Хаж сәфәре

Ниәт иткән – моратына еткән.
Беҙ бөгөн Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд мәсетенә инеп, уның өммәтенә сәләм бирергә тейешбеҙ.
Иртә булыуға ҡарамаҫтан, мәсеттә халыҡ күп ине. Эскә үткәс, бейек ҡапҡалар алдына рәт-рәт булып ултырышҡан ҡатын-ҡыҙҙар араһына инеп ултырҙыҡ. Дөрөҫөн генә әйткәндә, ултырыр ер ҙә юҡ ине, тубыҡтарға терәлдек, тиергә була. Беҙ, бер бүлмәләге дүрт ҡатын, бер тирәлә, ә башҡаларыбыҙ арттараҡ урынлашты.
Ярты сәғәт тирәһе иҙәнгә түшәлгән балаҫтарҙа көтөп ултырҙыҡ. Арттараҡ ҡалып урынлашҡан икенсе төркөмдәге ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ араһынан берәү, башҡаларҙы йыра-йыра, беҙгә яҡынланы ла Әлфиә абыстайға: “Беҙ иртәнге ашты ашарға китәбеҙ, кеше бигерәк күп бит, үтә алмаҫбыҙ ул, шуға кисен килербеҙ әле”, – тине. Абыстай миңә һораулы ҡараны.
Мин: “Башҡаларҙы белмәйем, мин ҡалам, бөгөн үтәм, бөгөнгө эште иртәгәгә ҡалдырмайым”, – тинем. Тегеләр ҡайтып киттеләр. Беҙ дүртәү тороп ҡалдыҡ.
Улар китеп, 10-15 минут та үтмәне, ҡапҡаны астылар, алдағы рәттәрҙәгеләрҙе эскә үткәрә башланылар. Оҙаҡламай, беҙгә сират етте. Беҙ, халыҡ ағымына эйәреп, эскә үттек. Эстә Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд һәм уның ике сәхәбәһе ерләнгән урындарға таҡтаташтар ҡуйылған. Һәр береһенең алдында туҡтап, сәләм биреп, ултырып намаҙ уҡыныҡ.
Бында ингән барлыҡ ҡатынҡыҙҙар үҙҙәрен тыйып тормай, үкһепүкһеп илайҙар. Ысынында, унда иламай мөмкин түгел ине. Үҙеңдең ҡайҙа баҫып торғаныңды эске аң аша үткәрәһең, аңлата алмаҫлыҡ тойғо кисерәһең. Һәр кемебеҙ менән дә шулай ине, күрәһең. Иламаҫҡа тырышһаң да, үҙенән-үҙе күҙҙәрҙән бер туҡтауһыҙ йәштәр аға. Ултырыу түгел, баҫып торор ҙа урын юҡ, шулай ҙа ғәмәлебеҙҙе теүәл үтәп, тыйыла алмай, үкһеп илай-илай, кешеләр тулҡынына эйәреп, мәсеттән килеп сыҡтыҡ.
Минең менән ҡалған ҡатындар аҙаҡтан:
– Апа, һеҙҙәргә рәхмәт, ҡайтып киткән булһаҡ, ҡасан үтәр инек... Улай тиҙ булыр, тип, белмәгән инек, ҡайтып китергә уйлаған инек бит”, – тип, миңә рәхмәт уҡыйуҡый, ҡыуанып ҡайттылар. Ә теге ҡатындар кисен дә, икенсе көндә лә әле үтмәгән инеләр. Өсөнсө тапҡыр барғанда ғына үткәндәр, ахырыһы. Ниәт итһәң, теләгең үтәлә икәненә тағы бер тапҡыр инандым. Ниәттәр гел генә изге булһын... Мәҙинә − нурлы ҡала Мәҙинә матур ҡала. Яҡты ҡала, йылы ҡала, нурлы ҡала...
Мәҙинә − нурлы ҡала
Мәҙинә матур ҡала. Яҡты ҡала, йылы ҡала, нурлы ҡала... Бында энергетика шундай көслө, үҙеңде ерҙән атлап түгел, осоп йөрөгәндәй, еңел тояһың...
Биш көн буйына Мәҙинә мәсетендә намаҙҙарыбыҙҙы уҡыныҡ, күңелдәребеҙ таҙарынды, сафланды. Беҙҙе шулай итеп, хаж ғәмәлдәре үтәүгә эстән дә, тыштан да – тулайым әҙерләнеләр. Һәр көн Пәйғәмбәребеҙ эҙҙәре буйлап, тауҙарға сәйәхәттәр ҡылдыҡ. Ундағы тауҙарға ҡарап, иҫем китте... Беҙҙәге тауҙар менән сағыштырырлыҡ түгел бындағы тауҙарҙы. Ундай ҙа ҙурҙур, этажлы йорттар ҙурлығындағы таштарҙы үҙ ғүмеремдә күргәнем юҡ ине... Бер тау үҙе бер ҙур таштан да торорға мөмкин бында.
Хәҙрәтебеҙ һәр ҡайһыһында туҡтап, уларҙың тарихын һөйләне. Бына ошо тауҙарҙа инде Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ислам диненә ҡаршы сығыусыларға үҙенең ғәскәре менән ҡаршы торған. Улар көн-төн, айҙар, йылдар буйы Мәҙинә ҡалаһын уларҙан һаҡлағандар.
Ошонда уның бик күп сәхәбәләре шәһит киткән, ошо тауҙарҙа таш эсенә улар ерләнгән... Абдулла хәҙрәт үҙе Сәғүд Ғәрәбстанында белем алған, ун йылдан ашыу йәшәгән. Бик күп белә, үҙенең белгәнен бик матур һәм фәһемле итеп һөйләй. Уны тыңлауы үҙе бер кинәнес.
