Әсәйемдең доғалары ышанысымды арттырҙы!..

Әсәйемдең доғалары ышанысымды арттырҙы!..

2023 йылдың тәүге һанын беҙ күркәм маҡсатлы, эшһөйәр, ныҡышмал, көслө рухлы егет менән таныштырыуҙан башларға ниәтләнек. Уға ни бары 22 йәш кенә. Таныш булығыҙ: йөҙөү буйынса атҡаҙанған спорт мастеры, Рәсәй чемпионы, Донъя кубогы призеры, Паралимпия чемпионы Илнур Уразбай улы Ғарипов. Һөйләшеүебеҙ уның матур, яҡты, бөхтә фатирында үтте. Илнур тәү минуттан уҡ беҙҙе үҙенең ихласлығы, киң күңеле менән арбаны: килеп инеү менән сәй янына саҡырҙы.

 

– Илнур ҡустым, һөйләшеүҙе традицион һорауҙан башлаһам, яраймы? Спортҡа, хәрәкәтле тормошҡа һине кем ылыҡтырҙы, кем һөйөү уятты? Ни өсөн йөҙөүҙе һайланың?

– Спортҡа мөкиббән атайым, Уразбай Мөхәррәм улы, ылыҡтырҙы, тиһәм, дөрөҫ булыр. Дүрт йәшем тулыр-тулмаҫтан мине саңғыға баҫтырҙы ла, биш йәшемдә һин дә мин йүгерә инем инде. Ул саҡта бер күҙем ниндәйҙер кимәлдә күрә ине әле, ә уң күҙем тыумыштан күрмәне. Табиптар уны минең етлекмәй 900 грамлыҡ булып тыуыуыма бәйләй. Әммә яҡындарым мине бер ҙә әпәүләп, йәлләп йөрөмәне, мине бала-саға яратҡан уйындарҙан, спорттан, дуҫтарым менән аралашыуҙан айырманы, шөғөлдәремә аңлап ҡараны. Йөҙөүгә тиклем үҙемде футбол, хоккей кеүек команда уйындарында һынап ҡараным, конькиҙа ла уҙыштым, дзюдола бил нығыттым. Мәктәп йәшенә еткәс, атай-әсәйем мине һуҡыр һәм күреү һәләте сикле балаларға белем биргән 28-се интернатҡа бирҙе. Өфө егете булғас, йөрөп уҡыным, яҡындарым уңайлыраҡ булһын өсөн мәктәп янындараҡ фатирҙы ҡуртымға алды. Интернатта спорт менән етди шөғөлләнгән балалар күп ине, хатта халыҡ-ара турнирҙарҙа ҡатнашып, Америка Ҡушма Штаттарына барып ҡайтҡан егеттәр булды. Шуларға ҡарап, мин дә, сәмләнеп китеп, 11 йәшемдә «Буревестник» бассейнындағы йөҙөү секцияһына яҙылдым. Һәм һыу менән дуҫлашып, ошо стихияла йәшәүемә ун икенсе йыл китте инде!

 

– Спортта иң мөһиме үҙеңдең тренерыңды тап итеүҙер?..

– Аллаға шөкөр, был йәһәттән мин бик бәхетле спортсы: тренерымдан ныҡ уңдым, бассейндағы тәүге күнегеүҙән алып бөгөнгәсә мин яратҡан уҡытыусым Хәлил Рауил улы Шаммасов менән. Тиҫтәнән ашыу йыл эсендә беҙ бер туғандар һымаҡ, минең өсөн ул яҡын дуҫ та, төплө кәңәшсе, хәстәрлекле атай һымаҡ та. Рәсәй киңлегендә барған чемпионаттарға ул мине һәм башҡа егеттәрҙе үҙе алып йөрөй. Сит илгә йыйылма команданың тренерҙары менән сығырға тура килә. Әммә шунда ла ул минең менән һәр ваҡыт бәйләнештә, ватсап аша кәңәш бирә, һәр ваҡыт рухландырып, сәмләндереп тора. 14 йәшемдә тома һуҡыр ҡалғас та, ошо һынауҙы үткәреп ебәрергә лә тренерым миңә ныҡ ярҙам итте. Төп терәгем – әсәйем һәм бер туған һеңлем инде. Минән алты йәшкә кесе Алтынай мәктәпкә барған йәшендә генә әле мине, ағаһын, «Буревестник»ка ҡәҙәр оҙатып, күнегеүҙәр тамамланғансы көтә торғайны. Шунан 14 йәшемдән мин үҙаллылыҡҡа күстем. Рәсәй кимәлендәге чемпионат һәм кубоктарҙа ҡатнаша башлағас, Алтынай мине апаруҡ ҡына оҙатып йөрөнө, һуҡыр спортсыларға һәм миңә ярыштарҙа ныҡ ярҙам итте. Бассейндың бортына башыбыҙ менән бәрелмәҫ өсөн беҙҙе махсус ҡармаҡ менән һағалай торғайны.

