“Үҙ һөнәремде бик яратам!..”
“Үҙ һөнәремде бик яратам!..”

Дауаханалар юлын бик тапай торған кеше булмаһам да, йәш үҙенекен итә икән, иллене артылғас, әле ул, әле был ағза үҙенең ҡайҙалығын һиҙҙерә башланы. “Пәйғәмбәребеҙ ﷺ медицинаһы буйынса дауалайҙар, хәләл ризыҡ ҡына ашаталар,” – тигәнде ишетеп, алыҫ булһа ла Махачкалаға Дағстан Республикаһы мөфтөйө Әхмәт хажи Абдулаев тарафынан ойошторолған 3-сө ҡала клиник дауаханаһы эргәһендәге Детокс-үҙәккә юлландым. Күпмелер юл хаҡы, дауаланыу өсөн бер аҙ аҡса сарыф ителһә лә, һис тә үкенмәнем. Ысынлап та, саф мосолман мөхитенә барып эләктем. Үҙәктә намаҙ уҡыр өсөн ике мәсет, ике ашхана: береһе – ирҙәр, икенсеһе ҡатын-ҡыҙҙар өсөн тәғәйен. Яулыҡ ябынған, фәрештәләй нурлы табиптар һәм шәфҡәт туташтары. Улар араһында үҙебеҙҙең яҡташыбыҙ, Башҡортостан ҡыҙы Мәрйәм Хәйруллинаны ла осратҡас, күңелем тағы ла күтәрелеп китте.
Тора-бара йомшаҡ ҡуллы, матур күңелле шәфҡәт туташы менән яҡындан аралашыр өсөн, һәр массаж сеансын көтөп ла башланым. Алсаҡ кеше менән һөйләшер һүҙҙәр табылып ҡына торҙо: уның үҙе тураһында ла, Детокс-үҙәктең эшмәкәрлеге тураһында ла әңгәмә ҡороп өлгөрҙөк.
– Мәрйәм ханым, тау илендә күптән йәшәйһегеҙме? Тыуған Башҡортостаныбыҙ һағындырмаймы?
– Һигеҙ йыл булып киткән икән. Өйрәнелде инде хәҙер. Баламдың ғаиләһенә яҡыныраҡ булыу теләге алып килде мине был яҡтарға. Табиптар ҙа климатты үҙгәртергә кәңәш иткәйне. Улым менән киленемә, ейәндәрем Сәүиә, Шәйҙулла, Шәмсетдингә терәк булырға тырышып йәшәп ятҡан көнөм. Башҡортостаныбыҙ, әлбиттә, һағындыра. Тыуған яҡ бит ул! Үҙем Туймазы районының Бишҡурай ауылы ҡыҙы. Туймазы ҡалаһында медицина училищеһын тамамлағас, курстан ике генә кешене Өфө дауаханаларына эшкә ебәрергә һайлап алғайнылар. Шуларҙың береһе мин инем. Йәш саҡ, медицина институтында уҡырға хыялланһам да, тыуған ауылыма ҡайттым, артабан Бүздәк ҡасабаһында ла шәфҡәт туташы булып хеҙмәт юлын үттем. Үҙ һөнәремде бик яратам! Ҡайҙа эшләһәм дә, күңел биреп эшләнем. Әле булһа, Башҡортостандағы пациенттарым ҡайтҡанымды көтөп кенә тора. Кемдер массаж яһатырға килә, кемдер хиджама эшләтә, кемдер һөлөк һалдыра, кемдер Изге Ҡөрьән сүрәләрен уҡып, өшкөрөүемде теләй.
– Ҡулдарығыҙҙың, ысынлап та, име бар, күрәһең? Уларҙан тәнгә рәхәтлек биргән эҫелек килә.
