Пәйғәмбәребеҙҙең сифаттары, исемдәре һәм шәжәрәһе

Пәйғәмбәребеҙҙең сифаттары, исемдәре һәм шәжәрәһе

Пәйғәмбәребеҙҙең   сифаттары, исемдәре һәм шәжәрәһе

Пәйғәмбәребеҙҙең тыуған көнөнә килгәндә, уның Фил йылында тыуғанына шик юҡ. Әммә, бынан һуң утыҙ йыл үткәс, йәки ҡырҡ көн үткәс, донъяға килгән, тип тә әйтелгән. Барыһы ла Пәйғәмбәрҙең Рәбиғел әүүәл айында, дүшәмбе көн тыуғанлығы менән килешә. Кемдер, был айҙың ике төнө үткәс, ти, икенселәр − һигеҙенсе төнөндә, кемдер, унынсы төнөндә тыуған, тип баралар. Иң таралғаны, нығыраҡ билдәлеһе − айҙың ун икенсе төнөндә тыуған, тигән фекер.

Рәсүлебеҙҙең әсәһе уға ауырлы саҡта, атаһы мәрхүм була. Артабан уны олатаһы Ғәбделмоталлиб, ҡурсалап, тәрбиәләй башлай. Һигеҙ йәш тулыуға, олатаһы мәрхүм була. Шунан уны атаһының бер туған ағаһы Әбү Талиб (Ғәлиҙең атаһы) үҙ ҡанаты аҫтына ала. Әсәһенең исеме − Әминә Үәхб ҡыҙы. Пәйғәмбәребеҙгә алты йәш булғанда, ул әхирәткә күсә.

Шулай уҡ, уға биш йәш булғанда, тип тә әйтелгән. Уны имеҙеүсе ҡатын − Хәлимәт, Хәүәзин ырыуынан (ҡәбиләһенән) була. Мәккәлә йәшәгәндә, ҡырҡ йәшендә уға пәйғәмбәрлек килә: бөтөн кешелеккә Пәйғәмбәр итеп ебәрелә. Ун өс йыл ул ҡалала дин тарата. Шунан Мәҙинә ҡалаһына күсә (хижрә ҡыла). Унда ун йыл ғүмер итә.

Берҙәм фекер буйынса − Мөхәммәд 63-кә тиклем йәшәй. Ул Мәҙинә ҡалаһына (күсенгәндә) Рәбиғел-әүүәл айының 12-се көнөндә, дүшәмбе барып инә. Хәким һәм имам Әхмәд: «Ул (Пәйғәмбәр ) дүшәмбе көн тыуған, Мәккәнән дүшәмбе көн мөһәжир (күсенеүсе) булып юлға сыҡҡан, Мәҙинәгә дүшәмбе барып еткән һәм дүшәмбе мәрхүм булған», − тип әйткәндәр. Шулай итеп, хижри календаре дүшәмбенән башланған.

Пәйғәмбәребеҙ үҙ ғүмерендә бөтәһе ун дүрт ҡатынға өйләнә. Икенсе риүәйәттә, уның ун өс ҡатыны булған, тиелә. Мәрхүм булғанда, туғыҙ ҡатыны ҡала.

Тәүге ҡатыны Хуайлид ҡыҙы Хәдиджә (Хәҙисә) була. Ул ҡатындар араһында беренсе булып Ислам динен ҡабул итә һәм ул бар ҡатындарҙың хужабикәһе (госпожа) булып һанала. Артабан ул Зәмғәт ҡыҙы Сәүҙәгә, шунан Әбү Бәкерҙең ҡыҙы Ғәйшәгә өйләнә. Уларҙың барыһын да Мәккәлә саҡта ала. Мәҙинә ҡалаһында Ғүмәрҙең ҡыҙы Хафсаға, Үмәйәт ҡыҙы Өммә Сәләмәгә, Әбү Суфьяндың ҡыҙы Өммә Хәбибәгә өйләнә. Был алты ҡатын ҡорайыш ҡәбиләһенән була.

