«Ябай сәфәр түгел хаж ғәмәле…»

«Ябай сәфәр түгел хаж ғәмәле…»

«Ябай сәфәр түгел хаж ғәмәле…»

Яҡын көндәрҙә күп мосолман ҡәрҙәштәребеҙ ҙур сәфәргә – изге ерҙәрҙә хаж ҡылырға әҙерләнә. Фарыз ғәмәлде еренә еткереп үтәү өсөн нимәгә иғтибар итергә, нимәнән һаҡланырға? Ошо һәм башҡа һорауҙарға 2010 йылдан алып бөгөнгә тиклем хажиҙар төркөмөн етәкләгән дин белгесе, Рәсәй Ислам университеты уҡытыусыһы Әбделкәрим хәҙрәт Кинйәбаев яуап бирә.

 

– Әссәләмү ғәләйкүм үә рахмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ, хәҙрәт! Хаж ҡылыусыға ниндәй ғәмәлдәрҙе башҡарып сығыу фарыз?

– Хажи өсөн өс нәмә – ихрам (хаж кейемен кейеү), Ғәрәфә көнөндә Ғәрәфә үҙәнендә доға ҡылыу, Ҡәғбәне ете тапҡыр урап сығыу, йәғни тәүәф ҡылыу фарыз. Ошоларһыҙ хаж ҡабул булмай. Айырыуса Ғәрәфә көнөндәгеһенә иғтибарлы булырға кәрәк, сөнки уны башҡа бер ниндәй ғәмәл менән дә алыштырып булмай. Аллаһ Рәсүле ﷺ әйткән: «Хаждың асылы – ул Ғәрәфәлә тороу». Һәм ошо олуғ ғибәҙәткә бәйле тағы ла бик күп хәҙистәр бар. «Аллаһ Ризалығы өсөн өйөнән хажға юлланып сыҡҡан кешенең бөтә гонаһтары юйыла, һәр бер аҙымы өсөн Аллаһ алдындағы дәрәжәһе арта. Һәр бер ғәмәле өсөн сауап яҙыла».

 

– Фарыздары менән бергә, сөннәт һәм вәжибтәрен тормошҡа ашырыусылар оло сауапҡа ирешә, шулаймы?

– Аллаһу Сөбхәнәһү үә Тәғәлә хаж ваҡытында ҡорбан салған кешегә сауабын, һарыҡтың күпме йөнө булһа, шул тиклем итеп бирә, тигән хәҙис тә күбеһенә билдәле. Ғәрәфәлә торғанда Аллаһтан башҡа кешеләр өсөн дә һорап ялбарыусының үҙен дә, яҡындарын да ғәфү итәсәк Ғаләмдәр Хужаһы. Ҡәғбәтулла, Хәрәм мәсете бик бәрәкәтле һәм изге урындар. Ошо мәсеткә яҡынлашҡан һайын йөрәктәребеҙ һөйөнә башлай, Аллаһҡа шөкөр хистәре арта. Тәүәф ҡылған хажиҙарҙың күңеле йомшара, гонаһтары кисерелә.

 

 – Шулай уҡ динебеҙ тарафынан тыйылған эштәр ҙә бар. Ҡайһылары өсөн штраф та түләнә икән. Изге ерҙәрҙә нимәнән һаҡланырға кәрәк?

– Хаж – үҙ-үҙебеҙҙе тәрбиәләү мәктәбе лә. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ үҙенең бер хәҙисендә былай тигән: «Әгәр ҙә кеше хаж ғәмәлдәрен дөрөҫ итеп башҡарһа һәм гонаһтарҙан һаҡланһа, өйөнә сабый бала кеүек гонаһһыҙ булып ҡайтыр».

