Доғалаш булайыҡ!

Доғалаш булайыҡ!

“Туған телебеҙҙә үҙ һүҙҙәребеҙ менән матур итеп доға ҡылырға өйрәнге килә. Гәзит биттәрендә төрлө доға өлгөләре менән дә таныштырһағыҙ ине”, – тигән үтенесен белдерҙе яңыраҡ уҡыусыларыбыҙ. Бик матур тәҡдим!

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, был рубрикала һеҙ үҙегеҙ ҙә әүҙем ҡатнаша алаһығыҙ. Тормошобоҙҙоң һәр бер мәле: бала тыуыу, никахҡа инеү, йорт һалыу, сәфәргә сығыу һ.б – изге доға оҙатыуында булһын! Күңел түребеҙҙән сыҡҡан теләкдоғаларҙы башҡа ҡәрҙәштәребеҙ ҙә күтәреп алһа, һәр уҡылған доға һайын башлап әйтеүсегә лә сауабы килеп торор, ихлас доғабыҙҙың көсө артыр, күмәкләп ялбарыуыбыҙ Аллаһу Тәғәләгә тиҙерәк ирешер! Йөрәктән сыҡҡан һүҙебеҙ йөрәктәргә барып етһен, әйҙәгеҙ әле, доғалаш булайыҡ, дуҫтар! Артбан һеҙҙең иғтибарығыҙға Мәхмүт хәҙрәт Шәрәфетдиндең “Доға ҡылыу һәм теләк теләү үрнәктәре” китабынан өҙөктәр тәҡдим итәм.

“Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд : “Доға ҡылыу – ғибәҙәттең елеге”, – тип әйткән. Аллаһу Тәғәләне танып, Унан һорамайса, доға ҡылмайса йәшәгән бәндә бик тәрән ғәфләт йоҡоһонда ғүмер кисерә, тигән һүҙ. Доғаһыҙ йәшәгән кеше үҙенең кем икәнлеген, донъяға ни өсөн килгәнлеген һәм тиҙҙән ҡайҙа барасағын белмәйсә йәшәй.

Доғаһыҙ йәшәгән кеше, ни тиклем күкрәк киреп: “Мин бәхетле!” – тип әйтһә лә, ул бәхетһеҙҙәрҙең иң бәхетһеҙе. Һәм уның бәхетһеҙ булыуын бик тиҙ раҫлап була. Доға ҡылыу, Аллаһҡа ышаныу, Уға таяныу һәм Унан һорау, дарыу кеүек, уның эсенә кешенең сәләмәтлеге, тыныслығы йәшерелгән.

Доғаның ҡабул булыуы һәм ҡабул булмауы ул ҡәҙәр әһәмиәтле түгел, иң мөһиме – доғалы булып йәшәүҙә. Күп ваҡытта кеше Аллаһу Тәғәләнән нимәлер һораған була һәм шул һорауының нәтижәһен күрмәйсә, ҡабул булмауын күреп, бик ҡайғыра. Ҡөрьәндә әйтелгән, Пәйғәмбәребеҙ сөннәтендә урын алған шундай һүҙҙәр бар: “Әгәр ҙә кешенең һораған һорауы уның өсөн хәйерле булмаһа, ҡабул булмайынса, хәйерлерәк бер әйбер менән алмаштырыла”.

Шуға күрә кеше доғалы булып йәшәргә тейеш. Һораған теләктәре ниндәй генә рәүештә ҡабул булһа ла, ул ҡабул булған, тигән һүҙ. Бер һүҙ менән әйткәндә, доға төшөнсәһенә Аллаһтан һорау, Аллаһҡа ышаныу һәм Аллаһҡа таяныу, һәр эштең нәтижәһен Аллаһу Тәғәләнән өмөт итеү. тигән мәғәнә һалынған. Эй һөйөклө дуҫым!

Доғам ҡабул булһын, тиһәң, һәр хәлеңдә Аллаһу Тәғәләгә ныҡ инан һәм таян. Тыйғандарынан тыйыл, ҡушҡандарын үтәргә тырыш. Ашаған ризығың, кейгән кейемең, йәшәгән йортоң хәләлдән булһын. Доға ҡабул булһын тиһәң, күңелең сабыйҙар һымаҡ булһын. Ашайһы килгән сабый, һүҙ әйтмәйсә, илап, әсәһен саҡырған кеүек, һин дә Аллаһу Тәғәләнең рәхмәтен өмөт итеп, Аллаһтан илап һорай бел.

Бағышлау доғаһы

Йә Раббым, үҙеңдең рәхмәтеңде һәм ризалығыңды өмөт итеп уҡылған сүрәләрҙе, аяттарҙы, зекер һәм салауаттарҙы киң рәхмәтең менән ҡабул ит! Унан хасил булған әжер сауаптарҙы һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд (салләллааһу ғәләйһи үә сәлләм) рухына һәм шулай уҡ атабыҙ Әҙәм һәм әсәбеҙ Һауанан алып бөгөнгө көнгә тиклем килгән бөтөн пәйғәмбәрҙәрҙең, сәхәбәләрҙең, әүлиәләрҙең, шәһит үлеме менән киткәндәрҙең рухына ирештер.

