«Бала күңеле ихласлыҡ, изгелек һөйә!..»

«Бала күңеле ихласлыҡ, изгелек һөйә!..»

Ҡояш аҫтындағы бар нәмә, юлыбыҙҙа осраған һәр әҙәм беҙҙең өсөн уҡытыусы. Ғәрсә яҙмышыбыҙға, холоҡ-фиғелебеҙгә ата-әсәбеҙҙең мөнәсәбәте һәм тәрбиәһе, уҡытыусыларыбыҙҙың һабағы нығыраҡ тәьҫир итәлер. Мөләйем уҡытыусының ҡарашында бөтмәҫ наҙ, булмышында йомшаҡлыҡ, сафлыҡ сағылһа, ғилем тауына үрләүҙәре тағы ла рәхәтерәк. Бөгөнгө ҡунағыбыҙ Сибай ҡалаһының 5-се мәктәбенең география һәм иҡтисад уҡытыусыһы Зөлфиә Рәхмәт ҡыҙы Хәлилова тап шундайҙарҙан. 1 сентябрь – Белем көнө уңайынан ҡоролған әңгәмәне гәзит уҡыусылары иғтибарына тәҡдим итәбеҙ.

 

– «Уҡытыусы һөнәре Аллаһтан бирелә» тигән һүҙҙәрҙе һәр беребеҙҙең ишеткәне бар. Һеҙ бының менән килешәһегеҙме? Уҡытыусы эшенең булмышығыҙға яҡын икәнен ҡасан аңланығыҙ?

– Был  һүҙҙәр менән тулыһынса килешәм. Үҙ юлын, үҙ тәғәйенләнешен табып, һөнәри үҫешкә ынтылған кеше тоғро юлда, шуға күрә ихлас күңел менән эшләй, ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшә, йәмғиәткә ҙур файҙа килтерә ала. Был әйтемде башҡа төрлө һөнәр эйәләренә ҡарата ла ҡулланалар. Мәҫәлән, «Табиплығы Аллаһтан» йә «Оҫталығы Раббыһынан» тигәнде йыш ишетергә тура килә. Ләкин уҡытыусы һөнәренә ҡарата йышырак ҡулланыла, сөнки уҡытыусы һөнәре ҙур яуаплылыҡ талап итә. Уҡытыусының күҙҙәренә балалар ышаныс менән ҡарай, уларҙың холҡона, булмышына, киләсәгенә мөғәллимдәре ҙур йоғонто яһай.

Бала сағымда, уҡытыусы булам, тип һис тә хыялланманым. Башҡорт дәүләт университетында уҡыған йылдарым илебеҙҙең тарҡалған, баҙар иҡтисадына күскән ҡатмарлы осорға тура килде. Шул ваҡытта күптәр, сауҙа менән шөғөлләнеп, кәсеп итергә тотондо, уҡытыусы һөнәренең абруйы төшә башланы.  Шулай булыуға ҡарамаҫтан, мәктәптә практика үткәндә, балалар менән эшләү миңә ныҡ оҡшап ҡалды. Илдә иҡтисади көрсөк, Сибай ҡалаһының 12-се һанлы мәктәбенә эшкә төшкән йылда биш ай буйына эш хаҡы алманыҡ. Педагог эше булмышыма яҡын булғанға күрәлер ҙә мәктәптә бушлай эшләүе ауыр тойолманы, дәртемде һүндермәне. Шул замандан алып, Аллаһҡа шөкөр, уҡытыусы булып эшләйем, һөнәремде бик яратам.

– Ломоносов математиканы аҡылды ипкә килтереүсе фән, тип атаған. Ә география ни өсөн кәрәк балаға? Уҡыусылар шул турала һораһа, ниндәй яуап бирәһегеҙ? 

– География балаларға донъя киңлеген, уның тулы күренешен, тәбиғәт менән йәмғиәттең бәйләнешен аңларға ярҙам итә. Кешелек донъяһы алдында торған экологик проблемаларҙы, глобалләшеү һам уның киләсәккә йоғонтоһон аңлата. Йәш быуынға дәүләттең геостратегик урынын, сәйәси һәм йәмғиәт ҡоролошон дөрөҫ аңлау, үҫешен билдәләй белеү бик мөһим. «Рус география йәмғиәтен» донъялағы иң уңышлы сәйәсмән, Рәсәй президенты Владимир Владимирович Путин етәкләүе осраҡлы түгел. Алдынғы етәксе, иҡтисадсы булыу өсөн юғары фекерләү ҡеүәһе кәрәк.

