“Бөтә бәләнең башы – динһеҙлектә”
Даими рубрикабыҙҙың хөрмәтле ҡунағы – ошо көндәрҙә 50 йәшен билдәләгән дин әһеле, телевидение һәм радиола дини тапшырыуҙар алып барып, халыҡтың күңелен яулаған Морат хажи Лоҡманов.
– Морат хәҙрәт, алтын юбилейығыҙ менән ҡотлайбыҙ. 50 йәш – елле йәш. Биш тиҫтәнән апаруҡ йылдар дингә, халҡыбыҙға хеҙмәт итеүҙә үтте.
– Ҡотлауығыҙға рәхмәт. Ҡотлау – ысын күңелдән ҡот, яҡшылыҡ теләү, йәғни, доға бит инде ул. Яҡшы һүҙ, хөрмәт белдереү кешене ҡанатландыра. Тик, хатта ошо матур эштә лә сама белеү хәйерле. Был тәбрикләүҙәр ихласһыҙ, теләкһеҙ, көсләп башҡарылған ритуалға әйләнеп китмәһен ине. Шулай уҡ, беҙҙең үҙебеҙгә ҡотлауҙар көтөү, бигерәк тә уны талап итеү, был мәсьәләгә артыҡ иғтибарлы булыу һис килешмәҫ. Әгәр кемдер ҡотларға, доға ҡылырға теләһә, быны миңә белдереп тә, белдермәй ҙә эшләй ала. Әлбиттә, рәхмәтлемен, бигерәк тә йәшерен доғаларға. Үҙем иһә, тыуған көнөм уңайынан Аллаһу Тәғәләгә шөкөр итәм һәм әсәйемде ҡотлаясаҡмын. Нәҡ бына донъяға килеүемдә үҙемдең өлөшөм, ҡаҙанышым юҡ.
Олоғайып барыуға килгәндә, был ҙур бәхет. Аллаһу Тәғәлә һәр кемгә ошо йәшкә етергә насип итмәгән. Динһеҙ йәмғиәттә ололарға, һеҙҙең заманығыҙ үтте инде, хәҙер донъяға беҙ хужа, тип әйтергә мөмкиндәр; иманлылар иһә, беҙҙең уңыштарыбыҙға ололарыбыҙҙың доғаһы сәбәпсе, тип ҡарай. Олоғайған һайын йәмғиәткә файҙабыҙ арта ғына бара, сөнки доғабыҙ ҡабул була.
Хеҙмәт тинегеҙ, алға тарта алдыҡмы, әллә файҙабыҙ, тырышлығыбыҙ бик әҙ булдымы, уныһын Аллаһу Тәғәлә Үҙе генә белә, хаталарыбыҙҙы ғәфү ҡылһын, хәйерле тырышлыҡтарыбыҙҙы ҡабул итһен инде.
– Исламға тоғро дин әһелдәренә бай Учалы төбәгендә тыуып үҫеүегеҙ ҙә, һис шикһеҙ, иманлы тормошҡа ынтылышҡа көслө тәьҫир иткәндер, шулай бит?
– Учалы яғы, ысынлап та йырсы, яҙыусыларға ғына түгел, Аллаһтың динендә ныҡ торған иманлы шәхестәргә бай төбәк. Элек тә шулай булды, хәҙер ҙә. Был осраҡта Зәйнуллаһ ишан Рәсүлевтың исемен әйтеү ҙә етә.
Әсәйем күптәнән инде намаҙ эйәһе, ҡатмарлы операциялар үткәреп, үлеп терелеүенә ҡарамаҫтан, 86 йәшендә ай буйы ураҙа тотто. Ҡартатайым менән әзәйем (олатай-өләсәйем), ҡартайған көндәрендә лә ҡулдарынан Ҡөрьән төшөрмәне, намаҙ уҡыны, ураҙа тотто. Атайым яғынан әзәйем бишектә ятҡанымда баш осомда аят уҡый торған булған. Шуға күрә, беҙҙең дингә килеүебеҙ ғәжәп түгел, бәлки, ни заман динһеҙ йөрөүебеҙ, һуңлап ҡына шуны аңлай башлауыбыҙ сәйер.
– Мосолман һәр һүҙен үлсәп һөйләргә тейеш. Бөтә ғәм алдында сығыш яһаған дин әһеленә айырыуса һаҡ һәм иғтибарлы булырға кәрәк. Телевидение иһә тағы ла киңерәк аудитория өсөн алып барылған дәғүәт. Яуаплы даирәгә ниндәй уй-маҡсаттар менән килдегеҙ. Барыһы ла тормошҡа аштымы?