Шулай уҡ ошо донъяла иманлы булып йәшәгән һәи иманлы хәлдә Һинең мәңгелек ҡаршыңа ҡайтҡан ғәзиз атай-әсәйҙәребеҙҙең, олатай-өләсәйҙәребеҙҙең, ҡыҙ һәм ир туғандарыбыҙҙың, ете быуынға тиклем булған барса мәрхүмдәребеҙҙең рухтарына ирештер. Йә Раббым, шулай уҡ хаслап доға ҡылам (фәлән улы фәләндең, фәлән ҡыҙы фәләндең тип айырым ҡайһы бер мәрхүмдәрҙең исемдәрен әйтеп китеү бик хуш ғәмәл һанала). Шулай уҡ быуындары өҙөлөп, хәйер-доғаға тилмереп ятҡан әрүахтарҙың, өҫтөбөҙҙә хаҡтары булған әрүахтарҙың рухына ирештер, гонаһтарын ғәфү ит, хисаптарын еңел ит, ҡәберҙәрен нурлы ит, рухтарын шат ҡыл, урындарын Ожмах түрҙәренән насип ит!

Йә Раббым, беҙҙең дә белеп һәм белмәй ҡылған гонаһтарыбыҙҙы ғәфү ит. Ҡалған ғүмерҙәребеҙҙе көсөбөҙ еткән ҡәҙәр изгелектә, игелектә үткәрергә, тәүбәле булып йәшәргә насип ит. Әлхәмдүлилләһ, беҙҙе хәҙерге ваҡытта мосолман иттең, һуңғы һулыштарыбыҙға тиклем мосолман булып йәшәргә, “Ләә иләәһә илләллаһ Мөхәммәдүррәсүллуллаһ”, тип, йәнебеҙҙе Үҙеңә тапшырырға насип ит. Әхирәт донъяһында беҙгә мәңгелек Йәннәтеңде, рәхмәтеңде һәм ризалығыңды бүләк ит.

Эй рәхмәтле Раббым, донъяла ғүмер иткән ваҡытыбыҙҙа үҙебеҙҙе, хәләл ефеттәребеҙҙе, балаларыбыҙҙы, яҡын туғандарыбыҙҙы, дуҫтарыбыҙҙы, йорттарыбыҙҙы, ауылҡалаларыбыҙҙы, милләтебеҙҙе, дәүләтебеҙҙе төрлө бәләғазаптарҙан, хәүеф-хәтәрҙәрҙән, ығы-зығы фетнәләрҙән, һуғыштарҙан Үҙең һаҡла!

“Әлхәмдүлилләһ” тигән һүҙҙәребеҙ хөрмәтенә шифаһы булмаған ауырыуҙар бирмә, һуғыш көндәрен күрһәтмә, аслыҡ хәсрәттәрен татыттырма! Көсөбөҙ етмәгән һынауҙар менән һынама! Йә Раббым, уҡыған намаҙҙарыбыҙҙы, тотҡан ураҙаларыбыҙҙы, ҡылған хаждарыбыҙҙы, биргән хәйер-саҙаҡаларыбыҙҙы, ике донъя рәхмәте өсөн ҡылған доғаларыбыҙҙы киң рәхмәтең менән ҡабул ит.

Әмин.

ЗӨЛФИӘ ХАННАНОВА ӘҘЕРЛӘНЕ

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Ғаилә – көрәш майҙаны түгел!

Хөрмәтле редакция! Мин Өфө ҡыҙы, Мәскәү ҡалаһындағы юғары уҡыу йортонда белем алам. Һеҙгә ошондай һорауым бар ине: Изге Ҡөрьәндең «Ән-Ниса» сүрәһендә ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙан өҫтөнлөгө тураһында әйтелә. Эйе, тәү ҡарашҡа, ир-егеттәр – лидер. Улар көслө, ҡыйыу. Әммә ошо...


Йәсрибтә Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ тәүге вәкиле

Хаж мәле тамамланғас, барыһы ла үҙ ҡәбиләләренә тарала. Шул иҫәптән, ун ике хажи Йәсрибкә ҡайтып китә. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, Йәсрибтә ислам тураһында һөйләһен, иман килтергәндәрҙе Ҡөрьән уҡырға өйрәтһен өсөн, хажиҙар менән бергә Мусғәб ибне Ғүмәйрҙе ебәрә.   Бер ваҡыт Мусғәб тәүге мосолмандар...


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...


Ҡыҙым йәнһүрәттәргә ныҡ мыуығып китте

Һуңғы ваҡытта балам сит ил йәнһүрәттәрен һәм сериалдарын даими рәүештә ҡарай. Геройҙарына телмәрендә, кейем стилендә, ҡыҙыҡһыныуҙарында оҡшарға тырыша. Ә ундағы өҫтөнлөктәр беҙҙең ғаиләлә һәм йәмғиәттә ҡабул ителгәндәрҙән айырыла. Ҡыҙымдың әле үҫмер генә булыуы мине борсой. Нимә...


Һандыҡта нимә бар?

Башҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнгән «Каруанһарай» cауҙа һәм күргәҙмә үҙәгендә башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен тәшкил иткән һуғылған балаҫ, милли орнаменттар менән биҙәлгән өҫ һәм баш кейемдәре, төрлө көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа бик күп тауарҙар тәҡдим...