Артабан ул Бану Мосталаҡ ҡәбиләһенән Харис ҡыҙы Жәүәйрийәгә, Хүәййә ҡыҙы Сафияға өйләнә. Джәхшә ҡыҙы Зәйнәб, Зәйд Харис улы менән айырылышҡас, Рәсүлебеҙгә кейәүгә сыға. Ул Бану Хәшим ҡәбиләһенән була. Зәйнәбте йомартлығы арҡаһында «фәҡирҙәр әсәһе» тип йөрөтәләр, Пәйғәмбәребеҙ был донъянан киткәс, уның артынан ҡатындарынан беренсе булып Зәйнәб әхирәткә күсә. Шунан ул Бану Хәшим ҡәбиләһенән Харис ҡыҙы Мәймүнәгә, Бану Һиләл ҡәбиләһенән Хузаймат ҡыҙы Зәйнәбкә, Киндат һәм Кәлб ҡәбиләләренән булған ҡатындарға өйләнә.

(Дауамы бар)

Әбү-Бәкр әл-Аймаҡиҙың “Фазаилүл Хәбиб” китабынан

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


Сәфәргә сыҡҡанда

«Аллааһу әкбәр» (3 ҡабат). Мәғәнәһе: «Аллаһ Бөйөк!» «Сүбхәәнәл-ләҙии сәххара ләнәә һәәҙәә үә мәә күˊннәә ләһүү мүҡриниин. Үә иннәә иләә ра́ббинәә ләмүнҡалибүүн». Мәғәнәһе: «Беҙгә быны буйһондорған Аллаһ кәмселектәрҙән Пак, сөнки беҙҙең быға көсөбөҙ...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ вафатынан һуң унан ниҙер һорарға яраймы? Әгәр юҡ икән, мәүлит ваҡытында нәзмдә: «Йә Рәсүлүллаһ, ишфәнә йәүмә ннүшүр (Эй Аллаһ Илсеһе ﷺ! Ҡиәмәт көнөндә беҙҙең өсөн шәфәғәтсе бул)», – тип уҡыла торған һүҙҙәр нимә аңлата? Пәйғәмбәребеҙҙән ﷺ фанилыҡта ла һорарға...


Башлаған проектым уңышһыҙлыҡҡа осраны

Эшҡыуарлыҡ буйынса бер лекторҙың сығыштарын оҙаҡ ваҡыт тыңланым, уның бер нисә түләүле курстарын үттем. Әйткәндәренән илһамланып, ниһайәт, үҙ эшемде башлап ебәрҙем. Әммә, уның бөтә кәңәштәренә таянып эш итеүемә ҡарамаҫтан, башлаған эшем уңыш килтермәне, ҙур бурысҡа баттым. Был хәлдән һуң күңел...


Ни өсөн Мөхәммәд Пәйғәмбәрҙе ﷺ яратырға кәрәк?

14 августа Рәбиғел айы башлана. Уны Мәүлит айы тип тә йөрөтәләр, йәғни, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ ошо айҙың 12-се көнөндә, дүшәмбелә, сәхәр ваҡытында донъяға килә. Күркәм ай алдынан һәр беребеҙҙең йөрәгендә йәшәгән оло мөхәббәт тураһында һөйләшеп алайыҡ.   Пәйғәмбәребеҙҙе ﷺ яратыуы-быҙҙың...


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт...»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөков тураһында хәбәрсебеҙ Светлана Әбсәләмованың «Әхирәттә кәрәгер ғилемде өйрәнегеҙ!..» исемле мәҡәләһен «Әс-Сәләм» гәзитенең 2024 йылдың август һанында баҫып сығарғайныҡ. Былтыр Йылайыр тарафтарына юл төшкәс, Фазылйән әүлиәнең улдары Ҡаһарман һәм...