“Был донъяла үкенмәҫлек итеп йәшәргә тырышайыҡ...”

“Был донъяла үкенмәҫлек итеп йәшәргә тырышайыҡ...”

“Был донъяла үкенмәҫлек итеп йәшәргә тырышайыҡ...”

Үҙгәртеп ҡороу заманынан һуң, 1990 йылдарҙа Рәсәйҙә дин тотоуға яңынан рөхсәт бирелгәс, әкренләп республика матбуғат биттәрендә дини темаларға мәҡәләләр күренә башланы.

 

“Йәшлек” гәзитендә Рәмилә Вахитованың, “Башҡортостан” гәзитендә Сәлмән Ярмуллиндың ислам дине тураһында мәҡәләләре донъя күрҙе. Уларҙан һуң, республикабыҙҙа тәүге дини журналистарҙың береһе – Фәнирә Фәсхетдин ҡыҙы Ғайсина булды. Айырыуса, 2004-2012 йылдарҙа “Йәшлек”, “Хилял” гәзитендә, “Аманат” журналында уның бихисап дини мәҡәләләре баҫылды. Шуға ла, 2011 йылда уға “Йәшлек” гәзитенең, ә 2014 йылда “Башҡортостан ҡыҙы” журналының лауреаты исеме бирелде. Һирәгерәк булһа ла, “Ағиҙел” журналында, “Киске Өфө” гәзиттәрендә лә уның мәҡәләләре сыҡты.

Фәнирә ханым, Өфө интеллегенцияһы вәкилдәре араһында беренселәрҙән булып яулыҡ ябынып йөрөй башланы, шулай уҡ, Республикабыҙҙа тәүге дини китаптар яҙыусыларҙың да береһе булды. Ул “Рәсемле намаҙ китабы (балалар өсөн)” (2007) “Башҡорттарҙың дини һәм мистик легенда, риүәйәттәре” (2013) китаптарының авторы. Барыһына ла киң билдәле “Башҡортостан – әүлиәләр иле” (2012, С.Килдин, С.Ярмуллин менән берлектә сығарған) китабының төҙөүсеһе һәм төп авторҙарының береһе.

Фәнирә Фәсхетдин ҡыҙы тәржемә эштәре менән дә шөғөлләнә, “Учусь намазу и тахарату” китабы башҡортсаға уның тәржемәһендә “Ғөсөл, тәһәрәт һәм намаҙға өйрәнәм” (2007) исеме аҫтында донъя күрҙе. Әйткәндәй, был китапты “Сад” нәшриәте лә, һуңынан “Сәләм” магазины ла йыл һайын меңәр-меңәр данала баҫтырып, Республикабыҙҙың барлыҡ мәсет-мәҙрәсәләренә киң таралды. Бөгөн ул намаҙ уҡырға өйрәнеүселәр өсөн иң уңайлы китап булып һанала, уны уҡып, күп милләттәштәребеҙ намаҙға баҫҡан да инде.

“Башҡортостан ҡыҙы” журналын даими уҡып барыусыларға ла Фәнирә Ғайсинаның исеме яҡшы таныш, сөнки, ул унда инде 9 йыл “Аллаһ бәрәкәте” рубрикаһын алып бара.

Фәнирә Фәсхетдин ҡыҙы гәзит-журналдарҙа ғына популяр мәҡәләләр менән сикләнмәй, ислам дине буйынса ғилми хеҙмәттәр ҙә яҙа. Ул Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре булараҡ, башҡорт әүлиәләре, шәйехтәре, дини тыйыуҙар, риүәйәттәр, дини мотивтарҙы, дини фольклорҙы өйрәнеү һәм М.Аҡмулла, З.Рәсүлев кеүек шәхестәр тураһында байтаҡ ғилми мәҡәләләр яҙып, конференцияларҙа сығыш яһаны.

Ошо көндәрҙә 50 йәшлек күркәм юбилейын билдәләгән Фәнирә Фәсхетдин ҡыҙы Ғайсина менән “Ете һорау” рубрикаһында әңгәмә ҡорорға булдыҡ.

 

 

 

Хеҙмәт емештәре

 

 

 

– Фәнирә ханым, Һеҙ нисек дингә килдегеҙ?

– Мин Салауат районы Мөсәт ауылында тыуып үҫкәнмен. Беҙҙең ауыл Йүрүҙән йылғаһы буйында урынлашҡан, борон күпер булмаған, ә олатайҙарым борам (паром) тотҡан. Уларҙың өйҙәре йылға порты йәки буш ҡунаҡхана урынына булған. Ауылыбыҙ аша Себер юлы үткән, шуға хажға барыусылар, әүлиәләр, барса мосафирҙар унда туҡтап йөрөр булған. Атайым һөйләүенсә, олатайымдың өйө-урамы – әүлиәләр йыйыла торған урын, әүлиәләрҙең рухи үҙәге кеүегерәк урын ролен башҡарған. Олатайымдарға Зәйнулла ишан Рәсүлев та йыш ҡына килеп йөрөр булған. Үҙемдең Ғайса, Мөхөтдин тигән олатайҙарым әүлиә булғандар. Йәшәгән йортобоҙҙоң ихатаһында элек мәсет булған, уға беренсе нигеҙ ташын Зәйнулла ишан һалған булған. Ошолар хаҡында бала-сағымда атайым миңә һөйләй торғайны. Шуға ла мин киләсәктә дини кеше буласағымды аңлай инем. Һуңынан төш күрҙем, төшөмдә “Намаҙ уҡы!” – тинеләр. Шунан 2001 йылда намаҙ уҡырға өйрәндем.