 

– Пьедесталға менәм, мотлаҡ урындар алам, тип янып йәшәгән спортсыға маҡсатына ирешер өсөн ниҙәр кәрәк?

 – 20 процент һәләт, 80 процент тырышлыҡ, тип әйтер инем. Шулай уҡ күҙ алдында юғары күрһәткескә өлгәшкән спортсыларҙың өлгөһө лә ныҡ этәргес булып тора. Бына, мин, мәҫәлән, оҙаҡ йылдар Санкт-Петербург ҡалаһынан спортсы Кирилл Белоусовтан өлгө алам (әйткәндәй, Рәсәй кубоктарында уның менән ярышып, дуҫлашып киттек!). Уның һәләте Аллаһтан, ул үҙенең квалификацияһында донъяла иң көслө спортсыларҙың береһе ине, пандемия уның формаһына тәьҫир итеп, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул Паралимпия уйындарында ҡатнаша алманы.

 

– Паралимпия уйындары хаҡында һүҙ сыҡҡас, һәр спортсының хыялында булған был ҙур алышҡа нисек үттең, нисек әҙерләндең?

–Токиолағы йәйге Паралим-пиялағы еңеүем – бөтә ярыштарҙан иң ауыры, шул уҡ ваҡытта иң шатлыҡлыһы булғандыр. Беҙ, дүрт йәш спортсы – ике ҡыҙ һәм ике егет, һәр беребеҙ ҡатнаш эстафетала 100 метр йөҙөп, алтын миҙал яуланыҡ. Әлбиттә, «Буревестник»ка йөҙөү секцияһына йөрөй башлаған сағымда оло йыйын – Олимпия уйынына эләгеү мөмкинлеге ике ятып бер төшөмә инмәне. Әммә үҫмер сағымдан күңелемдә өс хыял бөрөләнде, ҙур ине улар. Уларҙы ғәмәлгә ашырыр өсөн күп көс, тир, күҙ йәше түгергә кәрәк ине. Һәм мин ең һыҙғанып тырыштым, бассейнға барырға иренгән көндәрҙә лә йыбанырға маташҡан нәфсемә иғтибар итмәй, ҡышын да, йәйен дә көн һайын иртәнге етелә бассейнда инем. Тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, тиҙәр бит әле, шулаймы? Тәүге хыялым 16 йәшемдә тормошҡа ашты. Сәмләнеп, тырышып-тырмаша торғас, тиҙлегем дә, оҫталығым да артты, тәүҙә республика, һуңынан илебеҙ кимәлендә үткән ярыштарҙа урындар ала башланым. Һәм уңышлы сығыштарҙан һуң мине 2016 йылда Рәсәйҙең йыйылма командаһына ҡабул иттеләр. Минең шатланғаным шул мәлдә! Шул йәшемдән миңә эш хаҡы түләйҙәр. Икенсе хыялым Германияға бәйле ине! Ни өсөн тап шул илде, тип һораған кешегә үҙем дә аңлата алмайым. Һәм тап Германияла үткән чемпионатҡа барып, ике көмөш миҙал яуланым. Халыҡ-ара классификацияһы ла миңә шул илдә бирелде. Өсөнсө хыялым Паралимпиадала ҡатнашыу ине. Аллаға шөкөр, уныһы ла бойомға ашып, ҡатнашыу ғына түгел, алтын миҙалға лайыҡ булыу һирәк спортсыға тәтегән бәхет! Әлбиттә, был шатлыҡҡа ирешер өсөн күп тапҡыр йыйылма күнегеүҙә, русса әйткәндә, сборҙа, ҡара тир түктек. Паралимпиадаға хәтле Европа беренселегендә ҡатнашып, иң көслө спортсыларҙың мөмкинлектәрен самалап өлгөргәйнек инде. Испания, Бразилия йөҙөүселәренең яҡшы күрһәткестәре беҙгә лә етдиерәк күнегергә этәргес биргәндер. Ғүмеремдә бер ярышҡа ла улай ныҡышып әҙерләнгәнем булманы. Рәсәй йөҙөүселәре менән исеме бөтә донъяға билдәле тренер Кирилл Павлюкевич эшләне. Өфөгә ҡайтҡан арала үҙемдең тренерым Хәлил Рауил улы менән дә әҙерләндем. Командала психологтарыбыҙ булманы. Бер-беребеҙҙең рухын үҙебеҙ күтәрҙек. Арыған саҡтарҙа, старт алдынан тренерҙар кәрәкле һүҙ таба белде. Өйҙә минең һәм иптәштәрем өсөн әсәйем Зөлфиҙә Хәйҙәр ҡыҙының көн һайын һәр намаҙынан һуң доға ҡылып тороуын белеү ҙә күңелгә рәхәтлек бирҙе, ышанысымды арттырҙы.