Билдәле ғалимдар тыйылған ғәмәлдәрҙе ике төргә – асыҡтан-асыҡ һәм йәшеренгә бүлә. Тәүгеһе, мәҫәлән, ихрам хәлендә булған ир кешегә кеше ҡиәфәтендә тегелгән кейемдәр (күлдәк, салбар һәм башҡаларҙы) кейеү тыйыла. Хажи кәфен ише ике тауарға уранырға тейеш. Имам Ғазали ҙа ихрамды тауарҙың ике киҫәге, тигән. Үҙен кәфенгә төрөнгән һымаҡ хис иткән хажиҙар, Аллаһ ҡаршында нисек хисап тотормон, Раббыбыҙ мине Йәннәткә индерерме икән, тип уйланасаҡ Ғәрәфә үҙәнендә. Фани донъя менән хушлашып, баҡыйлыҡҡа бары тик ошо ике киҫәктән торған туҡымаға уралып күсеүебеҙ тормошобоҙҙағы матди байлыҡтың ни тиклем ваҡ һәм ваҡытлы булыуына ишара яһай. Ирҙәргә шулай уҡ хажда баш кейеме менән йөрөү тыйыла. Ҡояш эҫеһенән ҡурҡҡан кеше берәй көндө башына берәй нәмә ябып йөрөһә, уның өсөн штраф ҡаралған – был тайпылыш өсөн ир-егет бер ҡорбан салырға тейеш. Ҡатын-ҡыҙҙарға хушбуй, биҙәүес һәм буяныу әйберҙәрен ҡулланмау зарур. Әйтәйек, берәй хажи йәки хажиә хуш еҫле майҙы ҡул суғына һөртһә, йә еҫле шампунь менән башын йыуһа, уның өсөн штраф – бер һарыҡ салып, изге ерҙәрҙә йәшәүсе ярлыларға таратып сығырға кәрәк. Был ҡорбан итен тыуған яғыңа ҡайтарырға ярамай, хәйер итеп гонаһ ҡылынған урында таратыла. Шулай уҡ ағас һындырырға, үлән йолҡорға, хайуандарҙың йәнен ҡыйырға, хатта яңылыштан кескәй генә бөжәкте тапап үлтереү тыйыла.

Йәшерен ғәмәлдәрҙән, Пәй-ғәмбәребеҙ ﷺ кәңәш иткәнсә, хажи кешегә хәрәмгә ҡарарға, кешенең хәбәрен тыңларға, нимәнелер иҫбат итеп, бәхәсләшергә ярамай. Айырыуса ғәйбәт, алдашыу, ошаҡлашыу кеүек күренештәр хажиҙар өсөн хәүефле.

 

– Мәҙинә ҡалаһына Пәйгәм-бәребеҙгә зыярат ҡылыу ҙа изге сәфәрҙең мөһим өлөшө. Ошо ерҙе Йәннәттең бер урыны, ти руха-ниҙар. Әйҙәгеҙ, зыярат ҡылыуҙың әҙәбенә туҡталып китәйек.

– Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ әйтеп ҡалдырғанса, мөьминдәрҙең төп мәсете – Әл-Хәрәмдә уҡыған намаҙ башҡа ерҙәрҙә ҡылынған 100 мең намаҙға торошло. Шуның өсөндөр ҙә бөтәһе лә бында ынтылалыр. Мәҙинә ҡалаһындағы Пәйғәмбәребеҙ ﷺ мәсетендә уҡылған бер намаҙҙың сауабы 10 мең ғибәҙәткә тиң, ә ҡайһылары, мең тапҡырға, тиҙәр.

Изге урындарҙы барып күреү, унда үтәлергә тейешле ғәмәлдәргә килгәндә, хаж сәфәренә ныҡлы әҙерлек менән сыҡһын һәр береһе. Ни өсөн хажға юлланғанын, фарыз һәм сөннәт булып һаналған ғибәҙәттең ни өсөн үтәлергә тейеш икәнлеген белергә бурыслы. Юғиһә, матур урындарҙы ябай сәйәхәтсе, турист булып гиҙеп ҡайтыуың ихтимал. Изге Ҡөрьәндең аяттары төшкән бәрәкәтле урындар, бөйөк әнбиәләр тыуып, олуғ эштәр, дәғүәт ҡылып йәшәгән тарихи ерҙәрҙе, һөйөклө Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ донъяға килеп, бар кешелекте яҡтылыҡҡа, Раббыһының Ризалығына әйҙәгәнен, Рәсүлебеҙҙең тормошон өйрәнеп сыҡһын ине сәфәргә һәр яҡташыбыҙ.

