Аллаһ ﷻ теләмәһә, бер ни булмай!

Аллаһ ﷻ   теләмәһә, бер ни булмай!

Сибайҙағы “Зәйнулла Рәсүлев” мәсете ҡала ситендәрәк урынлашһа ла, халыҡ унан бер ҡасан да өҙөлмәй. Тирә-яҡҡа нур балҡытып ултырған был Аллаһ йортоноң төҙөлөү тарихы менән ҡыҙыҡһыныуым шәхси эшҡыуар Илнур Хәлилов менән танышыуға этәргес булды.

– Илнур ҡәрҙәш, әңгәмәне традицион һорауҙан башлайыҡ. Дингә ылығып китеүегеҙ ҡасаныраҡ булды?

– Әсәйем диндар ғына кеше булһа ла, миндә тәүҙә бер ниндәй ҡыҙыҡһыныу ҙа булманы. Үҙ эшемде башлағас, водитель кәрәк булды. Рафиҡ ағайымды эшкә саҡырҙым.

Уның төрлө сағы булып китә:

Берсә һуҡмыш йөрөп ала, берсә ҡатынын айыра.

Әммә, ике ай эшләгәндән һуң, мин уның шул тиклем динде хөрмәт иткән бер Аллаһ бәндәһе икәнен аңланым. Эйе, ул хаталана, үҙенең кире яҡтары менән көрәшә, әммә Аллаһҡа шул тиклем ныҡ ышана. Уның менән был темаға сәғәттәр буйы һөйләшә инек. Артабан икебеҙ ҙә Рәсәй ислам университетына ситтән тороп уҡырға индек. Ағайым уҡыуын тамамланы. Минең һабаҡ алыуым әлегә бүленеп торҙо.

– Тәриҡәт юлына баҫыуығыҙға ла Рафиҡ ағайығыҙ сәбәпсе булдымы?

– Тап шулай. Шәҙилиә һәм нәҡшбәндиә тәриҡәте остазы Сәйет Әфәнде Чиркәүигә мин уға эйәреп барҙым.

– Мәсет төҙөү ниәте күңелегеҙҙә ҡасан яралды?

– Бына аптырарһығыҙ. Минең ундай ниәтем бөтөнләй юҡ ине. Сибайға Дағстан Республикаһы вәкиле Фәхретдин хажи Басиров килгәйне.

Әлеге лә баяғы Рафиҡ ағайым уға:

“Ә Мөхәмәтғәли (миңә шундай яңы исем бирҙеләр!) яңы мәсет төҙөргә уйлай!”

– тип, уйынлы-ысынлы өндәшкәйне, Фәхретдин хажи йәнләнде лә китте. “Әйҙә, ҡайҙа төҙөргә уйлайһың, урынын барып ҡарап киләйек!”

– ти. Аптырағас, ҡунаҡты Ғәли ауылына алып киттек, әсәйем шул ауылда тыуған. Йөрөп ҡайтҡас, “Юҡ, был урын бармай! Ҡалала урын юҡмы ни?”

– ти. Һуңынан беҙ йәшәгән ихатаны байҡап сыҡты ла: “Бына ошонда төҙө!” – тип, буш урынға төртөп күрһәтте.

– Шунан ең һыҙғанып эшкә керештегеҙме?

– Ул былайыраҡ булды. Ағайым менән Фәхретдин хажиҙы оҙатып ҡуйҙыҡ та, ҡайтып килә ятабыҙ. “Һин улай тип әйтеүен әйттең дә, нисек төҙөйөм мин ул мәсетте? Йыйып ҡуйған аҡсам да, төҙөлөш материалдарым да юҡ!” – тим ағайыма. “Йөк машинаңды һатырға йыйына инең дә инде, һат шуны!” – ти Рафиҡ ағайым.

“Уны бит бер кем дә алмай, ҡасандан бирле һатырға маташам”, – тим. Шулай ҙа тағы бер тапҡыр һатыуға ҡуйып ҡарарға булдым. Элек хаҡын 150 мең менән ҡуя инем. Был юлы 250-300 мең һум итеп яҙҙым да ҡуйҙым, сөнки элек билдәләгән сумма мәсетте төҙөй башлар өсөн етмәйәсәк.

Һәм, ышыныһығыҙмы, юҡмы, ошо “Урал” машинаһын алырға теләүсе, шул уҡ көндө табылды! “Ниңә ул тиклем ҙур сумма һорайһың? Шул тиклем хаҡ менән һатмай ҙа инде кеше!” – ти һатып алыусы. “Миңә мәсет төҙөргә кәрәк,” – тим. “Улай булғас, мин һиңә 250 меңен бирәм дә, ҡалғанына төҙөлөш материалдары менән ярҙам итермен!” – ти.

Килештек. Бөрйән районынаң Яңы Усман ауылында үҫкән ҡарағайҙарҙан бура бураттыҡ. Шуныһы ҡыҙыҡ, инде аҡса бөтөп, төҙөлөштө артабан нисек дауам итергә икән, тип торһаң, көтөлмәгән ерҙән ярҙам килә лә ҡуя. Бурысҡа батҡан бер нисә кеше бар ине. Береһе цемент килтерҙе, икенсеһе нигеҙ (фундамент) һалып бирҙе. Мин ул ваҡытта уҡ йыһаз етештереү менән шөғөлләнә инем. Китте бер мәл заказдар күбәйеп! Мәсет төҙөлөп бөткәйне, заказдар ҙа үҙенән-үҙе кәмене (көлә).

