“Иманымды юғалтыуҙан ҡурҡам!..”
“Иманымды юғалтыуҙан ҡурҡам!..”
Тормош юлыбыҙҙа осраған бер генә кеше лә осраҡлы түгел. Гөлзәминә Кәримова менән беҙ Өфө ҡалаһының мәғариф системаһында эшләгән осорҙа яҡындан танышҡайныҡ. Тәүҙә ул иғтибарымды, вазифаһына бик яуаплы ҡараған эшлекле ханым булараҡ, йәлеп итте. Артабан инде, оҙаҡ йылдар тығыҙ аралашыу процессында, мин уның бай йөкмәткеле, төплө аҡыллы, гүзәл иманлы эске донъяһына мөкиббән киттем. Шулай итеп, бөгөн рубрикабыҙ ҡунағы – мәғариф ветераны Гөлзәминә Зөфәр ҡыҙы Кәримова
– Гөлзәминә ханым, Һеҙ Әлшәй районының бай тарихлы Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылында донъяға килгәнһегеҙ икән, тыуған яҡ Һеҙҙең өсөн ниндәй төшөнсәләр менән бәйле?
– Тыуған яҡ һәр кем өсөн донъ-яны танып-белеү, кеше булараҡ йәшәйештә үҙеңде, үҙ урыныңды табыу һәм тормоштағы төп вазифаңды башҡарып сыға алыуға нигеҙ һалған изге башланғыстар төбәге, ғүмерҙең шишмә башылыр, тип уйлайым.
Бала саҡ хәтирәләре кешене ғүмере буйы оҙатып йөрөй. Бала күнеле һиҙгер, һәр саҡ эҙләнеүсән, күҙәтеүсән була. Беҙ үҫкән йорт Күсембәт ҡалҡыулығы итәгендә ине. Ҡаршы яҡта Дим буйлап Күктимер тауы, арыраҡ Эткенәй, Сатыртау, Сусаҡтау. Башында таштар өйөлгән, иң тәпәш ҡалҡыулыҡтың ни өсөн Күсембәт тип аталыуы мине бәләкәйҙән ҡыҙыҡһындырҙы. Йылдар үткәс, Күсембәттә ошо исемле әүлиә ерләнгәнен, шәжәрәләрҙән ауылға нигеҙ һалыусыларҙың береһе Эткенә исемле олатай булыуын белдек. Ә Күктимер, Сусаҡтау, Сатыртау әле лә беҙгә серен асмаған.
Рухи үҫештә − атайҙар һәм әсәйҙәребеҙҙен, алыҫ һәм яҡын туғандарҙын, олатай, өләсәйҙәрҙен тормошо өлгө. Атайымдын әсәһе Мәрфуға ҡартинәйемдең, үҙе баҡыйлыҡҡа күскәс тә, шифалы имдәрен хәтерләп, рәхмәт яуҙырыусылар күп ине ауылда. Арғынбай ҡарттайымдын һеңлеһе Мәғүҙә әбейемдең намаҙ уҡыуҙары, келәтенең стенаһын уйып, Ҡөрьән китаптарын йәшереп һаҡлауы, аҙаҡтан шул китаптарҙың беҙҙең өйгә күсеүе бер мөғжизә булып хәтергә һеңгән.
Тыуған ерҙе кеше һайлап ала алмаған кеүек, ҡайҙа ғына йәшәһә лә, ғүмеренең ахырына тиклем күңеле менән тыуған тупрағынан айырыла ла алмай. Изге ер һәр саҡ хәтерендә. Инде нисә йыл бер ваҡиғаға шаһитмын. Ҡасандыр утыҙ алты йорто булған, бөгөн нигеҙ урындары ғына ҡалған ауылда тыуып үҫкән, төрлө тарафтарҙа йәшәгән, төрлө йәштәге кешеләр һәр йылдың бер көнөндә ауылдарының зыяратына йыйылалар. Ауыл юҡ, ә зыярат ҡаралған, тап-таҙа. Ниңә йыл да йыйылышаһығыҙ, тиһәм, һин беҙҙе тыуған ауылдан айырырға тырышма, тиҙәр. Бына шулай. Күрәһең, тыуған ере менән күрер күҙгә күренмәгән, сихри ептәргә сорналған бәйләнеш уларға йәшәү көсө бирә.