– Дин ҡанундары буйынса йәшәй башлаған кешенең тормошо күркәмләнә, сағыулана. Намаҙға баҫҡас, һөнәрегеҙгә ҡарата мөнәсәбәтегеҙ үҙгәрҙеме, Зөлфиә, һеҙҙең алда ниндәй офоҡтар асылды?

– Беҙҙең быуынды совет заманында атеист итеп тәрбиәләнеләр, бәхетебеҙгә күрә, биш намаҙын ҡалдырмайса уҡыған, мәҙрәсәлә белем алған Мөңғимә өләсәйем беҙҙең менән йәшәне. Әлхәмдүлилләһ, иман бөртөктәрен күңелебеҙгә төшөрөп, динде аңлатып, һәр саҡ бөтәбеҙ өсөн доға ҡылды яҡыным. Әммә намаҙға тик ҡырҡ бер йәшемдә генә баҫтым. Эйе, иртәнге намаҙҙы уҡып, доға ҡылып башлаған көн бәрәкәтле, хәйерле үтә. Ысынлап та, тормош күркәмләнә, ғаилә ағзалары араһында, эштәге мөнәсәбәттәр якшыра, яйға һалына. Элегерәк уҡытыусы эшендә иң мөһиме – көслө белем биреү, тип уйлай торғайным. Ә хәҙер иң элек баланың күңелендә ныҡлы иман, әхлаҡ тәрбиәләргә тырышам. Шул осраҡта ғына белем файҙалы була.

– Һәр мосолман кешеһе көн тәртибен ғибәҙәтенә ҡулайлаштырырға тырыша. Уҡытыусы һөнәрен һайлаған кеше тәүлек әйләнәһенә эштә тиергә мөмкин.  Шулай уҡ иптәшегеҙ игенселек менән шөғөлләнгән эшҡыуар, ғаиләгеҙҙә ике егет үҫә. Намаҙ, ғаилә һәм хеҙмәт араһында алтын урталыҡты нисек табырға?

– Алтын урталыҡты табыуы тәү ҡарашҡа еңел түгел кеүек. Әммә күңелендә иманы булған, һәр башҡарған эшен Аллаһу Тәғәләнең ризалығы өсөн тип ниәтләгән ҡолона Ғаләмдәр Хужаһы еңеллеген бирә. Мәктәп эшенә лә, дини вазифаларыма атҡарырға ла ваҡыт таба алыуым менән бәхетлемен. Был юҫыҡта тормош иптәшем дә, ҡәйнәм менән балаларым да миңә терәк. Әлхәмдүлилләһ, улар барыһы ла намаҙҙа. Әле яңыраҡ июль айында ҡәйнәм кесе хаж ҡылып ҡайтты.

Әлеге ябай булмаған заманда үҫеп килеүсе быуынды насар ғәҙәттәрҙән һаҡлап алып ҡалыуы  еңел түгел. Балаларыбыҙ хаҡ  иман юлында булһа, уларҙың киләсәге хәүеф тыуҙырмаҫ.

– Хәҙерге йәштәр уҡытыусы һөнәрен һайлап бармай, сөнки күңелендә, балаларҙы тыңлата алмаҫмын, тигән ҡурҡыу йәшәй. Минеңсә, был һөнәрҙең ижадҡа ҡоролғанлығы ла ниндәйҙер етди ҡарарға килергә ҡамасау итәлер. Йәш мөғәллимдәргә был йәһәттән ниндәй кәңәш бирерһегеҙ?

– Һәр һөнәрҙә тәжрибә кәрәк. Ниндәй генә эштә эшләһәң дә, ул һиңә тормош тәжрибәһе бирә. Ни тиклем көслө белемле булһаң да, бала кимәленә төшөп, унын күҙлегенән ҡарай белергә кәрәк, шул ваҡытта уҡытыусы иң ауыр темаларға ла ҡыҙыҡһыныу уята ала. Мөғәллим заман менан бергә атларға, бер туҡтауһыҙ үҫешергә, камиллашырға тейеш. Йәштәргә әйтер һүҙем: килегеҙ мәктәпкә, балалар, башлыса, йәш уҡытыусыларға тартыла бит, йәш кеше менән тиҙерәк уртаҡ тел таба.

