«Изгелек ҡылырға ашығайыҡ!..»

«Изгелек ҡылырға ашығайыҡ!..»

– Ҡайһы саҡта өндәшмәү ҡалыу насар?

Абдулла Айҙаров (ҡануни мөхәррир): Кешегә һәм йәмғиәткә зыян килтерә торған берәй насарлыҡ күрһәк, быға күҙ йомоп ҡалырға ярамай. Айырыуса белемле, үҙенең өлкәһендә бай тәжрибә туплаған кешегә. Сетерекле мәсьәлә һаулыҡҡа ҡағылһа, табип кеше ситтә йәшенеп-боҫоп ҡалырға тейеш түгел. Динебеҙгә ҡағылышлы һорауҙар килеп тыуа икән, ғалимдар шымып ҡалмаһын! Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, белемле кеше өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күрһә, наҙаны тик тормай, һөйләп ҡалайым, тип ауыҙ аса. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Яҡшы һүҙҙәр генә һөйлә, улай эшләй алмаһаң – өндәшмә!» – тип әйткән. Шуға ла, әгәр һинең һүҙҙәрең кешеләргә файҙа һәм яҡшылыҡ килтерә икән, өндәшмәй ҡалыу кәрәкмәҫ. Әммә белемең хаҡ булған осраҡта ғына уның файҙаһы буласаҡ. Белеме булмаған кешенең өндәшмәй ҡалыуы хәйерлерәктер.

 

 

 

 

– Яратҡан хәҙисегеҙ?

Светлана Ғәлиуллина (хәбәрсе): Хикмәт һәм аҡыл хазинаһы – хәҙистәрҙең барыһы ла күңелгә яҡын һәм ҡәҙерле, һәр береһе тормошобоҙҙо байыта, иманыбыҙҙы ҡеүәтләй. Әлбиттә, хәҙис-шәрифтәр араһында иң яратҡаным да бар: «Имандашыңдың үтенесен бойомға ашырыу өсөн тырышлыҡ һалыу − мәсетемдә ике йыл дауамында иғтиҡафта булып, ғибәҙәт ҡылыуҙан хәйерлерәк». Мәғлүм булыуынса, Мәҙинә-Мөнәүәрәлә урынлашҡан мөбәрәк Ән-Нәбәүи мәсетендәге бер намаҙ башҡа мәсеттәрҙәге (Мәккәләге «Әл-Хәрәм» һәм Бәйт әл-Мөҡәддәстәге «Әл-Аҡса»нан тыш) ҡылынған мең ғибәҙәткә торошло. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ мәсетендә ике йыл дауамындағы иғтиҡафты күҙ алдына килтереүе лә ауыр, бындағы ғибәҙәт өсөн кешегә һанап бөтөргөһөҙ, биниһая әжер-сауаптар яуа Аллаһтан! Иҫ китмәле бит! Кешенең ябай ғына, кескәй генә йомошон үтәргә ихласлыҡ белдереп, ярҙамға мохтаж кешене ҡыуандырып, күңелен күтәреп кенә ҡалмайбыҙ, үҙебеҙгә яҡшыға үҙгәрер һәм бәхетле булыр өсөн сәбәп ҡылабыҙ. Бер нигә лә ваҡыт етмәгән, ваҡыт ҡыҫҡарған, тарайған заманда йәшәгән бөтәбеҙ өсөн дә ныҡ әһәмиәтле был хәҙис. Яҡшылыҡ эшләп ҡалайым, тигән күңелгә ул ҙур өмөт бирә, сикһеҙ бәхетле итә! Изгелек ҡылырға ашығайыҡсы, ҡәҙерлеләрем!

 

 

 

 

– Шөкөр итеп йәшәргә өйрәнеп буламы?

Ләйсән Бәхтиева (хәбәрсе): Аллаһу Тәғәләгә рәхмәтле булып йәшәргә өйрәнеү өсөн беҙгә Уның мәрхәмәтен бөтә тулылығында аңларға тырышыу, шуның өҫтөндә туҡтауһыҙ эшләү мөһим. Был һәр көндөң, һәр һулышыбыҙҙың, йәшәүебеҙҙең ҡәҙерен төшөнөүҙән башлана. Һау-сәләмәт, имен булыуыбыҙ өсөн дә, үҫергә ярҙам иткән мөмкинлектәр өсөн дә һәм хатта һынауҙар өсөн дә һәр ваҡыт рәхмәт белдерәйек! Доғала булыу, фекерләү ҡеүәһе һәм тормошто ысын күңелдән ҡабул итеүебеҙ беҙгә Аллаһтың барлығын тойорға ярҙам итәсәк.

