Күҙ тейеүҙе дауалау

Күҙ тейеүҙе дауалау

Күҙ тейеүҙе дауалау

Күҙ тейеүҙе дауалау бер нисә төрлө була.

 

Беренсе төрө. Ауырыуҙы иҫкәртеү өсөн саралар:

  1. Пәйғәмбәребеҙҙе (ғәләйһис-сәләм) үрнәк итеп, Аллаһҡа зекер итеп, Унан доға һәм ялыныу аша ярҙам һорап, Үҙеңде һаҡлау һәм ҡурҡырға сәбәп булған кешеләрҙән һаҡланыу.
  2. Әгәр ҙә берәү үҙ күҙенең яманлығынан ҡурҡһа, үҙендә йәки үҙенең бер әйберендә, йәки үҙенең балаларында, йәки үҙенең ағаһында, йә булмаһа, ниндәй ҙә икенсе бер нәмәлә һиҙһә, Аллаһҡа ошо һүҙҙәр менән ялынһын: «Аллаһ шулай насип иткән, Аллаһтан башҡа берәүҙә лә көс юҡ. Эй Аллаһ, уға бәрәкәт бир», сөнки Пәйғәмбәр (ғәләйһис-сәләм) әйткән:

إذا رأى أحدكم من أخيه ما يعجبه فليدع له بالبركة

 

«Әгәр ҙә берәү ҡәрҙәшендә үҙенә оҡшаған бер нәмәне күрһә, уға бәрәкәт һораһын» (Мәлик, Ибне Мәджә, Әхмәд).

  1. Күҙ тейҙерә алғандарҙың матурлығын йәшерергә кәрәк.

Икенсе төрө: Кешегә күҙ тейгәндән һуң, уны дауалауҙың бер нисә төрлө ысулы бар:

  1. Әгәр ҙә күҙ тейҙереүсе билдәле булһа, күҙ тейгән кешегә күҙ тейҙереүсенән тәһәрәт алдырырға кәрәк, һуңынан үҙенә, уның менән бәйләнештә булыу сәбәпле, шул һыу менән ғөсөл ҡойонорға кәрәк.(Әбү Дауыд).
  2. «Ихлас», «Фәләҡ», «Нәс», шулай уҡ «Фәтихә», «Аятел-көрси», «Бәҡара» сүрәһенең һуңғы аяттарын йыш уҡырға кәрәк. Пәйғәмбәребеҙ (ғәләйһис-сәләм) үрнәге буйынса доға ҡылып һәм өшкөрөү һүҙҙәрен әйтеп, ауыртҡан урынға өрөргә һәм уны уң ҡул менән ыуырға кәрәк.
  3. Һыу өҫтөнә уҡып, уға өрөргә кәрәк, шунан ауырыу әҙ генә һыуҙы эсеп, ҡалғанын өҫтөнә ҡойорға тейеш (Әхмәд). Әгәр ҙә мөмкинлек булһа, был маҡсатҡа Зәм-зәм һыуын ҡулланыу яҡшыраҡ.
  4. Ауырыу кеше өсөн, Ҡөрьәндән бер нисә аят яҙып алып, уларҙы һыуға мансып, һыуҙы уға эсереү насар булмаҫ. Бының өсөн « Фәтихә», «Аятел-көрси», «Бәҡара» сүрәһенең ике һуңғы аяты, «Ихлас», «Фәләҡ», «Нәс», шулай уҡ доға һәм өшкөрөү һүҙҙәре менән Аллаһҡа ялыныу яҡшы һөҙөмтә бирә.

Өсөнсө төрө: Көнсөлдөң яман күҙе йоғонтоһона ҡаршы тора алған нәмәләр:

  1. Аллаһтан яманлыҡтан һаҡлауҙы һорау.
  2. Аллаһтан ҡурҡырға, һәр ваҡыт Уның ҡушҡандарын үтәргә һәм тыйғандарынан тыйылырға кәрәк, сөнки «Аллаһты иҫтә тотһаң, Ул һине иҫтә тотор» тип әйтелгән (әт-Тирмиҙи).
  3. Көнсөл менән сабыр булырға кәрәк, уны ғәфү итергә, уның менән ыҙғышта булмаҫҡа, уға ҡарата зарланмаҫҡа һәм эстән генә уға яманлыҡ теләмәҫкә тейешле.
  4. Аллаһҡа тәүәккәл итергә (тапшырырға), Аллаһҡа тәүәккәл иткәнгә шул (Аллаһтың ярҙамы) етер.
  5. Көнсөлдән ҡурҡмаҫҡа кәрәк, йөрәгеңде уны уйлау менән биләмәҫкә, был иң тәьҫирле сараларҙан һанала.
  6. Аллаһҡа мөрәжәғәт итергә, Уның менән ихлас булырға, Уның ризалығына ирешергә ынтылырға кәрәк, бөтөн маҡтау Уға хас (тейешле).
  7. Гонаһтарың өсөн ғәфү үтенергә кәрәк, сөнки улар кешене дошман хакимлығына бирә, Аллаһу Тәғәлә әйтә:

