Тәбиғәтебеҙ – Аллаһ аманаты
Тәбиғәтебеҙ – Аллаһ аманаты
Өфө эргәһендә ятҡан ауылдарҙың береһендә йәшәйем. Бер көн ирем менән аҫҡы урамға барып әйләнергә булдыҡ. Иптәшем рулдә, мин тәҙрә аша күҙәтеп барам. Ҡый контейнерҙары теҙелгән урынға килеп еткәс, кемдеңдер баҡсаһынан мул итеп ҡырҡылған ҡыуаҡ-ағас өйөмөнә аптырап, ҡысҡырып ебәрҙем: «Илнур, был нимә ул?» Өйөм, тип яңылышҡанмын, ағас тау булып ята ине. Двигателен туҡтатып, сүплеккә иғтибар менән ҡараған хәләл ефетем дә ғәжәпләнде, шунан асыуы ҡабарҙы: «Ағас-селек өсөн түгел, был бит көнкүрештең ҡаты ҡалдыҡтары өсөн тәғәйен урын! Ниндәй вәхшиҙәр килеп ауҙарған быны?!»
Шул мәлдә ҡапыл мәрхүмә әсәйем иҫемә килеп төштө. Иртә яҙҙан ҡара көҙгә саҡлы ауыл эргәһендәге урманға барып, уны ерҙә ятҡан ҡоро ботаҡ-сатаҡтарҙан таҙартыр ине, йыйып ала ла, ҡул арбаһы менән өйгә алып ҡайта, әрәм итмәй, уны йә ишек алдындағы мейес (усаҡ) йә мунса өсөн тотонор ине. Эйе, элекке быуын вәкилдәренең һаҡсыл, тәбиғәт йәнле булыуҙарына хайран ҡалырлыҡ!
Ысынлап та, вәхшилектең вәхшилеге был, ауыл ерендә лә ботаҡ-сатағын ҡайҙа ҡуйырға белмәй йәшәүҙән ни фәтеүә! Шуныһы үкенесле: ҡый өсөн махсус һауыттар булып та, урман эсен, ауыл уртаһын сүп-сарға күмеүҙән туҡтамаған әҙәмдәр бар, ҡайҙа теләй, шунда ауҙарып китәләр! Ялҡаулыҡмы, вайымһыҙлыҡмы был? Әллә икеһеләме?
Хәҙерге цивилизацияның үҙ-үҙен бөтөрөп, йәшәгән урынын, тирә-яғын сүплеккә әйләндерә барыуын күреп, йөрәгең генә түгел, һәр бер күҙәнәгең һыҙлай, күңелең ҡырыла. Һәм был сүп-сар, ҡый-ҡыпыр өйөм-тауҙары артҡандан-арта, киңәйгәндән-киңәйә. Күҙ көйөгө булып ятҡан бысраҡ «утрауҙарҙы» күргән һайын бөтә донъяға яр һалып: «Туҡтатығыҙ был мәхшәрҙе!» – тип ҡысҡырғы килә.
Динебеҙҙә таҙалыҡҡа ҙур әһәмиәт бирелә. Таҙалыҡ – әҙәм балаһының иң күркәм сифаттарының береһе. Аллаһу Тәғәлә һәр беребеҙгә бөхтә йөрөүҙе, таҙалыҡ һаҡлауҙы шарт итеп ҡуя. Таҙарыныуһыҙ (тәһәрәтһеҙ) килеш уҡылған намаҙыбыҙҙы, ҡылынған хажыбыҙҙы ҡабул итмәй. «Таҙалыҡ – имандың яртыһы», – тиелә Мөслимдән килтерелгән хәҙистә.
Бәлә-ҡазанан, хәүеф-хәтәрҙән, яман ниәтле бәндәләрҙән генә түгел, динебеҙ буйынса һәр кеше үҙен һәм яҡындарын зыян килтергән нәмәләрҙән дә һаҡларға бурыслы. Ислам шәриғәтендә зыянлы һәм зарарлы күренештәргә ҡаршы тороу, уларға юл ҡуймау, юҡҡа сығарыу – маҡтаулы һәм сауаплы һанала. Өҫтәүенә, беҙ сәләмәтлегебеҙҙе ҡайғыртабыҙ, сөнки табиптар раҫлауынса, экологик хәүеф, бысраҡ һауа менән тын алыу йөрәк-ҡан тамырҙары һәм үпкә сирҙәренә, инсультҡа, яман шешкә һәм бик күп ауырыуҙарға килтереүе ихтимал. Шулай уҡ сирҙәр рухи тормошобоҙға, ғибәҙәтебеҙгә ныҡ ҡамасаулай. Шуның өсөн дә ислам бөхтәлеккә ҙур иғтибар бирә. Таҙалыҡ – һаулыҡ нигеҙе.
