«Ғаиләбеҙҙә өс быуынды берләштереүсе көн ул – 9 Май!..»
Рубрикабыҙҙың бөгөнгө ҡунағы – бар ғүмерен йәш быуынды уҡытыу-тәрбиәләү эшенә бағышлаған уҡытыусы, филология фәндәре кандидаты, хаҡлы ялға сыҡҡас, Илеш районы Дөмәй ауылы мәсетендә 16 йыл дини ғилем биргән Зәмзәмиә Әхиәр ҡыҙы Ҡазыханова.
– Йылдың иң шатлыҡлы байрамдарының береһе – Бөйөк Еңеү көнө яҡынлаша. 9 Май байрамын ниндәй хис-тойғолар менән ҡаршы алаһығыҙ?
– Иң ғәзиз кешеләремдең иңенә ятты һуғыш ауырлығы. Атайым Әхиәретдин Ғилметдин улы Хисамиев Бөйөк Ватан һуғышында дүрт йыл буйына элемтәсе булып хеҙмәт итә, әлхәмдүлилләһ, яу яланынан иҫән ҡайта. Әсәйем Мәликә Ғосман ҡыҙы – шул йылдарҙа, арбаға бишек һалып, бала имеҙеп, ураҡ урған колхозсы, тыл ветераны. Ирем Ғаффан Шаһийән улы Ҡазыханов та дош-ман менән ике йыл алышҡан яугир, һуғыш ветераны ине. Шуға Еңеү көнө ғаиләбеҙ өсөн ҙур байрам! Был шатлыҡлы көндө ҡыҙҙарым, ейәнем, ейәнсәрҙәрем менән бергәләп үткәрәбеҙ. Тыуған яғынан бик йыраҡ – илебеҙҙең төньяҡ төбәктәрендә йәшәһәләр ҙә, тап ошо байрам тип, минең яныма ҡайтырға тырышалар, рәхмәттәр яуһын! Ғаиләбеҙҙә өс быуынды берләштереүсе көн ул – 9 Май!
Ейән-ейәнсәрҙәремде етәкләп ауыл байрамына алып барам. Ҡартаталарының орден-миҙалдарын, фотоларын алып, «Үлемһеҙ полк» булып йөрөп киләбеҙ. Былтыр Дөмәй ауылының мәҙәниәт йорто янында Советтар Союзы Геройы Әнүәр Абдуллинға һәйкәл асылды. Шуға ҡыуандыҡ.
Мин иремдең икенсе ҡатыны, миңә ҡәҙәр булған хәләл ефете мәрхүм булғас, өйләнештек. Тәүге ғаиләһендә ете бала, мин инде иптәшемә ике ҡыҙ табып бирҙем. Әлхәмдүлилләһ, иремдең бөтә балалары ла бик тәрбиәле, әҙәпле, йөҙөбөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәйсә, матур итеп донъя көтә. Ҡайтҡандарында, ғаилә тарихын һөйләйем, үҙемде лә онотмайым. Һеҙҙең өләсәйегеҙ уҡытыусы булған, педучилище, университет, аспирантура тамамлап, кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлаған, тип әйтәм, ике мәҙрәсә бөтөргәнемде лә һөйләйем.
– Ер йөҙөндә иң сауаплы һөнәр эйәһе Һеҙ, Зәмзәмиә апай! 60 йыл ғүмерегеҙҙе уҡытыу-тәрбиә эшенә бағышлағанһығыҙ!
– Эйе, тап шулай. Бәләбәй педагогия училищеһын тамамлап, 1967 йылдан уҡытам. Оҙайлы ваҡыт дәүерендә бер ниндәй ҙә ялым булманы. Дөмәй мәктәбендә уҡыттым, күренекле академик Әҙһәм Тенишев етәкселегендә филология фәндәре кандидаты диссертацияһын уңышлы яҡлағас, Яр Саллы педагогия университетында студенттарға белем бирҙем.
2010 йылда иремдең ауылына ҡайтырға тура килде, сөнки бында бер нисә ханым: һин ҡасан ҡайтаһың инде, беҙгә дини ғилемдәр бирер инең, тип Дөмәйгә әленән-әле саҡырып торҙолар. Шунан педуниверситетта эшләгән еремдән хаҡлы ялға сыҡҡас, бында күсенеп ҡайттым. Ирем 1999 йылда вафат булды.
