“Ләә иләһә илләЛлаһты өләсәйем телдән төшөрмәҫкә ҡушты...”
Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта республикабыҙҙа билдәле шәхес Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нәсимә Тимерова. Нурлы йөҙлө, ғәжәйеп ихлас күңелле моң эйәһенең һәр сығышы – дәғүәт, сөнки ул сәхнә түренә яулыҡ ябынған килеш күтәрелә...
– Нәсимә ханым, Һеҙ ниндәй мөхиттә тыуып үҫтегеҙ?
– Мин Баймаҡ районы Әмин ауылында донъяға килгәнмен. Тыуып үҫкән өйөмдөң нигеҙендә, иң баштан Аллаһу Тәғәләнең яратҡан ғына ҡолдары олатайым Фәтхулла хәлфә менән өләсәйем Фатима абыстай йәшәгән. Был хаҡта Марс Санъяровтың "Әминем – тыуған ерем" исемле китабында ошондай мәғлүмәт бар:
"1912 йылдарҙа Муллаҡай ауылындағы Ғабдулла Сәиди мәҙрәсәһен тамамлап, шул уҡ Муллаҡайҙа олатайым Фәтхулла өлкән хәлфә булараҡ балалар уҡытырға ҡалдырыла. Әмин ауылында ғилемле мулла булыуын теләгән халыҡ, олатайым Фәтхулла хәлфәне Әмин ауылына күсеп килеүен һорап, бер нисә мәртәбә Ғабдулла ишан Саидигә мөрәжәғәт итәләр. Ләкин ишан эштең рәтен белгән хәлфәһен ебәргеһе килмәй. Һуңынан ауыл халҡы, хәленә күрә, мәҙрәсә мәнфәғәтенә булыр тип, аҡса йыялар ҙа, һатып алғандай итеп, олатайым Фәтхулла хәлфәгә өй һалып индерәләр”.
Атайым, олатайым Фәтхулла менән өләсәйем Фатиманың иң кесе улдары була. Шулай, итеп ҡәҙерле атайыбыҙ Морат менән ҡәҙерле әсәйебеҙ Ишбикә ошо хәйерле, бәрәкәтле нигеҙҙә бергә 52 йыл ғүмер итәләр (йәндәре йәннәттә булһын!) һәм ете балаға (биш малай, ике ҡыҙ) ғүмер бирәләр. Аллаға шөкөр, бөгөнгө көндә барыбыҙ ҙа иҫәнбеҙ, күбебеҙ − дин юлында. "Ояһында – ни күрһә, осҡанында – шул булыр", – тигән мәҡәлдәгеләй, мин йыр-моң һөйгән ҙур ғаиләлә үҫтем. Атайым матур бейене, өҙҙөрөп гармунда уйнаны. Әсәйемдең дә тауышы бик моңло булды, әммә ул үтә баҫалҡы кеше ине, хатта ҡысҡырып көлөүҙе лә әҙәпһеҙлек һананы. Һәр ваҡыт үҙ алдына ғына көйләп йөрөр булды. Кистәрен ете бала алмаш-тилмәш концерт ҡуябыҙ, “Сәхнәлә Нәсимә йырлай!” – тип иғлан итәм дә йыр һуҙам. Шулай итеп, йырсы булып китеүем тәрбиәнән килгәндер, тим. Ә шулай ҙа, беҙҙең үҫмер ваҡыт Совет власының 60-90-сы йылдарында, динебеҙгә кире ҡараш әле бөтмәгән, ҡаршылыҡтар һаман да тыуып торған дәүерендә уҙһа ла, өйөбөҙҙә һәр саҡ Аллаһу Тәғәләнең барлығын белеп, уға инанып, уның ҡушҡандарын эшләп, тыйғандарынан тыйылып йәшәгән иманлы өләсәй, әсәй, ағай-апайҙарым булды.
Өләсәйебеҙ Фатима абыстайҙы тирә-яҡта яҡшы белделәр, кешеләрҙе өшкөрөп шифалауы менән дан алған ине. Ныҡлы диндә булды, ҡулынан тәсбихе төшмәҫ ине.
Бәләкәй сағымда өләсәйем, намаҙ уҡығанда, мине үҙенең янына баҫтырып, ҡуша үҙе артынан ҡабатлатып, намаҙ уҡыта торғайны. Тәүге тапҡыр миңә 3-4 йәш тирәһе булдымы икән, "Ихлас" сүрәһен ятлатты. "Ләә иләһә илләЛлаһ", – тип әйтеп йөрөргә ҡушты.
