«Тәҡүәле кешенең йәмғиәт өсөн файҙаһы бик ҙур!..»

«Тәҡүәле кешенең йәмғиәт өсөн файҙаһы бик ҙур!..»

«Тәҡүәле кешенең йәмғиәт өсөн файҙаһы бик ҙур!..»

Матди байлыҡтарға ҡыҙыҡмай, фәҡәт Аллаһу Тәғәлә ризалығын өмөт итеп, бар ваҡытын изге эштәр эшләүгә бағышлаған кешеләр була. «Әс-Сәләм» гәзитенең Башҡортостандағы рәсми вәкиле Шамил Мөхәммәдсәид улы Әлиев та ана шундайҙарҙан. Маҡсаты: дәғүәт юлында тырышлыҡ һалып, халыҡты иманға өндәү.

 

– Шамил хажи, үҙегеҙ менән бер аҙ таныштырып китһәгеҙ ине. Һеҙ ҡайһы яҡ кешеһе?

– Мин Ростов өлкәһендә тыуып үҫтем. Дарғын милләтенән булған атайым менән әсәйем бында Дағстан республикаһынан күсеп килгән. Беҙ йәшәгән утарҙа атайым ферма тотто. Улар әле лә шунда йәшәй. Мин йыш ҡына улар янына ҡайтып йөрөйөм. 9-сы класты тамамлағас, артабан Махачкалаға уҡырға ебәрҙеләр. 10-11-се кластарҙы шунда тамамланым. Артабан Дағстан Медицина академияһында белем алдым.

 

– Хәҙер Башҡортостанда йәшәйһегеҙ. Тыуған яҡтарығыҙ һағындырамы?

– Үҫмер генә саҡта атай-әсәйҙән айырылып киткәс, тәүҙә яҡындарымды һағынып бер булдым. Әле лә һағынам уларҙы. Йылына бер-ике тапҡыр ғына күрешәбеҙ бит. Башҡортостанға эшкә килгәс, тәүҙә ҡатынымды, балаларымды юҡһындым. Балаларым мәктәпкә йөрөгәс, уҡыу йылы бөткәнсе уларҙы Махачкалала ҡалдырып торғайным. Ғаиләмде күсереп алып килгәс, еңелерәк булып ҡалды. Хәҙер ерһенеп тә өлгөрҙөм инде. Бында матур күңелле, ихлас халыҡ йәшәй. Дуҫтарыма йыш ҡына: «Минең тағы ла бер Ватаным барлыҡа килде – Башҡортостан!» – тием. Ваҡыты еткәс, икенсе урынға эшкә күсергә тура килһә, был күркәм тәбиғәтле республиканы ла бик һағынырмын кеүек.

 

– «Әс-Сәләм» гәзитен таратыу Һеҙҙең төп эшмәкәрлегегеҙме?

– Был һорауға яуап бирер алдынан бер бәләкәй генә тарих менән бүлешкем килә. 2009 йылда мин Махачкалала йәшәй инем. Бер мәл «Әс-Сәләм» гәзитен таратып йөрөгән ир-егеттәр беҙҙең йорт ишеген шаҡыны. Оло йәштәрҙәге берәүһе гәзиткә яҙылырға тәҡдим итте. Бик теләп яҙылдым был баҫмаға, сөнки улар менән бер аҙ һөйләшеп алғандан һуң, миндә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуғайны. Шулай итеп, миңә ай һайын гәзиттең яңы һанын килтерә башланылар. Оҙаҡламай һәр һанды түҙемһеҙләнеп көтөп алғанымды абайланым. Башынан аҙағына тиклем бер мәҡәләһен дә ҡалдырмай, тулыһынса уҡып сыға инем. Әле лә шулай итәм. Артабан гәзитте килтергән волонтер менән дуҫлашып киттек. Гәзиттәрҙе ул күп итеп йөкмәп ала ла, әллә күпме урамдар үтеп, йорттар буйлап таратып йөрөй. Бер тапҡыр уға үҙемдең ярҙамымды тәҡдим иттем. Гәзит таратышҡан арала уның менән аралашыуы шул тиклем оҡшаны. Дин өлкәһендә бик ғилемле, нимә тураһында ғына һораһам да төплө итеп аңлата. Яңы дуҫымдың эшен еңеләйтер өсөн үҙебеҙ йәшәгән микрорайонда гәзит таратыуҙы үҙ өҫтөмә алдым. Шулай итеп, үҙем дә һиҙмәҫтән волонтер булып киттем. Шәмсетдин менән беҙ әле лә тығыҙ аралашабыҙ. Ул һаман «Әс-Сәләм» гәзитенең вәкиле булараҡ, дин юлына өндәүен дауам итә.

