“Пәйғәмбәребеҙ ﷺ кеүек мәрхәмәтле булайыҡ!..”
“Пәйғәмбәребеҙ ﷺ кеүек мәрхәмәтле булайыҡ!..”

Даими рубрикабыҙҙың бөгөнгө геройы – Дәүләкән районы Ҡаҙырғол ауылы мәсетенең имам-хатибы Нурғәле Тимерғәле улы Рамаҙанов.
– Нурғәле хәҙрәт, мосолман кешеһе менән танышҡанда, ғәҙәттә, иң башта нисек дин юлына баҫҡанын һорашалар. Шундай ғәҙәт миндә лә бар. Совет тәрбиәһендә үҫкән егет нисек һәм ҡасан дингә килде икән? Ҡайҙа белем алдығыҙ?
– Ҡатмарлы осор ине: берәй кеше мәрхүм булһа, йыназа уҡырлыҡ кешене икенсе районға барып саҡырырҙар ине. Көндөҙ шәм менән эҙләһәң дә, бик ауыр ине уҡымышлы кешене табыуы. Атайымды оҙатҡанда ла шундай мәсьәлә килеп тыуҙы. Уйлап ҡарағыҙ: кешенең һуңғы туйы – ҡәберстанға оҙатыу мәшәҡәтенә машина табып, бик йыраҡта ятҡан ауылға сығып китеп, уҡымышлы ир-атты алып килеү ыҙаһы, әле ул эҙләгән кешеңде тап итәһеңме-юҡмы әле, уныһы икенсе мәсьәлә, алып килеп еткерһәң йыназаға, ул мосолманды кире ҡайтарыу проблемаһы килеп тыуа. Эй, бар халыҡ та шулай итеп яфалана торғайны! Атайымды оҙатҡанда эстән генә: «Их, уҡып сыҡһам, ауылға ла, тирә-яҡ күршеләргә лә ярҙам итер инем”, – тип ниәтләнем. Ул саҡта мин күптән инде ауылдан сығып, Өфөләге бер заводта иретеп йәбештереүсе булып эшләй инем, ғаилә ҡорғанмын. Күпмелер ваҡыт үткәс, дини тәғлимәт өләшкән Рәсәй ислам университеты тураһында ишетеп ҡалдым, әммә бер килке эшем арҡаһында өлгөрмәҫмен, тип уҡырға ҡыймай йөрөнөм. Аллаһҡа мең шөкөр, ул шатлыҡты шулай ҙа кисерҙем, бынан ике тиҫтә йыл элек бөтә ҡыйыулығымды йыйып уҡырға керҙем. Көслө уҡытыусыларҙа ҡанат нығыттым: Тулҡын, Сәлим, Ришат һәм башҡа хәҙрәттәр төплө белем бирҙе. 2008 йылда институтты тамамлап, үҙем йәшәгән Инорс биҫтәһендә «Нур» мәсетендә эшләнем, йомалар үткәреп йөрөнөм, белемемде һәр ваҡыт арттырырға тырыштым.
– Вәғәҙә – иман, вәғәҙә – бурыс, тип юҡҡа ғына әйтмәгән халҡыбыҙ. Алдан биргән һүҙегеҙҙе иҫтә тотоп, ауылығыҙға мулла булып ҡайтҡанһығыҙ! Яңылышмаһам, мәсетегеҙҙе күптән түгел генә һалып сыҡҡан ҡаҙырғолдар, шулаймы?
– Эйе, элекке вәғәҙәм тынғылыҡ бирмәне йөрәгемә. Уны бойомға ашырыр өсөн мәсет төҙөй башларға кәрәк ине. Тыуған яғыма әйләнеп ҡайтҡан арала ауылдаштарым менән ғибәҙәтхана өсөн урын һайлау, уны төҙөү мәсьәләләрен хәл итер өсөн ҡор йыйҙыҡ. Халыҡ менән бер фекергә килеп, мәхәллә ойоштороп ебәрҙек, 2013 йылда төҙөлөшкә сумдыҡ. Иң башта ҙур хәйриә концерты ойошторҙоҡ. Шул саранан килгән аҡсаға, яҡташтарҙың хәйер-саҙаҡаһына ике йыл эсендә бынамын тигән нурлы мәсет ҡалҡып сыҡты, Аллаһҡа шөкөр! Егеттәр ҙә табылды төҙөлөшкә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ярҙам итеүселәрҙең ҡайһы берҙәре арабыҙҙа юҡ инде, улар өсөн һәр ваҡыт доғалабыҙ. Төҙөлөш эше башланған осорҙа уҡ Фәнзиәм менән атайсалыма күсенеп ҡайттым. Һәм тиҫтә йылға яҡын йәнтөйәгемдең «Нур» мәсетенең имам-хатибымын.