 

وَمَا أَصَابَكُم مِّن مُّصِيبَةٍ فَبِمَا كَسَبَتْ أَيْدِيكُمْ وَيَعْفُو عَن كَثِيرٍ

 

«Һеҙгә ирешкән бәлә-ҡазалар һәм ҡайғылар үҙегеҙ кәсеп иткән гонаһтарығыҙ сәбәплелер, шулай булһа ла, Аллаһ гонаһтарығыҙҙың күберәген ғәфү итәлер» («Шура» сүрәһе, 30-сы аят ).

  1. Мөмкинлек булғанда, саҙаҡа бирергә һәм кешеләргә яҡшылыҡ ҡылырға кәрәк, сөнки улар төрлө бәлә-ҡазанан, күҙ тейеүҙән һәм көнсөлдөң көнсөллөгөнән иҫ киткес һәйбәт һаҡлау сараһы булып иҫәпләнә.
  2. Изге ғәмәлдәр аша көнсөлдөң, рәнйетеүсенең һәм үпкәләтеүсенең күкрәгендә ялҡынланған утты һүндерергә тырышырға кәрәк. Күпме генә улар һиңә яуызлыҡ һәм яманлыҡ ҡылһалар ҙа, күпме генә һине ҡыҫымға алып көнләшһәләр ҙә, уларҙы изгелеккә өндәп, уларға ҡарата рәхмәтле булырға, тағы ла күберәк изгелек эшләргә тейешһең. Ләкин был ғәмәл Аллаһ тарафынан һайланғандарға ғына бирелгән.
  3. Аллаһҡа ғына инанырға һәм Бөйөк, Аҡыллы сифаттарға эйә булған Аллаһҡа ҡарата ихлас булырға кәрәк. Уның ризалығы менән генә кешегә зарар килә йәки изгелек эшләнә, бар нәмә Уның хакимлығында һәм Унан ғына тора. Ә бер Аллаһҡа ғына инаныу – Аллаһтың бөйөк ҡәлғәһенә инеү ул, унда ингән – именлектә.

Ошо ун ысул менән көнсөл, яман күҙленән һәм сихыр ҡылыусының яуызлығынан ҡотолорға мөмкин.

 

Сәғид ибне Ғәли әл-Ҡахтаниҙың «Өшкөрә торған доғалар» китабынан

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт…»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөковтың васыятнамәһе   Һәр ҡайһығыҙға ғилем өйрәтә алмаһам да, ошо мин әйткәндәрҙе ғәмәлдә ҡулланһағыҙ, ин шәә Аллаһ, Аллаһу Тәғәлә ярлыҡар, тип өмөт итеп булыр. Туғандарым, мин һеҙгә донъя көтөү тәртибен өйрәтмәйем, сөнки уны үҙегеҙ миңә ҡарағанда ла яҡшы белергә...


Тыуған нигеҙебеҙ ҡотло булһын!

Йәмле йәй – осрашыуҙар, күрешеүҙәр, байрамдар мәле. Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында тыуып-үҫкән беҙҙең өсөн, шунда йәшәгән халыҡ өсөн дә матур, көтөп алынған, һағынылған осрашыу булды. Ауыл биләмәһе башлығы Гөләмдәм Ураҡованың инициативаһы менән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы...


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әгәр ҙә мин, әйтәйек, йәмәғәт менән уҡылған төнгө (йәстү) намаҙының дүртенсе рәҡәғәтендә генә килеп ҡушылһам, ғибәҙәтем ҡабул булһын өсөн, тағы ла нисә рәҡәғәт уҡып сығырға тейешмен мин? Һәм нисә тапҡыр тәшәһһүд (Әт-Тәхиәтте) уҡырға кәрәк? Мәсбүк – йәмәғәт намаҙына бер йәки бер нисә...


Һандыҡта нимә бар?

Башҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнгән «Каруанһарай» cауҙа һәм күргәҙмә үҙәгендә башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен тәшкил иткән һуғылған балаҫ, милли орнаменттар менән биҙәлгән өҫ һәм баш кейемдәре, төрлө көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа бик күп тауарҙар тәҡдим...