– Юл күрһәтеүсе − ут ҡабыҙып, дөйөм халыҡтан саҡ ҡына алда барыусы ул. Артта ҡалырға ярамай, шул уҡ ваҡытта ныҡ алға сығып китеү ҙә дөрөҫ түгел, файҙаһыҙ, һинең утыңды күрмәйәсәктәр. Иң ҡатмарлыһы − ошо урыныңды тойоу, кәрәкле ваҡытта күңелгә үтерлек дөрөҫ һүҙ табыу. Юғиһә, һинең ҡырҡ китапты ятҡа белгән бөйөк белгес булыуың ғына ҙур файҙа ла килтерә алмай.
Маҡсаттар, теләктәр тормошҡа аштымы? Эйе, береһе тулыһынса тормошҡа ашты. 2005 йылда «Йома» тапшырыуы ябылыу сигенә килеп еткән ине, шул саҡта тапшырыуҙы һаҡлап алып ҡалдыҡ. Ә башҡаларына килгәндә, улар һәр ваҡыт алда йөрөй, уларҙы тулыһынса тормошҡа ашырып та, ҡыуып етеп тә булмай. Ул шулай булырға тейештер ҙә. Йыш ҡына ҡабаттан биш, ун йылға кире ҡайтып, яңынан шул юлды үтергә тура килә.
– Йәмғиәт тормошоноң ҡап уртаһында ҡайнап йәшәгән кеше, Өфө башҡорттары ҡоролтайының ағзаһы, тип беләбеҙ Һеҙҙе, Морат хәҙрәт. Баш ҡалабыҙҙың милли интеллигенция вәкилдәре халыҡ өсөн, киләсәгебеҙ өсөн ниндәй эштәр башҡара, ниндәй проекттарҙы тормошҡа ашыра?
– Ашаған түгел, тураған белә. Ҡоролтайҙың эше йырып сыҡҡыһыҙ ул, һәм ысынлап та унда эш ҡайнап тора. Бер мәсьәләне асыҡлап өлгөрмәйһең, яңынан бишеһе килеп баҫа. Тел, йәки ер тураһында һүҙ барһынмы, тарих, йәки эшҡыуарлыҡ булһынмы, бөтә өлкәләрҙе лә күҙәтеп, кәрәк саҡта төҙәтеп, йүнәлеш биреү бурысы йөкмәтелгән беҙҙең ошондағы зыялыларыбыҙға. Проекттар күп, мин бында береһен генә әйтеп китәм – «Айыҡ ауыл». Был бик мөһим, файҙалы һәм ифрат көнүҙәк проект. Сөнки, хәрәмде хәрәм, тип тапмай тороп, беҙ бер йүнәлештә лә алға китә алмаясаҡбыҙ. Аллаһу Тәғәлә Үҙе беҙгә шундай мөмкинлектәр асты, хөкүмәт, аҡса биреп, беҙ теләгән, динебеҙ ҡушҡан эшкә ярҙам итә. Ошондай ҙа мөмкинлекте файҙаланмаһаҡ, кем булырбыҙ? Һуңынан, еребеҙҙе тәләфләйҙәр, телебеҙҙе юҡҡа сығаралар, тип илап йөрөүҙән ни мәғәнә. Аллаһҡа иман килтергән кеше ошо бәйләнеште яҡшы аңлай.
Ҡоролтайға, зыялыларыбыҙға бер теләгем − дингә нығыраҡ иғтибар итер кәрәк. Бөтә бәләнең башы – динһеҙлектә.
– Балалар хәҙер икенсе, Совет осоронда, хатта бынан утыҙ-егерме йыл элек үҫкән быуындан ныҡ айырыла. Ике бала – Әминә исемле мөләйем ҡыҙ һәм Сөләймән атлы зирәк малай атаһы булараҡ, бөгөнгө ата-әсәләргә нимәләр кәңәш итерһегеҙ, ата-әсәһен, телен, динен хөрмәт иткән кешене нисек итеп тәрбиәләргә икән?