– Тимәк, ауылығыҙҙа элек-электән Аллаһу Тәғәләнең күп кенә өлөшлө бәндәләре ғүмер иткән, уларҙың бәрәкәте бөгөнгө көндә лә һиҙеләме?
– Ҡасандыр ике мәсете, ике мәҙрәсәһе, төбәк үҙәге булған ауылды киҫкен ваҡиғалар урап үтмәй, әлбиттә. Һуңғы йылдарҙа ауылда намаҙ уҡыусылар, ураҙа тотоусылар һаны артыуы, дини байрамдар үткәрелеүе ҡыуандыра. Ауылдаштарым хәйерле истиҡәмәт юлында файҙалы ғилем, изге ғәмәл эйәләре булһалар ине, тип доғалар ҡылам.
– Һеҙҙең ҡарамаҡҡа, иманлы кеше булыу еңелме?
– Иман – ул Аллаһтың мосолманға бирелгән иң ҙур бүләге. Мин иманды юғалтыуҙан ҡурҡам. Аллаһтың барлығын, берлеген белеү, беҙгә биргән иҫәпһеҙ-хисапһыҙ, күҙгә күренгән һәм күренмәгән ниғмәттәргә шөкөр итә белеү, ҡушҡандарын үтәп, тыйғандарынан тыйылып ғүмер кисереү – бәндәнең төп билдәләнеше. Һәр кемдең күңелендә Аллаһу Тәғәләгә һөйөү бар. Ҡәлебеңдә Аллаһҡа ниндәй дәрәжәлә урын бирәһең, уның алдыңда һинең урының шул кимәлдә булыр, тиелә хәҙистәрҙә.
Яуап көнөндә һораласаҡ, ҡушылғандарҙан иң төп ғәмәл – намаҙ. Күптәребеҙ намаҙға ваҡыт тапмай, кисектерә. Үлемһеҙ үткән көн юҡ. Намаҙға ваҡыт тапмаһаң, үлем тураһында уйла. Һәр нимә үлсәнгән, беҙгә бирелгән ғүмер ҙә сикле бит. Беҙҙе мосолман итеп ҙурлаған Аллаһҡа яҡынайырға, яҡшыны ямандан айырырға өйрәнергә тырышайыҡ. Раббыбыҙҙың шәфәғәте киң, ул тәүбәләрҙе ҡабул итеүсе, кисереүсе. Иманға килергә бер ҡасан да һуң түгел.
– Гөлзәминә Зөфәр ҡыҙы, буш ваҡытығыҙ булыу менән Һеҙ ҡулығыҙға Ҡөрьән алаһығыҙ, был күңел талабымы, ғилемгә ынтылыуҙың бер сағылышымы?
Ғилем алыуға, яңылыҡҡа ынтылыш һәр кем өсөн тәбиғи хәл булырға тейештер, тип уйлайым. Донъя өсөн алған белем менән генә сикләнеү кешене рухи байлыҡтан йыраҡлаштыра. Юҡтан бар ҡылыусы Аллаһ әҙәми заттарҙы аңлы итеп яратҡан. Аҡыл, аң – ул ағас, ә ғилем уның емештәре кеүек. Кеше аҡылының көсөнә, иманының ҡеүәтенә ҡарап ғәмәл ҡыла. Аллаһу Тәғәлә ризалығын өмөт итеп, ғилем алған көн − ураҙа сауабына тиң. Ғилем менән ғәмәл дөрөҫ була, ғәмәл менән аҡыл нығый.
Берәү Ҡөрьән укый белеп, көнөнә йөҙ аят уҡымаһа, бәрәкәттән мәхрүм ҡала. Аллаһтың һине ошо эшкә күндереүе, хаҡлыҡ менән индерелгән һәм хаҡлыҡ менән ингән Ҡөрьәнде уҡырға мөмкинлек биреүе – иң ҙур ниғмәт, ҙур сауаплы ғәмәл бит. Аллаһты иҫкә алып, уның барлыҡ ниғмәттәренә шөкөр ҡылып уҡыу йөрәкте тынысландыра, ҡәлебте сафландыра, нурландыра. Йә, Раббым, һине таныным, һинең турала ғилем алдым, Үҙеңдең ризалығың менән башҡаларға ла тура юлды танырға ярҙам итеп ғүмер кисерә алдым, тип әйтерлек булһа ине.
– Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ: “Зекер әһелдәренең ҡатнашыуы – һәр мәжлестең күрке, Йәннәтелер”, – тигән. Ошо хәҙисте нисегерәк аңлатыр инегеҙ?
− Аллаһты иҫкә алыусылар янында күберәк булырға тырышығыҙ. Улар янында бәрәкәт. Аллаһтың исеме әйтелмәгән мәжлестәрҙә бәрәкәт юҡ, тиелә хәҙистәрҙә.
Зекер иң еңел, шул уҡ вакытта иң сауаплы ғәмәл. Йөрәк менән дә, тел менән дә Аллаһты иҫкә алыу ҡәлепте йомшарта, ихласлыҡ арта, гонаһтарҙан һаҡлай. Аллаһуны зекер иткән һәм итмәгән йорт араһында үле менән тере араһындағы айырма бар, тиҙәр ғалимдар. Күберәк зекер ҡылайыҡ, иманыбыҙ, зиһенебеҙ көсәйер, шатлығыбыҙ артыр.
– “Доға – мосолмандың ҡоралы”, – тиелә икенсе бер хәҙистә. Доғаның көсө нимәлә?
Доға кешенең бөтөн барлығы менән ғибәҙәттә юғалған мәле, ошо ваҡытта уға Аллаһтың рәхмәте һәм бәрәкәте яҡын булыр. Доғаһы һәм ғибәҙәте булмаған кешенең Аллаһ ҡаршыһында дәрәжәһе лә булмаҫ. Доға ҡылыу ҡайһы бер бәлә-ҡазаларҙы булдырмай ҡалыр, ҡабул булһа ла, булмаһа ла, сауап килтерер. Бөйөк Раббыбыҙҙан иң элек пак күңел насип итеүен һорап доға ҡылабыҙ. Сөнки ҡылған гонаһтарыбыҙға тәүбә итә алыр өсөн, тәүбәнең ҡиммәтен аңлар өсөн күнел сафлығы кәрәк. Доғаһының ҡабул булыу-булмауын кеше үҙе белер, үҙендә яҡшылыҡҡа этәргән хис һиҙер. Кистәрен доға ҡылып, көндөҙөн гонаһ эшләүен дауам итһә, уның тәүбәләре ҡабул булмаҫ. Аллаһу Тәғәлә тарафынан иң ҡабул булған доға – уның биргән нигмәттәре өсөн ҡылынған доға. Үҙең өсөн генә ҡылынған доға – яфа. Ата-әсәнең балаһы өсөн ҡылған доғаһы ҡабул булған кеүек, кешегә башҡа кеше тарафынан ҡылынған доға ҡабул була торғандарҙан иҫәпләнә. Бер-беребеҙгә яҡшы мөнәсәбәттә булып, изге эштәребеҙҙә доғалаш булһаҡ ине.
– Гөлзәминә хажиәнең гәзит уҡыусыларына тәғәйенләнгән изге теләктәре ниҙән ғибәрәт икән?
– Тәүге һандарынан алып гәзитте яратып уҡыйым. Күп фәһем, ғилем, белмәгән һорауҙарға яуап алам. Донъя һынауҙарына бирешмәй, биргәненә шөкөр ҡылып, аҡыл, ғилем туплап, алған белемдәребеҙгә таянып ғәмәл, ғибәҙәттәр ҡылып, күркәм холоҡ һәм әхлаҡ эйәһе, хаҡ мосолман булып, Раббыббыҙ яҡлауында һәм киң рәхмәтендә ғүмер итергә яҙһын.
– Амин. Аллаһу Тәғәләнең оло рәхмәттәре яуһын!
Зөлфиә Ханнанова әңгәмә ҡорҙо