– Дини темаға ҡасан яҙа башланығыҙ?

– Алда әйткәнемсә, бала-сағымдан киләсәктә дин тотасағымды белә инем, әммә, ул ваҡытта миңә дин өйрәткән кеше һәм дини әҙәбиәт булманы. 1990 йылдар һуңында ла әле Өфөлә дини китаптар юҡ кимәлдә ине. Магазиндар буйлап йөрөп, дини китаптарҙы махсус эҙләп табып, илай-илай уҡый инем. Шунан, дин тураһында дуҫ журналистарға һөйләһәм, улар: “Дин тураһында белгән журналистар юҡ, әйҙә һин беҙҙең гәзиткә дин тураһында мәҡәлә яҙып бир әле?” – тип һорай башланылар. Шулай, көтмәгәндә-уйламағанда, мин дини журналист булып киттем.

 

– Һеҙ Башҡортостан әүлиәләре исемлеген төҙөп, күп шәйех-ишандарҙың исемдәрен тергеҙеүгә өлгәштегеҙ. Был эшкә тотонорға нисек йөрьәт иттегеҙ?

Мин 1997 йылда Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына эшкә килгәс, Рәсәй фәндәр академияһы архивында дин буйынса фольклор материалдары әҙ булыуына иғтибар иттем, сөнки, совет заманында фольклорсылар был тема буйынса материал йыймаған. Шуға ла экспедициялар ваҡытында мин дин буйынса күберәк яҙып алырға тырыштым. Аҙаҡ йыйылған материалдарыма ҡараһам, әүлиәләр тураһында яҙмаларым байтаҡ булып сыҡты. Яҙмаларыма таянып, ҡайҙа, ниндәй әүлиә ерләнгән, ниндәй әүлиә шишмәләре, тауҙары барлығын айырым список итеп төҙөнөм, уларҙы “Башҡортостан – әүлиәләр иле” (2012), “Башҡорттарҙың дини һәм мистик легенда, риүәйәттәре” (2013) китаптарында баҫтырҙым. Унда исемдәре күптән онотолған, юғалған, Башҡортостанда ғына түгел, күрше өлкәләрҙә ерләнгән башҡорт әүлиәләре исемдәре лә бар.

 

– Башҡа телдәрҙә сыҡҡан дини әҙәрҙәрҙе лә тәржемә иткәнһегеҙ икән.

– “Ғөсөл, тәһәрәт һәм намаҙға өйрәнәм” китабынан тыш, мин төрөк яҙыусылары М. Йәшәр Ҡандемирҙың “Аллаһ беҙҙән нимә һорай?” һәм М.Ш. Ялткаяның “Аллаһ беҙҙе күрә”, Азиз Ускударлының “Иртәгә бик һуң булыуы ихтимал”, Джунайд Суавиҙың “Бөтәһе лә үтте инде” тигән хикәйәләрен һәм татарсанан “Һәфтиәк шәриф тәфсире” китабын тәржемә иткәйнем.

 

– Дин буйынса ҡайҙарҙа ғилем алдығыҙ?

– Ҡайҙарҙа ғына ғилем алырға тырышылманы инде ул. Өфө китапхана техникумын (1992), БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистикаһы факультетын (1997) тамамлаған инем. Ә ислам буйынса ҡайҙа, ниндәй курстар асылғанын ишетеп ҡалһам, шунда бара инем. 2000 йылдар башында динде белгәнерәк әбейҙәрҙең өйҙәренә лә йөрөй инем, кистәрен “Ғофран” мәсетенә лә, аҙаҡ бер йыл буйы “Мәрйәм Солтанова” мәҙрәсәһенә лә йөрөп уҡыным. 2006 йылда йәйгеһен Стамбулда ҡыҙҙар өсөн Ҡөрьән курсында ла уҡырға тура килде. Шунан, БДУ-ла “Теология” буйынса йүнәлеш асылғас, шуны тамамлап, дин буйынса юғары ғилем алырға нисип булды.

 

– Тормош иптәшегеҙҙең дә дини кеше булыуы эшегеҙҙә ярҙам итәме?

