«Ҡөрьән менән көнөм бәрәкәтле үтә!..»

«Ҡөрьән менән көнөм бәрәкәтле үтә!..»

Изге Рамаҙан – Ҡөрьән айы. «Ҡөрьәнде өйрәнгән һәм Ҡөрьәнде өйрәткән кешеләр – арағыҙҙағы иң хәйерле кешеләр», – тиелә хәҙистә. Изге Китапты уҡыу – оло ғибәҙәт. Ҡөрьән уҡыуҙың ни ҡәҙәр әһәмиәтле икәнлеген иҫебеҙгә төшөрөп үтәйек. Рубрикабыҙҙың ҡунағы – «Бәхет» онлайн-мәктәбенең мөғәллимәһе Эльза Яруллина.

 

 – Иман тәмен татып йәшәүҙән дә ҙурыраҡ бәхет юҡ. Эльза һеңлем, Һеҙ нисек намаҙға баҫып киттегеҙ? Дин буйынса ҡайҙа ғилем алдығыҙ?

– Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлағас, тыуған яғыма – Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылына ҡайттым да ял көндәрендә, әсәйемә эйәреп, мәсеткә уҡырға йөрөй башланым, башта хәрефтәр өйрәндем, сүрәләр ятлай башланым.

Аҙаҡ кейәүгә сыҡтым. Яйлап намаҙға баҫтым, көнөнә бер генә уҡыным тәүҙә. Оло ҡыҙыбыҙҙың тыуыуын Аллаһу Тәғәләнең оло бүләге итеп ҡабул иттем, мөғжизә кеүек ине, сикһеҙ рәхмәтле инем. Йәмиләмдең донъяға тәүге ауаз һалыуы этәргес көс булды – биш намаҙымды ла ентекләп уҡый башланым. Өфө ҡалаһына күскәс, Дим биҫтәһендәге «Мәҙинә» мәсетендә белем ала башланым, мөғәллимәбеҙ Бәхтиева Ләйсән Илдар ҡыҙының һәр дәресе йөрәккә ятты, шуға дәртләнеп йөрөнөм.

 

– Үҙ иңеңә башҡаларға дин дәресен биреү бурысын алыу, Ҡөрьән уҡыу нескәлектәрен өйрәтеү өсөн оло йөрәк, ҡыйыулыҡ кәрәк. Мөғәллимлек – оло яуаплылыҡ, шулай бит?

–Ҡөрьәнде, динебеҙҙе өйрәнеү – фарыз ғәмәл. Артабан инде алған ғилемеңде үҙеңдә генә ҡалдырмай, башҡаларға тапшырыу, кешеләргә өйрәтеү – шулай уҡ фарыз. Уҡытыу эшен алып барыу анһат, тип әйтмәҫ инем, ә бына башлап ебәреүе тағы ла ауырыраҡ.

Мөғәллимәм янында өс йыллыҡ уҡыу программаһын тамамлағас, Ләйсән ханым миңә уҡытыу эшенә тотонорға тәҡдим итте. Белемемдең дә, әҙәбемдең дә һай булыуын аңлай инем, артыҡ ҡыйыу ҙа түгелмен! Әммә Ләйсән Илдар ҡыҙы: «Һин булдыраһың!» – тип, миңә дәрт-ышаныс өҫтәне, һәм мин башларға йөрьәт иттем. Әлеге көндә лә уҡытыусым минең һәләттәремә һәм көсөмә, үҙемә ҡарағанда, күберәк ышана. Яҡындарым да миңә ярҙам итте, ҡаршы торһалар – башлап китә алмаҫ инем.