– Ҡала халҡы, райондаштарығыҙ ҙа ярҙам ҡулы һуҙғандыр бит?

– Әлбиттә! Хәленән килгәнсә, ярҙам ҡулы һуҙырға тырышыусылар ҙа булды. Мәҫәлән, Иҫке Сибай ауылында бәләкәй генә өйҙә йәшәгән Әнисә исемле апай, ҙур булмаған пенсияһын алыу менән, мәсет төҙөүгә өлөш индерәм, тип, Сибайға килеп етә һала ине. Бына ни тиклем ихласлыҡ! Шундай ихлас кешеләр эргәмдә булмаһа, дүрт ай эсендә төҙөп ултыртып булыр инеме ни мәсетте?!

– Илнур-Мөхәмәтғәли, мәсет төҙөү бер, уның документҡағыҙҙарын юллау мәшәҡәттәре лә бар бит әле.

– Был юҫыҡта ла ҡаршылыҡтар бик тиҙ генә хәл ителде. Ҡайҙалыр битараф мөнәсәбәт күрһәттеләр, ҡайҙалыр ярҙам ҡулы һуҙҙылар. Тәүҙә күпмелер ваҡыт ыҙалап йөрөһәк тә, һуңынан Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе, баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин ярҙамы менән мәсеттең документтарын ике аҙна эсендә әҙерләп бирҙеләр.

– Мәсет төҙөргә ниәт иткән мосолман ҡәрҙәштәрегеҙгә ниндәй кәңәш бирер инегеҙ?

– Әгәр:

“Мин эшләйем!”

– тип тотонһаң, бер ни килеп сыҡмауы мөмкин. Тәриҡәт юлындағы кешеләр бөтә нимәне Аллаһҡа тапшыра. Аллаһ теләмәһә, бер ни булмай. Мин хатта үҙем төҙөнөм, тип әйтергә лә оялам. Мин үҙ ҡулдарым менән был мәсеттә бер сөй ҙә ҡатманым.

Эргәмдә ошо төҙөлөшкә фатиха биреүсе, доға ҡылыусы изге йәнле кешеләр булды. Уларҙың доғаһы бәрәкәтендә Аллаһ ярҙамы менән төҙөлдө был мәсет. Мәсет төҙөргә ниәте булған инсандар Аллаһу Тәғәләгә тәүәккәл ҡылһындар!

– Ихлас әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Илнур Фаил улы!

“Кемдер Аллаһ ризалығы өсөн мәсет һалһа, Аллаһ уға йәннәттә йорт һалыр”,

– тиелә Пәйғәмбәребеҙ ﷺ хәҙисендә. Һеҙ иң тәүҙә Аллаһ йортон төҙөп, оло сауапҡа ирештегеҙ. Инде үҙегеҙҙең йортоғоҙҙо ла иҫәнһау төҙөп сығып, матур күңелле ҡатынығаҙ Зөлфиә, улдарығыҙ Зәйнулла һәм Сәйфулла менән ике донъя бәхетендә ғүмер итергә яҙһын!

ЗӨЛФИӘ ХАННАНОВА ӘҢГӘМӘ ҠОРҘО

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...


Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ хәҙистәре

  Аллаһу Тәғәлә, бәндәһенә изгелек теләһә, уға кешеләрҙең ихтыяжын йүнәлтә. Маҡтаусыларҙың йөҙөнә тупраҡ һибегеҙ. Бер насарлыҡ эшләнең иһә, артынан уҡ яҡшылыҡ эшлә. Яманлығың һыҙып ташланыр. Мәрхәмәтлеләргә Аллаһу Тәғәлә мәрхәмәтле булыр. Һеҙ ерҙәгеләргә мәрхәмәтле булһағыҙ –...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Бөтә нәмәнең аҙағы булған кеүек, һәр беребеҙҙең тыны менән һурып алырҙай булып көтөп алған сәфәре тамамланып килә, һөҙөмтәһе күркәм: ике көн эсендә ун ике изгегә зыярат ҡылдыҡ, әлхәмдүлилләһ! Төркөмөбөҙ татыу, үҙ-ара ихтирамлы, иғтибарлы булды, сауап алырға теләп, әле береһе, әле икенсеһе, төрлө...


Ҡыҙым йәнһүрәттәргә ныҡ мыуығып китте

Һуңғы ваҡытта балам сит ил йәнһүрәттәрен һәм сериалдарын даими рәүештә ҡарай. Геройҙарына телмәрендә, кейем стилендә, ҡыҙыҡһыныуҙарында оҡшарға тырыша. Ә ундағы өҫтөнлөктәр беҙҙең ғаиләлә һәм йәмғиәттә ҡабул ителгәндәрҙән айырыла. Ҡыҙымдың әле үҫмер генә булыуы мине борсой. Нимә...


Шайтан яҙмалары

Мәсеткә мин дә йөрөйөм   Әллә һеҙ мине мәсеткә йөрөмәй, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, киреһенсә, мин мәсеткә бик йыш йөрөйөм. Шул тиклем шәп тә инде мин! Һа-һа-һа! Бөгөн һеҙгә һөйләйәсәк ваҡиға ла мәсеттә булған хәл.   Бөгөн көндөҙ мин мәсеткә кергәндә, Дауыт хажи минең арттан килеп инде. Ул...