 

– Сәләмәтлектәре сикләнгән спортсыларға илебеҙҙә иғтибар бүленәме, шөғөлләнергә, таһыллыҡты арттырырға мөмкинлек бармы?

– Әлбиттә, һәр ерҙә ярҙам бар, спорт менән шөғөлләнергә форсат табырға мөмкин. Уңышлы сығыш яһаусы спортсыларға, мәҫәлән, эш хаҡы түләнә. 2019 йылда Өфөбөҙҙә Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәге асылды, бихисап паралимпиясылар шунда шөғөлләнә хәҙер, бөтә яҡлап йыһазланған күп функциялы үҙәк ул. Бассейны ла ныҡ уңайлы, 50 метрлыҡ! Әлхәмдүлилләһ, Паралимпиаданан һуң фатирҙы шуның эргәһендә төҙөлгән яңы йорттан һатып алдым. Хәҙер көн һайын мин шунда күнекмәләр үтәм. Күптән түгел паралимпиясылар Богдан Мозговой, Аделина Разетдинова менән Кушнаренкола үткән «Адаптив спорт» фестиваленә барып ҡайттым. Беҙ көнө буйына балалар менән аралаштыҡ, фотоға төштөк, һөнәри серҙәребеҙ менән бүлештек. Республикабыҙҙа ошондай балаларға иғтибар бүлеүҙәре – шатлыҡлы күренеш.

 

–          Башҡа шөғөлдәргә ваҡыт ҡаламы һуң, ҡайҙа ял итергә яратаһың?

– Диңгеҙ буйында ял итергә яратмайым, сөнки былай ҙа һыуҙан сыҡмайым (Илнур шаян йылмая)! Буш ваҡытым булдымы, саф һауала йөрөп киләм йә ҡулыма китап алам. Башлыса фантастикаға өҫтөнлөк бирәм, сөнки тап шул стилдә ижад ителгән әҫәрҙәр генә бер туҡтауһыҙ күнегеүҙәрҙән талған күңелемә ял бирә. 28-се мәктәптә Брайль ысулы менән уҡырға өйрәткән уҡытыусым Дамира Миңнеш ҡыҙының миңә биргән кәңәше һаман ҡолаҡ төбөмдә сыңлап торған һымаҡ, ул гел миңә, спортҡа мөкиббән малайға, ҡарап: «Спорт ҡасан да булһа бөтөр, ә аҡыл һинең менән ҡалыр», – тип ҡабатларға яратты. Шуны аңлап та, мин мәктәптән һуң, Зорге урамындағы медицина колледжына уҡырға индем, Аллаға шөкөр, хәҙер медицина белемле массажсы һөнәренә уҡып сыҡтым.

 

– Киләсәккә ниндәй уй-маҡсаттар билдәләнең?

