«Ғаиләлә бәхетле йәки бәхетһеҙ булыуыбыҙ никахҡа бәйле...»

«Ғаиләлә бәхетле йәки бәхетһеҙ булыуыбыҙ никахҡа бәйле...»

«Ғаиләлә бәхетле йәки бәхетһеҙ булыуыбыҙ никахҡа бәйле...»

Әлмисаҡтан ғаилә ҡиммәттәре халҡыбыҙҙың төп йәшәү асылы булған. Шуға ла ғаиләм – ҡәлғәм, татыу ғаилә бал татый, тип әйтергә яратҡан ата-олаталарыбыҙ. Өфө ҡалаһы «Мәҙинә» мәсетенең имам-мөғәллиме Хәбир Фәҡиев менән бөгөнгө һөйләшеүебеҙ ҙә тап ошо мөһим темаға бағышлана.

 

– Хәбир хәҙрәт, Һеҙ татыу ғаилә башлығы, күп балалы атай бит инде. Бәхетле ғаиләнең сере нимәлә?

– Иң тәүҙә ир-егеттең, ҡатын-ҡыҙҙың Аллаһу Тәғәлә ҡаршыһында булған ниәтенән башланалыр. Тоттоң да ҡатын алып, йәшәп киттең түгел бит инде. Һәр бер кеше йәштән, үҫмер саҡтан уҡ ата-әсәһенең мөнәсәбәтен, башҡа ғаиләләрҙе күҙәтеп, күргәнен күңеле аша үткәргәндән һуң, хыялында үҙенең алдағы тормошон һүрәтләй. Әлхәмдүлилләһ, дини ғаиләлә үҫкән балаға был һорауҙарға яуап табыуы еңелерәк. Сөнки ислам бөтә яҡтан да кешене тәрбиәләй, яңы тормошҡа әҙерләй. Был мөһим мәсьәләгә дини күҙлектән баҡҡан кеше иң башта ғаиләһенең ниндәй маҡсат менән ҡоролоуына иғтибар итә. Иң әүәл – Аллаһу Тәғәләнең Әмерен үтәргә, Раббыһының Рәхмәтенә ирешергә теләй ул. Изге уй-ниәттә булғанғандарға Аллаһ ﷻ һәр ваҡыт ярҙам күрһәтә, тәҡүәлегеңә ҡарап, эс яҡтан, тыш яҡтан ниндәйһең – шундай парыңды осратырға сәбәп ҡыла был донъяла. Шунан һуң был буласаҡ тормош иптәшең менән никах уҡытырға тейешһең. Ул да Аллаһу Тәғәләнең Рәхмәтенә ирешеүгә сәбәп булып тора. Никах уҡытҡандан һуң – үҙ вазифаларыңды теүәл итеп үтәргә тырышыу.

Шулай итеп, ғаилә бәхете – ниәт, никах һәм бер-береңде аңлап йәшәргә тырышыуҙан ғибәрәт. Аллаһ Әмерҙәрен,имандың алты шартын да теүәл итеп үтәйһең икән, тәҡдиреңә ҡәнәғәт булып йәшәйһең икән, ғаиләңдә лә, ошо донъяла ла, Әхирәттә лә бәхеткә ирешерһең.

 

– Өйләнер йә кейәүгә сығыр алдынан күп йәштәр ғаилә тормошон идеаль, тыныс йә мажаралы, бик мауыҡтырғыс итеп күҙ алдына килтерә лә һуңынан, тәүге ҡыйынлыҡтар тыуыу менән, күңеле һүрелә. Ошондай күңел торошон булдырмаҫ өсөн, никахлашырға йыйыныусы йәштәргә ниндәй нәсихәт бирер инегеҙ?

