67, ҙуры – 72 метр оҙонлоғонда. Сәғәттең өҫтөндә алтын ай тора, башҡа урындарҙа мәсет башындағы ай ҡиблаға йүнәлеште күрһәтһә, бында ул арҡаһына ятҡан. Ул алтын айҙың ауырлығы – алты тонна. Уның эсендә хәләл ресторан урынлашҡан, тинеләр.
Беҙҙе иң алда ҡунаҡханаға урынлаштырҙылар. Шунда уҡ өсөнсө ҡатта урынлашҡан ресторанға барҙыҡ. Бында ла теләгән нәмәңде, күпме кәрәк, шул тиклем, үҙең һалып алып ашайһың. Менюла финиктың ниндәйе генә юҡ, йәшелсә-емештең дә беҙ күреп тә белмәгән төрҙәре бихисап. Беренсегә бирелгән аштар ҙа, икенсегә һалынған ашамлыҡтар ҙа гел йәшелсәнән тора. Ҡош-ҡорт ите, һыйыр-һарыҡ итенең төрлөсә әҙерләнгәне етерлек. Төрлө балыҡ ашамлыҡтары күп. Салаттарҙың ниндәйе генә юҡ! Һайлана башлаһаң, күҙ йүгерә. Тик беҙҙең ашауҙа артыҡ эш юҡ, алда ниәт үтәү теләге генә...
Ашап-эсеп алғас, кемдәргә кәрәк, сафланып-таҙарынып алдыҡ та, аҡшам намаҙын уҡығас, башҡаса бер нәмәгә лә туҡталып тормайынса, ҡала уртаһында урынлашҡан Әл-Хәрәм мәсетенә юл тоттоҡ.