Ағас ултырт!

Ағас ултырт!

Әнәс бин Малик һүҙҙәренән тапшырыла: Аллаһ Илсеһе, салләл-лааһу ғәләйһи үә сәлләм, әйткән: «(Әгәр) мосолмандарҙан кем дә булһа берәү ағас ултыртһа, йәки ни ҙә булһа сәсһә, һәм ул өлгөргәндән һуң, ҡош, кеше, йәки хайуанмы, ул сәселгән, йә ултыртылғандың нимәһен булһа ла ашаһа, был ғәмәл, һис һүҙһеҙ, ул мосолманға саҙаҡа булып яҙылыр».

Ә беҙҙең заманда ни күрәбеҙ? Кешеләр ер участкаларын – эшкәртелмәгән, уңдырышһыҙ ерҙе һаталар һәм һатып алалар. Улар бынан файҙа ла күрмәйҙәр. Ундай килем беҙҙең замандың яман етешһеҙлеге, иң ауыртҡан ере – инфляцияны тыуҙыра. Кешеләр йәмғиәткә бер ниндәй файҙалы нәмә лә тәҡдим итмәй, үҙгәрешһеҙ (фиксированный) хаҡ менән эш итәләр. Икенсе ситуация: кеше ер һатып ала, унан хаҡын арттырып һата.

Ул, әлбиттә, ергә хаҡтың бер нисә тапҡыр артыуын теләй. Бындай килем башҡа кешеләргә бер ниндәй файҙа ла бирмәй. Ә шул уҡ кеше үҙ ерендә баҡса үҫтереп, унан алма уңышы йыйып алып, баҙарға алып барып һатһа – ул хаҡ төшөүенә булышлыҡ итә. Пәйғәмбәр ﷺ , күҙегеҙ алдында Ҡиәмәт көнө башланһа ла, ағас ултыртығыҙ, тип васыят әйткән.

Әнәс ибне Маликтан тапшырылған Пәйғәмбәр ﷺ хәҙисендә әйтелә: «Әгәр Ҡиәмәт көнө башланһа, һәм, берәйегеҙҙең ҡулында үҫенте булһа, ул уны ергә ултыртырға тырышһын». Ағас климатҡа йоғонто яһай, күләгә бирә. Ағас – беҙгә туҡланыр өсөн емештәр етештереүсе тауыштынһыҙ фабрика. Ағастар тураһында хәстәрлек күреү, уларҙы бағыу – бөйөк динебеҙ ҡушҡан фарыз ғәмәлдәрҙең береһе.

Аллаһу Тәғәлә әйтә: «Ул таяулытаяуһыҙ баҡсалар, төрлө емешле хөрмәләр, төрлө орлоҡло игендәр, зәйтүндәр һәм анарҙар, япраҡтары оҡшаш, емештәре төрлө-төрлө булған үҫемлектәр хасил ҡылды. Уларҙың өлгөргән емештәрен ашағыҙ, йыйғанда тейешлеһен (ғөшөр: уңыштың ундан бер өлөшө) фәҡирҙәргә бирегеҙ, тик исраф итмәгеҙ. Ысынлап та, Ул исраф иткәндәрҙе яратмай!» («Әнғәм» сүрәһе,141-се аят).

Ағастар – Аллаһ тарафынан беҙгә төшөрөлгән бәрәкәт, һәм ағастарҙы ҡарау- бөйөк динебеҙ тарафынан ҡуйылған бурыс. Бына зәйтүн ағасы тураһындағы аҙаҡҡы тикшеренеүҙәр нимә һөйләй: зәйтүн майы артерияларҙы йомшарта һәм уларҙың ҡатыуын тотҡарлай. Тимәк, зәйтүн майы артериосклероздан, кешене һәләк итә торған ауырыуҙан, һаҡлай. Зәйтүн майы артерияларҙың тормошон оҙаҡ йылдарға оҙайта.

Ерҙе үҫемлектәрҙән мәхрүм итеү – ул ерҙә боҙоҡлоҡ таратыу. Ҡәҙерле туғандар! Ағастарҙы ҡырҡыу – тирә-яҡ мөхит өсөн бик ҙур зыян. Аллаһу Сөбхәнәһү үә Тәғәлә әйткән: «Кешеләр араһында шундайҙары бар: һүҙ менән улар һине иретә, хайран ҡалдыра. Тоғролоғон иҫбатлау өсөн, Аллаһ исеме менән анттар итә, яман еңешә

Һәм шундай кеше, һинән китеп, саҡ ҡына ситкә боролһа, боҙоҡлоҡ таратып йөрөй башлай. Игенлектәр һәм кеше нәҫелен ҡоротоу өсөн барыһын да эшләй. Тик Аллаһ боҙоҡлоҡто яратмай» (« Әл- Бәҡара» сүрәһе, 204- 205- се аяттар»).

Ҡайһы берәүҙәр был аяттар ағастарҙы ҡырҡыуға ла ҡағыла, тиҙәр. Был турала һөйөклө пәйғәмбәребеҙ салләллааһу ғәләйһи үә сәлләмдең бер хәдиҫе бар. Әбү Дауд Ғабдуллаһ ибне Хубшиҙән ишеткәнен тапшырып ҡалдырған: «Кем ҡыуаҡлыҡты ҡырҡа, Аллаһ уның башын тамуҡ утына йүнәлтер».

