«Балалар – ҡанатһыҙ фәрештәләр!...»

«Балалар – ҡанатһыҙ фәрештәләр!...»

«Балалар – ҡанатһыҙ фәрештәләр!...»

Күркәм аралашыу – тәрбиәлелек билдәһе, тиҙәр. Әҙәпле һөйләшеү матур тойғолар уятып иҫтә ҡала, күңелдәрҙе үҫтерә. Бөгөн беҙҙең һорауҙарға баҫмабыҙҙың күптәнге дуҫы – Сибай ҡалаһының «Сулпан» балалар театры актрисаһы Альбина Байназарова яуап бирә. Әйткәндәй, ул ошо көндәрҙә үҙенең алтын юбилейын билдәләй.

 

– Ғүмер байрамығыҙ менән Һеҙҙе, Альбина Ҡотдос ҡыҙы! Артист гениаль булып тыумай, ул һис шикһеҙ кемдәндер нимәгәлер өйрәнә, тип һөйләне бер интервьюһында билдәле йырсы Валерий Ободзинский. Альбина, ә Һеҙҙең остазығыҙ, уҡытыусыларығыҙ кемдәр?

– Беҙҙе, сәхнәгә тәүҙә ҡыйыуһыҙ ғына аяҡ баҫҡан Баймаҡ интернат-мәктәбе уҡыусыларын, театр бүлеге режиссеры Фәрзәнә Мотаһар ҡыҙы Байғотлина, сәнғәт мәктәбенә ҡабул итеп, профессиональ тоғролоҡҡа өйрәтте, сәхнә тормошона әҙерләне. Һәм 1991 йылда Сибай ҡалаһында асылған легендалар һәм риүәйәттәр театрына 17 йәшлек ҡыҙ булып килеп индем. Ваҡыттың елгәне, шунан өс тиҫтәнән ашыу йыл үткән икән! Хәҙер театрыбыҙ «Сулпан» тип атала. Тәүге режиссерым − Әлмира апай Ҡыуатова, профессиональ сәнғәт донъяһына етәкләп алып килгән уҡытыусым, кәңәшсем, йән дуҫым. Уның коллективына төбәп әйткән һәр һүҙе – баһалап бөткөһөҙ, хеҙмәттә лә, тормош көткәндә лә ҙур ярҙам. Остазым да, икенсе әсәйем тиһәң дә була киң күңелле Әлмира Шәриф ҡыҙын. Кәңәштәре – хазина, ҡанатлы һүҙе – цитаталары йөрәгемә уйылған! Ҡыйын ваҡытта шулар иҫемә килеп төшә лә, ниндәйҙер яңылышлыҡтан туҡтата! Ғөмүмән, тормош юлымда осраған һәр кеше минең өсөн уҡытыусы, фәһем биреүсе.

 

– Театр әһеле һәр ваҡыт һүҙ менән эш итә. Бер һүҙ менән үлеп барған йәнде терелтеп була. Һүҙҙең ҡәҙерен, ҡеүәһен аңлау ҡасан килде Һеҙгә?

– Һүҙҙең ҡәҙерен аңлау тормоштоң төрлө мәлен, һынауҙарын үткәс киләлер. Йәш саҡта барыбер ҡыҙып эшләйһең, күп нәмәне тоҡанып хәл итәһең. Йәшәгән һайын, имән дә нығына, тиҙәр бит. Ә күңел киреһенсә – йомшара. Тормошта тел менән күп кешегә ярҙам итә алабыҙ. Шуғалыр ҙа намаҙға баҫҡас, Аллаһҡа ялбарғанда, телемдән тик яҡшылыҡ тамһын, урғылһын, йә Аллаһ, тел ҡөҙрәте бир, кешеләргә йән дарыуы булырлыҡ, ярҙам итерлек һүҙ көсө бир, тип һорайым. Йылы һүҙ кешенең тетелеп бөткән ауырыу йәненә шифа, сарсау күңелгә һыу биреү менән бер! Психолог та пациентын һүҙ менән дауалай бит. Шуның һымаҡ диндә лә кеше менән аралашыу, әйтергә теләгәнеңде еткерә белеү мөһим. Хәҙер инде 30 йыл дауамында туплаған һәләтемде Аллаһу Тәғәлә юлында кешене дауалағанда файҙаланырға ине. Кешегә ярҙам ит, иман юлына баҫтырыуҙа ярҙам ит! Аллаһу Тәғәлә миңә шулай мөрәжәғәт иткән һымаҡ. Һәм мин бер йыл элек Пәйғәмбәребеҙ ﷺ медицинаһы – хиджама, һөлөк ҡуйыу, ҡыст һәм тмин майы менән дауалау серҙәренә өйрәнеп алдым, сертификатым бар.