Эйе, уҡытыу эше – ҙур яуаплылыҡ. Үҙебеҙ өҫтөндә күп эшләргә кәрәк, үҫеш, дисциплина булырға тейеш. Иң мөһиме – үҙ эшеңде яратыу. Китаптың һәр хәрефен тәжүид ҡағиҙәләре буйынса мәхрәж менән уҡырға кәрәкле-ген аңлатырға, аҙаҡ инде дәрескә килгән апай-һеңлеләремдең үҙҙә-ренән уҡытып ҡарарға яратам. Барыһын да һағынып көтөп алам, уларҙың үҫешен күреп шатланам. Мөғәллимәләр үҫеп сыҡһын уларҙан, тип теләйем.

 

– Ҡөрьән уҡыуҙың дәрәжәһе юғары, Изге Китапты уҡырға өйрәтеү − тағы ла юғарыраҡ. Ҡөрьән менән тормошоғоҙ нисек үҙгәрҙе?

– Аллаһу Тәғәләнең Китабын уҡый белеү – оло ниғмәт! Был бүләк һәр кемгә лә бирелмәй, бирелде икән – ошо һәләтте һаҡларға кәрәк. Иртәмде Ҡөрьән менән башлап ебәрһәм, бар эштәрем уңышлы тамамлана, көнөм бәрәкәтле үтә. Ваҡытты ла бит Аллаһ бирә, Уның Һүҙенә ваҡыт бүләһең икән, тормошоңда бәрәкәт арта. Әлхәмдүлилләһи шөкөр, өйөбөҙҙә көн дә Ҡөрьән уҡыла.

Шул бүләгенән мәхрүм итмәһен!

 

– Ҡөрьәнде тәжүид ҡағиҙәһе менән уҡырға өйрәнеү еңел түгел. Был ғилемде үҙләштерер өсөн нимәләр мотлаҡ? Шөғөлләнеп тә телебеҙгә хас булмаған өндәр килеп сыҡмаһа, нишләргә?

– Тәжүид ҡағиҙәләре, мәхрәж (хәрефтең (өндөң) яһалыу урыны) еңел генә бирелмәй. Ҡөрьән бит ябай китап түгел, иң мөһиме – тырышлыҡ кәрәк.

Бөтә ҡағиҙәләрҙе иҫтә ҡал-дырыуҙың иң яҡшы ысулы – башҡаларҙы өйрәтеү. Был, һеҙгә бөгөндән үк уҡыта башларға, тигәнде аңлатмай, юҡ, яҡындарығыҙҙан башлағыҙ: балаларығыҙҙы, ейән-дәрегеҙҙе, тормош иптәшегеҙҙе, ата-әсәйегеҙҙе өйрәтегеҙ. Йә дәрестән ҡайтып, бөгөн үткән темаларҙы ғаиләгеҙгә һөйләгеҙ.

Бөтөн ғилем – Аллаһу Тәғәләнән. Ныҡ тырышып та, өндәр сыҡмай икән – иң тәүҙә доға ҡылырға кәрәк, бигерәк тә доғалар ҡабул булған ваҡыттарҙа. Һәм салауат әйтеп тә һорағыҙ.

Белем алғанда, тағы ла телеңде, тәнеңде, йөрәгеңде таҙартыу өҫтөндә эшләргә кәрәк. Әгәр ҙә ашаған ризығыбыҙ хәләл булмаһа, телебеҙҙә әр-битәр һүҙҙәре генә булһа, дөрөҫ өндәр нисек сыҡһын икән ул?

Ризығыбыҙ ҙа хәләл, аш-һыу әҙерләгәндә, үҙебеҙ тәһәрәтле булырға тейеш, бисмилла әйтеп, салауаттар уҡып бешерергә кәрәк. Телебеҙҙе, ҡолаҡтарыбыҙҙы, бар ағзаларыбыҙҙы хәрәмдән һаҡлайыҡ. Ҡөрьән уҡыу һәр кемгә лә бирелмәй, уҡырға өйрәндегеҙ икән, алған белемдең бәрәкәтен юғалтмағыҙ, күҙ ҡараһылай һаҡлағыҙ.