– Эйе, тормошто башлап китеүгә бик еңел итеп ҡараған йәштәребеҙ күбәйҙе. Кәләш алам да, йә кейәүгә сығам да, килеп сыҡмаһа, икенсеһен алырмын йә башҡаһын осратырмын, тигән кешеләр ныҡ хаталана. Был тормошҡа еңел ҡараштан килә бит. Шуға ла йәштәргә кәңәшем: никахлашыр алдынан һәр берегеҙ, нимә ул ғаилә, нимә ул бала тәрбиәләү кеүек мөһим һорауҙарға яуап табырға тырышығыҙ. Үҙ баламды ҡайһылай тәрбиәләр инем, ҡатыныма нисек ҡарар инем – шуның һымаҡтарҙы күҙ алдына килтереп ниәтләргә кәрәк. Ҡайһы бер йәштәр никахты ғибәҙәт итеп түгел, йола тип кенә ҡабул итә, Аллаһу Тәғәләнең Рәхмәтенә ирешеү сәбәбен онота йә бөтөнләй иғтибарға алмай. Никахҡа ныҡ иғтибарлы булһындар, тип кәңәш итер инем ундайҙарға. Сөнки ғаиләлә бәхетле йәки бәхетһеҙ булыуыбыҙ ошо никахҡа бәйле лә инде. Шуның өсөн бында ныҡ иғтибарлы булырға кәрәк.

Ауырлыҡтар булмай тормай ерҙә. Ғүмер буйы кеше һынала. Аллаһу Тәғәлә бит был донъяға кешене һынау өсөн яратҡан. Әгәр ҙә йәштәр, төймәләй генә мәсьәләне дөйәләй күреп, уны күтәрә алмай, бер-береһен ғәйепләп, насар һүҙҙәр әйтеп ташлаһа, артабан да ауырлыҡҡа түҙә алмаясаҡ улар. Сабырһыҙ йәштәргә кәңәшем: оло маҡсаттарҙы тормошҡа ашырып йәшәгегеҙ килә икән, бындай ваҡ ығы-зығыға иғтибар итмәгеҙ, эргәһенән үтеп китегеҙ! Етди проблема сыҡҡанда иһә иғтибарлыраҡ булырға, башҡаса хәл итергә кәрәк.

 

– Йәмғиәтебеҙҙә никахһыҙ бергә йәшәп ятҡан йәштәребеҙҙең күбәйеүе Һеҙҙе борсоуға һалмай ҡалмайҙыр?

– Эйе, әлбиттә, ныҡ борсой. Йәмғиәтебеҙҙә никахһыҙ йәшәү ғәҙәти хәл булып күренә башланы. Бының сәбәбе – беҙҙең диндән йыраҡлашыуыбыҙ. Мөһим нәмәгә еңел ҡарауҙан килеп сығалыр, тип уйлайым.

Һәр кешенең тыныс, бәхетле йәшәгеһе, балаларын аҡыллы итеп күргеһе килә. Әммә ҡайһылыр ваҡытта улай килеп сыҡмай. Аллаһу Тәғәләнең Әмерҙәренә буйһонмауҙан был. Күп осраҡта ауырлыҡ килгәндә һынала иманыбыҙ. Күңелеңдә иман нуры балҡығандарға Ярҙамын Күрһәтә Аллаһ! Әгәр ҙә йәштәр никах уҡытмаған икән, Аллаһҡа ышаныуҙары ла шикле генә – ҙур мәсьәләләр алдында ундайҙар баҙап ҡаласаҡ, күңел төшөнкөлөгөнә биреләсәк. Ҡурҡыу тойғоһо, төшөнкө уйҙар һаулыҡҡа ла ныҡ зыян килтерә. Барыһы ла ғаиләне никахһыҙ башлап ебәреүҙән килеп сыға.

Ябай ғына һүҙ түгел ул никах. Был бергә бәйләнеш, һайлаған йәреңде тәрән ихтирам итеү, бер-береңә тоғро булып йәшәү һәм башҡаларҙы үҙ эсенә ала.

 

– Хәҙер гүзәл зат ныҡ әүҙемләште, ир-аттан ҡалышмайым, тип бар көсөн һала. Һеҙ был мәсьәләгә ниндәй ҡараштаһығыҙ, ир-аттың абруйын төшөрмәйме был күренеш?

– Хәҙерге ҡатын-ҡыҙҙарҙың донъяға, ирҙәргә ҡарашы, бер-береһенә булған мөғәмәләһе ныҡ үҙгәрҙе. Әлбиттә, ир кешенең абруйын төшөрә бындай хәлдәр. Бөгөн гүзәл зат ир-атты хөрмәт итмәй, тиһәк тә була. Ирҙәрҙекен генә түгел, үҙенең вазифаһын да, Аллаһ ҡаршыһында булған яуаплылығын белмәй ул. Белһә лә, онота, йә уны иҫкәртеп тороусы кеше юҡ янында.