– Күп нәмәгә намаҙға баҫҡас ҡына төшөнә башлайһың. Аллаһ Ҡушҡанса йәшәүгә тырышлыҡ һала башлаһаң, күңелеңдә яңы офоҡтар, яңы мөмкинлектәр асыла. Һеҙ шуның менән килешәһегеҙме, Альбина?

– Әлбиттә, шулай! Бөтә нәмә Аллаһу Тәғәләнән икәнен аңлай башлайһың, намаҙға баҫыу менән генә үҙгәреп китмәйһең, ихласлығыңды иҫбат итер өсөн үҙ өҫтөңдә эшләү кәрәк, һәм был Аллаһ Хозурына ҡайтҡансы дауам итергә тейеш. Тәүге мәлдәрҙә Раббыбыҙ һынауҙар бирә. Шуның береһе – үҙ яҡындарыңдың намаҙыңа, ураҙа тотоуыңа ҡаршылыҡ күрһәтеүе. Мин дә үттем уны. Кем теле менән яңылышлыҡ эшләй, шул кешегә тел яғынан һынау бирелә. Ҡулы менән ҡылһа – ҡулы аша килә. Аллаһу Тәғәлә беҙҙе төрлө яҡтан рәтләп, үҙенсәлекле ихлас тәҡүәле мосолман яһап ҡуя, Әлхәмдүлилләһ! Аллаһ алдындағы вазифаларыбыҙҙы үтәһәк, маҡсатыбыҙға ирешербеҙ. Шул һынауҙы күбеһе үтә алмай, ғибәҙәтле тормоштан баш тартып, намаҙын ташлап ҡуя.

Аллаһу Тәғәлә беҙҙе әсәйҙән дә нығыраҡ ярата, барыбыҙға ла яҡшылыҡ теләй, яза бирмәй, үҙебеҙ генә яңылышып, үҙебеҙҙе язалап ҡуябыҙ. Тәкәбберлек-маһайыуыбыҙ менән бәҫебеҙҙе төшөрәбеҙ Аллаһу Тәғәлә алдында! Ян-яғына ҡарап, бар кешелек Аллаһу Тәғәләнең Ҡөҙрәте хаҡында уйланып, бар нәмәлә Илаһи Матурлыҡты күреп йәшәһә, донъялағы бөтә һуғыш-янъялдар тынып, фани донъябыҙ ҙа Ожмахтай булыр ине.

 

– Баймаҡ ерен әүлиәләр иле, тиҙәр. Бәрәкәтле ерҙә тыуып үҫеп, тыуған ауылығыҙға, изге кешеләрҙең ҡәберҙәренә яҡын Сибайҙа йәшәүегеҙ ҙә йөрәгегеҙгә тәьҫир итмәй ҡалмағандыр?

– Атайсалым – Аллаһу Тәғәлә Мәрхәмәте мөһөрө баҫылған ер ул. Әхмәтзәки Вәлиди ҙә заманында был төбәкте йөҙөк ҡашындай күреп, Темәсте баш ҡала итеп булдырырға юҡҡа ғына теләмәгәндер! Изгеләр – Ғабдулла Сәйеди, Байым ишан, Мөжәүир олатай, Хәлиулла хәҙрәт тағы беҙ белмәгән әллә күпме әүлиәләр – атлап йөрөгән бәрәкәтле төйәк бында! Һис шикһеҙ, изге ерҙә буй еткереүем, ошонда йәшәүем йөрәгемә көслө йоғонто яһағандыр. Мөжәүир олатайҙы ғына алғанда, ул өләсәйем менән аралашып йәшәгән. Әсәйемдең әсәһе Әбсәләм ауылында Мөжәүир олатайҙың ҡыҙына күршелә генә торған. Хәҙрәт ҡыҙы янына ҡунаҡҡа килгәндә, өләсәйем олатайҙы гел сәйгә саҡырып алыр булған. Бер килеүендә халыҡ табибы әсәйемә май өшкөрөп ҡалдырған, һөйләүе буйынса, шифаһы шундуҡ тейгән, килешкән – яҡын кешем яфалаған сиренән ҡотолған.