– Иптәшем Азат Миндияр улы ла дин буйынса юғары белемле булғас, ҡараштарыбыҙ тап килгәс, әлбиттә, донъя көтөүе лә, эшләүе лә күпкә еңелерәк. Бала тәрбиәләгәндә лә, дини һорауҙар тыуғанда ла, уның менән һәр ваҡыт кәңәшләшәм. Мәҡәләләр яҙғанда, тәү сиратта ул уҡып, үҙ фекерен әйтә бара.

 

− “Әс-Сәләм” гәзитен уҡыусыларға ниндәй теләк-кәңәштәр әйтерһегеҙ?

– Был донъяла ла матур, үкенмәҫлек итеп йәшәргә, динде дөрөҫ тоторға, тура юлдан барырға тырышайыҡ. Ә дөрөҫ йәшәр өсөн динде яҡшы белер кәрәк.

Был донъя ҡыҫҡа ғына, үтә лә китә, ә теге донъя мәңгелек. Унда дәрәжәләребеҙ юғары булһын, тиһәк, һәр кем дин буйынса ғилем алырға тырышырға һәм дин юлында күберәк хеҙмәт итергә тейеш. Беҙҙең һәр кемебеҙҙең маҡсаты – Аллаһ ризалығына өлгәшергә тырышыу. Әлбиттә, был беҙҙең һымаҡ гонаһлы бәндәләргә бик ауыр, сөнки, күпселегебеҙ бала-саҡта совет заманында йәшәп, динде белмәй, хаталана-яңылыша тормошҡа аяҡ баҫҡанбыҙ, әммә өмөттө өҙмәйек! Был донъянан мосолман булып китеп, барыһының да Йәннәткә эләгеүҙәрен теләйем!

– Фәнирә ханым, Башҡортостан һәм Рәсәй Журналистары союзы ағзаһы булараҡ, хәҙер инде 20 йылдан ашыу дини мәҡәләләр яҙып, республикабыҙҙа дәғүәтсе ролен башҡараһығыҙ. Һеҙҙе, ысын мәғәнәһендә, милләтебеҙҙең рухи мәғрифәтселәренең береһе, тип әйтә алабыҙ. Артабанғы изге эштәрегеҙҙә уңыштар юлдаш булһын!

 

Фәрзәнә Вәлиева әңгәмә ҡорҙо

 

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


Ике бөйөк шәхес дуҫлығы

Аҡмулла, ҡайҙарҙа ғына йөрөһә лә, тыуған яҡтарын һағына.   1872 йылдың көҙөндә Мифтахетдиндың тыуған ауылына ҡайтыуын яҡташтары, быуындан-быуынға күсереп, әле лә һөйләйҙәр. Тыуған ауылы эргәһендәге шишмә янында йөрәген ярып сыҡҡан тәрән һүҙле шиғырҙарын ҡағыҙға төшөрә.   Аңлауыбыҙса,...


Шәғбән айының биҙәге – Бәраәт кисәһе

Шәғбән – Пәйғәмбәребеҙ ﷺ айы, шуның өсөн күп тапҡырҙар салауат әйтеү, истиғфар ҡылыу, «Әл-Ихлас» сүрәһен уҡыу тәҡдим ителә. Шәғбән айының 14-се кисенән 15-се көнөнә ҡаршы кисе Бәраәт кисе тип атала.   Быйыл ул 2-3 февралгә тура килә. Был көндә ғәмәл дәфәтеребеҙ алмашына. Шуға ла Бәраәт кисәһендә...


Картуф һуты

Ашҡаҙан, эсәк ауырыуҙары осраҡтарында картуф һуты алыштырғыһыҙ дауа. Ул яҡшы антисептик. Шулай уҡ, быуындар һыҙлап, хәрәкәт итеү ҡыйынлашҡанда, тире ауырыуҙары йонсотҡанда, ауыртыуҙы баҫа, күҙәнәктәрҙең яңырыуына булышлыҡ итә.   Табип менән кәңәшләшкәндән һуң, балаларға ла, ауырлы, бала имеҙгән...


«Аллаһ Рәхмәтенә өмөтөбөҙҙө өҙмәйек!..»

Ғилем һәм тәрбиә, сабырлыҡ, изгелектәрҙе күп ҡыла торған Рамаҙан айы яҡынлаша. 19 февраль – нурлы айҙың тәүге көнө. Йәғни, 18 февралдә, ҡояш байыу менән, ураҙаға инәбеҙ. Бөгөнгө һөйләшеүебеҙ − шул уңайҙан, ураҙа хаҡында. Һорауҙарыбыҙға Көйөргәҙе районы Ермолаево ауылының «Рамаҙан» мәсете мөғәллиме...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Ауыҙ асҡанда уҡыла торған доға «Аллаһүммә ләкә сумтү үә бикә әмәнтү үә ғәләйкә тәүәккәлтү үә ғәлә ризҡиҡә әфтартү фәғ-фирли – Йә Ғаффәру, мә ҡаддәмтү үә мә әххартү». Мәғәнәһе: «Эй, Раббым! Һинең Ризалығың өсөн генә ураҙа тоттом. Һиңә генә иман килтерҙем. Эштәремде тик...