Изге Ҡөрьәндә һәм Пәйғәмбәребеҙ ﷺ хәҙистәрендә мосолманға таҙалыҡ һаҡларға һәм һаулығын нығытырға туранан-тура күрһәтмәләр бирелгән. «Әл-Бәҡара» сүрәһенең 222-се аятында Аллаһ ﷻ әйтә (мәғәнәһе): «Аллаһ ﷻ тәүбә иткәндәрҙе һәм таҙарынғандарҙы ярата». Әбү Һөрәйрәнән килтерелгән хәҙистә: «Иман алтмыш йә етмеш өлөштө үҙ эсенә ала, шуның иң яҡшыһы – «Ләә иләәһә иллә Ллаһ» – «Аллаһтан башҡа Илаһ юҡ» тигәне. Юлдан ҡамасаулаусы әйберҙе (ташты) алып ҡуйыу ҙа саҙаҡа. Һәм оялыусанлыҡ та имандың сағылышы» (әл-Бохари, Мөслим). Был хәҙистә иманды сағылдырған сифаттар һәм ғәмәлдәр тураһында һүҙ бара. Әлбиттә, юлда ҡамасаулап ятҡан ташты йәки берәй икенсе нәмәне алып ташламаған кешене иманһыҙ тип әйтеп булмай. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ был хәҙисендә үҙ йортобоҙҙо, үҙ еребеҙҙе таҙа тотоуҙың мөһим булыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала.
Был донъяны Аллаһу Тәғәлә тап беҙҙең өсөн – кешелек өсөн яратҡанын, беҙгә аманат итеп тапшырғанын онотмайыҡсы, таҙа тотайыҡ! Ҡоҙоҡҡа төкөрмә – һыуын эсерһең, тиҙәр. Беҙҙе йәшәткән ер-әсәбеҙҙе бөлдөрмәйек. Бигерәк тә һауабыҙ, һыуыбыҙ ҡурсыуға мохтаж. Раббыбыҙҙың ошо бүләгенә айырыуса иғтибарлы булһаҡ, Аллаһ беҙҙе күп проблемаларҙан, ҡаты сирҙәрҙән һаҡлап ҡаласаҡ. Аллаһу Тәғәлә Ҡөрьән Кәримдә әйтте (мәғәнәһе): «Раббыбыҙға ялбара-ялына йәшерен доға уҡығыҙ, белеп тороғоҙ, Ул сикте уҙғандарҙы яратмай. Ер йөҙөн тәртипкә һалғандан һуң, ул тәртипте боҙмағыҙ (боҙоҡлоҡ ҡылмағыҙ)» ( «Әғрааф» сүрәһе, 55-56-сы аяттар). Беҙгә Аллаһтың ﷻ: «тәртипте боҙмағыҙ…» тигәненә айырыуса иғтибарлы булырға кәрәк.
Бер кем өсөн дә сер түгелдер: ҡыйҙың, ризыҡ ҡалдыҡтарының үтә лә күп булыуы арҡаһында бихисап проблема килеп тыуа. Айырыуса был һыу һәм һауа таҙалығына ҡағыла. Һыуҙың роле барыһына ла билдәле. Һауа иһә һәр беребеҙҙе кислород менән тәьмин итә. Беҙҙең өсөн генә түгел, һыу һәм һауа бөтә тереклек өсөн кәрәк, унһыҙ бер организм да йәшәй алмай. Ошо ике нәмәне һаҡлаһаҡ, ғүмеребеҙҙе, һаулығыбыҙҙы ҡурсып ҡалдыҡ тигән һүҙ. Билдәле фикһ (шәриғәт хоҡуғы) ҡағиҙәһендә әйтелә: «Фарызды үтәү өсөн кәрәкле нәмә лә фарыз була». Күреүегеҙсә, Ислам кешене таҙа булырға өйрәтә, һыу менән һауаға, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләй.