Хажиҙарға Мәҙинәи-Мөнәүәрәгә барып, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ ҡәбер-шәрифе булған Рауза-Мөтәһһәрәне зыярат ҡылыу бик ҙур мөстәхәб ғәмәлдәрҙән һанала. Аллаһ Рәсүле: «Ҡәберемде зыярат ҡылыусы шәфәғәтемә ирешер», – тип әйтеп ҡалдырған. Был изге урынды Йәннәт баҡсаһы тиҙәр. Һәм унда, ысынлап та, үҙеңде Ожмахта кеүек хис итәһең. Һәр береһе әҙәп буйынса Аллаһтың Хәбибе ﷺ ҡәбере янына килеп сәләм бирә, ошо мәлдә Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ беҙгә сәләм ҡайтарғанын һиҙгәндәй булаһың. Шунан инде тәҡүәле хәлифәләр Әбүбәкер, Ғүмәргә сәләм бирелә.

 

– Юлға йыйынған кеше, ғәҙәттә, баҙап ҡала ла йә кәрәкле әйберҙәрен онотоп ҡалдыра, йә артығын ала. Буласаҡ хажи, тәү сиратта, үҙе менән нимәләр алырға тейеш?

– Буласаҡ хажиҙарҙың ҡулына хаж йолаларын нисек башҡарыу тураһында һәм медицина буйынса ҡулланмалар бирәбеҙ. Әле изге юлға сығып китеүгә һанаулы ғына көндәр ҡалды. Мөһим әйберҙәрҙе һеңдереп ҡуйһындар өсөн, хажиҙар төркөмөн етәкләгән һәр беребеҙ әле булһа иҫтәренә төшөрөп торабыҙ. Сәфәргә сыҡҡанда ла барыһын ҡабатлап алабыҙ.

 

– Әбделкәрим хәҙрәт, хаж алдынан Һеҙ барыһын йыйып лекциялар үткәрәһегеҙ. Ҡайһы саҡта намаҙға ла баҫмаған килеш хаж ҡылыусылар тураһында ишетергә тура килә. Ундай кешенең хажы дөрөҫ буламы?

Юлға сығыр алдынан хажиҙарыбыҙ өсөн әҙерлек курстары ойоштороп, һәр бер дәрестә, пәйғәмбәрҙәр тарихын ныҡлы һәм төплө өйрәнеп барығыҙ, тибеҙ. Динебеҙҙең бишенсе бағанаһы – хажды үтәгәндә, ошоларҙың барыһы ла ярҙам итә. Дини йолаларыбыҙҙы камил үтәргә тырышҡан, шулай уҡ динебеҙ тарихына мөкиббән мөьминдең хажы ла тәрәнерәк һәм төплөрәк буласаҡ. Ибраһим ҡатыны Хәжәрҙең Сафа һәм Мәрүә тауҙары араһында кескәй Исмәғил өсөн һыу, ризыҡ эҙләп өҙгөләнеп йөрөүҙәре, шул көндө сүллектән зәм-зәмдең атылып сығыуы, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ нигеҙ һалған тәүге мәсеттәр, тарихи урындар тураһында белеп ҡылынған хаждың ҡиммәте һәм сауабы баһалап бөтөргөһөҙ. Аллаһ Әмерен үтәп, хажға барып ҡайтыу мөмкинлеге булған һәр мосолманға изге сәфәргә юлланыу фарыз. Бында һаман да намаҙға баҫмағанмын, ураҙа тотҡаным юҡ, тигән аҡланыуҙар булмаҫҡа тейеш.

 

– Күп ҡатындар, иптәшем әле намаҙҙа түгел, йә аҡса юҡлығына һылтанып хажға яңғыҙ юлланалар. Гүзәл затҡа мәхрәмһеҙ йөрөү килешәме?