Бында кем ғәйепле икәнлеген эҙләргә кәрәкмәй. Дөйөм яҡтан ҡарарға кәрәктер, тип уйлайым, сөнки бөтәбеҙ ҙә ирекле, бәхетле йәшәргә ынтылабыҙ. Матурлыҡты нығыраҡ һөйә ҡатын-ҡыҙ, һәм уның был донъяла бәхеткә ирешкеһе килә. Ирҙәр иһә яйыраҡ, һүлпәнерәк. Шуға ҡатын-ҡыҙ көтөп тормай, ир кеше алдына төшә лә, йүгерә башлай. Был гүзәл затҡа хас булған бер сифаттыр. Шуның өсөн ирҙәргә әүҙемерәк булырға, бының кеүек проблемаға етдиерәк ҡарарға, ҡатындарҙы ғәйепләмәҫкә тырышырға кәрәктер. Үҙ ғаиләңдә, туғандарың араһында һәм эргәңдә булған нәфис заттарға шуны ғәйепләмәй генә матур итеп аңлатыу мөһим. Был бер көнлөк кенә түгел, йылдар буйына алып бара торған эш.

 

– Ғаилә мәсьәләһенә арналған бер матур лекцияла булырға тура килде. Унда сығыш яһаған бер ғалимә ир менән ҡатын ғаиләлә генә рухи яҡтан үҫешә ала икән, тигән фекер еткерҙе.

– Бөтөн ғаилә торошо (хәле) һине рухи яҡтан йә үҫтерә, йә булмаһа – һине түбәнгә төшөрөргә, юҡ итергә лә мөмкин, тип әйтер инем. Һәр бер ғаиләлә төрлө хәлдәр булып тора: бер талашып, бер ярашып, ҡайһы мәлдә йыраҡлашып, йә тағы яҡынайып китәһең. Әгәр ҙә рухи яҡтан үҫешергә теләгең бар икән, рәхим итегеҙ, үҫешергә була.

 

– Көндәлек мәшәҡәттәр беҙҙе нисек рухи йәһәттән шымарта, камиллаштыра ала?

– Үҙем менән булған хәлде телгә алып үткем килә. Өйҙә бәләкәй генә бер бәхәс килеп сыҡты ла, бер-беребеҙҙе аңлай алмаған ваҡытта башыма шундай уй килде: «Аллаһу Тәғәлә алдында булған иманыбыҙ камил булһын өсөн, беҙ бит тәҡдиребеҙгә лә ышанырға тейешбеҙ». Ул имандың алтынсы шарты булып тора. Ә ниңә беҙ кемделер ғәйепләп, үҙебеҙҙең дөрөҫлөгөбөҙҙө өҫтөн ҡуябыҙ, тырышып-тырмашып өҫкә сығарырға маташабыҙ! Шул уҡ ваҡытта мин шулаймын, аҡыллымын, тип үҙебеҙҙе күтәргән һайын, Аллаһ ҡаршыһындағы дәрәжәбеҙ төшә! Мөһим нәмәне иҫкә төшөргән мин, бәхәсләшеүебеҙгә нөктә ҡуйырға теләп, ҡатыныма: «Мин ризамын», – тинем. Ул аптырап ҡалды: «Мин бит һиңә тауыш күтәрәм, ә һин минең менән ризаһың», – ти. «Мин һинең менән ризамын, ҡәнәғәтмен, ҡатыным булыуыңа, миңә ҡысҡырһаң да, йылмайһаң да, аш бирһәң дә, аш бирмәһәң дә, өйҙән ҡыуалаһаң да, саҡырһаң да – мин бөтә эшләгән ғәмәлеңдән ризамын», – тип ризалыҡ белдерҙем. Һәм шул тиклем үҙемә еңел булып ҡалды. Ҡатыным да тынысланды.

