Ниәт һәм ифтар доғалары

Ниәт һәм ифтар доғалары

Ниәт һәм ифтар доғалары

Ҡояш ҡалҡыуҙан ике сәғәт алда, сәхәр ашап бөтөп, фарыз ураҙаны тотоу өсөн, ошондай ниәт әйтелә:

“Нәүәйтү ән әсуумә саумә шәһри рамәдаанә минәлфәджри иләл-мәғриби хаалисан лилләәһи тәғәәлә”

Мәғәнәһе: “Аллаһу Тәғәлә өсөн, ихласлыҡ менән, таң ваҡытынан башлап, ҡояш байығанға тиклем, Рамаҙан ураҙаһын тоторға ниәт ҡылдым”

Ҡояш байып, сираттағы көндөң ураҙаһы тамамланғас, бер семтем тоҙ йәки һыу, айырыуса хөрмә емеше менән ауыҙ асыу – сөннәт.

Ауыҙ асҡандан һуң ошо доға уҡыла:

“Аллааһүммә ләкә сумтү үә бикә әәмәнтү үә ғәләйкә тәүәккәлтү үә ғәлә ризҡыйҡә әфтартү фәғфирлии йә ғаффәәрү мәә ҡаддәмтү үә мәә әххартү”.

Мәғәнәһе: “Йә АллаҺ, ошо ураҙамды мин Һинең өсөн генә тоттом, Һиңә генә иман килтерҙем. Һинең ризығың менән ауыҙ асам. Әй, гонаһтарҙы ғәфү итеүсе Аллаһ! Инде минең әүәлге гонаһтарымды ла, һуңғы гонаһтарымды ла ярлыҡа”.

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...


Ҡыҙым йәнһүрәттәргә ныҡ мыуығып китте

Һуңғы ваҡытта балам сит ил йәнһүрәттәрен һәм сериалдарын даими рәүештә ҡарай. Геройҙарына телмәрендә, кейем стилендә, ҡыҙыҡһыныуҙарында оҡшарға тырыша. Ә ундағы өҫтөнлөктәр беҙҙең ғаиләлә һәм йәмғиәттә ҡабул ителгәндәрҙән айырыла. Ҡыҙымдың әле үҫмер генә булыуы мине борсой. Нимә...


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әгәр ҙә мин, әйтәйек, йәмәғәт менән уҡылған төнгө (йәстү) намаҙының дүртенсе рәҡәғәтендә генә килеп ҡушылһам, ғибәҙәтем ҡабул булһын өсөн, тағы ла нисә рәҡәғәт уҡып сығырға тейешмен мин? Һәм нисә тапҡыр тәшәһһүд (Әт-Тәхиәтте) уҡырға кәрәк? Мәсбүк – йәмәғәт намаҙына бер йәки бер нисә...


Даниялдың үлеме тураһында

Ғүмәр ибне Хаттаб хәлифлек иткән осорҙа Әбү Муса әл-Әшғәриҙең ғәскәре Сус ҡалаһын ала. Батша һарайының бикле торған бер бүлмәһен асҡас, улар унда таш саркофагты (табутты) һәм уның эсендә алтын еп менән нағышланған кәфенгә төрөлгән ғәләмәт оҙон кәүҙәле мәйет ятҡанын күрәләр....