 

– «Сулпан» театрында Һеҙ асылған көндән башлап, Әлхәмдүлилләһ, өс тиҫтәнән ашыу йыл ғүмерегеҙ кескәй тамашасы менән үткән. Тимәк, балалар менән уртаҡ тел табыуы Һеҙҙең өсөн ауыр түгел?

– Балаларҙы ҡанатһыҙ фәрештәләр, тим. Беҙ генә түгел, улар ҙа беҙҙе тәрбиәләй. Шул тиклем балалар яратам. Әлхәмдүлилләһи шөкөр, күмәк балалы ғаиләлә үҫтем, үҙемдең ҡошсоҡтарым да дүртәү! Ғәзиз балаларымдың дуҫтары һәр ваҡыт күп булды, әле лә шулай, ҡай саҡта ишек алдында тулып китәләр ҙә, мас булып төрлөсә күңел асалар. Ҡай саҡта эш менән мәшғүл булып йөрөгән мин дә, йомошомдо онотоп, улар менән уйнарға керешеп китәм, бала сағымдың мауыҡтырғыс уйындарын иҫкә төшөрөп, уларға өйрәтәм. Тегеләр мине, әсәй икәнлегемде лә онотоп, бер ҙә тартынып тормайса, мине тиҫтере итеп ҡабул итеп, «һин»ән һалдыра башлай (ихлас итеп көлә)! Эшемдә лә шул һыҙатым ярҙам итәлер, һәм киреһенсә – хеҙмәтем тормошома тәьҫир итә. Урамда ла кескәй тамашасыларым миңә персонаж-ролдәремдең исеме менән өндәшә. Һәр бала беҙҙең иғтибарға, йылы һүҙебеҙгә мохтаж, эргәһенән битараф ҡына үтеп китмәйек.

 

– Әлеге тынғыһыҙ тормошта дүрт балаға әсәй булыуығыҙ һоҡландыра, Альбина! Күҙ нурҙарығыҙҙы нисек тәрбиәләйһегеҙ?

− Ата-бабаларыбыҙҙан килгән күркәм тәрбиә өлгөһөн әсәйем күрһәтте. Атаһын хөрмәт иткән ҡыҙ бала, ғаилә ҡорғас, ирен дә ихтирам итәсәк, тип, үҙ миҫалында атайыбыҙға һәр ваҡыт матур мөнәсәбәтле булды, көслө заттың һүҙен, ҡарарын гел алға ҡуйҙы. Өҫтәл артына атайҙан һуң ғына ултырырға рөхсәт бирҙе. Бешкән итте беҙгә атай бүлеп бирә торғайны. Атайҙың ҡулынан ашау бәрәкәтле, тигән тәрбиә менән үҫтерҙе ҡәҙерле әсәйем. Беҙҙең ғаиләлә лә, ҡыҙымдыҡында ла шулай. Ирен ҙурлаған ҡатындың ғаиләһендә бәхет, тыныслыҡ, татыулыҡ хаким итәсәк, матур мөғәмәлә өлкән кешенең дә, балаларҙың да иманын ҡеүәтләй, йөрәген сафландыра.

 

– Аллаһ Ризалығы өсөн эшлән-гән ғәмәл – иң хәйерлеһе. Альбина, белеүемсә, Һеҙ бик күп хәйриә эштәрендә, дини мәжлестәрҙә әүҙемлек күрһәтеп, башҡаларҙы ла әйҙәп, саҡырып тораһығыҙ. Быны социаль селтәрҙә ҡуйылған яңылыҡ-иғландарҙан беләм. Бары-һына ла нисек өлгөрәһегеҙ?