 

– Белеүебеҙсә, һәр сүрә оло фазиләткә эйә, шулаймы?

– Эйе, шулай! Ҡөрьәндең иң тәүге сүрәһе «Фәтиха»ны ғына алғанда ла, ул иң бөйөк сүрә һанала. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйтте: «Фәтиха» сүрәһе – бөтә ауырыуҙарҙан дауа ул». «Бәҡара» сүрәһе мөлкәтебеҙҙе шайтандан һаҡлап тора. «Йәсин» – Ҡөрьәнебеҙҙең йөрәге булып тора. «Мүлк» – ҡәбер ғазаптарынан һаҡлай. «Ихлас», «Фәләҡ», «Нәс» беҙгә күҙ тейеүҙән, сихырҙан ҡалҡан булып тора.

 

– Ни өсөн «Әл-Кәһф» сүрәһен һәр йома һайын уҡыу сауаплы?

– Йома һайын «Кәһф» («Мәмерйә») сүрәһен уҡыу – бик бәрәкәтле ғәмәл. «Әл-Кәһф» сүрәһе исламда айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә. Сахих хәҙис буйынса, Мөхәммәд Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Кем йома көнө «Кәһф» сүрәһен уҡый, был уға ике йома араһында нур булыр», – тип әйтеп ҡалдырған. Хәҙистә әйтелгәнсә, йома көнөндә «Әл-Кәһф» сүрәһен уҡыған кеше киләһе йомаға тиклем яҡтылыҡ менән яҡтыртыласаҡ. «Әл-Кәһф» сүрәһендә Ҡиәмәт көнөнөң билдәләре, шул иҫәптән Дәжжәлдең килеүе тураһында хикәйәттәр бар. Йома һайын ошо сүрәне уҡыу – беҙҙең өсөн Дәжжәл менән бәйле һынауҙарҙан һаҡланыу сараһы. Аллаһу Тәғәләнең мәрхәмәтен һәм гонаһтарыбыҙҙы ғәфү итеүен өмөт итеү динебеҙҙең айырылғыһыҙ бер өлөшө булып тора. Шулай уҡ был сөннәт ғәмәл гонаһтарыбыҙҙан таҙарынырға мөмкинлек бирә. Йома көнөндә ошо сүрәне уҡып, мосолмандар Аллаһтан бәрәкәт алырға тырыша, шул уҡ ваҡытта рухи үҫешкә һәм именлеккә ынтыла.

 

– Элек һеҙ башлыса мәсеттә уҡытһағыҙ, хәҙер тулыһынса онлайн форматҡа күсеп, дәрестәр бирәһегеҙ. Ошо ике ысулдың ҡайһыһы һөҙөмтәлерәк?

– Ике ысул да һөҙөмтәле. Онлайн дәрестәр ҙә, мәсеткә йөрөп уҡыу ҙа үҙ һөҙөмтәһен бирә. Мәсеткә йөрөп уҡыуҙың файҙаһы ҙур. Мәсеткә килһәң, рухың нығына, ниәттәрең көсәйә. Күҙгә-күҙ ҡарап аралашыу яратҡан уҡыусыларыбыҙға этәргес булып тора, дисциплиналарын арттыра. Бигерәк тә оло йәштәге апай-инәйҙәребеҙгә йәнле аралашыу мөһим. Онлайн дәрестәргә килгәндә, беҙ унда бер урын, бер ҡала менән генә сикләнмәйбеҙ, бында донъяның төрлө тарафынан, төрлө ҡитғаһынан тоташырға мөмкин. Шулай уҡ юлға ваҡыт, аҡса сарыф ителмәй. Был айырыуса йәш балалар менән өйҙә ултырған әсәйҙәр өсөн унайлы. Ә бит күп осраҡта йәш ҡатын-ҡыҙға балаларын, донъяһын ҡалдырып сығып китеүе еңел түгел! Ауырыған хәлдә лә, һауа торошо боҙолоп торған мәлдә лә дәрестәр өҙөлмәй. Хәҙерге көндә дәрестәрҙе онлайн уҡытыу минең өсөн бик уңайлы кеүек, мөғәллимә үҙе өйөңә килеп уҡытып киткән кеүек була.