– Хәҙер һәр береһе ҡайҙалыр ашыға, оҙаҡ ултырып тыңлай алмай. Ауылда ла шул уҡ хәлдер, моғайын. Белгестәр ҙә бөгөнгө заман вәкилен «клип, йәғни ҡыҫҡа фекерләү ҡеүәһенә эйә әҙәм”, тип ҡылыҡһырлай. Шундай шарттарҙа вәғәз һөйләү, дәғүәт эштәрен Һеҙ теләгәнсә алып барып буламы?
– Имам вазифаһы бик ҙур вазифа, уға еңел генә ҡарарға ярамай. Имамдың төп бурысы – халыҡты иманға саҡырыу, аңлайышлы итеп аңлатыу. Кешенең күңеленә үтерлек итеп һөйләргә кәрәктер. Имам – ул бәндәләрҙең үҙ ҡырындағы көҙгөһө һымаҡ. Иртән тороп көҙгөгә күҙ ташлаған кеүек имамға ла шулай баға кеше. Һинең етешһеҙлектәреңде хәҙер күрергә торалар. Халыҡтың ышанысын яулар өсөн Пәйғәмбәребеҙҙе ﷺ һәр ваҡыт иҫкә төшөрөп, уның гүзәл үрнәгендә үҙеңде тәрбиәләргә тырышыу кәрәк. Һис шикһеҙ, был яҡшы һөҙөмтә бирә. Беҙ ҙә, Аллаһтың Хәбибе ﷺ һымаҡ бөтә йән эйәләренә рәхмәтле, мәрхәмәтле булһаҡ, уларҙа ышаныс тыуҙыра алырбыҙ. Ул саҡта аралашыу, вәғәз-нәсихәтте еткереү еңеләйә. Ысынлап та, шулай, күп һынаным быны. Һәм ихлас һүҙҙе ишеткән кеше ашыҡҡан ерендә туҡтай, кәңәшкә ҡолаҡ һала.
– Һеҙ ике бала атаһы, ейәндәрегеҙ үҫеп килә. Әлхәмдүлилләһи шөкөр! Йәмғиәтебеҙ кескәй йөрәккә төрлө яҡтан һөжүм итеп, ата-әсәләрҙең ихлас тәрбиәһенә аяҡ салған заманда нисек яңылышмаҫҡа, иң әүәл нимәгә өйрәтергә балаларҙы?
– Барыбыҙға мәғлүм: хәҙер боҙоҡлоҡ ныҡ тарала. Үҫмерҙе күҙ уңынан ысҡындырмайым, тиһәк, ата-әсәнең үҙенә дини яҡтан белемле булыу кәрәк. Ғилеме һай булһа, балаһын ислам нигеҙен аңлатып бирерлек имам-абыстайҙарҙың дини курсына йөрөтөп алһын. Үҙҙәре лә ҡул ҡаушырып ултырмаһын! Аллаһ Рәсүле һәр беребеҙгә бишектән алып ләхеткә ҡәҙәр ғилем алырға ҡушҡан бит. Йәй һайын ойошторолған лагерыбыҙҙа шөғөлләнгән балалар мәсетебеҙҙә ишеткәнен, өйөнә ҡайтҡас, ата-әсәһенә һөйләй, тимәк, йәш уҡыусыларым ниндәйҙер кимәлдә өлкәндәр өсөн мөғәллим булып сыға! Дини тәғлимәт алған балаларҙың ғаиләләге урыны һәм йоғонтоһо көслө шул! Шулай итеп, кескәй генә, ышаныслы аҙымдар менән алға барабыҙ. Өфөнән ялға ҡайтҡан ейәнсәрҙәремде лә нимәгәлер өйрәтеп ҡалырға тырышам. Аллаһ ҡушҡанды, Рәсүлебеҙ Мөхәммәд ﷺ кәңәш иткәнде үтәһәк, балалар менән ауырлыҡтар булмаҫ, ин шәә Аллаһ!
– Нурғәле хәҙрәт, Һеҙгә хаж ғәмәлен үтәү бәхете тейгән. Хажға барып ҡайтҡан кешенең гонаһтары юйыла, тиҙәр. Хажда ирешкән күңел торошон нисек һаҡлап ҡалырға?