Әсәйебеҙ ҙә ауылдың ағинәйе, абыстайы ине. Иманлы, итәғәтле, сабыр холоҡло булды. Намаҙҙарын, ураҙаларын ҡалдырманы. Өй һайын аят уҡытырға саҡыралар ине.
Ҡасандыр олатайым төҙөткән мәсетте клубҡа әйләндергәйнеләр, дин юлындағы ейәне Фирғәт хажи (бер туған ағайым) ауыл халҡын ойоштороп, клубты кире мәсеткә әйләндереп төҙөттө. Ауылыбыҙ мәсетле хәҙер, Әлхәмдүлилләһ!
Нәзифә апайыма өләсәйебеҙҙең һөйләп ҡалдырған иҫтәлектәре буйынса Фәтхулла олатайыбыҙ моңло тауышы менән Ҡөръән уҡыған саҡта, Ғабдулла ишан, күҙ теймәһен тип, тәсбихе менән уны һуғып өшкөрөп ултырыр булған. Муллаҡай мәҙрәсәһендә алған табиплыҡ белемен ул өләсәйгә лә өйрәткән, үҙе лә кешеләрҙе дауалаған. Ауырып килгән кешеләрҙе үләндәр менән дауалай, өшкөрә, йылан саҡҡан ерҙе лә арбай торған булған. "Мазы (дарыу үләне) менән тамаҡ рәнйеүенә дарыу эшләп ауырыуҙы йүнәлтә торған ине", – тип һөйләгән өләсәйем. Алдан күрә белеү һәләте лә булған. "Бөгөн ныҡ ауырыу кеше килә, балаларҙы был яҡҡа сығармағыҙ!" – тип иҫкәртә торған булған.
– Тормош иптәшегеҙ Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Тимеров менән ҡайҙа, нисек таныштығыҙ?
− Өфө сәнғәт училищеһенең 1-се курсын тамамлап,
йәйге каникулдан һуң икенсе курсҡа килгәйнек: “Һеҙҙең курсҡа бик матур йырлаған Баймаҡ егетен алғандар!” – тигән яңылыҡ еткерҙеләр. Бер көн бүлмәгә ҡайтып инһәм, ят егет ултыра. “Бында яҡташың йәшәй, тигәйнеләр. Танышып китергә булдым. Бергә уҡыясаҡбыҙ икән”, – ти. Азамат менән шулай таныштыҡ. Бер нисә көндән гармунын күтәреп килеп инде лә, башҡорт халыҡ йыры “Ильяс”тың тарихын һөйләп, йырлап ебәрҙе. Шул тиклем моңдан күңелем тулып, күҙ йәштәрен йәшерер өсөн йыуыныу бүлмәһенә йүгереп сығып киттем.
Икенсе курсты тамамлап, йәйге каникулға ҡайтҡас, Азамат Әмингә килеп төштө. Бер аҙҙан ағайҙарым, атайым эштән ҡайтып инде. “Ирәндек” бейеү ансамблендә бейегән Рәфҡәт ағайым менән Азамат таныш ине. “Әллә концерт менән килдегеҙме?” – ти ағайым. “Юҡ, бына Нәсимә янына килдем”, – булды яуап. Азамат ҡайтып киткәс, атайым: “Был егет бик телдәр күренә. Арыу кешеме икән? Беҙҙең заманда ҡыҙ йортона барыу тигән нәмә булманы. Кейәү булғас та шым ғына ултыра торғайныҡ. Күп һөйләп, аҙ эшләй торған булмағайы...” – тип шик белдерҙе. Рәфҡәт ағайым танышын яҡлап: “Мин уны күптән беләм: бик һәйбәт егет. Нәсимә уның менән хур булмаҫ!” – тигәс, тынысландылар. Шулай итеп, 1992 йылдың 21 авгусында никах уҡытып, гөрләтеп туй үткәрҙек.
− Ҡасан сәхнәгә беренсе тапҡыр яулыҡлы килеш күтәрелдегеҙ?
– Яулыҡ ябыныу – ул Аллаһу Тәғәләнең ҡушыуы менән ябынылалыр. Мин, ғөмүмән, 2018 йылдан алып, шәриғәт буйынса кейенеп, яулыҡ ябынып йөрөй башланым, сәхнәгә лә шул уҡ йылда ябынып сыҡтым. Элегерәк, шәриғәт буйынса кейенмәһәм дә, күңел талабы буйынса сәсемде косынка, шарф, ҡалпаҡ менән булһа ла ҡапларға тырыша торғайным.