– Берәй матур сара алдынан гел Аллаһҡа ялбарам: «Йә Раббым! Һинең юлыңда ярҙамсым бул, кәрәкле кешеләрҙе юлыма сығар!» һәм башҡа үтенесемде әйтәм. Аҙаҡ тормошҡа ашһа, иҫем китеп ултырам. Изге эштәрҙә Аллаһтың Ярҙамы шундуҡ килә, ихлас итеп һорағанға тиҙ яуап бирә. Ҡиәмәт көнө яҡынайғанда доғалар ҙа тиҙерәк ҡабул була, тип әйтәләр бит. Дини мәжлес йә башҡа хәйриә сараһы, йә мәүлит булһынмы, сценарийы «һә» тигәнсә яҙылып ҡуя, йоҡо әҙ эләкһә лә, арымайһың, һулыш та иркенәйә, кәйеф тә башҡа – талпынып, осоп йөрөйһөң! Донъяны үҙебеҙ йәмләйбеҙ, Йәннәткә ирештерер юлды үҙебеҙ ҡорабыҙ, Аллаһ Ризалығын алабыҙ. Шуға күрә Раббыбыҙ һәр кешегә шундай мөмкинлек бирһен ине!

 

Светлана Ғәлиуллина әңгәмәләште

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


Китә алмайым...

  Пакистандан бер ғалим нурлы Мәҙинә ҡалаһына Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ мәсетенә, уның ҡәберенә зыярат ҡылырға килә.   Бер көн ул ҡунаҡхана алдындағы майҙансыҡҡа, ҡоштарҙы ашатырға тип, икмәк валсыҡтары алып сыға. Күпмелер ваҡыттан ул ҡоштарға тип һалынған валсыҡтарҙы йыйып алып ашаған бәләкәй...


Шайтан яҙмалары

  Һинең унда ни эшең бар? Һа-һа-һа! Һа-һа-һа! Һа-һа-һа! Мин тәүҙә рәхәтләнеп көлөп алайым әле, шунан һуң һеҙгә бер ҡыҙыҡ һөйләрмен. Һа-һа-һа! Мин бәләкәй балаларҙы, үҫмерҙәрҙе һәм йәштәрҙе генә төп башына ултыртмайым бит ул, өлкән кешеләрҙе лә алйотландырам. Кешеләр, мин һеҙҙең...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Ауыҙ асҡанда уҡыла торған доға «Аллаһүммә ләкә сумтү үә бикә әмәнтү үә ғәләйкә тәүәккәлтү үә ғәлә ризҡиҡә әфтартү фәғ-фирли – Йә Ғаффәру, мә ҡаддәмтү үә мә әххартү». Мәғәнәһе: «Эй, Раббым! Һинең Ризалығың өсөн генә ураҙа тоттом. Һиңә генә иман килтерҙем. Эштәремде тик...


Мал тотоу – ҡот тотоу

(йәки әсәйемдең ауылдаш ҡатындың күҙһенгән һыйырын миңә нисек тәрбиәләргә өйрәтергә тырышыуы)   Электән һәр оҫта үҙ һөнәрен өйрәнсеккә ҡалдырған. Нәҫелдән килгән оҫталыҡмы, ҡайҙалыр, йә кемдәндер өйрәнгәнһеңме – мөһим түгел. Эшеңде дауам итеүсе үҙ һөйәгең булһа, тағы ла яҡшылыр...


Тәбүтте ҡайтарыу

Тәбүттең (һандыҡ, табут) тарихын ҡыҫҡаса һөйләп үтәйек.   Әҙәм ғәләйһиссәләм Ожмахтан ергә күсерелгәс, Ғаләмдәр Раббыһы уға тәбүт бирә. Уның оҙонлоғо − өс, киңлеге ике беләк үлсәме була, тип әйтелә «Ас-Сауи» һәм «Ғәраис» китаптарында. Һандыҡ Ожмахтағы шәмшәз...