– Барыһы ла гонаһһыҙ ҡайта, тиеүе дөрөҫ түгел. Раббыбыҙ сауабын ниәтебеҙгә ҡарап бирә бит. Хаж ҡылыусылар, ғәҙәттә, өс төркөмгә бүленә: берәүҙәр Аллаһтың Ризалығы өсөн, икенселәр – маҡтаныр өсөн, өсөнсөләр иһә – әйбер, зәм-зәм тейәп ҡайтыр өсөн бара. Изге ниәт менән Мәккә-Мәҙинәгә юлланған мосолман, ҡайтҡас, тәьҫораттарын һөйләп бөтә алмай, сәфәрҙә осраған еңеллеккә һөйөнә, осрашып аралашыуҙан фәһем ала, кәрәмәттәргә иғтибар итә, тойғолары ла йөрәгенә һыймай, ташып бара, хажиҙың күңеле йомшара, ул тулҡынлана, йөрәкһей. Маҡтанып йөрөү иһә бөтөнләй килешмәй. Эйе, бар ул, хажи тип өндәшмәһәң, үсегеп барған кешеләр! Аллаһҡа шөкөр, хаж ҡылырға ла, мөлкәтен дә, сәләмәтлеген дә бирҙе. Мәккә-Мәҙинәлә Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ сәләм бирергә лә насип итте, шунда дуҫтарым күбәйҙе, бәхетем ишәйҙе. Күптәр өсөн изге ерҙәрҙә доға ҡылынды. Ҡайһылары ҡабул булып, аҙаҡ таныштарымдың миңә рәхмәт әйтеүҙәре рәхәтлек бирә йөрәгемә, ҙур ихласлыҡ менән ҡылған хаж ғәмәлемде тағы ла сағыулатып ебәрә, тиергә мөмкин.
– Ғибәҙәт ябай бер ғәҙәткә генә әйләнһә, шәп түгел. Бының өсөн һәр ваҡыт үҙ өҫтөңдә эшләү, йөрәкте, ниәттәреңде паҡландырып тороу фарыздыр.
– Шундай ғилем бар – мәғрифәт: беҙҙе кем яратҡан, ниғмәттәрҙе кем биргән, ҡайҙан килгәнбеҙ, тип һәр ваҡыт уйланырға тейешбеҙ. Барыбыҙ ҙа Аллаһтың бәндәләре, беҙҙе бер миллисекундҡа ла онотмай Ул, һәр ваҡыт беҙҙең турала хәстәрлек күрә, ризыҡландырып тора. Беҙ ҙә уны зекер итеп, иҫкә алырға тейешбеҙ. Телебеҙ һәм йөрәгебеҙ иҫкә алһаҡ, гонаһтарҙан ҡарайып барған ҡәлебтәребеҙ таҙарыр, булмышыбыҙ сафланыр. Зекер – Раббыға тиҙ яҡынайта торған күркәм ғәмәл ул. Пәйғәмбәребеҙ ҙә: "Зекер итеү Ҡиәмәт көндө Мизанда бик ауыр тартасаҡ", – тип әйтеп ҡалдырған бит. Әммә ябай итеп тәсбих тартып ултырыуға ҡарағанда, остаз (шәйехтең) өйрәткән истиғфар, салауат-зекерҙәре йөрәккә күп тапҡырға нығыраҡ тәьҫир итә. Мәғрифәт юлына тәриҡәт әһелдәре өйрәтә.
– Һеҙҙең иң бәхетле көнөгөҙ.
– Динебеҙҙә иң ҙур көн – йома, иң олуғ төн – Ҡәҙер кисәһе. Минең өсөн бөтә көндәр ҙә бәхетле. Аллаһ мине тура юлға баҫтырып, мосолман итеп яратҡан, ғилем менән ғәмәл ҡылырға, намаҙ, ураҙа әһеле булырға насип иткән. Башланып торған көндөң бер минутын да исраф итмәй, ихлас ғибәҙәтең, сөннәтте үтәүеңә бер генә кешене булһа ла дингә саҡырып, кемделер ғилемгә өндәп, хәҙис йә хәреф өйрәтеп өлгөрһәң, бәхетле көндәремдең йылъяҙмаһы дауам итә, тимәк! Әлхәмдүлилләһ, шәкерттәрем йылдың-йылы күбәйә, Ҡаҙырғолда ғына түгел, ғилем таратыу өсөн тирә-яҡ ауылдарға ла барып ҡайтам, дәрестәр үткәрәм. Өлкәнәйгәс тә, нәсихәтеңде тәрән ихтирам һәм әҙәп менән тыңлаусы, Мизанда яҡшы яҡҡа тартыусы ғәмәлдәрең дауамлы булһа, көс-дарманың ташып торһа, мәңгелек юлға туплар байманың, Аллаһу Тәғәлә алдында, бер тамсыға булһа ла, аҡланырҙай сәбәбең тағы ла арта, тигән һүҙ, һәр кемгә шундай бәхет насип булһын.
– Аллаһу Тәғәлә ярҙамынан ташламаһын, яҡташтарығыҙға тәүфиҡ, айыҡ аҡыл, зиһен бирһен. Фәһемле әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Нурғәле хәҙрәт. Уңыштар насип булһын Һеҙгә!
Светлана Әбсәләмова