Был эшкә тотонғас, шуны аңланым: кеше йәмғиәткә ниндәй ҙә булһа файҙа килтереп йәшәргә тейеш. Мәҫәлән, кешеләргә ошо гәзитте килтереп еткерәһең, ә унда улар өсөн күпме кәрәкле мәғлүмәт тупланған! Һәм тағы: гәзит уҡыусыла был баҫманы уҡығандан һуң ниндәйҙер ыңғай үҙгәреш барлыҡҡа килә икән, уның сауабы гәзитте килтереп еткереүсегә лә яҙыла бит. Ошоларҙы аңлағас, гәзиткә яҙҙырыу һәм таратыу эшенә бар күңелемде һалып, ныҡлап тотондом. Официаль рәүештә «Әс-Сәләм» гәзитенең вәкиле булып эшләй башланым. Ул осорҙа Медицина академияһында уҡый инем. Баҫманы гел үҙем менән йөрөтөп, төркөмдәштәремде, тиҫтерҙәремде лә гәзит уҡырға ылыҡтырҙым. Тора-бара мин уҡыған төркөмдә гәзиткә яҙылмаған бер генә студент та ҡалманы. Беҙ уҡыған курстың иһә өстән бер өлөшө яҙылды. Тик шуныһы насар, килтереп еткерһәң, ҡайһы ваҡыт лекция тыңлар урынға, егеттәр-ҡыҙҙар гәзит уҡып ултыра торғайны (көлә).

Бөгөн Өфөнөң стоматология клиникаһында хеҙмәт һалыуыма ҡарамаҫтан, «Әс-Сәләм»дәге эшемде төп эшмәкәрлегем тип һанайым.

– Эҫелә лә, һыуыҡта ла асыҡ һауала тороп гәзит таратыр өсөн сәләмәтлектең һәйбәт булыуы кәрәктер ул?

– Махачкалала мин пляжға яҡын ғына йәшәнем. Бер осор боҙло һыуҙа ҡойоноу модаға инеп киткәйне бит. Бына минең дуҫтарым да барыһы ла «морждар» ине. Улар ыңғайына мин дә ҡышҡыһын Каспий диңгеҙендә һыу инергә әүәҫләнеп киттем. Минус биш-ун градус Дағстан өсөн бик һалҡын температура һанала. Әлбиттә, шунда уҡ, ҡыш көнө диңгеҙгә барып сумманым. Сынығыуҙы көҙ айҙарында башланыҡ. Тәүҙә йүгереп, физкультура эшләп ала торғайныҡ, һуңынан һыу ҡойонабыҙ. Миңә был процесс бик оҡшап төштө. Артабан ул минең хоббиға әйләнде. Әле йә урамда биҙрә менән һыу ҡойонам, йә ныҡ һалҡын һыулы ваннаға төшөп ятам. Ошо рәүешле сынығыуым Башҡортостандың һыуыҡ климатына яраҡлашырға, вируслы ауырыуҙарға ҡаршы торорға ярҙам итте. Әлхәмдүлилләһ, һирәк ауырыйым.

Әйткәндәй, Башҡортостанға килгәнсе, миңә Санкт-Петербург ҡалаһында эшләп алырға тура килде. Төньяҡ баш ҡаланың дымлы һәм һыуыҡ һауаһына ла бирешмәнек. Унда ла гәзитте таратыусылар араһында үҙ һаулығына етди иғтибар бүлгән «морж» дуҫтар бар ине. Питерҙа минус егерме градуста Нева проспектында Петроград һарайы алдында һыу ҡойоноп йөрөнөк.

 

– Урам буйында гәзит һатып торғанығыҙҙы кешеләр нисек ҡабул итә?

– Беҙҙең эшмәкәрлекте аңлап етмәгән кешеләрҙең осрағаны булды, әммә күпселеге ыңғай ҡарай. Шикләнеп ҡарағандарға гәзиттең маҡсаты тураһында ипле генә итеп аңлатыу ҙа етә. Хуш күңел менән ҡабул итәләр, икенсе күргәндә инде йылмайып һаулыҡ һорашалар. Гәзитте даими рәүештә һатып алып торған кешеләр ҙә бар. Шунда уҡ өйгә яҙҙырыу мәсьәләһен дә хәл итәбеҙ. Был эштә ыңғай эмоциялар шул тиклем күп. Бер тапҡыр яныма йәш кенә бер егет килде: «Һеҙҙе гел ошонда тап итәм. Ямғыр яуһа ла, ҡар яуһа ла тораһығыҙ. Ниндәй гәзит һатаһығыҙ ул? Бик ҡыҙыҡ, ҡайҙа, бер гәзитегеҙҙе алып, уҡып ҡарайым әле!» – ти. Артабан гәзиттең һәр һанын килеп ала башланы, бик оҡшаттым, тине. Беҙҙең эштә, иң мөһиме, сабырлыҡ. Бер кем менән дә конфликтҡа инмәү, ипле генә итеп аңлатыу, дәғүәт эшләү. Берәүгә лә баҫманы көсләп таҡмайым. Битараф уҙып киткән кешеләргә лә, күпмелер ваҡыт үткәс, аңлау килгәне, аҙаҡтан гәзиттең әүҙем һатып алыусыһына әйләнгәне булды. Барыһы ла Аллаһу Тәғәлә ҡулында.

 

– Урам буйына сығарып һатыу эшмәкәрлегегеҙҙең бер өлөшө генә. Һеҙ Башҡортостанда «Әс-Сәләм» гәзитенең официаль вәкиле булараҡ, уны республиканың ҡала-райондарында таратыуҙы ойоштороуҙы ла үҙ өҫтөгөҙгә алғанһығыҙ.