– Ғилем биреүҙең иң сауап-лы, иң изге һөнәр икәне күп хәҙистәрҙә бәйән ителә. «Һәр педагог уҡытыусы ғына түгел, тәрбиәсе лә», – тип әйткән Василий Сухомлинский. Тәрбиә эшегеҙ тәү нәүбәттә нимәгә ҡоролған, Зөлфиә?

– Бала күңеле ихласлыҡ, изгелек һөйә, рәхмәтле була белә. Бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡарыр. Аллаһу Тәғәләгә мең шөкөр: уҡытыусы булыу ул – ҙур бәхет, сауаплы, изге һөнәр.

Эйе, яңы «Федераль дәүләт белем биреү стандарттары» тәрбиә эшенә лә ҙур әһәмиәт бирә һәм рухи-әхлаҡи һәм патриотик тәрбиәне төп йүнәлеше итеп алған. Минең эшемдә иһә иң ҙур ярҙамсым – остазым Әхмәт хажи Абдулаевтың «Тәҡүәлеләр әҙәбе» китабы. Шунан бер миҫал килтергем килә: Яҡшы әҙәп – имандың терәге. Әхлаҡ төҙөк булһа, йәмғиәт тә төҙөк була, әҙәп- әхлаҡ юҡҡа сыҡһа – йәмғиәт бәлә-ҡазаға дусар була.

– Уҡытыусы – ул белем биреүсе генә түгел, ә тормошто һәм кешеләрҙе яратырға өйрәтеүсе. Ә һеҙҙе уҡытыусыларығыҙ  нимәгә өйрәтте?

– Үҙемдең уҡытыусыларыма бик рәхмәтлемен, Аллаһу Тәғәләнең Рәхмәтендә булһындар. Улар төплө белем генә бирмәне, беҙҙә яуаплылыҡ, намыҫлылыҡ кеүек күркәм сифаттар тәрбиәләне, эшһөйәр булырға өйрәтте. Мөғәллимдәрем ярҙамында тормошта юғалып ҡалманым, үҙ юлымды таптым.

 

– Фәһемле әңгәмә өсөн рәхмәт, ҡәҙерле Зөлфиә Рәхмәт ҡыҙы. Уңышлы булһын башланып торған уҡыу йылы! Донъялағы иң яуаплы, иң изге, иң мәрхәмәтле һөнәрҙәрҙең береһен һайлаған, белем һәм изгелек өләшкән бөтә уҡытыусыларға ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ. Уҡыусыларығыҙ һау һәм тырыш, зирәк, тыңлаусан булһындар!

 

Светлана Ғәлиуллина әңгәмә ҡорҙо

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әгәр ҙә мин, әйтәйек, йәмәғәт менән уҡылған төнгө (йәстү) намаҙының дүртенсе рәҡәғәтендә генә килеп ҡушылһам, ғибәҙәтем ҡабул булһын өсөн, тағы ла нисә рәҡәғәт уҡып сығырға тейешмен мин? Һәм нисә тапҡыр тәшәһһүд (Әт-Тәхиәтте) уҡырға кәрәк? Мәсбүк – йәмәғәт намаҙына бер йәки бер нисә...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...


Йәсрибтә Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ тәүге вәкиле

Хаж мәле тамамланғас, барыһы ла үҙ ҡәбиләләренә тарала. Шул иҫәптән, ун ике хажи Йәсрибкә ҡайтып китә. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, Йәсрибтә ислам тураһында һөйләһен, иман килтергәндәрҙе Ҡөрьән уҡырға өйрәтһен өсөн, хажиҙар менән бергә Мусғәб ибне Ғүмәйрҙе ебәрә.   Бер ваҡыт Мусғәб тәүге мосолмандар...


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...


Ҡыҙым йәнһүрәттәргә ныҡ мыуығып китте

Һуңғы ваҡытта балам сит ил йәнһүрәттәрен һәм сериалдарын даими рәүештә ҡарай. Геройҙарына телмәрендә, кейем стилендә, ҡыҙыҡһыныуҙарында оҡшарға тырыша. Ә ундағы өҫтөнлөктәр беҙҙең ғаиләлә һәм йәмғиәттә ҡабул ителгәндәрҙән айырыла. Ҡыҙымдың әле үҫмер генә булыуы мине борсой. Нимә...