– Бөгөн Һеҙ Республика халыҡ ижады үҙәге Мәҙәниәт йортоноң “Ауаз” башҡорт фольклор ансамблен етәкләйһегеҙ.
– Беҙҙең "Ауаз" башҡорт фольклор ансамбле асылыуының төп маҡсаты халҡыбыҙҙың быуаттар төпкөлөнән һаҡланып килгән ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын, йыр-бейеүҙәрен, телен һаҡлап алып ҡалыу һәм киләсәк быуынға тапшырыу. Ансамблебеҙ дини мәжлестәрҙә, байрамдарҙа ихлас ҡатнаша. Өфөлә уҙғарылған Республика Мәүлит байрамында, халҡыбыҙҙың милли батырының тыуған төйәге Салауат районы Юлай ауылында мәсет асыу тантанаһында сығыш яһаныҡ. Яңыраҡ Хижәп көнөндә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейемдәренә арналған бик йөкмәткеле сара ойошторҙоҡ.
Йыл һайын уҙғарыла килгән "Башҡорт тҽлҽнән халыҡ-ара диктант" акцияһында ла дәррәү ҡатнашабыҙ.
Изге Ураҙа айында күмәкләшеп ураҙа тотабыҙ, Ифтар ашы үткәрәбеҙ, мөнәжәттәр йырлайбыҙ, Ҡөрьән сүрәләрен уҡып доғалар ҡылабыҙ.
– Тормош иптәшегеҙҙең, балаларығыҙҙың дингә ҡарашы нисек?
– Аллаға шөкөр, бик ыңғай ҡарайҙар. Оло улыбыҙ Урал намаҙҙа, Әлхәмдулилләһ.
Бәләкәй улыбыҙ Арыҫланға 10 йәш ине. Бер ваҡыт: "Әсәй, мине намаҙ уҡырға өйрәт әле", – ти бит. Уның шулай тип өндәшеүе миңә намаҙға баҫырға сәбәпсе булды, СөбхәнАллаһ.
Тормош иптәшем Азамат, ҡәҙимге генә Ҡөрьән сүрәләрен яттан белә. Мин, Ләйсән Илдар ҡыҙы Бәхтиева ойошторған онлайн дәрестәр аша өйҙә дини белем алам. Онлайн булғас, ул дәрестәргә Азамат та ҡолаҡ һала. Уҡытыусыбыҙ әхлаҡ темаларын яҡтыртҡанда: "Бына ҡайһылай дөрөҫ әйтә!” –тип, дингә битараф булмауы менән ҡыуандыра.
Аллаһу Тәғәлә, намаҙ уҡыуҙы яратҡаныма бирермен, тигән. Барлыҡ ғаиләм, туғандарым, яҡындарым Аллаһу Тәғәләнең яратҡандарынан булып, Раббыбыҙҙың ҡушҡандарын эшләп, тыйғандарынан тыйылып йәшәй торғандарҙан булһын инде, Ин шәә Аллаһ!
– Халҡыбыҙҙа “Ҡатын-ҡыҙ – донъя тотҡаһы” тигән мәҡәл бар. Килешәһегеҙме?
– Әлбиттә килешәм. Донъя көткәндә ҡатын-ҡыҙҙың роле бик ҙур. Ул балаларына – әсәй, иренә – таяныс. Тормош усағын һәр ваҡыт йылы итеп, өйҙө йәмле, бөхтә итеп тотоу ҡатын-ҡыҙ өҫтөндә. Әгәр ҡатын-ҡыҙ диндә булһа, бигерәк яҡшы ла инде. Иманлы ҡатын һәр ваҡыт ризыҡты бисмиллаһ әйтеп, хәләл итеп әҙерләй. Ә хәләл ризыҡ аша өйгә иман нуры керә, аш-һыу мул, ризыҡ бәрәкәтле була.
– “Әс-Сәләм” гәзитен уҡыусы гүзәл заттарға ниндәй теләктәр теләр инегеҙ?
– Барыһына ла ныҡлы һаулыҡ, иман ныҡлығы, күңел тыныслығы теләйем. Йорт-илебеҙ тыныс булһын, теүәл, имен булайыҡ. Динле булайыҡ, бәхетле булайыҡ! Барыбыҙға ла ике донъя бәхеттәренә ирешергә яҙһын!