– Шулай тигән булалар шул. Дүрт тапҡыр клиник үлем үткәрҙем. Үҙемдең иҫһеҙ тәнем эргәһендә мәж килгән табиптарҙы өҫтән күҙәткән саҡтарым булды. Бер мәлде шулай, Бүздәк районы дауаханаһында эшләп йөрөгән сағымда, ҡапыл хәлем насарая башланы. Эргәләге табип: “Минең дежурство уҙғансы түҙ инде, йәме”, – ти. Түҙҙем. Уны алмаштырған табип та ҡайҙалыр китеп олаҡты. Инде яҡты донъя менән хушлашам икән, тип уйлап бөткәйнем. Ә бит миңә ни бары утыҙ ғына йәш! Ни хикмәт, шул саҡ эргәмдә Лилиә Әмирйән ҡыҙы Фәйзуллина пәйҙә булды. “Йәһәт кенә операцияға әҙерләгеҙ!” – тине тәжрибәле табип. – Тиҙерәк! Мөмкин тиклем тиҙерәк!”
Уға мең рәхмәтлемен! Оҙон ғүмерен һәм һаулығын бирһен Раббым.
Үҙемдең дә шундай киҫкен осраҡтарҙа тиҙ генә ярҙам ҡулы һуҙған мәлдәрем күп булды.
Беҙҙең Детокс-үҙәктә дауаланырға ҡайһы яҡтарҙан ғына килмәйҙәр! Төрлө милләт кешеләре. Барыһына ла тигеҙ ҡарайым. Күрше Чечен, Ингуш республикаларында ла йыш булырға тура килә. Үҙҙәре килеп алалар.
– Дауаханалағы башҡа медицина хеҙмәткәрҙәре кеүек һеҙ ҙә аҡ яулыҡта. Моғайын, бәләкәйҙән дини мөхиттә тәрбиәләнгәнһегеҙҙер?
– Әҙәп, тәртип төшөнсәләре беренсе урында торған ғаиләлә тәрбиәләндем. Өйҙә ир-аттың абруйы шул тиклем ҙур булды. Әсәйем: “Атайың ни әйтер?” – тип кенә тора ине. Атайҙы, ағайҙарҙы тыңламау – башҡа һыймаҫлыҡ тәрбиәһеҙлек билдәһе беҙҙең өсөн. Бәләкәйҙән, ни эшләптер, ҡыҫҡа итәкле күлдәктәрҙе яратманым. Әсәйем ҡыҫҡаны кейҙерһә, соланға инеп, йәшенеп кенә оҙон итәкле күлдәгемде кейә һалып, урамға сғып китер инем. Хатта асыҡ иҙеүле пальто алып бирһәләр, түш тирәһе ҡаплаулы булһын өсөн, өҫтәмә төймә тағып ала торғайным.
Дин юлына ылығыуыма атай-әсәйемдән бигерәк Замир ағайымдың йоғонтоһо ҙур булғандыр. Нефть инститында уҡып йөрөгән сағы. Каникулында ниндәйҙер төҙөлөш бригадаһында аҡса эшләп алырға булды. Шунан ҡайтҡас, Баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдиндың юлламаһы буйынса Бохара мәҙрәсәһенә уҡырға китте. Хажға барып ҡайтты. Ағайымдың һәр һүҙен йотлоғоп тыңлайым. Минең дә уның кеүек Хажға барғым килә. Ошо хыялым өс тиҫтә йыл үткәс тормошҡа ашты. Былтыр улымдың ярҙамы менән, әлхәмдүлиләһ, хаж ғәмәлен үтәп ҡайттым.
Ҡәҙерле ағайым Замир хәҙрәт Хәйруллин бөгөнгө көндә абруйлы дин әһеле, Өфө мәсеттәренең береһендә имам-хатип вазифаһын үтәй.
– Детокс-үҙәктә хеҙмәт итеүегеҙ менән бәхетлеһегеҙме?