Ҡөрьәндә шөкөр итеүҙең оло фазиләттәрен асып биргән бер нисә аят бар. Мәҫәлән: «Әгәр һеҙ рәхмәтле булһағыҙ, Мин һеҙгә, һис шикһеҙ, тағы ла арттырырмын» («Ибраһим» сүрәһе, 7-се аят).

Шулай уҡ «Ән-Нәхл» сүрәһендә (16:18) былай тип әйтелә: «Әгәр шөкөр итһәгеҙ, шөкөр итеүегеҙҙе арттырырмын. Әгәр шөкөр итмәһәгеҙ, Минең ғазаптарым бик ҡаты булыр».

Был һүҙҙәр рәхмәтле булыуҙың мөһим булыуын һәм был сифат аша рухи дәрәжәләргә ирешеү мөмкинлеген күрһәтә.

Рәхмәт – ҡоро һүҙ генә түгел, ә йәшәүгә мөнәсәбәтебеҙ, Аллаһу Тәғәләнең биргәненә, ниғмәттәренә иғтибарлы булыуыбыҙ.

 

 

 

 

– Һәр көндө нимәләр хәйерле итә?

Гөлзәминә Кәримова (хәбәрсе): Яҡшы-яман, файҙалы һәм зарарлы нәмәләрҙең бөтәһе лә Аллаһ ихтыяры менән бар ителгән. Ләкин эштәрҙең хәйерлеһе менән ул риза, яманына ризалығы юҡ, тип өйрәтә динебеҙ. Ысынлап та, Аллаһты танып, ғүмер буйы әҙәп, әхлаҡ сиктәрендә йәшәргә тырышыу – бәндә өсөн ауыр хеҙмәт. Үҙеңде тәрбиәләү, ярай-ярамай, хәләл-хәрәм, гонаһ-сауап – бөтәһе лә ихтыяр көсө, иман ныҡлығы талап итә. Динһеҙлектең генә юлы анһат. Аҡты ҡаранан айыра алыр өсөн бәндәгә аҡыл, ғилем байлығы, уйлай белеү һәләте бирелгән. Көнөң хәйерле үтһен тиһәң, һәр атҡан таңды һөйөнөс менән, рәхмәт доғалары менән ҡаршы ал. Үҙеңдең эске донъяңды, уй-фекерҙәреңде ыңғай яҡҡа көйлә. Эстәге торош, һис шикһеҙ, тышта, һине уратҡан мөхиттә сағылыш табасаҡ. Иҫәпле генә ғүмерҙе, ваҡытыңды әрәм-шәрәм итеп, бушҡа үткәрмәҫ өсөн көнөңдө тик файҙалы шөғөл менән тулыландырырға кәрәктер. Аллаһу Тәғәлә ризалығын өмөт итеп, ғибәҙәт ҡылыу һәм ғилем алыу, ғаиләлә хеҙмәт, балалар тәрбиләү, туғандарың, ҡәрҙәштәрең, күрше-күлән менән яҡшы мөнәсәбәт, тел, күҙ, ҡолаҡ гонаһтарынан һаҡланыу, мохтаж, бәләгә тарығандарға доға, саҙаҡа, йылмайыу – һәммәһе лә изге ғәмәл. Бары тик ниәтең дөрөҫ, әҙәбең күркәм булһын. Яҡшы холоҡлоноң иманы ла яҡшы. «Хәрәкәт итегеҙ, тырышлыҡ һалығыҙ. Тырышлыҡ тәҡдирҙә яҙылғандың яҡшыһына барыу юлын еңеләйтәсәк», – тигән Пәйғәмбәребеҙ ﷺ.

 

 

 

 

– Мосолман һәр урында файҙалы булырға тырышырға тейеш. Йәмғиәт өсөн беҙ ниндәй файҙа килтерә алабыҙ бөгөн?