Әгәр ҙә беҙ риза булмайбыҙ икән, беҙ Аллаһҡа, уның яҙған яҙмышына, тәҡдиренә ҡаршы сығабыҙ тигән һүҙ. Әлхәмдүлилләһ, шундай ыуаҡ-сыуаҡ ҡына мәшәҡәттәргә иғтибар итмәһәң, кешене рухи яҡтан Аллаһу Тәғәлә үҫтерәлер, тип уйлайым. Шуға ла әле әйтеп үткән мәсьәлә-мәшәҡәттәрҙән сығыу юлын эҙләһәң, хәл итергә тырышһаң, рухи һабаҡ алырға мөмкиндер.

 

– Росстат хәбәр итеүенсә, Рәсәйҙә никахлашҡан һәр өс ғаиләнең икәүһе тарҡала. Был күңелһеҙ күренеште нисек иҫкәртергә мөмкин?

– Байлығың булһа, байлығыңды һаҡларға тура килә, ғилемең булһа – ғилемең һине һаҡлаясаҡ, тип әйтәләр бит. Шуның өсөн дини ғилем тупларға кәрәк барыбыҙға ла. Үҫешеү ғаиләлә бара. Айырылышып китеүҙән бер файҙа ла юҡтыр. Ике донъя рәхәтенә ирешергә, Аллаһтың Ризалығында йәшәргә ниәтләһәң, һин ғаиләңдә, кешеләр араһында, йәмғиәттә булырға тейешһең! Айырылып, ҡайҙалыр ситкә китеп юғалып йөрөү юҡҡа сығыу менән бер.

 

Светлана Әбсәләмова әңгәмә ҡорҙо

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


Фани донъя – командировка ғына

Яңыраҡ ҡына билдәле дин әһеленең интервьюһын уҡып ултырғайным. Уның бигерәк тә: «Фани донъя – командировка ғына, ваҡыты еткәс, барыбыҙ ҙа мәңгелек йорт – Әхирәткә ҡайтабыҙ», – тигән һүҙҙәре күңелдә ҡалды һәм уйға һалды. Ысынлап та, иртәме, һуңмы, бар йән эйәһе:...


«Аллаһ Рәхмәтенә өмөтөбөҙҙө өҙмәйек!..»

Ғилем һәм тәрбиә, сабырлыҡ, изгелектәрҙе күп ҡыла торған Рамаҙан айы яҡынлаша. 19 февраль – нурлы айҙың тәүге көнө. Йәғни, 18 февралдә, ҡояш байыу менән, ураҙаға инәбеҙ. Бөгөнгө һөйләшеүебеҙ − шул уңайҙан, ураҙа хаҡында. Һорауҙарыбыҙға Көйөргәҙе районы Ермолаево ауылының «Рамаҙан» мәсете мөғәллиме...


Рамаҙан килде

Хатта ҡояш та йылмайҙы, Күңелгә шатлыҡ тулды. Һөйөнәйек, эй ҡәрҙәштәр, Рамаҙан айы килде!   Дуҫтар, беҙ сәхәр торайыҡ, Ҡөрьән хәтем ҡылайыҡ, Шайтандарҙы беҙ ҡыуайыҡ, Рамаҙан айы килде!   Ғәфләт ваҡыты түгел ул, Нәфрәт айы түгел ул. Аллаһ рәхмәтен яуҙырған Рамаҙан айы...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Намаҙҙа «әмин» һүҙен әйтергә яраймы? Намаҙҙа «Әл-Фәтиха» сүрәһенән һуң «әмин» һүҙенең әйтелеше сөннәт. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ һәм уның сәхәбәләре шулай эшләгән. Аллаһ Илсеһе ﷺ әйткән: ««Әл-Фәтиха» сүрәһенән һуң имам «әмин» тигәндә, һеҙ ҙә...


Яҡты йондоҙ булып балҡыны ла...

«Райондашым, ауылдашым Балаҡатай егете Фәнил Байышевҡа 15 ғинуарҙа 70 йәш тулған булыр ине. Шул тиклем яҡшы кеше, зур өмөттәр бағлаған йәш ғалимдың ғүмере ҡыҫҡа булды, ижадының башында тиерлек өҙөлдө. Әммә ул, күптәр үҙ ғүмерендә тиҫтә йылдар буйы атҡарған эште бер нисә йылда эшләп, үҙенең...