Икенсе көнөнә, тауҙарға сәйәхәт алдынан, финик үҫтерелгән плантацияға алып барҙы. Унда беҙгә Пәйғәмбәребеҙҙең хәҙистәрендә яҙып ҡалдырған финик емешен һатып алырға мөмкинлек булды. Әле баҡсанан емештәр йыйып алынған. Бейек-бейек финик пальмаларының аҫ яғына йылым һымаҡ сеткалар элеп сыҡҡандар. Ҡапҡа эргәһендәге складҡа финиктарҙы йыйып, рәтрәт итеп, йәшниктәрҙә теҙгәндәр.
Ниндәй генә сорты юҡ бында... Ундағы кеүек эре һәм күп төрлө емеште күргәнем дә юҡ ине...
Пәйғәмбәребеҙ хәҙисенән хәҙрәтебеҙ һөйләй:
− Бер ваҡыт, әле финик өлгөрмәгән саҡ була, финик емешенә бур эйәләшә. Ҡарауыллап тороп, бурҙы тоталар – бәләкәй генә бер малай булып сыға. Уны Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ҡаршыһына алып киләләр. Ул малайҙан:
− Һин нишләп урлашаһың?
– тип һорай. Малай уға:
– Мин финик емешен яратам, – тип яуап бирә.Пәйғәмбәр:
– Емеш әле өлгөрмәгән, һин бит ағасты боҙаһың ғына. Бына емеш өлгөрөр, шунан ашарһың, килештекме?
– тип, уны сығарып ебәрергә ҡуша. Ниндәй генә осраҡ булһа ла, ул бер ҡасан да асыуланмай. Мәҙинә ситендәге баҙарҙа бер хәйерсе һуҡыр йәһүд көн һайын Мөхәммәд салләллааһү ғәләйһи үә сәлләмде хурлап:
– Эй, туғандарым, һеҙ Мөхәммәдкәe яҡынламағыҙ, ул аҡылдан яҙған, алдаҡсы, сихырсы. Әгәр һеҙ уға яҡынлаһағыҙ, кем булыуығыҙға ҡарамаҫтан, уның ҡотҡоһона биреләсәкһегеҙ,
– тип, көнө-төнө ҡысҡырып йөрөй. Шуға ҡарамаҫтан, Пәйғәмбәр уны көн һайын барып ашатып-эсереп, тамағын туйҙырып китә. Был хәл уның һуңғы көндәренә тиклем дауам итә. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд баҡый донъяға күскәндән һуң, уны килеп ашатыусы кеше булмай. Ул көн һайын: “Был донъялағы иң киң күңелле кеше ҡайҙа булды икән?”
– тип көтә. Әммә уның кем икәнен белмәгәнлектән, һаман шулай ҡысҡырып, уны хурлап йөрөүен дауам итә. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд яҡты донъяларҙан киткәс, иң яҡын сәхәбәләренең береһе Әбү Бәкер уның ҡатыны Ғәйшәнән:
– Мин – уның иң яҡын сәхәбәһе, Пәйғәмбәребеҙҙең барлыҡ эшен дауам итергә тейешмен.
Мин белмәгән ниндәй ниәте үтәлмәйенсә ҡалды икән?
– тип һорай. Ғәйшә уға Пәйғәмбәребеҙҙең Мәҙинә ситендәге бер баҙарҙа йөрөгән хәйерсе һуҡыр йәһүдте көн дә ашатып йөрөүе тураһында әйтә. Әбү Бәкер сәхәбә баҙарҙан ул ҡартты эҙләп таба ла көн дә ашата башлай.
Тик ул:
– Һин бит мине элек ашатып йөрөгән кеше түгел, уның ҡулдары йомшаҡ, ризығы хуш еҫле, йомшаҡ һәм тәмле ине,
– тип, ул кешенең кем булыуы, ҡайҙа икәнлеге тураһында һорай.
Әбү Бәкерt сәхәбә:
– Ул бит Аллаһу Тәғәләбеҙ Илсеһе Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ине, – тигәс, һуҡыр ҡарт йәһүд үҙенең ни дәрәжәлә ҡаты яңылышҡанын аңлап, илап ебәрә.
Шул көндән алып, ул үҙенең хатаһын төҙәтергә тырышып, ошоға тиклем әйткәндәренең киреһен ҡысҡыра башлай. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд үҙенең ниәтен хәбәр менән түгел, ә изге эше менән иҫбатларға кәрәген беҙгә ошо миҫалда аңлатҡан да инде, – тип, һүҙен тамамланы хәҙрәт. Беҙ Пәйғәмбәребеҙҙең ни дәрәжәлә киң күңелле булғанына, үҙенең йөрәгендә бер ҡасан да асыу йөрөтмәгәненә, хәҙрәт һөйләгән ошондай бик күп сәхифәләр аша, тағы бер ҡат инандыҡ. Юҡҡа ғына меңәрләгән кешеләр уның эҙҙәрен генә булһа ла килеп күрергә, уның үткән юлдарынан үтергә теләмәй икән шул...
Уның рухы шәрифтәренә сәләм бирер өсөн, ул кешеләрҙең меңәрләгән саҡрымдар, әллә күпме ауырлыҡтар аша үтергә риза булыуы ла бик күп нәмәне иҫбатлай ине. Пәйғәмбәребеҙ тураһында сәхифәләрҙе тыңлап, беҙ үҙебеҙгә әллә күпме һабаҡ алдыҡ, күңелдәребеҙҙә уның яҡты образы кәүҙәләнде...
(Дауамы бар)
ТАҢҺЫЛЫУ ЙӘНТҮРИНА