– Ҡала-райондарға илтеп еткереү тураһында һүҙ алып барғанда, беҙҙә бик татыу, берҙәм коллектив тупланған. Һәр төбәктә тиерлек подписка һәм таратыу эштәрен әүҙем алып барған фекерҙәштәребеҙ бар. Әйткәндәй, 1-се сентябрҙән 2025 йылға гәзиткә яҙылыу кампанияһы башланды. Бер рус телендә айына ике тапҡыр сыҡҡан ҙур күләмле гәзиткә бер йылға яҙылыу хаҡы:1800 һум (ярты йылға: 900 һум). Милли баҫмаларға, шул иҫәптән, башҡорт телендә сыҡҡан «Әс-Сәләм» гәзитенә яҙылыу хаҡы бер йылға − 750 һум (ярты йылға − 375 һум).

Форсаттан файҙаланып, «Әс-Сәләм» гәзитен сығарыусыларға, таратыусыларға һәм алдырып уҡыусыларға ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Аллаһу Тәғәлә уларҙы бер ҡасан да ярҙамынан ташламаһын!

 

– Баҫманың иң һуңғы битендә подписка өсөн яуаплы хеҙмәткәрҙәрҙең телефон номерҙары бирелгән. Шамил хажи, Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, «Әс-Сәләм» гәзитенә яҙылыу ни өсөн мөһим?

– Был гәзит киң ҡатлам уҡыусылар өсөн тәғәйен. Унда бөгөнгө көндә актуаль булған төрлө тәрбиәүи темалар яҡтыртыла. Күп әхлаҡи ҡиммәттәр юҡҡа сығып барғанда, был баҫма замана сирҙәре менән көрәшеү юлдарын эҙләй.

Шулай уҡ дини темаларға ла ҙур урын бирелә. Был бик бәрәкәтле гәзит. Иң мөһиме, ул уҡыусыларҙа тәҡүәлек сифаттарын тәрбиәләй. Ә күркәм иманлы, тәҡүәле кешенең йәмғиәт өсөн файҙаһы бик ҙур.

 

– Аллаһу Тәғәлә Һеҙҙән риза булһын! Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт.

– Амин.

 

Зөлфиә Ханнанова әңгәмә ҡорҙо

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


Мал тотоу – ҡот тотоу

(йәки әсәйемдең ауылдаш ҡатындың күҙһенгән һыйырын миңә нисек тәрбиәләргә өйрәтергә тырышыуы)   Электән һәр оҫта үҙ һөнәрен өйрәнсеккә ҡалдырған. Нәҫелдән килгән оҫталыҡмы, ҡайҙалыр, йә кемдәндер өйрәнгәнһеңме – мөһим түгел. Эшеңде дауам итеүсе үҙ һөйәгең булһа, тағы ла яҡшылыр...


Шәғбән айының биҙәге – Бәраәт кисәһе

Шәғбән – Пәйғәмбәребеҙ ﷺ айы, шуның өсөн күп тапҡырҙар салауат әйтеү, истиғфар ҡылыу, «Әл-Ихлас» сүрәһен уҡыу тәҡдим ителә. Шәғбән айының 14-се кисенән 15-се көнөнә ҡаршы кисе Бәраәт кисе тип атала.   Быйыл ул 2-3 февралгә тура килә. Был көндә ғәмәл дәфәтеребеҙ алмашына. Шуға ла Бәраәт кисәһендә...


Шайтан яҙмалары

  Һинең унда ни эшең бар? Һа-һа-һа! Һа-һа-һа! Һа-һа-һа! Мин тәүҙә рәхәтләнеп көлөп алайым әле, шунан һуң һеҙгә бер ҡыҙыҡ һөйләрмен. Һа-һа-һа! Мин бәләкәй балаларҙы, үҫмерҙәрҙе һәм йәштәрҙе генә төп башына ултыртмайым бит ул, өлкән кешеләрҙе лә алйотландырам. Кешеләр, мин һеҙҙең...


Яҡты йондоҙ булып балҡыны ла...

«Райондашым, ауылдашым Балаҡатай егете Фәнил Байышевҡа 15 ғинуарҙа 70 йәш тулған булыр ине. Шул тиклем яҡшы кеше, зур өмөттәр бағлаған йәш ғалимдың ғүмере ҡыҫҡа булды, ижадының башында тиерлек өҙөлдө. Әммә ул, күптәр үҙ ғүмерендә тиҫтә йылдар буйы атҡарған эште бер нисә йылда эшләп, үҙенең...


Тәбүтте ҡайтарыу

Тәбүттең (һандыҡ, табут) тарихын ҡыҫҡаса һөйләп үтәйек.   Әҙәм ғәләйһиссәләм Ожмахтан ергә күсерелгәс, Ғаләмдәр Раббыһы уға тәбүт бирә. Уның оҙонлоғо − өс, киңлеге ике беләк үлсәме була, тип әйтелә «Ас-Сауи» һәм «Ғәраис» китаптарында. Һандыҡ Ожмахтағы шәмшәз...