Ә хәҙерге заман кешеһе теләһә ҡайҙа, шул иҫәптән йылға үҙәненә, күл-диңгеҙҙәргә сүп-сар һәм көнкүреш ҡалдыҡтары ташлап, тәбиғәткә ҙур зыян килтерә, ул ғынамы, Еребеҙгә экологик һәләкәт янай. 2011 йылда Каирҙа Нил йылғаһының ярында ғына түгел, һыу эсендә тонналап йөҙгән сүп-сарҙы, 2017 йылда Төркиәлә Урта диңгеҙҙе буйлаған пластик шешәләрҙе күреп кәйефем төшөп, күңелем кителеп ҡайтҡайным. Беҙҙә лә шәп түгел, әлбиттә. Мысырға әле барып ял итеүселәрҙән ундағы хәлдәр үҙгәрҙеме, ҡала-сүллек таҙарҙымы, тип һорашам. Бер ҙә һөйөндөрмәй яуаптары: ике ҡитғаның сүллегендә ултырған был ил һаман да бысранғандан-бысрана икән, тимәк, был мәсьәләне хәл итә алмаған урындағы властар. Рәсәй халҡы күп илдәргә сәйәхәт ҡыла. Һәр сәфәребеҙҙән фәһем алһаҡ, ҡайһылай шәп булыр ине. Кешене күҙәт тә, үҙеңде төҙәт, тиҙәр бит.
Юлға ырғытылған бер фантик, туңдырма төргәге, йә полиэтилен тоҡсайы, кескәй кенә һут йә һыра шешәһе нисек кенә зыян итһен, тиеүселәр табылыр. «Сафсата һатыу бит ул, – тип әйтәсәк был моңһоҙ. – Ваҡ-төйәккә иғтибар итеп ни, ниндәй экологик һәләкәт, ниндәй ауырыу, ти ул!» Әммә битараф кешеләр ныҡ яңылыша. Тап ошондай ваҡ-төйәктән уҫтаптай ҡый өйөмдәре йыйыла, бер аҙҙан уларҙа тотош ҡалалар бата, урманды, хәтфә-болондарыбыҙҙы ағыулай. Кескәй генә нәмә ҙур һәләкәткә килтерә! Һәр беребеҙ үҙебеҙҙә йыйылған сүп-сарҙы тәртипһеҙ сығарыуҙан баш тартырға тейешбеҙ. Ҡалаларҙа сортировка тигән нәмә бар, пластик, ҡағыҙ-картон, лампочкалар, быяла өсөн айырым контейнерҙар ҡуйылған. Ауыл ерендә утилизация өсөн уңайлыҡтар күберәк, шул уҡ ризыҡ ҡалдығын элек-электән халҡыбыҙ малына ашатҡан.
Беҙҙә мал булмағас, әхирәтем Рәйлә Барый ҡыҙы өйрәткәнсә, емеш-еләк, йәшелсә ҡалдыҡтарын мин гел баҡсама ҡүмәм – бына тигән ашлама, органика! Ҡыш көнө лә ҡалдыҡтарҙы ташламайым, бер урынға өйөп барам. яҙ етеү менән улар тағы ергә күмелә. Һөйәк, онотҡанда бер күгәргән икмәк менән (мин уны башлыса сохари итеп киптереп өлгөрәм) күршеләрҙең эте Урсаны һыйлайым. Аллаһҡа шөкөр, маһмайҙың аппетиты һәр ваҡыт шәп, бер ризыҡ та әрәм булмай. Эштә һәм өйҙә ҡағыҙ-картонды йыйып барам да, йылына ике тапҡыр яҙлы-көҙлө макулатура тапшырылған көндәрҙә мәктәпкә алып барам. Тапшыра алырлыҡ булмаһа, мунсала йә ҡый-ҡыпыр яғыу өсөн тотонолған мискәлә үртәйем. Ботаҡ, ҡый үләне лә ошо һауытта яндырыла, аҙаҡ көлөн ашлама итеп ергә, ағас төптәренә һибеп сығабыҙ. Ауыл ситендә торған ҡый контейнерына иһә беҙҙең өйҙән аҙнаһына кескәй генә бер пакет оҙатыла. Әй, баянан бирле маҡтана ла маҡтана был, тип ҡабул итмәгеҙ был һүҙҙәрҙе. Берәүгә лә Америка асманым, үҙ тәжрибәмдән сығып яҙырға тырыштым.
Тәбиғәтебеҙ – Аллаһу Тәғәләнең аманаты, уны, ауыл-ҡалалары-быҙҙы таҙа тотоу – һәр беребеҙҙең иңендә, һәр мосолмандың бурысы. Булмышыбыҙҙы биләп алған вайымһыҙлыҡтан, дегәнәк кеүек йәбешкән битарафлыҡтан арынайыҡ, ҡәҙерле имандаштар! Тыуған еребеҙҙең матурлығын һаҡлау – үҙ-үҙеңде һаҡлау ул. Ғүмеребеҙ ошо һымаҡ һәм башҡа күп сауаплы ғәмәлдәр менән үтһен.