– Совет осоронда большевиктар, динде конкурент күреп, унан арынырға теләне һәм, диндең әхлаҡи ҡанундарын үҙләштереп, үҙҙәренеке итеп күрһәтте. Бына ошо дини нигеҙ тиҫтәләрсә йылдар илебеҙҙә кешелек мөнәсәбәтен йәшәтте, һаҡланы. Әммә, дин бит ул бер-береһенә ныҡ бәйләнгән, терәк булған төшөнсәләрҙән тора. Мәҫәлән, намаҙыңды ҡалдырҙың икән – динеңде емерҙең. Йәғни, иртәме-һуңмы, әхлаҡ яғына ла зәғифлек килә. Бөгөн төп нигеҙҙе, динде тергеҙеү зарур.
Баланың тәрбиәһе, әхлағы ата-әсәнең тәрбиәһенән, шулай уҡ, тирә-яҡ мөхит, йәмғиәттең сағылышы. Шуға күрә, был бик ҡатмарлы мәсьәлә. Тауға менер өсөн тырышлыҡ кәрәк, тәгәрәп төшөүе генә еңел. Һәр кем үҙе, ғаиләһе, йәмғиәт бергәләшеп ошо йүнәлештә тырышлыҡ һалһаҡ ҡына, күренеп торған яҡшы һөҙөмтәләргә ирешеп булыр.
– Хәҙер төрлө тарафта, күп ҡитғала һуғыш-сыуалыштар ҡыҙғандан-ҡыҙа бара. Беҙҙең дә тәү ҡарамаҡҡа тыныс, туп-йәҙрәләр шартламаған еребеҙҙә халыҡтың уҫалланып, юҡ-барға ҡыҙып, әрепләшеп барыуы йышайып киткәндәй. Был фетнәләрҙе нисек туҡтарырға мөмкин, нисек яҡшылыҡты, тыныслыҡты арттырыусылар сафында ҡалырға икән? Кәңәш бирегеҙ.
– Берәй аңлашылмаған хәл килеп тыуһа – сәй эс, – тип әйтелә бит әле, быныһы шаярыу, әлбиттә. Әммә, шуға оҡшаш хәҡиҡи кәңәш тә бар: насарлыҡ күрҙең иһә, уға үҙеңдәге яҡшылыҡты арттырыу менән яуап бир, яманлыҡ һис шикһеҙ көсһөҙләнер. Фетнәләргә, бәлә-ҡазаларға ҡаршы иң дөрөҫ сара – дини ғилемебеҙҙе арттырыу, ғибәҙәт менән Аллаһҡа яҡынайыу.
– Юғалтыу, хәүеф-хәтәрҙәр барыһын да һиҫкәндермәй шул. Мөһим әйберҙәрҙе йәрингә ҡалдырып килеүселәр һаман да бар. Намаҙымды олоғайғас уҡырмын, ваҡытым юҡ, тигән яҡындарыбыҙға ниндәй һүҙҙәр табырға, нимәнән башларға?
– Әллә инде, ундай уҡ тылсымлы һүҙҙәр бармы икән? Юғиһә, күптән ишетерҙәр, аңларҙар ине, әйтеүселәр әҙ түгел бит, ғибрәттәр ҙә аҙым һайын. Минеңсә, бер туҡтауһыҙ үҙеңде камиллаштырыу өҫтөндә эшләр кәрәк, үрнәк булырға. Бөтә ҡаршылыҡтарҙы ла һынау итеп күреп, ваҡлыҡтарҙан өҫтөн сығып, ысын мосолмандарса йәшәргә. Иртәме-һуңмы яҡындарың баһалар, күрер, Аллаһ насип итһә, артыңдан да эйәрерҙәр.
Яҡындар тигәндә, ысынлап та, хәҙистәрҙән дә күренеүенсә, беҙ яҡындарыбыҙҙан башларға тейешле. Әммә, йыш ҡына шулай килеп сыға, сит ят кешегә һүҙебеҙ үтә, ә яҡындарыбыҙ беҙҙе ишетергә теләмәй. Был осраҡта сабырлыҡ, ныҡышмалылыҡ һәм, алда әйткәнсә, хикмәт, үҙ тормошобоҙ, матур холҡобоҙ менән саҡырыу кәрәк. Йәнә, әйтәйек, ағайыбыҙ беҙҙең һүҙҙе иҫәпкә алмай икән, уның дуҫтарына тәьҫир итәбеҙ. Ағайыбыҙ иһә, тиҙҙән ошо дуҫтарының йоғонтоһонда намаҙға баҫасаҡ.