Зөбәржәт Утарбаева (хәбәрсе): Ысынлап та, мосолман кешеһе йәмғиәттә барыһы өсөн дә ниндәйҙер кимәлдә өлгө булып тора. Уның һәр әйткән һүҙе, эшләгән эштәре күҙ алдында. Күптәр, уға ҡарап, башҡа мосолмандар хаҡында фекер йөрөтә. Шуның өсөн дә мосолман кешеһендә файҙанан, яҡшынан башҡаның булмауы – тәбиғи күренеш.

Йәмғиәттә ысын мосолман кешеһе тәрбиәле, хоҡуҡ боҙоуҙан алыҫ, эшендә – яуаплы, ғаиләһендә – ышаныслы, тоғро кеше.

Йәмғиәткә беҙ шөғөлөбөҙ, башҡарған эштәребеҙ, яңы проекттарыбыҙ менән файҙа килтерә алабыҙ.

Шулай уҡ ныҡлы, татыу ғаиләләр ҙә йәмғиәттең көс-ҡеүәтен арттыра. Тәрбиәле, күркәм холоҡло, маҡсатлы балалар үҫтереп, беҙ йәмғиәтебеҙҙең киләсәген хәстәрләйбеҙ, ҙур эштәр атҡарабыҙ.

 

«Әс-сәләм» гәзитенең татыу коллективына ихлас яуаптары өсөн ҙур рәхмәт. Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр йөрәккә етә! Беҙҙе артабан да бай йөкмәткеле, фәһемле мәҡәләләрегеҙ менән ҡыуандырып тороғоҙ!

 

 

Светлана Әбсәләмова әңгәмә ҡорҙо

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


Ике бөйөк шәхес дуҫлығы

Аҡмулла, ҡайҙарҙа ғына йөрөһә лә, тыуған яҡтарын һағына.   1872 йылдың көҙөндә Мифтахетдиндың тыуған ауылына ҡайтыуын яҡташтары, быуындан-быуынға күсереп, әле лә һөйләйҙәр. Тыуған ауылы эргәһендәге шишмә янында йөрәген ярып сыҡҡан тәрән һүҙле шиғырҙарын ҡағыҙға төшөрә.   Аңлауыбыҙса,...


Мал тотоу – ҡот тотоу

(йәки әсәйемдең ауылдаш ҡатындың күҙһенгән һыйырын миңә нисек тәрбиәләргә өйрәтергә тырышыуы)   Электән һәр оҫта үҙ һөнәрен өйрәнсеккә ҡалдырған. Нәҫелдән килгән оҫталыҡмы, ҡайҙалыр, йә кемдәндер өйрәнгәнһеңме – мөһим түгел. Эшеңде дауам итеүсе үҙ һөйәгең булһа, тағы ла яҡшылыр...


Сабир хәҙрәт

2005 йылдың яҙ башы. Башҡортостан телевидениеһынан Ғафури районы Сәйетбаба ауылында төшөрөләсәк «Ҡуласа» тапшырыуы тураһында хәбәр килгәс, тыуған ауылыма юлландым. «Ҡуласа» тапшырыуының авторы һәм алып барыусыһы Әлфиә Сәлимйән ҡыҙы Батталова тапшырыуҙың темаһын һәм маҡсатын...


Рамаҙан килде

Хатта ҡояш та йылмайҙы, Күңелгә шатлыҡ тулды. Һөйөнәйек, эй ҡәрҙәштәр, Рамаҙан айы килде!   Дуҫтар, беҙ сәхәр торайыҡ, Ҡөрьән хәтем ҡылайыҡ, Шайтандарҙы беҙ ҡыуайыҡ, Рамаҙан айы килде!   Ғәфләт ваҡыты түгел ул, Нәфрәт айы түгел ул. Аллаһ рәхмәтен яуҙырған Рамаҙан айы...


Китә алмайым...

  Пакистандан бер ғалим нурлы Мәҙинә ҡалаһына Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ мәсетенә, уның ҡәберенә зыярат ҡылырға килә.   Бер көн ул ҡунаҡхана алдындағы майҙансыҡҡа, ҡоштарҙы ашатырға тип, икмәк валсыҡтары алып сыға. Күпмелер ваҡыттан ул ҡоштарға тип һалынған валсыҡтарҙы йыйып алып ашаған бәләкәй...