Ҡайтҡандан бирле дини ғилем бирәм. Хәҙер инде утыҙға яҡын уҡыусым Ҡөрьән уҡый. Рамаҙан айында хәтем сығалар, башта берәр, икешәр джуз ғына алып уҡый инек. Быйылғы Рамаҙанда иһә күбеһе: беҙ үҙебеҙ генә сығабыҙ инде быйыл, тинеләр. Һәр йыл да шундай алға китеш бар. Ун ике уҡыусым мәҙрәсә бөтөрҙө. Әле икәүһе ситтән тороп уҡый.
– Мә шәә Аллаһ! Уҡытып ҡына ҡалмайһығыҙ, лайыҡлы алмаш әҙерләйһегеҙ, Зәмзәмиә апай! Эш алымдарығыҙ менән дә уртаҡлашһағыҙ ине.
– Көҙ көнө, баҡса эштәре бөткәс, башлана уҡыу йылыбыҙ. Башта Дөмәй ҡыҙҙарын бер үҙем генә уҡыттым – тәжүид серҙәренә төшөндөрҙөм. Пәйғәмбәрҙәр тарихын, Аллаһ Рәсүле Мөхәммәдтең ﷺ сираһын өйрәндек. Хәҙер инде теүәлерәк фәндәргә (тәфсиргә, Ҡөрьән ғилеменә, хәҙистәргә) туҡтала башланыҡ. Һәр бер фәндән айырым уҡытыусы, бер уҡыусым – фикһтан, икенсеһе – әхлаҡтан уҡыта, өсөнсөһө – тәжүид, үҙем инде тәфсир уҡытам. Тағы ла бер һеңлекәшем Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәдтең ﷺ сираһы буйынса дәрес бирә. 2012 йылда хажға, 2022 йылда ике уҡыусым менән ғөмрәгә барып ҡайттым. Төрлө ерҙәргә йөрөйбөҙ, вәғәздәр уҡыйбыҙ.
– Доға ҡылғанда, беҙ йыш ҡына Аллаһтан тел байлығын, тел асҡыстарын һорайбыҙ. Ә мөғәллимгә ғүмере буйына кеше алдында сығыш яһарға тура килә. Ғөмүмән, телмәр һөйләү, белгәнеңде еткереү оҫталығына өйрәнеп буламы?
– Ғүмерем буйына уҡытҡас, кеше алдында сығыш яһау бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡ тыуҙырмай: мин ҡаушамайым да, һөйләргә һүҙем дә, ғилемем дә бар. Былтыр Ҡазанда үткәрелгән имамдар форумында булдым. Унда бөтә Рәсәйҙән меңдән ашыу дин әһеле ҡатнашты. Әбү Хәнифәгә бағышланған секцияла ҡатындарҙан бер үҙем мөхтәсиптәр, ғалимдар алдында сығыш яһаным, әйтәһе һүҙемде, фекеремде еткерҙем. Фекерең тос, һүҙең ҡеүәтле булһын тиһәң, ғилем юлында йөрөүең хәйерле!
Ауылымда ла, районда ла, ҡайҙа ғына барһам да, Зәмзәмиә апай, тип өндәшеп, һөйләгәнемде бик яратып тыңлайҙар. Сығыш яһарға, ғилемемде өләшергә яратам. Ҡыҙҙарым ҡай саҡта: «Әсәй, һиңә нимә бүләк итәйек?» – тип һорай. – «Ҡыҙым, миңә аудитория кәрәк! Алған белемемде тапшырыр өсөн кеше кәрәк!» – тип яуап бирәм.
– Ихласлыҡ – үҙе ярты дин, тиҙәр. Изге ғәмәлдәр ҡылып өлгөрөр өсөн, файҙалы мосолман булып йәшәү өсөн тағы ла нимәгә иғтибар итергә кәрәк икән беҙгә?
– Хәҙерге көндә үҙҙәре мөғәллимәләр булып етешкән уҡыусыларым – ихлас ярҙамсыларым минең! Һәр айҙың 20-се көнөндә район үҙәгендәге «Тәүбә» мәсетендә йә башҡа ауылдың мәсетендә дини ғилем биреү мәсьәләләре буйынса семинарҙар үткәрәбеҙ. Күрше Баҡалы районына ла саҡыралар.