– Хәнәфи мәҙһәбе буйынса, ҡатын-ҡыҙ мәхрәмһеҙ 80 саҡрымға тиклемге юлға сыға ала. Сәфәре хәүефһеҙ булғанда ғына юлланырға ярай. Шул уҡ ваҡытта ул сит ир-ат менән аралашыуҙан һаҡланыу өсөн иптәшкә берәй ҡатын менән сыҡһа, тағы ла шәберәк. Бараһы ере 80 саҡрымдан йырағыраҡ булһа, был тарафҡа уны хәләл ефетенә йә мәхрәм тейешле кешегә оҙатып барыу мотлаҡ. Хәнәфи мәҙһәбе буйынса, мәхрәм йәше 12 йәштән өлкән, Шәриғәт ҡушҡандарын теүәл үтәгән, гонаһлы ғәмәлдәрҙән һаҡланған кеше булырға тейеш.

 

– Әбделкәрим хәҙрәт, әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт. Быйылғы хаж да хәйерле сәғәттә башланып, имен үтһен, бәхетле сәфәргә юлланыусы һәр хажиҙың ғибәҙәте ихлас, матур доғаһы Аллаһу Тәғәлә тарафынан ҡабул ҡылынып, еребеҙгә татыулыҡ һәм именлек алып килһен!

 

Светлана Ғәлиуллина әңгәмәләште

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


«Аллаһ Рәхмәтенә өмөтөбөҙҙө өҙмәйек!..»

Ғилем һәм тәрбиә, сабырлыҡ, изгелектәрҙе күп ҡыла торған Рамаҙан айы яҡынлаша. 19 февраль – нурлы айҙың тәүге көнө. Йәғни, 18 февралдә, ҡояш байыу менән, ураҙаға инәбеҙ. Бөгөнгө һөйләшеүебеҙ − шул уңайҙан, ураҙа хаҡында. Һорауҙарыбыҙға Көйөргәҙе районы Ермолаево ауылының «Рамаҙан» мәсете мөғәллиме...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Намаҙҙа «әмин» һүҙен әйтергә яраймы? Намаҙҙа «Әл-Фәтиха» сүрәһенән һуң «әмин» һүҙенең әйтелеше сөннәт. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ һәм уның сәхәбәләре шулай эшләгән. Аллаһ Илсеһе ﷺ әйткән: ««Әл-Фәтиха» сүрәһенән һуң имам «әмин» тигәндә, һеҙ ҙә...


Башҡорт халҡында бала тыуғас башҡарылған йолалар

«Башҡорттарҙа матур йолалар бар», – тигән башҡорт халҡының йолалары менән ҡыҙыҡһынған венгр ғалимы Йозеф Торма. Башҡа халыҡтарҙағы кеүек үк, башҡорттар араһында ла, ғаиләлә баланың донъяға килеүе ҙур шатлыҡ һаналған. Баланың донъяға килеүен ҡаршылауға әҙерләнеү, әсә ауырға ҡалғас...


Шайтан яҙмалары

  Һинең унда ни эшең бар? Һа-һа-һа! Һа-һа-һа! Һа-һа-һа! Мин тәүҙә рәхәтләнеп көлөп алайым әле, шунан һуң һеҙгә бер ҡыҙыҡ һөйләрмен. Һа-һа-һа! Мин бәләкәй балаларҙы, үҫмерҙәрҙе һәм йәштәрҙе генә төп башына ултыртмайым бит ул, өлкән кешеләрҙе лә алйотландырам. Кешеләр, мин һеҙҙең...


Мандарин бәлеше

  Ҡамыр өсөн: 1 йомортҡа 50 г шәкәр 60 мл көнбағыш майы 100 мл һөт 1 балғалаҡ ванилин 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс 160 г он 4-5 мандарин 1 аш ҡалағы аҡ май 1-2 аш ҡалағы шәкәр   Әҙерләү: Мандариндарҙы, ҡабығынан әрсеп, урталай киҫегеҙ. Бешерәсәк табаға (20 см диаметрында) май...