 – Элекке һымаҡ аныҡ түгел, хатта төҫмөрләй ҙә алмайым уларҙы. Әлегә мин йәкшәмбенән башҡа көн һайын бассейнда, физик формамды, тиҙлегемде һаҡлап ҡалырға тырышам. Ә уны ике тәүлек эсендә юғалтырға мөмкин. Спорт донъяһын гиҙеүемде дауам итәм. Күптән түгел беҙ Беларусь илендә үткән Кубокта ҡатнашып ҡайттыҡ. Ысынында, мөмкинлектәре сикле тип әйтһәләр ҙә, был һүҙбәйләнеш – беҙҙе белмәүҙән. Көн һайын ҡаты һынауҙар аша үтеп, был кешеләр сынығып ҡына ҡалмай, нығына, рухи яҡтан үҫә. Йәшерен-батырын түгел, беҙҙең йәмғиәттә беҙҙең һымаҡтар менән аралашыуҙан ҡасҡан кешеләр етерлек. Ә бит үҙ иңендә биниһая ауырлыҡ күреп, еңеүсе булып сыҡҡан көслө рухлылар күптәргә ҡаһарманлыҡ өлгөһөн күрһәтеп, аҡыллы кәңәшен бирә ала.

 

 – Ин шәә Аллаһ, яйлап булһа ла, йәмғиәтебеҙ үҙгәрер, кешеләрҙең йөрәктәре йомшарыр, Илнур ҡустым! Һинең менән аралашыу минең өсөн дә ныҡ фәһемле булды. Алдағы тормошоң да шундай ҡыуаныслы ваҡиғаларҙан, оло еңеүҙәрҙән генә торһон!

 

Светлана Әбсәләмова әңгәмә ҡорҙо

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Намаҙҙа «әмин» һүҙен әйтергә яраймы? Намаҙҙа «Әл-Фәтиха» сүрәһенән һуң «әмин» һүҙенең әйтелеше сөннәт. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ һәм уның сәхәбәләре шулай эшләгән. Аллаһ Илсеһе ﷺ әйткән: ««Әл-Фәтиха» сүрәһенән һуң имам «әмин» тигәндә, һеҙ ҙә...


Сабир хәҙрәт

2005 йылдың яҙ башы. Башҡортостан телевидениеһынан Ғафури районы Сәйетбаба ауылында төшөрөләсәк «Ҡуласа» тапшырыуы тураһында хәбәр килгәс, тыуған ауылыма юлландым. «Ҡуласа» тапшырыуының авторы һәм алып барыусыһы Әлфиә Сәлимйән ҡыҙы Батталова тапшырыуҙың темаһын һәм маҡсатын...


Сафланыу айы Рамаҙан

  Беҙҙе бәләкәйҙән таҙалыҡҡа, бөхтәлеккә өйрәттеләр. Өҫ-башың таҙа, бөхтә булырға тейеш, тип йыш әйтә торғайны өләсәйем. Таҙалыҡ, тәртип – уңыштың нигеҙе. Кейем-һалым бысранһа, уны тиҙ генә йыуып, кейергә була. Ә бына күңел бысранһа, хатта бәләкәй генә тап төшһә лә, уны таҙартыуы ауыр...


Тәбүтте ҡайтарыу

Тәбүттең (һандыҡ, табут) тарихын ҡыҫҡаса һөйләп үтәйек.   Әҙәм ғәләйһиссәләм Ожмахтан ергә күсерелгәс, Ғаләмдәр Раббыһы уға тәбүт бирә. Уның оҙонлоғо − өс, киңлеге ике беләк үлсәме була, тип әйтелә «Ас-Сауи» һәм «Ғәраис» китаптарында. Һандыҡ Ожмахтағы шәмшәз...


Картуф һуты

Ашҡаҙан, эсәк ауырыуҙары осраҡтарында картуф һуты алыштырғыһыҙ дауа. Ул яҡшы антисептик. Шулай уҡ, быуындар һыҙлап, хәрәкәт итеү ҡыйынлашҡанда, тире ауырыуҙары йонсотҡанда, ауыртыуҙы баҫа, күҙәнәктәрҙең яңырыуына булышлыҡ итә.   Табип менән кәңәшләшкәндән һуң, балаларға ла, ауырлы, бала имеҙгән...