Пәйғәмбәрҙең ﷺ емеш ағастарын ҡырҡыуҙы тыйыуы

Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ ныҡлы, етди тыйыуы бар: пальманы (хөрмә ағасын) яндырырға, йәиһә уға ниндәй ҙә булһа зыян килтерергә ярамай. Емеш ағасын киҫергә ярамай. Минең илем Сирияла сығарылған закон буйынса, ағас ҡырҡҡан өсөн ҙур кимәлдә штраф ҡаралған.

Бер Европа илендә булырға тура килде. Минең иғтибарымды иң тәүҙә ағастарҙың күплеге йәлеп итте. Был илдә урамдар һәм юлдар ҙа төҙөлгән ерҙәрендәге бер ағас та зыян күрмәҫлек итеп һалынған. Бында ғәжәйеп күренеште күҙәтергә тура килде: юл, ағастарға теймәҫ өсөн, уңға йәки һулға борола, йә булмаһа, бөтөнләй икегә бүленеп тармаҡлана.

Ағастарҙы һаҡлау – юғары цивилизация өлгөһө. Ағастарҙы һаҡлау – дин. Ағастар тураһында хәстәрлек күреү – иң яҡшы һәм тоғро ғәмәл. Йәнлектәр тураһында ла бер нисә һүҙ әйтәйем.

Һунар тураһындағы Хөкөмдө килтереп тормай, бер хәдиҫте генә һөйләйем. Кем турғайға, ризыҡ табыу маҡсатынан тыш, һунар итә, шул кеше Ҡиәмәт көнөндә бал ҡорттары геүләгәндәй көслө тауыш ишетер: «Йә, Аллаһым! Һора унан, нишләп ул мине үлтерҙе?». Ислам һунарҙы, мауығыу, күңел асыу өсөн булмаһа ғына, рөхсәт итә.

Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ ныҡлы, етди тыйыуы бар:

Пальманы (хөрмә ағасын) яндырырға, йәиһә уға ниндәй ҙә булһа зыян килтерергә ярамай.

Емеш ағасын киҫергә ярамай. Минең илем Сирияла сығарылған закон буйынса, ағас ҡырҡҡан өсөн ҙур кимәлдә штраф ҡаралған. Бер Европа илендә булырға тура килде. Минең иғтибарымды иң тәүҙә ағастарҙың күплеге йәлеп итте. Был илдә урамдар һәм юлдар ҙа төҙөлгән ерҙәрендәге бер ағас та зыян күрмәҫлек итеп һалынған.

Бында ғәжәйеп күренеште күҙәтергә тура килде:

Юл, ағастарға теймәҫ өсөн, уңға йәки һулға борола, йә булмаһа, бөтөнләй икегә бүленеп тармаҡлана. Ағастарҙы һаҡлау – юғары цивилизация өлгөһө. Ағастарҙы һаҡлау – дин. Ағастар тураһында хәстәрлек күреү – иң яҡшы һәм тоғро ғәмәл.

Йәнлектәр тураһында ла бер нисә һүҙ әйтәйем. Һунар тураһындағы Хөкөмдө килтереп тормай, бер хәдиҫте генә һөйләйем. Кем турғайға, ризыҡ табыу маҡсатынан тыш, һунар итә, шул кеше Ҡиәмәт көнөндә бал ҡорттары геүләгәндәй көслө тауыш ишетер: «Йә, Аллаһым! Һора унан, нишләп ул мине үлтерҙе?». Ислам һунарҙы, мауығыу, күңел асыу өсөн булмаһа ғына, рөхсәт итә.

(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)

МӨХӘММӘД РАТИБ ӘН-НӘБҮЛСИ

Руссанан Зифа Илбаҡтина тәржемәләне, Сибай ҡалаһы

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Һандыҡта нимә бар?

Башҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнгән «Каруанһарай» cауҙа һәм күргәҙмә үҙәгендә башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен тәшкил иткән һуғылған балаҫ, милли орнаменттар менән биҙәлгән өҫ һәм баш кейемдәре, төрлө көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа бик күп тауарҙар тәҡдим...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт…»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөковтың васыятнамәһе   Һәр ҡайһығыҙға ғилем өйрәтә алмаһам да, ошо мин әйткәндәрҙе ғәмәлдә ҡулланһағыҙ, ин шәә Аллаһ, Аллаһу Тәғәлә ярлыҡар, тип өмөт итеп булыр. Туғандарым, мин һеҙгә донъя көтөү тәртибен өйрәтмәйем, сөнки уны үҙегеҙ миңә ҡарағанда ла яҡшы белергә...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Бөтә нәмәнең аҙағы булған кеүек, һәр беребеҙҙең тыны менән һурып алырҙай булып көтөп алған сәфәре тамамланып килә, һөҙөмтәһе күркәм: ике көн эсендә ун ике изгегә зыярат ҡылдыҡ, әлхәмдүлилләһ! Төркөмөбөҙ татыу, үҙ-ара ихтирамлы, иғтибарлы булды, сауап алырға теләп, әле береһе, әле икенсеһе, төрлө...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әгәр ҙә мин, әйтәйек, йәмәғәт менән уҡылған төнгө (йәстү) намаҙының дүртенсе рәҡәғәтендә генә килеп ҡушылһам, ғибәҙәтем ҡабул булһын өсөн, тағы ла нисә рәҡәғәт уҡып сығырға тейешмен мин? Һәм нисә тапҡыр тәшәһһүд (Әт-Тәхиәтте) уҡырға кәрәк? Мәсбүк – йәмәғәт намаҙына бер йәки бер нисә...