– Әлбиттә! Барса коллегаларым да был дауаханала эшләүҙе Аллаһу Тәғәләнең оло рәхмәте итеп ҡабул итә. Уларҙың һәр береһе пациенттарға итәғәтле, иғтибарлы. Үҙ ваҡыттары менән иҫәпләшмәй, кәрәк икән ял көндәрендә лә сығып, ауырыуҙарға консультациялар үткәрә. Барса хеҙмәткәрҙәр дин ҡәрҙәштәре өсөн уңайлы шарттар булдырырға тырыша. Үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, иркен ғибәҙәт бүлмәләре, тап-таҙа тәһәрәтханалар, күп төрлө тренажерҙары булған спорт залы, кәштәләргә дини китаптар теҙелгән ял бүмәләре. Унан һуң, йәнең теләгән дауалау ысулын һайларға мөмкин: массаж, магнит терапияһы, электр тогы, энә ҡаҙау, шифалы батҡаҡ, менән дауалау, ҡоро углекислый газ ванналары, дарыу үләндәре менән дымландырылған мискә (фитобочка) һәм башҡалар. Детокс-үҙәктә ике тиҫтәгә яҡын төрлө һауыҡтырыу процедуралары тәҡдим ителә. Бында бит хатта кулерҙағы һыуҙар ҙа ябай түгел, шифалы сығанаҡтарҙан килтерелгән. Уларға зәм-зәм һыуы ҡушылып, өшкөрөлгән.
– Күп кеше Детокс-үҙәккә организмын таҙалап алыу ниәте менән килә, шулаймы?
– Шулай. Үҙ эшенең оҫтаһы, фитотерапевт Хәбиб Мөхтәр улы Магомедов тарафынан ашҡаҙан-эсәк, бауыр, бөйөр, ҡан юлдарын таҙартыу буйынса дөйөм бер система булдырылған. Шуға ярашлы пациенттар көнөнә бер тапҡыр ғына (кискеһен) ризыҡ ҡабул итә. Көн дауамында улар һәр төрлө үҫемлектәр төнәтмәһе, төрлө шифалы һуттар, файҙалы эсемлектәр, тәлбинә бутҡаһы, кефир менән генә туҡлана. Һөҙөмтәлә, ауырыуҙар төрлө токсиндарҙан, шлактан, ә иң күңеллеһе, артыҡ ауырлыҡтан ҡотола.
– Яҡынса пациенттар нисә килограмм ауырлыҡ юғалта?
– Төрлөсә була. Бер-ике килограмға ғына кәмегәндәр ҙә бар, 12 килограмм ташлағандар ҙа бар. Кешенең үҙенән тора. Аҙ хәрәкәтләнгән, күберәк ятып, ултырып торорға яратҡан пациенттар, әлбиттә, ныҡ ябыға алмай. Иртәле-кисле уҙғарылған физкультура күнекмәләрен ҡалдырмаған, тренажерҙар залына, һәр төрлө процедураларға әүҙем йөрөгәндәр күберәк ташлай. Һәр хәлдә, ғәҙәттә, барыһы ла тәнебеҙҙә әйтеп аңлата алмаҫлыҡ еңеллек тоябыҙ, бында тағы ла мотлаҡ киләсәкбеҙ, тип хушлаша. Ғәмәлдә, табип күҙәтеүе аҫтында йылына бер йәки ике тапҡыр организмды ошо рәүешле таҙалап алыу бик ыңғай һөҙөмтәләр бирә.
– “Һаулыҡ – ҙур байлыҡ”, – ти халыҡ мәҡәле. Был юҫыҡта “Әс-Сәләм” гәзитен уҡыусыларға нндәй кәңәштәр берер инегеҙ?
– Дин ҡәрҙәштәрем үҙ һаулығына иғтибарлы булһындар ине. Тән сәләмәт булһа, йәнгә лә рәхәт. Раббыбыҙға ғибәҙәт ҡылырға, изге эштәр эшләргә көс һәм дарман була. Кешеләрҙе дауалағанда мин гел файҙаһы тейә күрһен, пациенттарым сирҙәренән ҡотолһон, тип доға ҡылам. Барыһы ла Аллаһу Тәғәләнән килә, беҙ, һаулыҡ һағында торған табиптар – ни бары сәбәпсе генә...
– Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Мәрйәм ханым! Мең сауаплы эшегеҙҙә ҙур уңыштар юлдаш булһын!