Ике тапҡыр бик күркәм бер сара – Әбү Хәнифә мәҙһәбе буйынса иң яҡшы дәреслектәрҙең береһе – Әхмәтһаҙый Мәҡсудиҙың «Ғибәҙәте Исламия» тигән китабы буйынса мөғәллимәләр өсөн аҙналыҡ семинарҙар үткәрҙек. Иртәнән кискә тиклем алты көн буйына беҙ, алты уҡытыусы, Үрге Йәркәй мәсетендә дәрестәр бирҙек. Уҡыуҙар тамамланғас та, ике йыл рәттән сертификаттар тапшырҙыҡ. Шулай итеп, бер-беребеҙгә йөрөшәбеҙ, уҡытабыҙ, ғилем таратабыҙ.
– Әлхәмдүлилләһ, әүҙем тормош алып бараһығыҙ. Ҡай арала яҙышып өлгөрәһегеҙ? Белеүемсә, өс китабығыҙ донъя күрҙе.
– Эйе, өсәү, тәүгеһе университетта уҡытҡан саҡта алып барған ғилми хеҙмәтемә арналһа, икәүһе Илеш ерендә алып барған дини эшмәкәрлегебеҙгә таянып яҙылды. Мөғәллимә уҡыусыларым менән алып барған вәғәздәребеҙ инеп китте был әсбаптарға. Мин ниндәй ҙә булһа тема, мәҫәлән, Мөхәммәд Пәйғәмәрҙең ﷺ тормошо йә иһә Ҡиәмәт көнөнөң ғәләмәттәре, йә иһә Пәйғәмбәрҙең ﷺ ҡатындары тураһында сценарий яҙам да, бер кешенең һөйләгәненә ҡарағанда, күмәк вәғәзде тыңлау – матур ҙа, күңелле лә, тип һәр теманы 11-12 кешегә таратып сығам, һәм, һөҙөмтәлә, бик күркәм килеп сыға. Шул сығыштарҙа ҡулланылған мәғлүмәт ике китап булып донъя күрҙе. Оло йәштәгеләр өсөн уҡырға уңайлы булһын, тип аҡ ҡағыҙҙа эрерәк хәреф менән баҫтырып сығарҙыҡ. Тағы ла ике китап әҙерләнеп ята.
– Бала саҡты нимә иң ғәмһеҙ, яҡты итә? Әлбиттә, өләсәйле бала саҡ тәмле, бәхетле була! Үҙегеҙсе кесе быуындан ниндәй тәрбиә алаһығыҙ?
– Бер ваҡыт икенсе класта уҡыған ейәнсәремде яныма иртәрәк ҡайтарып ебәрҙеләр, дүртенсе сиректе беҙҙең ауыл мәктәбендә уҡыны. 9 май алдынан хеҙмәт уҡытыусыһы: «Кемдең атаһы, ағаһы армияла, шуларға открытка эшләгеҙ һәм яҙығыҙ», – тип ҡушҡан. Ғәзиземдең атаһы ла, ағаһы ла армияла түгел, ҡартатаһын ғына белә. Уға бағышлап: «Ҡәҙерле ҡартатай! Йәннәттә иң матур, аҡыллы ир бул! Ожмахта осрашҡанға ҡәҙәр, ейәнсәрең Ләйлә», – тип, открытка яҙған! Шунан һуң йәйҙәрен уҡыусы әбейҙәремдең ҡаланан ҡайтҡан туған телен белмәгән ейәндәренә, шул ыңғайҙан үҙемдекеләргә лә дин дәресе бирәм. Бер мәл 10 йәшлек ейәнсәрем Алиса: «Өләсәй, беҙ Ожмахта ҡартатай менән күрешербеҙме икән?» – тигәнгә, мин: «Ин шәә Аллаһ, ҡыҙым, осрашырбыҙ!» – тип йыуаттым. Бына шулай итеп, минең өйөмдә, ғаиләмдә Аллаһу Тәғәләне белеп, аңлап, ғибәҙәт ҡылып йәшәйҙәр. Ике ҡыҙым да педагогтар нәҫелен дауам итә, Әлхәмдүлилләһи шөкөр! Уҡытыусы һөнәре – аҫылдарҙың аҫылы бит: белемде бирәһең дә бирәһең, ә ул бер нисек тә кәмемәй!