Һүҙемде хәҙис менән тамамлағым килә: «Әгәр ҙә кемдер белем алыу ниәте менән юлға сыҡһа, уны Аллаһу Тәғәлә Йәннәттең бер юлынан юлландыра. Ғилем алырға ынтылған кеше менән ҡәнәғәт булып, фәрештәләр уның өҫтөндә ҡанаттарын йәйә». Пәйғәмбәрҙең (Аллаһтың Уға сәләме һәм бәрәкәте булһын) был һүҙҙәре ғилем артынан сыҡҡан кешенең бөйөклөгөн, дәрәжәһен һәм юғарылығын күрһәтә һәм һәр беребеҙҙе бөтә ғүмеребеҙ буйына белем алырға дәртләндереп тора.

 

Светлана Ғәлиуллина әңгәмә ҡорҙо

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


Оҙаҡ йәшәү серҙәре

Окинава Япон утрауында йәшәүселәрҙең уртаса ғүмер оҙонлоғо ҡатын-ҡыҙҙар араһында 92, ир-егеттәр араһында 88 йәш. Бының сере куркума (һинд зәғферәне) нигеҙендә әҙерләнгән эсемлектәр ҡулланыуҙа, тигән фекерҙә ғалимдар. Эсемлекте даими ҡулланыу онкология сирҙәрен кәметә, инсульт, инфаркт осраҡтарын...


Ни өсөн Мөхәммәд Пәйғәмбәрҙе ﷺ яратырға кәрәк?

14 августа Рәбиғел айы башлана. Уны Мәүлит айы тип тә йөрөтәләр, йәғни, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ ошо айҙың 12-се көнөндә, дүшәмбелә, сәхәр ваҡытында донъяға килә. Күркәм ай алдынан һәр беребеҙҙең йөрәгендә йәшәгән оло мөхәббәт тураһында һөйләшеп алайыҡ.   Пәйғәмбәребеҙҙе ﷺ яратыуы-быҙҙың...


Шайтан яҙмалары

Йоҡлай бир   Роя иртәгә математиканан им-тихан бирергә бара. Шуға ла ул бөгөн баш күтәрмәй әҙерләнергә тейеш ине, ә мин уға ҡамасауланым. Һа-һа-һа! Бөгөн иртән әсәһе телефондан шылтыратҡанда ла, уға торорға ирек бирмәнем. Ҡолағына: «Роя! Әле үк уҡып ыҙаланма! Кискә тиклем ваҡыт күп бит...


Сәфәр айы уңышһыҙ аймы?

Сәфәр айы хәүеф-хәтәрле аймы? Ул бары тик бәхетһеҙлектәр һәм бала-ҡазалар килтерәме? Сәфәр айы башланыу менән барлыҡ мөһим сараларҙан һәм сәфәрҙәрҙән баш тартырға кәрәкме? Сәфәр айында ғаилә ҡорһаң, никах бәхетһеҙ буламы? Әйҙәгеҙ әле ошо һорауҙарға һәм ышаныуҙарға дөрөҫ сығанаҡтарҙан яуап...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Донъялағы иң боронғо ҡалаларҙың береһе – Сәмәрҡәндтең иҫтәлекле урындары менән танышып сыҡҡас, изге сәфәребеҙҙе ойоштороусы диндәштәребеҙ беҙҙе Бохара яғына алып сығып китте. 255 саҡрым юлды дүрт сәғәттә уҙҙыҡ.   Сал тарихлы төйәккә аяҡ баҫҡанда, дөм ҡараңғы төн ине, шуға ҡарамаҫтан,...