Афат килгәндә, Аллаһҡа мөрәжәғәт итәйек!

Афат килгәндә, Аллаһҡа мөрәжәғәт итәйек!

Афат килгәндә, Аллаһҡа мөрәжәғәт итәйек!

«Бәҡара» сүрәһенең 155-157-се аяттарында әйтелә:

وَبَشِّرِ الصَّابِرِينَ الَّذِينَ إِذَا أَصَابَتْهُمْ مُصِيبَةٌ قَالُوا إِنَّا لِلَّهِ وَإِنَّا إِلَيْهِ رَاجِعُونَ

أُولَئِكَ عَلَيْهِمْ صَلَوَاتٌ مِنْ رَبِّهِمْ وَرَحْمَةٌ وَ أُولَئِكَ هُمُ الْمُهْتَدُونَ

 

Мәғәнәһе:

«(Әй Пәйғәмбәр!) Сабырҙарҙы шатландыр! Ауыр саҡта улар: «Иннә лилләһи үә иннә иләйһи раджиғүн» (Беҙ Аллаһтыҡы, Уға ҡайтарыласаҡбыҙ), – тиерҙәр. Уларға Аллаһтың салауаты һәм рәхмәте. Улар тура юлдан барыусылар».

Шуға беҙгә ауыр саҡта тәүбә ҡылып, доға ҡылып, Аллаһҡа һыйынып, сабыр итергә кәрәк.

Пәйғәмбәребеҙ ﷺ берәй ҡайғы һәм ауырлыҡ килгән сағында:

 

إِنَّا للهِ وَإِنَا إِلَـيْهِ راجِعُونَ، اللَّهُـمَّ اْجُـرْنِي فِي مُصِـيبَتِي، وَاخْلُـفْ لِي خَيْـراً مِنْـهَا

 

Транслитерация:

«Иннә лилләһи үә иннә иләйһи раджиғун. Аллаһумма-джурни фи мүсыбәти үәхлүф ли хайран минһә».

 

Мәғәнәһе:

«Беҙ Аллаһтыҡы, Уға ҡайтарыласаҡбыҙ. Йә, Аллаһым, бәләмдең әжерен бир һәм уны хәйерлеһе менән алыштыр», – тигән (имам Әхмәд).

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Бөтә нәмәнең аҙағы булған кеүек, һәр беребеҙҙең тыны менән һурып алырҙай булып көтөп алған сәфәре тамамланып килә, һөҙөмтәһе күркәм: ике көн эсендә ун ике изгегә зыярат ҡылдыҡ, әлхәмдүлилләһ! Төркөмөбөҙ татыу, үҙ-ара ихтирамлы, иғтибарлы булды, сауап алырға теләп, әле береһе, әле икенсеһе, төрлө...


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...


Ғаилә – көрәш майҙаны түгел!

Хөрмәтле редакция! Мин Өфө ҡыҙы, Мәскәү ҡалаһындағы юғары уҡыу йортонда белем алам. Һеҙгә ошондай һорауым бар ине: Изге Ҡөрьәндең «Ән-Ниса» сүрәһендә ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙан өҫтөнлөгө тураһында әйтелә. Эйе, тәү ҡарашҡа, ир-егеттәр – лидер. Улар көслө, ҡыйыу. Әммә ошо...


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...